Государства и школы от церкви.



 

1. Церковь отделяется от государства.

2. В пределах Республики запрещается издавать какие-либо местные законы или постановления, которые бы стесняли или ограничивали свободу совести, или устанавливали какие бы то ни было преимущества или привилегии на основании вероисповедной принадлежности граждан.

3. Каждый гражданин может исповедывать любую религию или не исповедывать никакой. Всякие праволишения, связанные с исповеданием какой бы то ни было веры или неисповеданием никакой веры, отменяются.

Примечание. Из всех официальных актов всякое указание на религиозную принадлежность и непринадлежность граждан устраняется.

4. Действия государственных и иных публично-правовых общественных установлений не сопровождаются никакими религиозными обрядами или церемониями.

5. Свободное исполнение религиозных обрядов обеспечивается постольку, поскольку они не нарушают общественного порядка и не сопровождаются посягательствами на права граждан Советской Республики.

Местные власти имеют право принимать все необходимые меры для обеспечения в этих случаях общественного порядка и безопасности.

6. Никто не может, ссылаясь на свои религиозные воззрения, уклоняться от исполнения своих гражданских обязанностей.

Изъятия из этого положения, под условием замены одной гражданской обязанности другою, в каждом отдельном случае допускаются по решению народного суда.

7. Религиозная клятва или присяга отменяется. В необходимых случаях даётся лишь торжественное обещание.

8. Акты гражданского состояния ведутся исключительно гражданской властью: отделами записи браков и рождений.

9. Школа отделяется от церкви.

Преподавание религиозных вероучений во всех государственных и общественных, а также частных учебных заведениях, где преподаются общеобразовательные предметы, не допускается.

Граждане могут обучать и обучаться религии частным образом.

10. Все церковные и религиозные общества подчиняются общим положениям о частных обществах и союзах, и не пользуются никакими преимуществами и субсидиями ни от государства, ни от его местных автономных и самоуправляющихся установлений.

11. Принудительные взыскания сборов и обложений в пользу церковных и религиозных обществ, равно как меры принуждения или наказания со стороны этих обществ над их сочленами, не допускаются.

12. Никакие церковные и религиозные общества не имеют права владеть собственностью. Прав юридического лица они не имеют.

13. Все имущества существующих в России церковных и религиозных обществ объявляются народным достоянием. Здания и предметы, предназначенные специально для богослужебных целей, отдаются, по особым постановлениям местной или центральной государственной власти, в бесплатное пользование соответственных религиозных обществ. (26).    

Был документтан күренеүенсә, дин тотоуға тулы рөхсәт. Ләкин сиркәү һәм башҡа дини ойошмаларының байлығы халыҡтыҡы (дәүләттеке) тип иғлан ителә (статья 13), ләкин мәктәптәрҙә дини дәрестәр үткәреү тыйыла (статья 9). Шул уҡ ваҡытта гражданлыҡ торошо акттарын тултырыу (тыуыу, үлеү, никах) сиркәү руханиҙәарынан алына һәм урындағы советтарға бирелә.

Ни өсөн һуң һуңыраҡ хөкүмәт дин әһелдәренә ҡарата булған ҡарашын үҙгәртә һәм уларҙан йөҙ бора?

Сөнки граждандар һуғышы ваҡытында бөтә дин әһелдәре тейерлек аҡтар яғында була, уларға ярҙам итә, сиркәүҙәрҙә ҡорал, аҡ офицерҙарҙы тота, сиркәү байлығын, халыҡтан йыйылған аҡсаны аҡ гвардия ойоштороуға бирә, халыҡты йәш совет власына ҡаршы ҡоторта. Совет власына ҡаршы торошто 1917 йылда уҡ патиарх Тихон башлай. Ул Октябрь революцияһын, большевиктарҙы анафема утына тота, ураған һайын ҡарғай һәм яңы власҡа ҡаршы бөйөк көрәшкә күтәрелергә әйҙәй. Патриарх бөтә дин әһелдәрен аҡтарға ярҙам итергә саҡыра , өндәй.

Бына ошо эштәр дәүләт тарафынан дин әһелдәренә булған битарафлыҡты юҡҡа сығара һәм уларға ҡаршы көрәш башлауға сәбәп була. Патриарх Тихон ҡулға алына, хатаһын аңлауы тураһында мөрәжәғәт яҙғандан һуң, ул иреккә сығарыла. 1925 йылда йөрәк сире менән ауырып үлеп ҡала.

Сиркәүҙе дәүләттән айырыу мәсьәләһенә ҡарата Ҡасим Мәсәғутов ошондай фекерен ярып һала:                        

 

“Религия - дело добровольное. Но народ должен содержать религиозные учреждения. Сначала перед богом, потом перед царем население должно было отчитаться за налоги. Церковная десятина и другие платы были не безобидными. Народ мечтал о дешевой религии. Отделив церковъ от государства, советская власть все платы в пользу духовенства и духовных учреждений сделала добровольными. Советская власть осуществила мечту народа о дешевой религии. Народ освобождался от обязанности содержать богатую жизнь духовенства (27, 142-се бит).

Хәҙерге ваҡытта диндәр власть тарафынан ҡыйырһытылмай, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөлә, тик унда йөрөүсе кеше һирәк. Кеше күңелендә дини һәм әхләҡи ҡанундарҙың булмауы, минеңсә, тәртипһеҙлеккә, эгоизмға, мин-минлеккә килтерә, ә һуңынан енәйәткә этәрә. Йәмғиәттә бай һәм ярлы ҡатлам булыуы ла социаль ҡуҙғыуға нигеҙ булып тора. Хәлде яҡшыртыу һәм кризистан сығыу маҡсатында Дәүләт думаһындағы коммунистар төрлө юлдар тәҡдим итеп ҡарайҙар, ләкин “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе депутаттары тарафынан был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыусы юҡ. Нишләп? Бына шуныһы аңлашылмай. Был мәсьәлә буйынса ла китабында Ҡасим Мәсәғутов үҙенсәлекле фекерен урынлаштырған.    

 

“Единоросцы создали прочную социальную оперу, единую социальную прослойку из бандитов, безработных, низкооплачиваемых слоев населения, из бродяг, бомжей и т.д. Уровень сознания этого класса определяется их нищетой, заботой о куске хлеба, мечтой о работе с нормальной оплатой, мечтой о безопасности семьи. Бандит боится бандита. Эта сила и опора единоросцев. Эта сила и опора единоросцев. Эта сила голосует за них, так или иначе служит интересам США. Будущее России сомнительно. В России быть не может и речи о честных выборах. Победа ставленников США обеспечена в любом случае, независимо от голосующих, в каком бы количестве они не явились, за кого ни голосовали (27, 154-155-се биттәр).

 

XX быуаттың ахырында, үҙгәрештәр осоро башланыу арҡаһында, беҙҙең илдә дин һәм дини йүнәлеш үҫеш ала башланы. Бындай хәл, әлбиттә, ыңғай күренештәрҙең береһе булды.

1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән Башҡортостандың яңы Конституцияһында дин һәм дини ойошмаларҙың дәүләттән айырым тороуы, ләкин закон алдында тигеҙ булыуы әйтелгән (статья 14).

        Башҡортостан - Диниә назарат үҙәге     

Башҡортостан ере, атап әйткәндә, Өфө - бөтә Рәсәй мосолман халҡы өсөн ун һигеҙенсе быуаттан бирле дини үҙәк булып тора, сөнки Өфөлә Рәсәй Үҙәк Диниә Назараты урынлашҡан. Ул 1788 йылдың 22 сентябрендә Рәсәй батшабикәһе Екатерина Икенсе фарманы нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм илебеҙҙең Себер һәм Европа өлөшө мосолмандарын үҙ эсенә ала. Бер яҡтан батшабикә ике динде тигеҙләргә уйлаһа, икенсе яҡтан “боласыл” башҡортто дин аша күндәмерәк итеү, тынысландырыу, халыҡтың уй-фекерҙәрен белеп тороу өсөн ойошторола был Диниә назарат.

Мосолмандарҙың үҙәк Диниә назараты (МҮДН) башта “Өфө Мосолман законындағы Диниә Йыйылышы”, ә 1796 йылдан һуң “Ырымбур Мосолман законындағы Диниә Йыйылышы” тип атала. Уның вәкәләтлеге бөтөн Рәсәй территорияһына таралған.

1846-1917 йылдарҙа МҮДН Ырымбур мосолмандарының Диниә Йыйылышы тип аталған. 1889 йылға ҡарата Диниә идаралыҡ ҡарамағында 4254 мәхәллә, 3,4 млн. мәхәллә мосолманы булған. 1917 йылда Дини идара Эске Рәсәй һәм Себер МҮДН тип үҙгәртелә.

Октябрь революцияһынан һуң Рәсәй Үҙәк Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөй булып һайланалар һәм эшләйҙәр:

 

Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәдйән уғлы (Әл-Баруди) (1917-1921);

Фәхретдинов Ризаитдин Фәхретдин уғлы (1923-1936);

Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла уғлы (1936-1950);

Хыялетдинов Шәкир Шәйхислам уғлы (1951-1974);

Исаев Ғәбделбарый Низаметдин уғлы (1975-1980);

Тажетдинов Тәлғәт Сафа уғлы ( 1980 йылдан алып).

Күренеүенсә, Үҙәк Диниә назаратында бөтәһе 13 мөфтөй эшләп китә. Һәр береһе үҙ дәүеренә күрә булған ауырлыҡтарҙы татый һәм Ислам динен һаҡлау өсөн булған көсөн бирә. Әйтергә кәрәк, Ислам дине беҙҙә хөкүмәт дине кимәленә әүерелә алманы һәм алмаясаҡ, сөнки мосолмандар Рәсәй халҡының бик әҙселек өлөшөн тәшкил итә. Шулай ҙа мосолман дине йәшәй. Үҙәк диниә еазаратының һуңғы мөфтөйө булып Тәлғәт Тажетдин тора.

Уның тураһында бер кәлимә һүҙ яҙып үтәйек.

                       Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин

 

1981 йылдың 19 июнендә СССР-ҙың Европа һәм Себер өлөшө мосолмандарының съезында Үҙәк Диниә назараты рәйесе һәм баш мөфтий итеп Тәлғәт Сафа уғлы Таджетдинов һайлана һәм хәҙерге көндә лә ошо дәрәжәһендә эш алып бара. Баш мөфтөй Тәлғәт Таджетдин 1948 йылдың 12 октябрендә Казан ҡалаһында тыуа. Дини белемде Бухара ҡалаһындағы “Мир Араб” мәҙрәсәһендә ала, артабан Каирҙағы “Әл-Әзхәр” университетын тамамлай. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Казан мәсетенең икенсе, шунан беренсе имам- хатибы булып, Үҙәк Диниә назаратына һайланғанға тиклем, эш алып бара.

Дини конфессиялар буйынса киңерәк мәғлүмәттәрҙе төрлө сығанаҡтарҙан, атап әйткәндә, 2014 йылда сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһының дини берләшмәләр” (рус телендә) тип аталған белешмә-китаптан алырға була (23). Был белешмәлә республикабыҙ эсендә урынлашҡан Ислам, Православие диндәренә, Әрмән апостол сиркәүенә, Иудаизм, Буддизмға ҡыҫҡаса характеристика бирелгән һәм дингә туранан-тура ҡағылған закондар текстары урынлаштырылған.

Үҙәк Диниә назараты ҡанаты аҫтында “Рәсәй ислам университеты” эшләп килә. Тағы 1906 йылда асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе үҙ эшен дауам итә. Тағы “Нуруль-Ислам” мәҙрәсәһе урта дини белем биреүҙә үҙ өлөшөн индерә.

“Ләлә-Тюльпан” мәсете асылыу менән бында мәҙрәсә ойошторола (1998) һәм Рәсәй ислам университетының бүлектәре асыла, улар “Дин нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм Ислам тарихы” факультетына берләшә (2007). Көндөҙ, кис һәм ситтән тороп уҡыу факультеттары эшләй.

Үҙәк Дини назарат рәйесе, мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың Башҡортостан радиоһының “Иман” тапшырыуы аша уҡып ишеттергән бер вәғәзен яҙып уҙайыҡ.

 

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Әл-хәмдү-лилләһи Раббил-ғәләмин. Үәс-салатү үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһи үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.

Бөгөн беҙ Ҡөръән Кәримдән “Әш-шәрх” сүрәһендәге хөкөмдәрҙең мәғәнәләрен аңлатып бирергә теләрбеҙ.

“Инширах” - пәйғәмбәребеҙгә Мәккә-и-Мөкәрәмәлә ингән сүрәләрҙең береһе. Ул һигеҙ аяттан торған, әммә мәғәнәләре яғынан бик оло бер сүрә.

Инширах күкрәктең асылыуы йәки иркенәйеүе тигән мәғәнәне аңлата.

“Йә хәбибем Мөхәммәт, саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм! Беҙ һинең күкрәгеңде асманыҡмы ни? Арҡаларыңды ауырайтырлыҡ гонаһтарыңды өҫтөңдән күтәреп, уларҙан һине ҡотҡарманыҡмы ни? Һәм һине иҫкә алыуҙы бер дәрәжә итеп күтәрмәнекме ни?” - ти Аллаһы Раббил-Ғиззә.

Аяты-кәримәне былай тип аңларға мөмкин: “Дөрөҫлөктә беҙ һинең күкрәгеңде ярҙыҡ, нурландырҙыҡ. Беҙ уны бик иркенгә әйләндерҙек: хаҡ һүҙҙе ҡабул итергә лә, бәндәләргә мәрхәмәт-шәфҡәтле булыу өсөн дә”. Тағы ла бер аятта әйтелә: “Әгәр ҙә бер кешене һидәйәткә - хаҡ юлға күндерер булһа, ул бәндәнең күңелен хаҡ һүҙҙе ҡабул итеүгә бик иркен итер”, - ти.

Был аят-кәримәлә лә: “Беҙ һинең күкрәгеңде асманыҡмы ни?” - тигән һүҙҙе-вәхиҙе, ҡөръән Кәрим ҡабул итерлек, бәндәләрҙең дә бөтә кәмселек хаталарын кисерә белеп, уларҙың күңел түрендә генә йөрөтөрлөк итеп яралттыҡ түгелме ни? “Күңелеңдә тарлыҡҡа, ауырлыҡҡа урын ҡалдырманыҡ”, - ти Аллаһ.

Ҡайһы бер риүәйәттәргә ҡараған ваҡытта пәйғәмбәребеҙ сабый сағында күкрәгенең ярылыуы тураһында ла хәбәрҙәр бар. Әбү Һөрәйрә пәйғәмбәребеҙҙән һорай: “Йә Рәсүллуллаһ! Пәйғәмбәрлектең Аллаһы Тәғәләнең һине үҙенең илсеһе итеп һайлауының беренсе билдәләре нимә булды?”.

Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, теҙләнеп ултырҙы ла әйтте: “Эй Әбү Һөрәйрә! Һин ғәжәп бер эщ хаҡында һораның: мин уны әле лә иҫемдә тотам, сәхрәлә инем - пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм ул ваҡытта ауыл ерендә тәрбиәләнә ине - баш өҫтөмдә һөйләшеү тауыштары ишетәм, ҡараһам, бер ир икенсеһенә: “Ошомо, ошомо?” - тип һорай. Улар минең алдыма килде. Ундай йөҙҙәрҙе лә күргәнем юҡ ине, кешеләр араһында ла осратҡаным булманы. Шул тиклем дә матур кейемдәр кейгән улар Минең ҡаршыма килделәр ҙә, береһе уң яғымдан, икенсеһе һул яғымдан елкәмдән тотоп алдылар, әммә мин был ҡулдарҙың бер ауырлығын да тойманым. Шул ваҡыт береһе икенсеһенә: “Уның бәғеренән кешеләрҙә була торған асыу-нәфрәт һәм көнсөллөктө сығар”, - тине. һәм күкрәгемдән сәйнәлеп ташланған бер ит киҫәге кеүек нәмәне сығарып ситкә ташланылар. “Уның бәғеренә инде мәрхәмәт-шәфҡәт һалып ҡуй!”- тине береһе. Көмөшкә оҡшап торған бер нәмәне күрәгемә һалдылар.

“Бына ошо ваҡыттан бирле мин ғүмерем буйы сабыйҙарға нескә күңелле булып әүерелдем”, - ти. Шулай булғас: “Беҙ һинең күкрәгеңде асманыҡмы ни? - тигән һүҙҙәрҙең тура мәғәнәһе лә бар.

Пәйғәмбәрҙәр улар бәндәләр араһынан айырып алып һайланған заттар.

Аллаһ - иманлы бәндәләрҙең яҡлаусыһы. Уларҙв Ул ҡараңғылыҡтан нурға алып сыға. Иманһыҙҙарҙың терәге - поттар. Бәндәне улар нурҙан ҡараңғылыҡҡа тартып тора. Иманһыҙҙар табыр төйәк - йәһәннәм уты.

Пәйғәмбәрлектең оло бер сифаты - ғисмәт - гонаһтан пак булыу. Фәрештәләргә оҡшап улар гонаһты эшләй ҙә алмай. Илселәрен Аллаһ үҙе һаҡлай. Әгәр ҙә башҡа кешеләр кеүек үк изгелеген дә, яуызлығын да эшләп, Аллаһтың әмеренә лә бойһоноп, шайтанға ла эйәреп йөрөй торған булһа, ул пәйғәмбәр - Аллаһтың илсеһе була алмай.

Аллаһы Тәғәлә уларҙы ғүмер буйына кәмселек-хаталарҙан үҙе һаҡлап йөрөтә. Ҡөръәндә әйтелә: “Хаҡиҡәт өсөн тип Беҙ һинең күкрәгеңде асманыҡмы ни? Арҡаңда ауыр йөк булып торған нәмәләрҙе алып ташламаныҡмы? Һәм исемеңде лә кешеләр телендә маҡтаулы зекер менән бер дәрәжәгә күтәрҙек түгелме?”

Пәйғәмбәребеҙ, ғәләһис-сәләм, донъянан күскәненә мең йыл ярымға яҡын ғүмер үткән булһа ла, бөгнгө көндә ләмиллиардтан ашыу мосолман Мөхәммәдтең исемен ишеткәндә: саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләм - Аллаһы Раббыбыҙҙың рәхмәте, сәләмдәре, хәйер-доғалары уға булһа ине, тип салауат әйтә. Һәм мосолман булмаған кешеләр ҙә Мөхәммәдтең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләм, кем икәнлеген, донъяға Аллаһтан күндерелгән һуңғы пәйғәмбәр булыуын белә.

Бынан һуң Аллаһы Раббил-Ғиззә: “Дөрөҫлөктә, бәндә тормошонда ауырлыҡ та, еңеллек тә бар. Шуға ла донъя мәшәҡәттәренән бушанып торған арала доға менән Аллаһҡа ҡарай йүнәл, Раббыңа бәндәселек күрһәтә башла, Уның мәрхәмәт-шәфҡәтенә өмөт бағла”, - ти.

Донъяла  ни тиклем мәшәҡәттәр, ауырлыҡтар күргәндән һуң да Раббыбыҙ Аллаһтан өмөт өҙөргә тейеш түгеллекте Аллаһ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмдең үҙенең дә һәм уның өммәтенең дә иҫенә төшөрә. Тормоштағы ауырлыҡ һәм мәшәҡәттәр бер ваҡытта ла мәңгегә ҡалмай. Сөнки Аллаһы Тәғәлә: “Тормошта дөрөҫлөк тә, ауырлыҡ та, еңеллек тә бар”, - тигән аят-кәримәне индерә.Был һүҙҙәр ике ҡат ҡабатлана.

“Был аят-кәримә индерелгәндән һуң, пәйғәмбәребеҙ бик тә һөйөнөп өйөнән сыға, - тиелә хәҙистә. - Шул ваҡыт сәхәбәләренә әйтә: “Бер ауырлыҡ, бер мәшәҡәт, ике шатлыҡ-һөйөнөстө, ике еңеллекте еңә алмаҫ. Бер ауырлыҡҡа дрнъяла, был тормошобоҙҙа һис шикһеҙ ике еңеллек була. Еңеллек һәр ваҡытта ла күберәк”.

Аллаһтың ярҙамы, Аллаһтың бәрәкәте һәр ваҡыт бәндә менән бергә йөрөй. Шуның өсөн дә был аят-кәримәнән һәр бер иманлы кеше үҙенә һөйөнөс таба.

Аллаһы Тәғәлә ошо ҡыуаныстарҙы һәр ҡайһыбыҙға насип итһен.

Аллаһтың мәрхәмәт-шәфҡәтенә, еңеллектәр килеүенә өмөт бағлап ауырлыҡтарҙан ҡотолдоң иһә, доға менән Раббыңа ҡарай йүнәл, ғибәҙәткә тотон. Донъяның мәшәҡәттәренән арынғандан һуң, күңелдәрең тынысланғас, донъя-әхирәт хәжәттәреңде һорап Аллаһы Раббыңа ысын күңелдән доғала бул.

Аллаһы Тәғәлә күңелдәребеҙҙе игелеккә генә асыҡ ҡуйһа ине. Яуызлыҡтарҙан, насарлыҡтарҙан уттан ҡасҡан кеүек ҡасып, Аллаһы Раббыбыҙға ғына дуҫ, шайтанға дошман булып йәшәүебеҙҙе Аллаһы Раббил-Ғиззә насип итһен. Үәс-сәләмү ғәләйкүм үә рахматуллаһи үә бәрәкәтүһ.           

                                              

         Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин

Өфөлә үҙәк Диниә назаратынан башҡа тағы Башҡортостан Диниә назараты ла эшләп килә.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының хәҙерге ваҡытта егерме йылдан ашыу булған тарихы бар. Ләкин быныһы тағы алдараҡ булған тарихтың дауам, йәки икенсе өлөшө булып тора. Эш шунда: Башҡортостан мосолмандары 1917 йылдың декабрендә бер ойошмаға берләшә, ләкин 1936 йыл тулыһынса тар-мар ителә. Ошо арала бында бер-нисә мөфтөй алмашынып өлгөрә. Мөфтиҙәрҙең тәүгеһе - Мансур Хитап улы Халиҡов Ғәфури районынан була. 1921 йылдың мартында Башҡортостан мосолмандарының беренсе ҡоролтайында мөфтөй итеп һайлана. М.Халиков киткәндән һуң, 1923 йылдан башлап мөфтөй вазифаһы бында ҡазыйлыҡҡа һайланып эшләп йөрөгән Мөтиғулла Ғатаулла улы Камалетдиновҡа йөкмәтелә. Ә 1926 йылда ул мөфтөй итеп һайланып ҡуйыла һәм 1936 йылға тиклем ошо вазифаны башҡара. Шул уҡ йылдың йәйендә ул Линия назарат ағзалары менән бергә ҡулға алынып, 1939 йылда атып үлтерелә. Ә Мансур Халиков 1929 йылда уҡ ҡулға алына. 1934 йылда Магнитка ҡаласығы төҙөлөшөндә үлеп ҡала. Ул ваҡытта уға 48 йәш була. Утыҙынсы йылдарҙан алып туҡһанынсы йылдар башына тиклем аралыҡта республика халҡының үҙ Диния назараты булмай.      

1992 йылдың 21 авгусында үткән тәүге ҡоролтайҙа үҙәк Диния газаратынан сығып, үҙ-аллы республика Диния назараты ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул ителде. Бында мөфтөй итеп быға тиклем мәркәз мәсете имам-хатибы булған Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һайланды.

Нурмөхәмәт хәҙрәт үҙе ҙур йәшәйеш юлы үткән кеше. Ул 1946 йылда Башҡортостан Республиrаһының Сибай ҡалаһында тыуған һәм ошонда урта белем алған. Гел яҡшы билдәләргә уҡып, мәктәпте алтын миҙалға тамалай. Артабан - армия хеҙмәте. Унда ла ул үҙен һанатмай, өлгөлө һалдаттар рәтендә йөрөй. Ҡайтҡас, шофер булып эщләп ала. Тора биргәс, атаһының һүҙен тыңлап дини белем алырға юллана. Бохара, Ташкент, Дамаск, ҡалаларындағы иң юғары Ислам уҡыу йорттарында белем ала, СССР-ҙың Европа һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратында, Өфөләге Йәмиғ мәсетендә эшләп ала. Хәҙерге ваҡытта мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Башҡортостан мосолмандарың Диниә назаратында уның рәйесе булып хеҙмәт итеүсе булараҡ күренекле мосолман, йәмғиәтебеҙҙә бик абруйлы һәм хөрмәтле кешеләрҙең береһе булып танылған шәхес.

Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите баҫмаларында Нурмөхәмәт хәҙрәттең вәғәздәре һәм ҡәрҙәштәребеҙҙең һорауҙарына яуаптары баҫыла килде. Шул һорау-яуаптарҙы урынлаштырып китәйек, сөнки был яуаптарҙа дини ҡанундар, айырым сүрәләрҙең йөкмәткеләре, дини тәртиптәр һәм ғөрөф-ғәҙәт, дин ғилеме  сағылыш тапҡан.

                                                                           

Һорау: Донъяла бер-нисә календарь бар. Уларҙа йылдар ҡасан башлана? Шул турала ҡыҫҡаса әйтеп үтмәҫһегеҙме икән? 

                 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Донъяла бер-нисә календарь бар, уларҙа йыл төрлө ваҡытта башлана. Мосолман календары буйынса - Мөхәррәм айында. Ул Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән йылынан башлап иҫәпләнә, ҡояш фазаһынан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ.

Илебеҙҙә йәшәгән күпселек халыҡ тарафынан билдәләнгән Яңы йыл иһә Ғайса ғәләйһис-сәләмдең донъяға килгән көнөнә тура килә.

Йылды һәр әҙәм балаһы изге уй-теләк, яңы маҡсаттар менән башларға тейеш. “Кем дә кем алдына яҡшы ниәт ҡуя, уға өлгәшергә Алаһ Тәғәлә ярҙам бирер”, тигән - Мәхәммәм ғәләйһис-сәләм. Изге маҡсаттар иһә - тормошобоҙҙоң алға барыуынын төп нигеҙе. Был йәһәттән әҙәм балаһы фекер ҡеүәһен үҫтереү, ғилем алыу юлында туҡталып ҡалырға тейеш түгел.

 

Һорау: Ишле ғаиләлә бер-беребеҙҙең әйберҙәрен кейеп үҫтек. Әле лә ошо ғәҙәтте ташламағанбыҙ: балаларыбыҙҙан ҡалған кейемде туғандарыбыҙға таратабыҙ.Ошоға бәйле берәүҙән: “Башҡаларҙың әйберен ҡулланырға ярамай. Кейемгә тән, йән йылыһы менән бергә кире эненргия йоғоп ҡала, тимәк, башҡа кешенең яҙмышына насар йоғонто яһауы ихтимал”, - тигән һүҙҙәрҙе ишеттем. Был дөрөҫмө? Улай тиһәң, ниңә мәрхәмәтлелек акцияларында кейгән кейем таратыла?

                                                  М. Гәрәева, Баймаҡ районы.

 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән тормошобоҙға “Ҡөръән Кәрим”де индергән, уны аңлатыу өсөн пәйғәмбәрен ебәргән. Ислам юлына әйҙәгән, йәшәйеше аша ысын мосолман өлгөһөн күрһәткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ифрат ҙур ғилемгә эйә булған. Ул биргән белем, әл-хәмдү-лил-ләһ, быуындан -быуынға тапшырыла, һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең асылы боҙолмай, һаҡланып килә.

“Кейелгән кейемде артабан кемдер ҡуллана аламы? - тигән һорауға яуап ыңғай, булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү - динебеҙҙең быуаттар аша һаҡланып килгән

 

Һорау: Совет осорондағы тормошобоҙҙан, йәшәйештән, әгәр мөмкин булһа, нимәне ҡайтарыр инегеҙ?

 

Яуап: Әҙәпте, әхлаҡи тәрбиәне, әлбиттә. Уйға ҡалдым. Бындай күркәм тәрбиәне Совет власы тыуҙырҙымы икән һуң, әллә улар борон-борондан киләме? Ысынында, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, уҙған быуаттың яртыһынан күберәк өлөшөндә Ислам тәрбиәһе нигеҙендә йәшәнек бит. Хәтеремдә: армиянан ҡайтып, шофер булып эшләп йөрөгән саҡта боҙолған машинаны ҡайҙалыр ултыртып ҡалдырһаң, уға берәү ҙә теймәй торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етмешенсе йылдар башында был күркәмғәҙәт әкренләп юҡҡа сыға башланы. Ошоға бәйле фекер йөрөтөп ҡарағанда, уҙған быуаттың күпселек өлөшөн Ислам тәрбиәһендә уҙғанбыҙ. Бөгөн ошо рухты иман аша ғына ҡайтара алабыҙ.

Һорау: Мосолмандарҙы ерләү ҡағиҙәләре хаҡында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт.

                                        Рәсүл Ғүмәров, Ишембай районы.

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларын донъяға килтереп, һәр ҡайһыһына айырым оҙонлоҡтағы ғүмер биргән. “Минең өммәтемдең ғүмере алтмыш-етмеш араһында”. - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Мөнәжәттәрҙә лә әйтелеүенсә, Аллаһ Тәғәлә генә мәңгелек, башҡалар - үткенсе. Халҡыбыҙҙың “Үлем күҙ менән ҡаш араһында” тигән мәҡәле бар. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайым. Хужа Насретдин дә булған кеше менән тулы ҙур кәмә диңгеҙҙә йөҙөп барғанда дауылға эләккән, ти.Бөтә халыҡ ғауғалай, илай башлаған. Ә хужа тыныс ҡына ултыра икән. Кәмә ярға имен килеп сыҡҡас, халыҡ уға аптырауын белдергән: “Үлемдән бер генә аҙымда булдыҡ бит. Ә һин тыныс ҡына ултырҙың. Нисек ҡурҡманың? “Әжәл ҡоро ерҙә лә эргәбеҙҙә йөрөй”, - тип яуап биргән ул.

Ысынлап та, ғүмер - үткенсе, ләкин мосолмандар үлемдән ҡурҡмай, донъяла ҡунаҡҡа килгән кеүек йәшәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ерҙең хужалары беҙгә ниндәй генә хөрмәт, ихтирам күрһәтмәһен, бында ваҡытлыса икәнебеҙҙе, бер көндө үҙ йортобоҙға ҡайтасағыбыҙҙы иҫтән сығармай йәшәргә тейешбеҙ. “Фани донъя - әхирәттең игенлеге”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

Мосолмандар һәр саҡ бер-береһенең хәлен белешеп, күрешеп йәшәргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдеңдер ауырып киткәнен белгәс кенә уны күреп ҡалырға килеү осраҡтары йышайып китте. Ислам өсөн был бөтөнләй ят нәмә.

Пәйғәмбәребеҙ ҡушыуы буйынса, әгәр кеше ныҡ ауырып, түшәккә ятһа, “Йәсин” сүрәһен уҡырға кәрәк. Һөҙөмтәлә әҙәм балаһы, ғүмере булһа - шәбәйеп китер, юҡ икән, уға йән биреүе еңелерәккә тура килер

Баҡыйлыҡҡа күскән кеше тигеҙ урынға һалына, күҙе йомдорола, ауыҙы асылмаһын өсөн эйәге бәйләп ҡуйыла. Уны Ислам ҡанундарына ярашлы ғөсөлләндерәләр, аҡ кәфенгә (ирҙәргә - өс, ҡатындарға - биш ҡатлы итеп тегелә) төрөләр. Артабан мәрхүмдең рухына тәһлил - 99 тапҡыр “Лә иләһә иллал-лаһ!” - тип әйтелә Уны, Аллаһы Тәғәләне берлеген иҫбатлаған кәлимәне, йыйылған барлыҡ кеше бергәләп ҡабатларға тейеш. Был, беренсенән, мәрхүмгә доға булып барһа, икенсе яҡтан үҙебеҙҙе лә мәңгелек юлға әҙерләйбеҙ.

Унан йыназа уҡыла. Был ғәмәлде элек мәсеттә башҡарғандар. Әле лә шулай итеү дөрөҫ, әммә мөмкинлек юҡ икән, ишек алдында йәки зыяраттың ҡапҡа тышында уҡырға рөхсәт ителә.

Мосолмандың ҡәбере ләхетле булырға тейеш. Тупраҡты өҫтөнә туранан тура һалыу Ислам ҡанунына тап килмәй. Мәрхүм ҡәбергә төшөрөлгәс, айырым доғалар әйтелә. Ерләгәндән һуң йәнә Ҡөръән уҡылып хәйер таратыла. Урындағы ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы, был йолаларҙың төрлө ерҙә башҡарылыуы мөмкин.

Мосолман һәр саҡ пак, саф була, тәһәрәтле йөрөй. Ергә лә ошолай таҙа инһен өсөн уны вафатынан һуң оҙаҡ тотмай ерләргә кәрәк. Кемделер көттөрөп тотҡарлау Исламға тап килмәй.

Ауылдарҙа өлкәндәрҙең күбеһе ҡәберенең ҡайҙа булырын алдан уҡ билдәләп ҡуя. Балалары, ата-әсәһенең был васыятын үтәргә бурыслы. Ҡәберҙең ташына фотоһүрәт ҡуйыу кәрәкмәй, бындай иҫтәлектең өйҙә һаҡланыуы хәйерлерәк.

Һорау: Ғөсөлләндергәндә мәрхүмде туғаны йыуындырырға тейеш түгел, тиҙәр, шул дөрөҫмө икән? Мәрхүмде ҡуйғанда ҡатын-ҡыҙҙы хыярат эсенә керетмәйҙәр. Нишләп икән?

 

Яуап: “Туғаны йыуындырырға тейеш түгел” тигән хәбәр динебеҙгә тап килмәй, әғөрөф-ғәҙәт кенә. Мәрхүмде ғөсөлләндергәндә Ислам ҡағиҙәләрен белгән кешенең ҡатнашыуы мөһим. Ғөсөлләндереүҙә йәштәрҙе лә ҡатгаштырырға кәрәк - өйрәнһендәр, юғиһә Ислам тәрбиәһенең киләсәк быуындарға барып етмәүе ихтимал.

Зыяратҡа барғанда ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашыуы бик уңай түгел. Күңеле йомшаҡ гүзәл зат мәрхүмде өй янынан ғына оҙатып ҡалыуҙы еңелерәк ҡабул итер. Ә инде ҡәбер эргәһенә аҙаҡ барып доға доға ҡылыуға Ислам ҡаршы түгел.Шул уҡ ваҡытта зыяратҡа йыш йөрөү ҙә рөхсәт ителмәй: мосолман баҡыйлыҡҡа әҙерләнергә тейеш булһа ла, фани донъяла лайыҡлы йәшәү мөһимлеген онотмаҫҡа бурыслы.  

Ҡәберлек өсөн элек-электән ҡалҡыу, һыу сыға алмаҫтай ерҙең һайланыуында ла ҙур хикмәт бар. Исламдың ошо ҡануны боҙолмаһын ине. Шул уҡ ваҡытта зыяраттарҙы тәртиптә тотоу мөһимлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.

Мәрхүмдәрҙе баҡыйлыҡҡа матур итеп оҙатырға, иҫкә алып торорға насип булһын. Уларҙың хәҙер доғанан башҡа бер -игә лә мохтаж түгеллеген онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Һорау: Халҡыбыҙ телендә, милли матбуғат баҫмаларында “Хоҙай” тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Белеүебеҙсә, Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме бар, әммә ундайы юҡ. “Хоҙай һүҙен ҡулланыу дөрөҫмө?

 

                                            Ә. Ҡәйепҡолов, Баймаҡ районы.

 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

“Аллаһҡа гүзәл исемдәрен әйтеп доға ҡылығыҙ”, - тиелгән “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Рахмән - мәрхәмәтле, шәфҡәтле, Малик - батша, Ҡотдос - изге. Сәләм - сафлыҡ, бәрәкәт биреүсе, Ғәфүр - тәүбә иттереүсе... Аллаһы Тәғәләнең 99 рәсми исеме билдәле. Уларҙың араһында үҙе генә белгән йәшерен берәүһе лә бар. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, исемдәр 99 менән генә тамамлана, тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла бихисап милләт вәкилдәре йәшәй, улар Аллаһы Тәғәләне үҙ телендә төрлөсә исемләй. Беҙҙәге “Хоҙай” тигән һүҙ ҙә ошоға дәлил. Уны әйтеп доға ҡылғанда ниндәйҙер икенсе затҡа өндәшмәйбеҙ бит, ә фәҡәт Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ.

 Һорау: Ҡәҙер кисе тураһында әйтһәгеҙ ине?

 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

 Әл-хәмду лил-ләһи раббил-ғаләмин. Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмиғин.

Изге “Ҡөръән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уны индереү тарихы былай: бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһы Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡалған. “Йә, Рәсүллуллаһ, беҙҙең ғүмер улай оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алырбыҙмы?” - тип һораған улар пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөръән”дә Ҡәҙер кисе тураһынд айырым сүрә барлыҡҡа килгән. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһы Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.

Ҡәҙер кисендә Хоҙайҙың рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Был мәл Рамаҙан айының 27-нсе кисенә тура килә.

“Йә, Рәсүлүлаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым? - тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға: “Эй, Раббым, һин - ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға бойорған. Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә кистәрен тотош ғаиләһе менән ғибәҙәттә булған. Хатта ки үҙе төндәрен мәсеттән сыҡмайынса намаҙ уҡыған.

Иншаллаһ, изге айҙы тамамлап, ураҙа ғәйетен үткәрербеҙ. Хоҙай ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе, ғибәҙәттәребеҙҙе, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Изге Ҡәҙер кисендә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһы Тәғәлә хәлебеҙҙән килгәнсә ғәмәл-ғибәҙәттә булырға насип ҡылһын.

 

Һорау: Ураҙа айына аяҡ баҫтыҡ, унан иншаллаһ, ҡорбан ғәйете етер. Һуңғыһында мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҡорбан саласаҡ. Ошо изге ғәмәлгә бәйле һорауым бар. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ҡорбан иткән малдың һөйәктәрен эткә ашатырға ярамай, ергә күмергә кәрәк. Был дөрөҫмө?

 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ! “Ҡөръән Кәрим”дә ҡорбан салған әҙәм балаһына Аллаһтың изгелеге насип булыуы хаҡында әйтелә. Нимә һуң ул ҡорбан? Ул Хаҡ Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт итеп ҡылынған изге ғибәҙәт һәм Уға яҡын булыу. Бындай тәүге ғәмәлде Әҙәм ғәләйһис-сәләм заманында Ҡабил менән Һабил үтәгән.

Ҡөръәндәге “Кәүсәр” сүрәһендә: “Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп намаҙ ҡыл да ҡорбан сал”, - тип әйтелгән. Мәғлүм булыуынса, төп изге ғибәҙәт мөбәрәк Зөлхизә айының 10,11, 12-се көндәрендә ҡылына. Был мәлдә пәйғә мбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ике ҡуй салған. “Тәүгеһе - үҙемдән һәм ғаиләмдән икенсеһе өммәтемдән”, - тигән.

Ҡорбан малы уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Сауап өмөт итеп ҡылынған ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн үткер бысаҡ алына. Салынған малдың ите матур итеп тунала. Тиреһен кемгәлер хәйер итеп биреү зарур. Ә инде ит өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратып бирелә.

Өй алдында эт бар икән, ҡорбан малының һөйәген уға бирергә мөмкин. Һиҙеү һәләте үтә көслө хайуан барыһын да белеп, үҙенә өлөш сығырын көтөп тора бит. Уға бирергә ярамай тип, һөйәкте ҡайҙалыр илтеү килешмәҫ. Йортобоҙ һаҡсыһына бирәйек тә, ҡалғанын матур итеп күмеп ҡуяйыҡ.

Борон ишек алдында мал сала торған урын булған. Ҡалған һөйәктәр ҙә шунда күмелгән. Бөгөн дә,әл-хәмдүлилүләһ, ҡорбан салғандар артҡандан-арта. Күптәр был ғибәҙәтте мәсеттә башҡара. Тимәк, иман йорто биләмәһендә ҡорбан сала торған урын булдырыу - көн талабы. Имамдарыбыҙ был йәһәттән иғтибарлы булырға тейеш.

Бараһына ла шөкөр итеп, шулай уҡ яңы нигеҙ һалғанда, сабый донъяға килгәндәәйтелгән нәҙер буйынса ҡорбан салыу бар. Һуңғыһында салдырған кешенең итте ашамауы хәйерле, әгәр ҙә ҡапты икән, күләменә ҡарап хәйер бирергә тейеш.  

Һорау: Мосолман атрибутикаһы йылдан-йыл күберәк һатыла. Уларҙы ҡулланыуға нисек ҡарайһығыҙ? Ошондай әйберҙәрҙе йорттоң диуарына йәки машина эсенә элеп ҡуйыр алдынан мәсеттә айырым доға уҡытып алырға кәрәкмәйме?

                                                   Азат Заһитов, Өфө районы.

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Донъяла бик күп төрлө яҙыу бар. Уларҙың һәр береһе айырым хикмәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһыларының күңелгә тәъҫире һиҙелмәй ҙә кеүек, икенселәре иһә ниндәйҙер сихри көс менән арбай. Араларында “Ҡөръән Кәрим”дең яҙыуы айырым урын алып тора. Уны күргән һайын күңелдә ҙур шатлыҡ уяна, нур сағыла.Шуғалыр ҙа борон-борондан Ҡөръән уҡыған, ятлаған кешенең олоғайғансы күҙе үткер, нурлы, күңеле бай, зиһенле булған.

Доғаларҙы, аят-кәримәләрҙе күреү менән Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрәбеҙ. Тимәк, был һүҙҙәр иманыбыҙҙы яңырта, уға ҡеүәт бирә. Шуға күрә лә “Ҡөръән Кәрим”дең сүрәләре , аят кәримәләре элек-электән мәсеттәрҙең, өйҙәрҙең диуарҙарына, көмбәҙҙәргә яҙып эленгән. “Йортта “Аятел көрси” булһа, унда Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте инер”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, яныбыҙҙа “Ҡөръән Кәрим”дең сүрәләрен йөрөтөү, диуарҙарға, ишек баштарына доҡалар ҡуйыу Исламға ҡаршы килмәй, киреһенсә, күңелебеҙҙәге иманды яңырта, тормошобоҙға бәрәкә бирә.

Хәҙер “Аятел Көрси” күптәрҙең машинаһының эсен биҙәй. Ул юлдарға фатиха биреп, изге сәфәр теләгәндәй. Күҙ алдында торғас, һәр кем машинаға ултырыу менән Аллаһ Тәғәләне иҫенә төшөрә, Раббыбыҙға йәнә бер шөкөр ҡыла. Был, әлбиттә, ифрат һәйбәт күренеш. Ғәрәп илдәрендә иһә самолет ҡуҙғалыр алдынан да, Ҡөръән аяты уҡылып, доға ҡылына.

“Атрибутҡа доға ҡылдырырға кәрәкме?” - тип һорай ҡәрҙәшебеҙ. Быға оҡшаған ғәмәл христиандарҙа бар: “освещение” тип атала. Аңлатып әйткәндә,  улар айырым бер байрамына, мәҫәлән, бәлеш бешерһә, шуны сиркәүгә алып барып йәнә доға уҡытып ала. Беҙҙә иһә һәр эштең башында “Бисмиләһир-рахмәнир-рахим” тора. Ул әйтелә икән -булған, иншаллаһ, барлыҡ уй-ниәтебеҙ тормошҡа ашыр, башҡараһы хеҙмәттәребеҙ хәйерле булыр.

Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәсеттәрҙә, өйҙәребеҙҙә һәр төрлө мосолман атрибутикаһы булһын. Улар, әйтеп үткәнемсә,Аллаһ Тәғәләнең барлығына инандыра, иманыбыҙҙы нығыта, еребеҙгә нур өҫтәй, бәрәкәт бирә. Шул уҡ ваҡытта, аят-доға яҙылған әйберҙәрҙе элеп ҡуйыуҙан тыш, уларҙа әйтелгәндәрҙе уҡырға, мәғәнәһенә төшөнөргә, тормошобоҙҙа ҡулланырға тейешбеҙ. Шулай булһа, иншаллаһ, бәрәкәт тағы ла артыр.  

Һорау: Ауылыбыҙҙа бер-нисә йүнсел бар. Уларҙың икәүһе дин тота. Ислам ҡанундары буйынса мосолмандарға үҙ эшен булдырырға рөхсәт ителме?

                                         Римма Заманова, Баймаҡ районы.

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Ислам - хеҙмәт дине. Ә иң тәүге ер һөрөүсе, иген үҫтереүсе, мал-тыуар ҡараусы, ауыл хужалығына нигеҙ һалыусы, ҡорамал эшләүсе, бураҙна ярыусы атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм булған. Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ һәр пәйғәмбәргә айырым һөнәр биргән.

“Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Хоҙай бәрәкәт бирер”, - тиелгән Ҡөръәндә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, Аллаһы Тәғәлә уны үҫтерә, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирә. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ошо хәҡиҡәтте үҙ тормошм аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән.

“Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, - тигән ул бер хәҙистә. Әҙәм балаһы үҙ тормошонда алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, бында ниндәй бәрәкәт булһын? Пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһы Тәғәләнең иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйөүе хаҡында һүҙҙәрен иҫебеҙҙән сығармайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә йәш кеше килә лә: “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙам ит”, - тип мөрәжәғәт итә. “Ауырыйһыңмы, әллә көсөң юҡмы?” - тип һорай Пәйғәмбәребеҙ. “Барыһы ла яҡшы, тик мөмкинлегем, эш ҡоралым юҡ”, - ти егет. Яуап урынына Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға балта һатып алып, һаплап биргән. “Ошоноң менән утын ҡырҡып алып кил дә халыҡҡа һат, - тигән. - Бер аҙнанан хәлеңде килеп һөйләрһең”. Егет билдәләнгән ваҡытҡа килә, усында - алтын аҡса, ти...

Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, ауылдарҙа кәсепселек үҫеш алғаныҡтан, йүнселгә ялланып эшләгәндәр ҙә күп. Ошо йәһәттән Пәйғәмбәребеҙҙең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигәнен дә онотоп ебәрмәһәк ине. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, бтабылған аҡсаның бәрәкәте булмаясаҡ. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһы Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер мөбәрәк хәҙисендә. Әгәр ҙә инде тура юлдан ситкә тайпылһалар, араға шайтан инәсәк. Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙән сығармайынса, тапҡан малды ғәҙел бүлеп эшләргә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһы Тәғәлә һәр һәммәбеҙгә лә тырыш, ныҡышмал булырға, балаларыбыҙҙы хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерергә, тормош көтөргә ашҡынған йәштәребеҙгә, ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам күрһәтергә, уның янына тупланырға, бер-беребеҙҙең араһында көнсөллөккә юл асмаҫҡа, күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.

Һорау: Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә кешеләргә, айырыуса ҡатын-ҡыҙға, сәскә бүләк итеү йолаһы киң таралған. Был Ислам ҡанундары буйынса дөрөҫмө? Шул уҡ ваҡытта, урманда, аҡланда үҫкән сәскәне бүләк итергә ярамайҙыр - тәбиғәт көндән-көн кешеләрҙең һаҡсыл ҡарашына мохтаж була бара бит.

                                                     Ирек Ғәлиев, Өфө районы.            

Яуап: Бисмилләһир-рахмәрир-рахим.

Ислам - тормош дине һәм, әл-хәмдү лил-ләһ, унда әҙәм балалары араһындағы ихтирамлы мөнәсәбәткә, бер-береңдең күңелен күреүгә, кәмселектәрен үткәрә белеүгә, рухландырыуға, дәртләндереүгә, йәшәүгә көс биреүгә, һөйөүеңде күрһәтеүгә, матурлыҡҡа ынтылыуға һәм башҡа күркәм сифаттарға ҙур урын бүленгән. Ошо уңайҙан аралағы яҡынлыҡты, йылылыҡты һаҡлау, хөрмәтеңде, мөхәббәтеңде белдереү өсөн сәскә бүләк итеүгә лә динебеҙ ҡаршы түгел. Бындай иғтибарҙан ҡатын-ҡыҙҙың нисек балҡып киткәнен күреү үҙе үк ҙур шатлыҡ, бәхет бит! Гүзәл заттың  йөҙөнә нур өҫтәү, күңеленә дәрт, ышаныс, һөйөү һалыу Исламда юғары баһалана.

Ирек ҡәрҙәштең икенсе һорауы, борсолоуы ла урынһыҙ түгел. Әйтәйек, элек, мин йәш саҡта, тәбиғәтебеҙ бик бай ине.

...Беҙ бергә инек, ҡалмаҡтар үрҙек

Шул аҡ сәскәнән... - тип йырлап, үҫемлектәр донъяһының муллығына,хозурлығына һоҡланып, сәскәләрҙән таждар үреп, бүләк итеп йөрөүҙәр иҫтә ҡалған. Хәҙер иһә, беләһегеҙ, тәбиғәттең байлығы менән улай уҡ ғорурланып булмай. Байтаҡ үҫемлек, шул иҫәптән күп төр сәскә, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелде. Тимәк, уларға һоҡланырға ғына ҡала. Тәбиғәтебеҙ һәр кемде илһамландырһын, рухландырһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ә инде бүләк биреүгә килгәндә, бының өсөн махсус үҫтерелгән гөлләмәләрҙе һайлайыҡ.

Һорау: Бәләкәй саҡтан ҡурай уйнарға теләгем ҙур булды. Өлкән йәштә лә был хыялым тынғылыҡ бирмәй. Нурмөхәмәт хәҙрәт, ҡурай уйнауға Ислам диненең ҡарашы нисек?

                                 Иршат Хисмәтуллин, Белорет районы.

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

“Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем ифрат күп тармаҡлы. Араларында музыка ғилеме лә бар. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡлы:аҙна көндәре, йәйғорҙоң төҙтәре кеүек үк, ноталар ҙа етәү - бына хикмәт!

Моңға әҙәм балаһы ғүмер буйы ғашиҡ булып йәшәй. Иң тәүгекөйҙәрҙе ул әсә ҡарынында уҡ ишетә. Донъяға килгәс, башҡа сихри моңдарҙы күңеленә һала, улар аша йәшәү көсө ала, рухын байыта. Беҙҙең төбәктең тәбиғәте лә гелән йырлап торғандай - күпме аһәң, мөғжизә бар унда! Шишмәләрҙең сылтырап ағыуы, тауҙарҙағы шаңдау, күбәләктәрҙең ҡанат елпеүе, күл буйындағы ҡамыштар шауы... Ә йырҙарҙа данланған һандуғас моңо һуң! Бәләкәй генә булһа ла, күпме кешенең рухын уята, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә илһам, ҡөҙрәт бирә бит был ҡош!

Ҡурайҙың үҫкән урыны ла - Урал тауҙары. Ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы алмаштыра алмай. Ҡурай элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы дуҫы булған. Заман алға барыу менән, әл-хәмдү лил-ләһ, уға ҡарата ихтирам, иғтибар арта барыуына һөйөнәбеҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих милли уйын ҡоралын ситкә тибергә тырышҡвн мәлдәргә лә шаһит. Мәҫәлән, бәләкәй сағымда уҡыған “тальян моңонда күмелеп ҡалды ҡурай” тигәнерәк мәғәнәле шиғыр һаман да иҫемдә.

Ә Ислам дәүерендә бер ғалимыбыҙ ҙа ҡурайға ҡарата кире фекер әйтмәгән. Әле иһә ҡайһы берҙә динебеҙҙе тарайтып ҡарау осраҡтары булып ҡуя. Мәҫәлән, “Ислам йыр-моңдо тыя” тигән фекерҙе ишеткән бар. Ошо уңайҙан үҙем менән йәш саҡта булған ваҡиғаны һөйләп уҙайым. Бохаранан белем алып ҡайтҡан сағым ине. Ауылдағы бер ҡарт миңә ниндәйҙер һорау бирҙе. “Дөрөҫ түгел, олатай, Исламда был төшөнсә юҡ”, - тип яуапланым. “Яңылышаһың, улым, - тип ҡаршы төштө атайым. - Һин бөтә дини китапты уҡып, барлыҡ ғилемде өйрәнеп бөттөңмө һуң?” “Юҡтыр”, - тим. “Шулай булғас, өйрәнгән ғилемем буйынса әлегә был мәсьәләгә тап килгәнем юҡ, тип әйтергә тейешһең”, - тип аҡыл бирҙе атай.

Аллаһы Тәғәлә белемде киң киң, иге сиге булмаған даръяға киң итеп таратҡан. Океан ярына ҡунып, бер-нисә тамсы һыу эскән ҡошто күҙ алдына килтерегеҙ: ғилем ошо һыуҙай мул, ә әҙәм балаһы уны тамсылап йотҡан ҡош кеүек.

Исламды төрлө фекер менәнтарайтырға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ә белмде арттырырға ынтылыу мөһим. Әлбиттә, һәр кемдең шәхси ҡарашы була. Уны башҡаларға көсләп тағырға теләгәндәр ҙә осрай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр театрға йөрөмәҫкә саҡыра, унлағы тамашаға дәғүә белдерә. Улайтып йөрөгәнсе, иң тәүҙә реперткарға күҙ һалып, үҙеңдең ҡарашыңа тап килгән спектаклгә генә барыу дөрөҫөрәк түгелме? Ни тиһәң дә, хәҙер бит театрҙарҙа тәрбиә мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә башланы.

Ҡурайға әйләнеп ҡайтҡанда, ата-бабаларыбыҙҙын ҡалған моң дауам ителергә тейеш.

 

Һорау: Айырылышыуҙың ҙур гонаһ икәнен беләм. Шулай ҙа һуңғы сиккә еткәндә, түҙемлек һынғанда ни эшләргә һуң?

 

Яуап: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Аллаһ Тәғәлә “Ҡөръән Кәрим”ендә: “Мин һеҙҙе ике енес итеп яраттым”, - тигән. Был күренеш әҙәм балаларына ғына түгел, үҫемлек донъяһына ла, хайуандарға ла хас. Улар араһына Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән мөхәббәт һалған. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һөйөү - Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә дәлил.

Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңеленә мөхәббәтте ифрат күп итеп һалған, был атай-әсәйгә, туғандарға, илгә, тәбиғәткә, әҙәбиәткә, сәнғәткә һәм башҡаларға йылы мөнәсәбәттә сағыла. Әйтәйек, шишмәнең сылтырап аҡҡанын, ҡоштар моңон тыңлап, Ватанабыҙҙығы аһәңгә, гүзәллеккә һоҡланып, тимәк, уларҙы яратыу аша күпме көс-ҡеүәт, йәшәүгә дәрт алабыҙ.

Ҡыҙ менән егет араһына һалынған һөйөү ҙә - Аллаһ Тәғәләнең ҙур хикмәте, бөйөк ниғмәте. Мөхәббәттең мөғжизәгә тиңдәре лә бар, мәҫәлән, Йософ менән Зөләйха, Ләйлә менән Мәжнүн араһындағы яратыуҙың көсөнә хайран ҡалмалы. Дөйөм алғанда, әҙәбиәт, сәнғәт саф һөйөүгә нигеҙләнгән, һәм был хаҡтағы ижад өлгөләре бер ваҡытта ла ялҡытмай, киреһенсә, күңелдәге яҡты хистәрҙе арттыра ғына.

Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, мөнәсәбәттәр мотлаҡ рәсмиләштерелергә тейеш. “Никах - минең сөннәтем. Ғаиләһе нигеҙен ошолай нығытҡан кеше минең юлға тоғро”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Шулай уҡ ул ҡыҙҙың динлеһен һайларға ҡушҡан. Һөҙөмтәлә “Ҡулын тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, - тигән ул.

Борон йәштәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә ата-әсәнең фекере иң ҙур урында торған. “Ат алһаң - ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш эшләнергә тейеш түгел. Был динебеҙгә тап килмәй. Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның һәр кем яғынан килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.

 Һәр ғаиләнең, нәҫелдең үҙенә күрә тәрбиәһе бар. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, быны күреп буй еткергән балаларға киләсәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. “Матур сәскәләр араһында үҫкән бәшмәктән һаҡланығыҙ”, - тигән был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ. Халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” тигән мәҡәлдәре лә ошо ысынбарлыҡты асып һала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләнең кәмәһе ҡомға терәлгән саҡтары ла була. Бының сәбәбе күп осраҡта әле әйтелгән һүҙҙәрҙән ситкә китеүгә бәйле. Һәр хәлдә, ир менән ҡатын айырылышыу сигенә етә икән, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, уларҙы яраштырырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау - ифрат мөһим, ҙур бурыстарҙың береһе. Ул илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.

 

(Иҫкәрмә: яуаптар “Иман - күңел көҙгөһө” китабынан алынды).

Ислам динендә вәғәз әйтеү ғәҙәте дин тарала башлау заманынан алып йәшәп килә. Вәғәз әйтеүҙең төп маҡсаты: халыҡты, шул эстән йәштәрҙе, үҫеп килгән быуынды, йәғни балаларға дини һәм лонъяуи тәрбиә биреү, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу, әхлаҡ ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөү. Вәғәздең эстәлеген күрһәтеү маҡсатында Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәртип-таҙалыҡ, тәрбиә-әхлаҡ, йола иман, ғаилә, дуҫлыҡ, йәшәйеш мәсьәләләрен үҙ эсенә алған вәғәзен   урынлаштырып китәйек.

 

                             В ә ғ ә з

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” - тип һорағандар. Ул оҙон-оҙаҡ аңлатып тормаған, ә мәҡәл кеүек ҡыҫҡа, тос итеп: “Дин - ул нәсихәт”. - тип яуап яуап биргән. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү - яманлыҡтан тыйыу ул. Ә әҙәм балаһы бындаә өгөткә һәр ваҡыт мохтаж.

Нәсихәт төрлө була: атай-әсәйҙеке өләсәй-олатайҙыҡы, туғандарҙыҡы, етәксенеке, иптәштәрҙеке. Бөтөнөһө лә тормош юлында был аҙашмай, тура юлдан барһын, хата эшләмәһен, ауырлыҡҡа бирешмәһен, бәхетле булһын тигән ниәттә әйтелә. Ә иң юғарыла - Аллаһ Тәғәләнең өгөтө.

Әҙәм балаһы тормошта һәр саҡ кемдәндер өлгө ала. Иң тәүҙә - атай-әсәйҙән, яҡындарынан. Ғаиләлә туғандар бер-береһенә үрнәк күрһәтә, белмәгәне белгәненән өйрәнеп үҫә. Беҙ, Совет осоро балалары, күберәк әҙәби геройҙарҙан өлгө алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың ил именлеге өсөн көрәшкән батырҙары өлгө булып тора. Әкиәттәребеҙҙә, эпостарыбыҙҙа ҡаһарманлвҡҡа, илһөйәрлеккә, милләтте, телде һаҡлау мәсьәләләренә ҙур урын бирелгән.

Ә Аллаһы Тәғәлә был йәһәттән динен, ошо тәғлимәтте халыҡҡа өйрәтеү өсөн пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Беҙгә Ислам динен индереүсе  - Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Диндең эсендә әхлаҡ төшөнсәләре, милләт-ара, ғаилә мөнәсәбәттәре ята. Һәр дәүләттең үҙ ҡанундары бар, улар халыҡҡа күпмелер ваҡыт хкҙмәт итә, яңыртыла. Ә Аллаһы Тәғәләнең ҡанундары буйынса мосолман иң тәүҙә уның ҡушҡандарын үтәй, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күрһәткән юлынан бара, шулай уҡ, дәүләт ҡанундарын да ихтирам итеп, илдең терәге булып йәшәй. Тимәк, һәр ваҡытта бер-беребеҙгә өгөт-нәсихәттә булырға, “яҡшы һүҙ - йән аҙығы” тигән мәҡәлде онотмаҫҡа, күркәм өлгө күрәтергә тейешбеҙ. Шулай булғанда, Аллаһ бирһә, илдә, ғаиләлә бәрәкәт булыр, әхлаҡ, иман нуры һүнмәҫ, милли-ара татыулыҡ нығыныр.

Исламдың тормошобоҙҙағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәү сиратта ул беҙҙе таҙалыҡҡа өйрәтә. “Сафлыҡ, паклыҡ - имандың ҙур өлөшө”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әммә был йәһәттән ҡайһы берәүҙәр тән таҙалығына ғына өҫтөнлөк биреп хаталана. Әҙәм балаһы күңел сафлығына, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең күркәмлегенә ынтылырға тейеш. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, тәнгә лә, йәнгә лә сихәт килер, әбыл үҙ сиратында сәләмәтлеккә юл ярыр.

Мин бәләкәй саҡта атайым: “Ҡул битте йыуыу - тәһәрәтләнеүҙең бәләкәй генә бер өлөшө”, - тип өйрәтә торғайны. Мосолманға һәр саҡ сафланып, пакланып тороу зарур - шундай талап ҡуйғаны өсөн Исламға рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Динебеҙ тарихына күҙ һалғанда уның һыуға ҙур ҡытлыҡ кисерелгән эҫе Ҡәрәбстанда ғүмер иткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күңеленә инеүендә лә бөйөк хикмәт ята: еңеллекте, көс һалмай башҡарылған ғәмәлдәрҙе, яуапһыҙлыҡты һөймәй Ислам.

Тәнебеҙҙе генә түгел, күңелебеҙҙе таҙа, пак итеп һаҡлайыҡ, бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәт күрһәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Был ынтылышты балаларыбыҙға ла һалһаҡ, иншаллаһ, тормошобоҙ яҡты, бәрәкәтле булыр. Исламдың бөйөк ниғмәтен татып йәшәргә насип итер.

Мосолман көнөнә бер мәртәбә генә түгел, ә гел йыуынып торорға тейеш. “Һеҙҙең берегеҙ, иртәнсәк уянғас, ҡулын өс тапҡыр йыумайынса, бер нәмәгә лә тотонмаһын, сөнки ул йоҡлағанда ҡулының ҡайҙа йөрөгәнен белмәй”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, пакланыу ҡулды йыуыуҙан башлана. Ә инде намаҙ уҡыу өсөн был ғына етмәй, тәһәрәт алырға кәрәк.

Ғилми китаптарҙа әйтелеүенсә, әҙәм балаһының тәнендә ун миллиард тирәһе төрлө микроб, вирус йәшәй. Йыуынып, кеше уларҙың үҫешенә тотҡарлыҡ яһай. Барыбыҙға ла билдәле колорада ҡуңыҙын миҫалға килтерәйек. Әгәр беҙ уны ваҡытында сүпләп, күбәймәһен тип ҡарап торһаҡ, картуфыбыҙ уңвш бирәсәк. Ә инде иғтибарҙан ситтә ҡалдырһаҡ, ҡортоҡос бер-нисә көн эсендә баҡсаны яланға әйләндерәсәк. Шуның шикелле, тәндә микроб артып китмәһен өсөн, йыуыныу зарур.

Тәһәрәт алыуға килгәндә, иң тәүҙә истинжа ҡылына. Унан ҡулдарҙы беләккә ҡәҙәр өс тапҡыр йыуабыҙ, сөнки иң күп микроб - уларҙа: ишекте асабыҙ, ябабыҙ, автобусға инәбеҙ, күрешәбеҙ һәм башҡалар. Устағы һыҙаттар араһында бысраҡ айырыуса йыйыла.

Ҡулдарҙан һуң өс мәртәбә ауыҙ сайҡала, танау, бит йыуыла. Артабан ҡулды еүешләп, башты, сәсте һыйпап сығабыҙ. Унан аяҡтар йыуыла.

Әҙәм балаһына ауырыу, ғәҙәттә, ауыҙҙан, танауҙан, күҙҙән, ҡолаҡтан инә. Тәһәрәт алғанда, улар бөтөнөһө лә йыуыла. Ошо ғына да - Исламдың таҙалыҡҡа, паклыкка, сафлыҡҡа өйрәтеүенә аныҡ дәлил. Өҫтәүенә, мосолман көнөнә бер мәртәбә генә түгел, ә һәр намаҙ алдынан тәһәрәтләнә. Бынан тыш, йома, ғәйет ғөсөлдәре бар. Ғөмүмән, һәр саҡ пакланыу, сафланыу.

Ислам дине халҡыбыҙҙы таҙа йәшәрнә өйрәтә, тимәк, сәләмәт булырға өндәй. Һаулыҡ иһә - иң ҙур байлыҡ. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә йыуынырға, пакланырға насип ҡылһын.

“Аллаһ һеҙҙе тыныс, татыу йәшәргә саҡыра һәм быға юл күрһәтә”, - тиелә изге “Ҡөръән”дә. Ислам үҙе лә“тыныслыҡ”тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән.

Берҙәм, татыу йәшәүҙә иҫәнләшә белеүҙең өлшө ҙур. Исламда “Әс-сәләмү ғәләйкүм! Аллаһы Тәғәләнән килгән тыныслыҡ һәм Уның сәләме һеҙгә булһын”, - тигән оло тәбрик һүҙе бар. “Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әссәләмү ғәләйкүм” - тиеүҙәренә “үә ғәләйкүмүс-сәләм үә рәхмәтул-лаһ”, - тип ололағыҙ”, - тиелә “Ҡөръән”дә.

Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәщтәр, беҙ көн дә ҡулланған “сәләм” һүҙе ғәйәт ҙур көскә эйә. Ул әҙәм балаларын яҡынайта, бәғзеләрҙең араһындағы һалҡынлыҡты юйып ташлап, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа юл һала.

“Сәләм” һүҙе - Аллаһы Тәғәләнең бер исеме, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. - Рабыбыҙ үҙенең рәхмәте менән был исемде ергә ебәрҙе, мосолмандар араһына индерҙе. Һүҙҙе киң таратыуға һеҙ ҙә өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, бер-берегеҙгә сәләм биреп тороғоҙ. Әгәр ҙә шуны эшләһәгеҙ, арағыҙҙа ихтирам, мөхәббәт урынлашыр. Ислам дине татыулыҡты, тыныслыҡты һөйә”.

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер-беребеҙ менән күркәм мөнәсәбәттә, аралашып, аңлашып, хәлебеҙҙе белешеп, тыныс, татыу йәшәргә насип итһен.

Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөндәге бөтә кешегә: “Эй, әҙәм балалары! Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым, йәғни атағыҙ - Әҙәм, әсәгеҙ - Һауа”. - тип мәрәжәғәт итә. Бөгөнгө генетика ғалимдары ла бөтөнөбөҙҙөң ҡаны бер кешегә барып тоташыуын раҫлай. Әммә Хоҙай Тәғәлә үҙенең хикмәте менән кешеләрҙе төрлө ҡәүем итеп яратҡан.

Аллаһы Тәғәлә төрлө телдәрҙе кешеләрҙең бер-береһе менән танышыуы, шулай уҡ мәғрифәтте, фәнде үҫтереү, уңыш-ҡаҙаныштарҙы уртаҡлашыу, яҡшылыҡ таратыу өсөн биргән. Ерҙәге бөтә кеше тыуғандан алып тел менән эшләй. Иң тәүҙә әҙәм балаһы әсә телен өйрәнә, бынан һуң дәүләт, сит телдәрен үҙләштерә. Шулай уҡ бөтә тормошон, эшмәкәрлеген тел ғилеменә арнаған кешеләр күп: ғалимдар, тәржемәселәр һәм башҡа белгестәр. Һәр телдең үҙ байлығы, үҙенә генә хас булған фәлсәфәһе бар. Шуға күрә тәржемә менән шөғөлләнеүселәр ошо нескәлектәрҙе, һәр телдең мәғәнәүи һәм гпамматик үҙенсәлектәрен белергә тейеш. Мәҡәлдәрҙе лә бит һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп булмай, юғиһә улар икенсе мәғәнә аласаҡ.

Бөгөн донъяла булған һәр милләт үҙен юғарыраҡ күтәрергә тырыша. Хоҙай Тәғәлә бфлай тип аңлата: “Һеҙҙең иң хөрмәтлегеҙ - Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарын күберәк үтәгән милләт”. Ҡөръәндә бөтә милләттәрҙең дә тигеҙлеге хаҡындв әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенеңмөбәрәк хәҙисендә: “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә - Әҙәм ғәләйһис-сәләм балалары, ә ул тупраҡтан яратылған”, - тигән. Пәйғәмбәребеҙ үҙе ғәрәп булған, һәм күп кенә ғәрәптәр Исламға килгән. Уларҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәре лә ошо динде һайлаған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был хаҡта: “Ғәрәптәрҙең башҡа милләт вәкилдәре алдында өҫтөнлөгө юҡ, һәм башҡа халыҡтарҙа ғәрәптәрҙән өҫтөн түгел”, - тигән. Шуға күрә беҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бер-беребеҙҙе тигеҙ күреп, дуҫ йәшәргә тейешбеҙ.

Бөгөн Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бында - йөҙ йыл элек, икенселәре ике йөҙ йыл элек төпләнгән. Күршеләр менән татыу булыу ислам диненең бәрәкәтен һаҡлай. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: “Күрше хаҡын үтәү - иң ҙур бурыс”, - тигән. Халҡыбыҙҙың : “Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы”, - тигән мәҡәле лә бик фәһемле: Ислам диненең бөйөк тәғлимәтен онотмай, күршеләребеҙ, башҡа милләт вәкилдәре менән бергә татыу йәшәргә, республикабыҙҙың иҡдисади, рухи һәм башҡа өлкәләрен үҫтереү маҡсатында ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт итергә, бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршыларға тейешбеҙ. Шул саҡта ғына бәрәкәт буласаҡ.

Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән яратылған Әҙәм ғәләйһис-сәләм, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйә, ризыҡ тулы йәннәттә көн итһә лә, күңел тыныслығы таба алмаған. Шул ваҡытта Хоҙай анабыҙ Һауаны булдырған. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең күңеле хушланған, шулай итеп, ир менән ҡатын араһында мөхәббәт барлыҡҡа килгән. Ошо һөйөү нигеҙендә, әл-хәмдү-лил-ләһ, Исламда ғаилә ҡороу бар.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк бер хәҙисендә: “Егеттең йәки ҡыҙҙың йәше етә икән, уны өйләндерегеҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ”, - тип бойорған. Тимәк, ғаиләнең үҙ ваҡытында ҡоролоуы яҡшы. Әммә ул һөйөүгә, ата-әсәнең кәңәшенә нигеҙләнергә тейеш. “Кешене мәжбүр итеп өйләндерергә ярамай. Ислам ҡануны буйынса был ғаилә ысын һаналмай”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм.

Ғаилә - үҙе бер дәүләт. Унла берәү - баш, икенсеһе ярҙамсы булырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә “Ҡөръән Кәрим”дә: “Беҙ ирҙәрҙе көслөрәк итеп яралттыҡ”, - тигән. Ғаиләлә тап уның етәксе булыуы яҡшы. Халҡыбыҙҙа; “Ир - баш, ҡатын - муйын”. - тигән мәҡәл дә бар. Баш уйлай, фекерләй, ә муйын уны тотоп тора. Бында, ысынлап та, ҙур тәрбиә ята.

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Ике кеше юлға сығаһығыҙ икән, кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп һайлағыҙ”, - тигән.

Икенсе бер әйтем: “Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һалыр?

Ас хайуанға ултырып ҡайҙа, нисек барырға мөмкин?

Әгәр бер кеше етәксе итеп ҡуйыла икән, эш бәрәкәтле була. Ғаиләлә лә шулай. Унда һәр кемдең үҙ вазифаһы ла бар. Ир ғаиләне һәр яҡлап ҡарарға тейеш булһа, ҡатындың бурысы - уның тапҡан малын хәйерле итеп тотоноп, балалар тыуҙырып, ғаиләәгә көс-дәрт, йылылыҡ, матурлыҡ өҫтәп йәшәү.

Ғаилә - дәүләттең төп таянысы. Әгәр ул һөйөүгә нигеҙләнгән, ныҡ икән, илдә көслө була. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғаиләгә иғтибарҙы, ихтирамды арттырырға бурыслыбыҙ. Ул тәү сиратта тулы булырға тейеш. Ошондай мөхиттә генә бала бәхетле, ата-әсәһенең юлын дауам итерҙәй тәжрибәгә эйә булып үҫә. Тулы булмаған ғаиләлә буй еткергәне иһә, һөйөүгә, иғтибарға мохтажлыҡтан, бәләкәй генә ауырлыҡ алдында ла баҙап ҡалыусан. Халҡыбыҙҙа: “Атаһыҙ - ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә” тигән иәҡәл дә бар. Ир бала атаһынан, ҡыҙ кеше әсәһенән ҙур һабаҡ ала, шул саҡта ғына ул тулы күңелле, тормошҡа әҙер була.

Тәрбиә эшенең меңәр йыл дауамында һаҡланып килгән йолаларыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә таянып башҡарылыуы мөһим. Балаларыбыҙҙы ошо рухи байлыҡтан айырһаҡ, улар тулы бәхетле булып үҫә алмаясаҡ. Тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәгенә өмөт тә ныҡлы булмаясаҡ.

Аллаһы Тәғәлә йәштәребеҙгә тигеҙ мөхәббәт, эшһөйәр, телһөйәр, илһөйәр, әхлаҡлы, ғилемле балалар үҫтереүҙе насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, татыу, күркәм, бәхетле ғаиләләребеҙ илебеҙҙең матур гөлө шикелле сәскә атып, тирә-йүнгә нур, бәрәкәт сәсеп торор.

“Әҙәм балаһын иң күркәм сифатлы итеп яраттыҡ”, - тиелгән Ҡөръән Кәрим”дә. Быға өҫтәп кешегә иң яҡшы ризыҡ насип ителгән, тормош көтөү өсөн аҡыл, зиһен бирелгән.

Әҙәм балаһы донъяға ярҙамға мохтаж булып килә, унан, әсә һөтө менән туҡланып, хәл инә башлағас, тирә-йүнгә күҙ һала, имгәкләп йөрөп аяҡҡа баҫа, ғилем ала, ғаилә ҡора, бала тыуҙыра... Шулай йәшәй-йәшәй олоғайыу дәүеренә етә: күҙе насар күрә, ҡолағы насар ишетә, йөрөшө әкренәйә, йәш сағындағы кеүек ураҙа тота, ғибәҙәтте еренә еткереп үтәй алмай башлай һәм башҡа үҙгәрештәргә дусар була. Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әгәр әҙәм балаһы йәш сағынан изге ғәмәлдәрҙе башҡарған булһа, бының өсөн ҡартайған көнөңдә Аллаһы Тәғәлә ҙур һауабын яҙа, еңеллек бирә. Әйтәйек, ураҙа тота алмаһа, фидиә бирергә, намаҙҙы аяҡ өҫтө йә ултырып уҡырға, хәленән килмәһә - ятып уҡырға рөхсәт ителә.

“Кем дә кем балаларға, йәштәргә мәрхәмәтле түгел, шулай уҡ өлкән йәштәнеләрҙе хөрмәт итмәй икән, минең өммәтемдән булмаҫ”, - тигән пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәдисендә. Ололарҙы ҙурлауға, ихтирам күрһәтеүгә, уларҙың аҡыл-кәңәшен тыңлауға Ислам динендә, әл-хәмдү лил-ләһ, ифрат ҙур әһәмиәт бирелгән. Халҡыбыҙҙың бихисап әйтем-мәҡәле, әкиәттәре, риүәйәттәре, шиғри, сәсмә әҫәрҙәре, йырҙарында ла был төшөнсәләрҙең баһаһы аңлатыла. Борон-борондан һәр эш өлкәндәр менән кәңәшләшеп, фекер алышып башланған, шунлыҡтан улар мотлаҡ бойомға ашҡан, уңышлы һөҙөмтә биргән, сөнки ололарҙа - ҙур тормош тәжрибәһе, ғилем, фекер. Халҡыбыҙҙа аҡһаҡалдарҙың, ағинәйҙәрҙең байрамдарҙа, мәжлестәрҙә, башҡа төрлө сараларҙа урыны түрҙә булыуы, тәүге һүҙҙең уларға бирелеүе - хөрмәттең бер билдәһе. Бөгөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта өлкәндәрҙең фекере ситтә ҡала, ихтирам, иғтибарҙың ниндәйҙер кимәлдә кәмеү осраҡтары ла бар. Был үҫеп килгән быуын өсөн хәүеф менән янай. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында һаналған тәрбиә сараһын - ололарҙы ололауҙы, хөрмәт итеүҙе, тәжрибәһен, илемен, аҡылын күңелгә һеңдереүҙе - дауам итһәк, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр.

Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә өлкән йәштәгеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙың фатихаһын алып йәшәргә насип ҡылһын - быуындарҙың күркәм бәйләнеше шулай барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡыттта: “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән мәҡәл дә бар. Тимәк, өлкәндәргә хөрмәтле, йәштәргә мәрхәмәтле икәнбеҙ, үҙебеҙгә лә улар тарафынан ихтирам күрһәтелер. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә: “Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә берәү ҙә зыян күрмәй”, - тигән икән, бер-беребеҙгә терәк таяныс булып йәшәргә тырышайыҡ. Һәммәбеҙгә лә, иншаллаһ, өлкән йәштәгеләргә, олоатай-өләсәйҙәргә, атай-әсәйҙәргә Ололар көнөндә генә түгел, һәр саҡ ярҙам итергә, хәлен белешеп, хәстәрләп, күңелен күреп, хәйер-фатихаһын алып йәшәргә насип ҡылһын.

    Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, зөрмәт күрһәтеп, күңел, тел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә насип ҡылһын. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, иншаллаһ.

“Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен ярата”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Был сифаттар иң юғары урында тора: әҙәм балаһы Ергә килгән, унда йәшәй икән, әҙәпле-әхлаҡы булырға, һөәр белеп, етеш тормош булдырырға тейеш. Ә бының өсөн Хоҙай һәр бәндәгә ниндәйҙер һәләт биргән: кемдер йырлай, бейей, көйҙәр сығара, икенселәр белем бирә, өсөнсөләр иген, ағас үҫтерә, йылҡы үрсетә һәм башҡалар. “Аллаһ Тәғәлә һеҙгә ниндәйҙер айырым һөнәр буйынса ризыҡ бирә икән, шул юлды дауам итергә тырышығыҙ”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ә уны үҫтереүҙең, камиллаштырыуҙың иге-сиге юҡ. Был баҫҡыстар эштә төрлө разряд менән билдәләнә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә биргән һәләтте даими үҫтереү - дәрәжәнең нигеҙе, ныҡлы терәге.

“Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, ти халҡыбыҙ. Һөнәр өйрәтеү йәһәтенән иң ҙур яуаплылыҡ атай-әсәйгә йөкмәтелгән. Ғәйрәтлерәк, көслөрәк зат ауыр эштәрҙе белергә, тыуғкн ерен һаҡларға әҙер булырға, ә ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә, телде, мәҙәниәтте, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен өйрәтергә бурыслы. Өҫтәүенә улар хеҙмәттең, ҡул һәм зиһен көсөнөң баһаһына төшөндөрөргә тейеш. Ир балаға аҡылды күберәк - атаһы, ҡыҙҙарға әсәһе бирә. “Атаһыҙ ул, инәһеҙ ҡыҙ көтмә” тигән мәҡәл тап шуға бәйле.

Ғаиләнең иҡдисади нигеҙе өсөн кем яуаплы?

Дин буйынса - ир - ат. Ул ғаиләһенә йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Ә инде ҡатын-ҡыҙ эшләй икән, уның тапҡан малы ғаилә ҡаҙнаһына индерелмәй. Аҡсаһының үҙе риза булып биргән хәлдә генә утаҡ тотонолоуы ихтимал.

Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар ауыр эш башҡарырға тейеш түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта бының киреһен күрәбеҙ. Тормоштоң ауыр йөгөн тартып барған гүзәл зат вәкилдәренең күбеһенең ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кәмеүенең, һөҙмтәлә белем усаҡтарының ябылыуының, ауылдарҙың нигеҙенең ҡороуының сәбәбе, бәлки, ошондалыр. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр беребеҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәһәк ине. Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе ғәйрәтле, көслө, ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яратҡан, тимәк, ошо юлдан тайпылыу, йәшәйешкә башҡа ҡағиҙә индерергә тырышыу ҙур яҙыҡ булыр. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, дәрәжәбеҙҙе һаҡлап һәм күтәреп йәшәргә яҙһын, иншаллаһ.

Өйләнешеү һәр кемгә өҫтәмә бурыстар өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта яңы туғандар барлыҡҡа килә: ҡайны-ҡәйнә, ҡоҙа-ҡоҙаса, ҡайнбикә, ҡайнаға, балдыҙ, ҡәйнеш һәм башҡалар.

Яңы ҡацышҡан йәштәргә һәр яҡлап иғтибарлы булыу мөһим, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Улар икеһе лә ике төрлө ғаиләлә тәрбиә алған, тимәк, донъя ҡараштары бер-ни тиклем айырылыуы ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәле үҫкәндәр, әл-хәмдү-лил-ләһ, тулы күңеллелеге, нурлы йыҙы, үҙаллы тормошҡа әҙерлеге менән һоҡландырыр.

Бындай ҡаҙаныш, әлбиттә, юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, өлкәндәрҙең ир-атҡа һәм гүзәл затҡа ярашлы тәрбиә алымдарын дөрөҫ ҡулланыуынан ярала. Халҡыбыҙ: “Атаһыҙ - ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә”, тип бушҡа ғына әйтмәгән.

Ике ғаилә ағзалары берләшкәс, ҡайнылар, ҡәйнәләр барлыҡҡа килә, тинек. Ҡайһы бер ерҙәрҙә улар “ҡайнана”, “ҡайната” тип тә йөрөтөлә. Был һүҙҙәрҙең тамырында “ана”, “ата” төшөнсәләре ята. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һайлаған йәребеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән кешеләрҙе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ кеүек ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Был - Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Аллаһ Тәғәлә иң тәүҙә үҙенә ғибәҙәт ҡылырға, унан ата-әсәгә изгелек итергә саҡыра”. - тиелгән Ҡөръәндә. Тимәк, ҡайны-ҡәйнә лә шундай уҡ яҡшылыҡ күрергә лайыҡ. Әммә үҙ сиратында улар ҙа килененә йә кейәүенә үҙ балаһылай ҡарарға тейеш.

Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Исламда туғанлыҡ төшөнсәһе юғары урынға ҡуйылған. Изге “Ҡөръән”дә яҡындарың менән күркәм мөнәсәбәт, нәҫелдең таралыуы Аллаһ Тәғәләнең барлығына дәлил тип ҡабул ителә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәлйһис-сәлмдең “Туғанлыҡты өҙмәү, уны һәр саҡ ялғап тороу ғүмергә бәрәкәт бирә” тигән һүҙҙәрендә лә Ислам диненең ҙур тәрбиәүи әһәмиәте ята. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың “Туғандарың - ҡулың менән аяғың”, “Туғандан биҙмә - нәҫелең ҡорор”, “Ике туған араһына ят кермәҫ”, “Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла” кеүек мәҡәлдәренең , шәжәрә байрамдарының рухи көсө баһалап бөткөһөҙ.

“Ата-әсәнең доғаһы бер ваҡытта ла кире ҡайтарылмай, ә ҡабул ҡылына”, - тиелә Ҡөръән”дә. Хоҙай Тәғәлә иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә бағышлаған ихтирам-хөрмәтте ҡайны-ҡәйнәбеҙгә лә күрһәтергә һәм уларҙан да фатиха алып йәшәргә, башҡа туғандарыбыҙ менән дә күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип итһен ине...    

 

Алдағы биттәрҙә яҙып үткәнсә, Ислам динендә ике бүленеш бар: сөнниҙәр (сунниты) һәм шиғиҙәр йәки шәфиғиҙәр (шииты). Иғтибарға алһаҡ шул күренә: ер йөҙөндәге бөтә мосолман халҡының 90%-ты үҙҙәрен сөнниҙәр тип таныталар. Башҡортостандың мосолман халҡы ла сөнниҙәргә инә. Сөнниҙәрҙең дүрт шәриәт мәҙһәбе (мәктәбе) булыуын да яҙып киткәйнек инде, улар: Әбү Хәнифә мәҙһәбе, Әхмәд ибн Ханбал мәҙһәбе, Мөхәммәд Иҙрис әш-Шәфи һәм Мәлик ибн Анас мәҙһәбтәре. Башҡортостан мосолмандары Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ҡарай.

Мосолмандар донъяһында ҡырҡ бер тәриҡәт (йүнәлеш) билдәле. Шуларҙың ҡырҡы имам Ғәлиҙән башланған, ә берәүһе Әбү Бәкер ис-Ситдыҡтан. Әбү Бәкер аша таралған һәм суфизм ҡанундары менән һуғарылған был тәриҡәтте нигеҙләүсе Мөхәммәд Баха ал-Дин Накшбан ал-Бухари була. Уның тәғлимәтен таратыусылар, атап әйткәндә, Һиндостандан Абдулла Дехлеви, Мәүләнә Хәлид Багдади һәм уларҙың эйәрсендәренең тырышлыҡтары арҡаһында Наҡшбәндиә тәриҡәте Урта Азияла, Пакистанда, Төркиәлә, Ғәрәп илдәрендә, төнъяҡ Кавказда киң тарала. Был тәриҡәтте Башҡортостан мосолмандары әүәлдән үҙ иткән, сөнки был йүнәлештәге дин ғилеме ябай кешегә аңлайышлыраҡ, асығыраҡ булған хәлдә булған, ҙур байлыҡ йыйыуға ҡаршы сыҡҡан, йомарт кеше булып тигеҙ йәшәүҙе алға һөргән.

Наҡшбәндиә тәриҡәтендәге ислам ғилеме пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.) аша тәриҡәт оҫталары сылбыры менән тапшырыла килгән.

“Бөгөнгө көндә төнъяҡ Кипрҙың ҙур булмаған Лефка ҡаласығында йәшәүсе Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани был тәриҡәттең иң оло шәйехе, ер йөҙөндәге барса әүлиәләрҙең имамы һәм солтаны. Оло шәйех Башҡортостан еренә 2013 йылда сәйәхәт ҡылып, Баймаҡ, Нарыҫтау, Асҡар, Учалы һәм башҡа урында йәшәүсе мосолмандар менән осраша, улар менән асыҡтан-асыҡ сөхбәттәр (әңгәмәләр)үткәрҙе, һорауҙарына яуап бирҙе. Баймаҡ мосолмандары йыйынында Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани сығышын ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: 

 

... “Аллаға шөкөр, беҙҙең олатайыбыҙ менән әсәйебеҙ Башҡортостанда тыуып, һеҙҙең тарафтарҙан күсеп килгән. Үкенес, улар илдәрен ҡайтып күрә алманы. Беҙгә насип булды. Әсәйемдең, олатайымдың тыуған яҡтарын күреүемә бик ҡыуанам. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, олатайым йомартлығын,кешеләргә изгелеген, уңғанлығын ташламаны. Беҙ бәләкәй саҡта уға аптырай инек, үҙенә саҡ етерлек бер нәмәһе булһа, шуны бик күп ниғмәт күреп, тирә-яҡҡа таратты, бик йомарт, мәрхәмәтле, егәрле булып йәшәне. Инде илегеҙҙе күргәс, башҡорттар менән яҡындан танышҡас, аңланым, был сифаттар башҡорттарға хас икән.

Аллаға шөкөр, 80 йыл үткәс, машаллаһ, олатайымдың иленә - Башҡортостанға килергә насип булды, бында тирә-яҡта бөтөнөһө мосолман, машаллаһ.

Аллаһтың мәрхәмәте, шәфҡәте был Бер кем дә үҙе теләп ғәрәп, төрөк йәки рус булып тыуа алмай. Барыһы ла Аллаһ теләгәнсә тыуа. Был Аллаһтың мәрхәмәте. Йәғни, кемгә лә булһа “мин фәлән милләт”, тип маҡтанырға кәрәкмәй. Һеҙҙең кеүек яҡшы күңелле халыҡтың вәкиле булған өсөн Аллаға шөкөр итәйек. Был йыйынға һеҙ Аллаһ ризалығы өсөн килгәнһегеҙ. Алла йомарт, бай ниәттәрегеҙгә күрә бирһен, иншаллаһ. Фатиха.

                                                                        (25, 34-се бит).

“Ҡөръән Кәрим” урта быуат ҡырағайлыҡтан халыҡты сығарыуға йүнәлгән йәшәйеш инструкцияһы икәнлеге һәр кемгә билдәлелер.

Христиан һәм ислам диненең тәғлимәте коммунистик кодекстың әҙәп һәм әхләҡ нормалары менән тулыһынса тигәндәй тап килә. Был әллә ни ғәжәп тә түгел, сөнки әхләки нормаларҙы алға ҡуйған йәмғиәт, дәүләт эсендә тулы тәртип була, тәртип нормаларын боҙоуға ҡаршы ғаилә, урам, ауыл, етәксе, өлкән йәштәге кеше - һәр береһе эш алып бара. Тәртип боҙоу, енәйәт эштәре ныҡ тәнҡитләнә. Тик дин һәм шәриғәттә Аллаһы Тәғәләне асыуландырмаҫ өсөн тәртипле булырға кәрәклеге һәр кемгә еткерелә.

Кемдең ҡайһылай күҙаллауына ҡарамаҫтан алдағы тормош һәм йәшәйеш Хоҙай ҡушҡанса барасаҡ. Шуға - иманым камил.

 

               15. Мәсет - ауылдың күрке

 2015 йылдың июль уртаһында төрлө тарафтарҙан килеп еткән бер туған ҡарындаштар һәм кейәүҙәр менән Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылына барып, атай-әсәйҙәрҙең, яҡын туғандар ятҡан зыяратҡа барып етеп, уларҙың ятҡан урындарын таҙартып, буяп, аяттар уҡып зыярат ҡылдыҡ. Элекке күршеләргә, туған булған ағай-энеләргә инеп хәлдәрен белештек. Баймаҡҡа ҡайтҡан көнө үк атайым төшкә керҙе: үҙе ап-аҡ кейемдә, тәсбихен тотоп алған, шатлыҡ менән миңә ниҙер һөйләй ине, тик мин нишләптер ишетә алмайым...

Мин был төшкә артыҡ иғтибар бирмәнем, сөнки мәрхүмдәрҙе көн буйы тиерлек иҫкә алып йөрөгәс, шул тәьҫораттар төш булып бөрөләнеүе ғәҙәти хәл бит инде, тип уйланым.    

 Иртәгәһе көндө Баймаҡ ҡалаһының үҙәк урамында ауылдашым, Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡытып йөрөгән Азамат ҡусты Ишьяровты осраттым. Осрашыу ҙа ғәжәп хәл түгел бит инде, район үҙәгенә кемдәр ниндәй йомош менән килеп урамай. Алыҫтараҡ булғас, мин баш һелке кенә уҙырға самалағайным, Азамат Муса улы ҡабаланып ҡаршыға йүгереп сыҡты ла хәл-әхеүәлде һорашты. Шунан һуң мин бөтөнләй көтмәгән хәбәрҙе һалдырҙы:

- Ағай! Атайығыҙ, Динмөхәмәт олатай, ауылыбыҙ хәҙрәте беҙҙең ғаиләне үлемдән ҡотҡарҙы, шул шатлыҡлы хәбәрҙе һеҙгә еткергем килгәйне.

- Атайым был донъянан киткәнгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте, ул нисек итеп һеҙҙең ғаиләне ҡотҡарһын ул, Азамат ҡустым? - тип аптырау ҡатыш һорау бирҙем.

- Мәрхүм булһа ла бөгөн төшөмә кереп, хәҙрәт олатайым ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм үлемдән ҡотҡарҙы - тип дауам итте ул. - Мине тыңлағыҙ әле. Эш былай булды: ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан  киленегеҙ газ плитаһына икмәк бешерергә һалды. “Мин ятып ҡына торам, йоҡламайым, үҙ ваҡытында бешкән икмәктәрҙе алырмын, - тине ул, - кеҫә телефонын да шылтыраҡҡа ҡуйғанмын. Ә һин йоҡла, иртәгә иртә торорға кәрәк.

Мин үҙем ҡаты йоҡлайым. Ғәҙәттә иртәнге сәғәт биш менән алты араһында мал ҡыуырға саҡ уяталар мине. Төш-фәлән күрмәй ныҡ йоҡлайым мин, ғәҙәтем шулай. Ә был юлы төш күрәм:  мин һеҙ үҫкән өйгә хәҙрәтте үҙебеҙгә саҡырыу өсөн барып индем, имеш. Ҡараһам, өйҙөң төпкө бүлмәһендә ап-аҡ кейемдә мулла олатай ята. Үҙе шундай шат, ҡыуанысы йөҙөнә сығып күренеп тора, ә өй эсендә нурҙар уйнап тора, йәйге көн үҙәгендә була торған яҡтылыҡ. Мин йомошомдо әйттем дә ултырырға самаланым. Хәҙрәт олатай: “Бар ҡайт, бөгөн - иртән ғаиләңде ҡурсыла, ут-төтөндән һаҡ бул, йоҡлап ҡуйма, - тип әйтә икән, имеш. Мин ҡайтып киттем һәм был һүҙҙәргә иғтибар бирмәйенсә төшөмдә йоҡларға яттым, имеш, ләкин төтөн еҫе йоҡлап китергә мөмкинлек бирмәй икән, тип күрәм. Торорға булдым, башты күтәрҙем, ләкин тора алмайым, тағы күтәрҙем һәм... шул саҡ уяндым. Ултырыуым булды шунда уҡ төтөнгә сәсәп алып киттем. Шуны аңланым: беҙ ятҡан кимәлгә төтөн барып етмәгән булған икән әле, ә өйҙөң өҫкө яғы лыс төтөн. Ҡатынды һәм балаларҙы уята һалып тышҡа сығырға ҡуштым, өй ишеген шар асып ебәрҙем. Киленегеҙ: “Газ плитәһе һүндермәй йоҡлап киткәнмен дә баһа! - тигәс тә йүгереп өйгә индем һәм шылышып барып газды һүндерҙем һәм ауыҙын асып ебәрҙем. Плитә бик ҡыҙған ине, ә эсендәге ике икмәктән ике торонбаш ҡына ятып ҡалған...

Шулай итеп, ауылыбыҙҙың имам-хатибы беҙҙең ғаиләне үлемдән ҡотҡарҙы.

- Бик яҡшы, бик яҡшы. Һинең атайың да Муса ағай атайым эргәһендә сүрәләр уҡып өйрәнеп йөрөнө, һуңыраҡ мулла булды, шуға олатайың ҡурсылағандыр, тинем, - һиңә дин юлына баҫырға аңғарта инде.

- Бәлки, шулайҙыр ҙа.

- Беҙ кисә генә атайымдың, әсәйемдең зыяратында булып, рәткә килтереп, таҙартып, буяп-шаллап ҡайтҡайныҡ.

- Әһә-ә-ә! Бәлки, ошо эштәрегеҙ арҡаһында олатайҙың рухы миңә бик шат булып күренгәндер әле.  

- Шулайҙыр инде. Шул төндә мин дә атай-әсәйҙәрҙең йәш сағын күрҙем, тик мин төш күреүҙе зыярат ҡылғандағы тәъҫораттар менән бәйләнем. Әйткәндәй, Азамат ҡустым, ҡайһы саҡ төш юш килә, тиҙәр. Урыҫтар “вещий сон” тип атайҙар уны. Төштөң ысынбарлыҡҡа тап килеүе һирәкләп була торған хәл ул. Минең менән шулай булғаны бар.

- Нисек булғаны бар? Йә, берәүһен булһа ла һөйләгеҙ әле, ағай, әгәр ваҡытығыҙ булһа!

- Ваҡыт бар, һөйләйем. Бынан егерме йыл элек ауылдан Баймаҡҡа күсеп йөрөгән ваҡытта хужалыҡта тотҡан атым юғалды. Яҙ ваҡыты, унда-бында ғына бысраҡ ҡарҙар ҡалған осор. Бик аҡыллы хайуан ине, йүгәнен һыпырып ташлап сығарһаң - үҙе барып, йылғанан һыу эсеп кире ҡайтыр ине. Тимәк, кемдер уның юлына арҡыры төшкән, йәки ҡазаланған! Бына шул уйҙар менән аҙна буйы ауылды, уның тирә-яғын эт итеп эҙләнем, күрше ауылдарҙа ла булып сыҡтым, ләкин табып булманы, атым баш-тояғы менән ғәйеп булды ла ҡуйҙы. “Ат түгел кеше юғалып тора, мал ни, Аллаһы Тәғәлә ҡушһа тағы булыр, - тип уйҙар менән тынысландым, бер ҙә ҡайғырманым. Ҡалала ат көтөүе мәшәҡәтлерәк бит, шуға юғалыуы бушҡа булмағандыр”, - тип фараз ҡылдым. Йәй етте, бәлки, һарайҙы яңыртып булыр тип ағас алып һарай бурап ҡуйҙым. Һарйҙы яңыртып ултыртыу ниәте аҙағына тиклем барып етмәне, сөнки тиҙҙән Баймаҡҡа күсенергә тура килде, уға башҡа мәшәҡәттәр өҫтәлде.

Баймаҡта йәшәгәнгә бер йыл тулды тигәндә район гәзитенә “осһоҙға һарай бураһы һатам”. - тигән иғлан бирҙем, яратҡан атымды иҫкә алып, редакцияла һөйләп алдым.

 Шул уҡ көндөң төнөндә төш күрәм: “Мине килеп ал! Мин юл буйындағы һарайҙа ғына торам. Һин үтеп киткәнеңде гел күрәм, тауыш бирәм, тик ишетмәйһең”, - тип ат телгә килеп минең менән кешеләрсә һөйләшә икән, имеш.

Тороу менән был төштө көлә-көлә ҡатыныма һөйләнем, ә ул уйламаған һығымта яһаны: “Тимәк, ат тере!” Тик мин был һығымта менән килешмәнем, “тере булһа - хәбәре ишетелер ине”, - тип яуапланым.

Бер сәғәт үттеме-юҡмы, сәй эсеп ул-был итеүгә өй телефоны шылтыраны:

- Һаумыһығыҙ! Ағай һеҙ һарай бураһы һатаһығыҙмы?         

- Һаумыһығыҙ! Һатам.

- Бура ҡайһы ерҙә?

- Ишбирҙе ауылыда.

- Күпме һорайһығыҙ?

- Һорамайым. Барып ҡарайһығыҙ һәм үҙегеҙ белеп хаҡын бирерһегеҙ.

- Ярай. Хәҙер үк минең машина менән шул ауылға бара алабыҙмы?

- Бара алабыҙ.

- Улайһа мин ҡустымды ултыртып алам да хәҙер һеҙгә киләм. Көтөп ултырып тороғоҙ...

Өсәүләшеп ултырып ҡуҙғалып киттек.

Йәй. Июль айының уртаһы. Тирә-яҡтағы тәбиғәттең әле матур сағы, йәшеллек һаман да үҙ төҫөн һаҡлай. Тәҙрә аша күреп барам: шәхси хужалыҡтар бесәнгә төшкәндәр, йә теге, йә был яҡҡа арбала китеп барғандары күҙгә салына. Аҡморондо үтеп Сәйғәфәр ауылына еттек. Артабан юл һарҡыуға тарта ла Һаҡмарға тоташа. Ҡалҡыулыҡта саҡта алға күҙ ташлаһам минең атым юлда тора һымаҡ, тышаулы. Уның тән конфигурацияһын әллә ҡайҙан уҡ танырға өйрәнеп бөткән инем элек. Һаман яҡынлап киләбеҙ, ә мин аттан күҙҙе алмайым: шул бит, шул! Үҙем дә һиҙмәнем шатлыҡтан ҡысҡырҙым да ебәрҙем: “Егеттәр! Беҙҙең алда минең былтыр юғалған ат тора! Туҡтайыҡ әле!

Юлсылар бер-береһенә ғәжәпләнеп ҡараштылар, шулай ҙа машина туҡтаны. Мин машинан төшөп тағы атҡа ҡараным: минең ат тора ла баһа! Күҙ күрә, ә күңел ышанмай. “Аҡморон! Аҡморон”, - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра атҡа ҡарай атланым. Ат башын күтәреп миңә ҡарагы, таныны һәм тышаулы аяҡтарында ырғый-ырғый миңә ҡаршы сапты. Килеп етте лә башын минең муйныма һалды. Мин уның муйынынан ҡосаплап алдым һәм күҙҙәренә ҡараным: ат..., бәлки ышанмаҫһығыҙ, илай ине. Йәштәре оҙон юлаҡ булып сикәләренән ағып тора. Артабан нишләргә? Атты бында ҡалдырып китеп булмай бит инде. Аптырашып торған арала йүгән тотҡан өлкән генә йәштәрҙәге берәүҙең беҙгә ҡарай ҡабалана-ҡабалана яҡынлағаны күренде. Ҡысҡыра башланы:

 - Китегеҙ минең ат эргәһенән, уны нимә эшләтергә уйлап тораһығыҙ! Китегеҙ янынан! Ысҡынығыҙ был тирәнән! Атты алып китергә тораһығыҙҙыр әле! Был -минең ат!

- Юҡ! Был минең ат, ағай. Былтыр юғалғайны, эҙләп тә таба алманым, бына хәҙер килеп миңә осраны. Тыныс ҡына һөйләшәйек әле, ҡайһылай был хайуан һеҙгә килеп эләкте.

- Нисек килеп эләккәнендә һеҙҙең ни эшегеҙ бар! Һатып алдым и все. Һөйләшергә ваҡытым юҡ, бесәнгә китергә торам.

- Бөгөнгә бесәегә барыуҙы кисектереп торорға кәрәк булыр. Атты һеҙгә индерәбеҙ, мин милиция саҡыртам, әлегә өйҙә булығыҙ. Өйөгөҙ ҡайҙа?

- Анау ҡалҡыулыҡта, юлдан алыҫ түгел.

Шулай итеп, милиция саҡыртып, минән башҡа кеше күҙенә салынмаған һәм йөн аҫтында ҡалған тавроһын күрһәтеп атты ҡайтарып алдым. Күрше ауылдан минең атты урлап ошо танышына һатҡан бурҙы ла килтерҙеләр. Ул тотолдо, штраф түләне. Ҡыҫҡаһы: төш - юш булды. Күрәһең, ат менән кеше араһында ла ике йән эйәһен бәйләүсе ниндәйҙер биоэнергетик тулҡындар барҙыр, шуға күрә буласаҡ ваҡиғаның төшкә кереүе ихтимал, тик уны дини яҡтан да, фән яғынан да аңлатып булмай, шуныһы хөрт.

- Мин дә Динмөхәмәт олатай кеүек дин юлына баҫмай булмаҫ инде - , тип Азамат Муса улы машинаһы янына ашыҡты, ә мин атайымды иҫкә төшөрә-төшөрә ҡайтыу яғына ыңғайланым...     

Үҙгәрештәр осоронда ауылда мәсет асыу мәсьәләһен ҡуҙғытып, артынан йөрөп, уны асыуға өлгәшеп, шунда беренсе имам-хатип булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләгән атайым тураһында бер кәлимә һүҙ яҙып үтеү тик сауапҡа ғына булыр, иншаллаһ!

Аллаға шөкөр, ул Бөйөк Ватан һуғышынан тере һәм имен-һау ҡайтты. Ут-дауылдар араһында йөрөп тә тере ҡалыу әллә-ниндәй орден-миҙалдарға торошһоҙ ҙур бәхеттер әҙәм балаһына. Шунан да оло бәхет буламы икән был донъяла?

“ Они вернулись с победой” китабында атайым тураһында ошондай юлдар бар.

 

«Ишмурзин Ди н мухамет Хайретдинович,

 1920 г.р., уроженец д. Второе Иткулово,

старшина призван в ряды Красной Армии в

1938 году. Участвовал в обороне Москвы в

  войсках НКВД, демобилизован в 1947 году».

Мәғрифәтсе яҡташыбыҙ Азамат Тажетдинов “Ел-дауылдар аша” (Сибай, 2005) китабының “Улар еңеү менән ҡайттылар” тигән бүлегендә атайыбыҙ, башҡа ветерандар менән бер рәттән, телгә алына.  

Район гәзите биттәрендә Тәфтизан ағай Ушанов яҙмалары аша Икенсе Этҡол мәсетенә һәм-имам-хатибына арналған бер-нисә тапҡыр мәҡәлә булды. Район гәзитендә атайыма һм бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына арналған һуңғы мәҡәлә 2015 йылдың март айында донъя күрҙе.

Атайыбыҙ Ишмырҙин Динмөхәмәт Хәйретдин улы 1920 йылдың 20 майында Икенсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы Хәйретдин ҡарт йүнсел булған: ағас ҡырҡып үҙ аттары менән Орскигә алып барып сауҙа иткән йәки яҙҙарын һал ағыҙып Ырымбурға хәтлем барып еткән, ағасты аҙыҡ-түлеккә алмаштырып ҡайтыр булған. Йыл әйләнәһенә шулай йөрөп, һыуыҡтейҙереп, йәшләй вафат була. Ә әсәһе Хәшиә Мөхәмәт ҡыҙы (1890 йылғы), Иҫән ауылынан. Уның һөйләүе буйынса, ул башҡорт-ҡаҙаҡ араһында киң билдәле булған бәһлеүән көрәшсе 1886 йылғы Хәлил Мөхәмәт улы Әминевтың һеңлеһе.

Атайымдың һөйләүе буйынса, Октябрь революцияһынан һуң беҙҙең ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе булған. “Унда тәүҙә ғәрәп графикаһы менән уҡырға-яҙырға өйрәндек, һуңынан, 1928 йылда - латин, 1940 йылда хәҙерге рус графикаһын өйрәнә башланыҡ”, - тип әйтә торғайны.

Атайым 1936 йылда ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булыу хыялы менән әле генә асылған Темәс педагогия училищеһенә уҡырға инә. Әммә уны тамамлай алмай. Атаһының вафатын ишеткәс тә ауылға ҡайтып төшә, әсәһенә терәк булып ҡалыр өсөн Темәскә уҡырға бармай. Уҡымышлы кешеләрҙең береһенә һанап, уны ауыл советы секретары эшенә ҡушалар һәм был эште армия сафына алынғансы башҡара.

1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Унда ул ябай һалдаттан старшинаға хәтлем үрләй һәм полкта сержанттар әҙерләү буйынса инструктор булып хеҙмәт итә. Һуғыш башланғанда хәрби эш серҙәрен өйрәнеп еткән шәхес булып һуғыш майҙанында булырға, дошманға ҡаршы көрәшергә өлгөрә һәм еңеүҙән һуң да Ҡыҙыл Армия сафында ҡалып, 1947 йылға тиклем хеҙмәт итә.

“Һуғыш башланғас та, - тип хәтерләй ине атай, - беҙҙең часты резервта тоттолар. Беҙ йәһәтерәк һуғышҡа индереүҙәрен һорап ғариза яҙып командованиеның теңкәһенә тейеп бөттөк. Дошман Мәскәү эргәһенә яҡынлаша башлағас та, ниһәйәт, беҙҙең часть һалдаттарын Мәскәү эргәһенә күсерҙеләр һәм беренсе оборона һыҙығы артында урынлаштырҙылар. Беҙҙең төп маҡсат: һәр төрлө шпиондарҙы, паникерҙарҙы тотоу, ҡаршылыҡ күрһәтһә - юҡ итеү. Тағы: бойороҡһоҙ сигенеүсе, фронт һыҙығын ташлап ҡасып барыусы һалдаттарҙы туҡтатыу, тынысландырыу һәм ашатып-эсереп кирегә үҙ урынына ебәреү. Төрлө хәлдәр булды. әлбиттә.

Тиҙҙән Дәүләт Оборона Комитетының приказын алдыҡ: дошман фронт һыҙығын өҙөп алға ынтылһа - бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!

Дошман Мәскәүгә яҡынлашһа ла ала алманы, Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме, Мәскәү халҡының ополчениеләренең батырлығы арҡаһында дошман сигенергә мәжбүр булды.

1941 йылдың аҙағында беҙҙең полкты НКВД ҡарамағына күсерҙеләр һәм яңы форма бирҙеләр. Шулай итеп беҙ һалдат кейемен милиция кейеменә алмаштырҙыҡ. Беҙҙең бурыс: Мәскәү тирәһендә хәрби тәртипте һаҡлау, уны боҙғандарҙы, хәрби ҡанундарға ярашлы рәүештә, язаға тарттырыу.

Бөйөк еңеүҙе лә ул Мәскәү ерендә ҡаршы ала.

1946 йылда Икенсе Этҡолға отпускыға ҡайта һәм ошонда апайына ҡунаҡҡа килгән Миңлекамал Аҫылбай ҡыҙын (беҙҙең буласаҡ әсәйебеҙ) осратып, танышып, өйләнеп үҙе хеҙмәт иткән урынға алып китә. Тик 1947 йылдың көҙөндә генә, ун йылға яҡын Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп, ҡайтып төшә.

Беҙҙең ғаиләлә 8 бала - 5 ҡыҙ, 3 ул тыуып үҫте. Беҙ бәләкәй саҡта атай менән әсәй ауылда төрлө эштәрҙә эшләне. Магазин һатыусылары булдылар, һуңыраҡ әсәйем мәктәптә тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, ә атайыбыҙ Икенсе ауыл советы секретары, председателе, “Урал” колхозы рәйесе урынбаҫары, ауыл универмагы мөдире, Бикеш сельпоһы склад мөдире, ауылда беренсе тапҡыр һайланған имам-хатибы эштәрен башҡарған һәм дин юлына баҫҡан хәҙрәт. Тиҫтәләгән хәрби һәм юбилей миҙалдары менән наградланған һуғыш ветераны әсәйебеҙ менән бергәләп балаларына дөрөҫ тәрбиә һәм белем бирергә тырыштылар. Һигеҙ баланың өсөһө юғары белем алды: Борис, Роза, Зиниә - юғары белемле уҡытыусылар, ҡалғандары урта белемде булып, төрлө һөнәр эйәләре булып киттеләр. Тегенсе һөнәрен алған һеңлем Флүрә, мәҫәлән, Өфөлә 8 март теген фабрикаһында эшләп алдынғы тегенселәрҙең береһе булды. Роза сит телдәр уҡытыусыһы, Зиния физкультура уҡытыусыһы шиғырҙар яҙыу менән мауығып китте, хәҙерге көндә “Китап” нәшриәте хеҙмәткәре.

Атайыбыҙ 40 йәштәр тирәһендә яйлап-яйлап өйрәнә барып дин юлына баҫты. Уға был юлды һайларға шундай ваҡиға сәбәп була. Берҙән-бер көндө атайым Әҙерләүҙәр министерствоһының уполномоченныйы булып эшләп йөрөгән осорҙа эше буйынса Иҫән ауылына бара. Бер өлкән йәштәрҙәге бер ҡатын-ҡыҙ килеп:

- Динмөхәмәт ҡустым! Һеҙҙе Мөжәүер хәҙрәт саҡырта, анау өйгә барығыҙ, - тип бармағы менән хәҙрәт туҡтаған өйҙө күрһәтә.

- Барһам, - ти атайым, - төп яҡта Мөжәүер хәҙрәт ултыра. Электән беҙ таныш инек. Хәйер, хәҙрәтте белмәгән кеше булмағандыр ул был тирәлә. Хәл-әхеүәл һорашҡас та әйтте:

- Улым! Ғәрәпсә уҡый-яҙа беләһең, һуҙмай-нитмәй генә дин юлына баҫа торған кеше һин. Һин баҫһаң - башҡалар ҙа һинең артыңдан эйәрер. Тиҙҙән динебеҙ өҫкә ҡалҡып сығасаҡ, халҡыбыҙға иман нурҙарын ҡайтарыу - беҙҙең эш. Үҙең күреп йөрөйһөңдөр, хәҙерге заманда гүр эйәләренә аят, йыназа уҡыусы мулла, дин әһеле таба алмай этләнәләр.

Хәҙрәттең ошондай өгөт-нәсихәттәре һәм һуңыраҡ бер-нисә мәртәбә осрашыуҙары дин юлынан алып киткән.

Беренселәрҙән булып ауылда атайым мәсет төҙөттө, унда оҙаҡ ҡына ваҡыт имам-хәтип булып һайланып эш алып барҙы. Ысынлап та Мөжәүер хәҙрәт әйткәнсә, үҙ артынан эйәреүселәр ҙә тиҫтәләп табылды, уларға Ҡөръән серҙәрен, ғәрәп алвафитын өйрәтеү карстарын асты. Ауылда тиҙҙән атайымды “Динмөхәмәт хәҙрәт” тип атап йөрөтә башланылар.

Атайым һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булараҡ күп кенә орден-миҙалдарға лайыҡ булды, Ул 85 йәше тулыр ваҡытта 2005 йылдың мартында вафат булды.

Нисек кенә булмаһын, Совет власы осоронда беренселәрҙән булып дини юлға баҫыу атайым өсөн үҙе бер батырлыҡ булғандыр, сөнки кешелек өсөн был юл - иң дөрөҫ юл.

Хәҙерге ваҡытта тик дингә таянып ҡына яҡшылыҡҡа, тәртипкә, сафлыҡҡа өлгәшергә мөмкиндер, минеңсә. Бының өсөн үҙ халҡын ысын күңелдән хөрмәт иткән атайым кеүек диндар булыу һәм дә дин юлындағыларҙың күберәк булыуы мотлаҡ.

Диндән берәүгә лә бер-ниндәй зыян юҡ, диндар булыу - үҙе ҙур бәхет.

“Диндарлыҡ - ул алсаҡ йөҙлө, киң һәм йомарт күңелле, кеше хәленә инә белгән кеше”, - тигәндәр дин ғалимдары.

Дин беҙгә тормоштоң айышына төшөнөү өсөн кәрәк. Сөнки бөгөн иманһыҙлыҡ сүп үләнендәй бөтә донъяны баҫа башланы. Уға ҡаршы көрәш барғандай, ләкин файҙаһы күҙгә эленгәндәй түгел. Ил буйлап таралған кинфильмдарҙа, компьютер селтәрендә, телевизор экрандарында тик атыш-тартыш, үлтерештән торған әйберҙәрҙе күрһәтеү даими һәм ғәҙәти булып китте. Телевидениеның бөтә каналдары хөкөм залына әйләнде, әммә енәйәтселек кәмемәй. Уҡытыусы уҡыта, тик тәрбиәләмәй, табиптар, ҡиммәт дарыуҙарҙы һатып, дауалай, әммә ауырыуҙар кәмемәй. Сөнки рух ауырыуы тән ауырыуына әйләнә. Бындай шарттарҙа дин әһелдәрен армия полктарында тотоу, мәктәптәргә индереү, бәлки, үҙ-үҙен аҡлар ине. Капитализм шарттарында ғәҙелек, тигеҙлек, әхлаҡи нормаларҙы индереү, һеңдереү бик ауыр эш. Бәлки, индереп тә булмайҙыр, сөнки аҡсаға ғына табынған кешеләр араһында намыҫ, ғәҙеллек, бер-береңде хөрмәт итеү кеүек төшөнсәләр юҡҡа сығыусан, сөнки һәр әҙме-күпме аҡсаһы, капиталы булған әҙәм балаһы үҙен Ер кендеге, тормош тотҡаһы тип һанай башлай. Тәккәберлек быға тиклем күренмәгән үрҙәргә менә.

Шулай ҙа рухты нығытыу эшен беҙ, өлкән быуын кешеләре, артабан дауам итергә тейешбеҙ.                   

           16. Хикмәтле үә ғәжәп донъя

“Кемдең кем икәне бер Аллаһы Тәғәләгә  генә билдәле”, - тигән әйтем бар. Был юҫыҡта архивта һаҡланып ҡалған һәм Усман хәлифәләренең береһе Солтан Морад IV тарафынан яҙып ҡалдырылған бер риүәйәтте килтереү урынлы булыр.

Тарих биттәренән ҡараһаң, Солтан Морат (1612-1640) ҡанһыҙ хакимдарҙың береһе булған, 1623-1640 йылдарҙа хәлифә булып ил башында торған. Власты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн хатта бер туған ҡустыһын да үлтертеүҙән тартынмаған. Ҡаты идаралыҡ итеү арҡаһында ул хәлифәлек иткән осорҙа вәзирҙәрҙең ришүәт алыуҙары ҡырҡа кәмей, хәрбиҙәр араһында тәртип күпкә яҡшыра.

Яҙмаһында үҙен йомшаҡ күңелле, изге кеше итеп күрһәтергә тырышҡан, күрәһең. Хәлифә (ил башлығы) яҙа:

Төндәрҙең береһендә башҡа төрлө буталсыҡ һәм күңелһеҙ уйҙар уйлап, күңелем ниңәлер борсолдо, эске тыныслығым  юғалды. Нишләп һәм ниңә былай булғанын үҙем дә аңламай аҙапландым. Йөрөй биргәс, күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотолоу маҡсатында, тән һаҡсыларының етәксеһен саҡыртып алдым да йәйәүләп сығып, йөрөп әйләнергә тәҡдим иттем. Шунан һуң кейемдәребеҙҙе сисеп ташлап, кеше таный алмаҫлыҡ итеп, фәҡир меҫкендәр кейеп йөрөй торған ҡәҙимге ябай кейемдәргә алмаштырҙыҡ. Таң атыуға һалҡын һәм таҙа һауа һулар өсөн тыш яҡҡа ашыҡтыҡ.Урам буйлап йөрөп килеү минең ғәҙәтләремдең береһе ине, эс бошҡан ваҡыттарҙа һәр саҡ йөрөп әйләнә инем. Бына ошондай юл менән осрағандар менән һөйләшеп, гәпләшеп, кем нисек йәшәй, нимә уйлай, ил хакимдарына ҡараштары ниндәй, ниндәй ҡанундар үтәлә, ҡайһыһы үтәлмәй - шуларҙы белеп ҡайта инем.

Кешеләр менән тулы урамда китеп барһаҡ, юл ситендә һуҙылып ятҡан бер кешегә тап булдыҡ. Яҡыныраҡ барып ҡараным:был кеше үлеп ята ла баһа! - шуны бик тиҙ аңланым. Тирә-яғымдағы халыҡҡа ҡарап:

- Эй, халайыҡ, был кешенең үлгәнен белмәйһегеҙме әллә? Нишләп шулай битарафһығыҙ, янынан уҙып китәһегеҙ, йыймайһығыҙ”, - тинем аптырап.

- Был кеше иртәнге таңдан бире ята. Уның эргәһенә беребеҙ ҙә бармаясаҡ, сөнки ул бик гонаһлы кеше ине. Зина ҡылды, шарап эсте, - тинеләр.

- Нисек кенә булмаһын былай эш бармай. Беҙ бит мосолмандар, урамда үлеп ятҡан этте лә йыйып күмергә тейешбеҙ, -тинем мин һәм уның ҡайҙа йәшәгәнен һорашып-белешеп өйөнә киттем. Ишекте ҡатыны асты.

- Ирегеҙ урамда үлеп ята, беләһегеҙме? - тип һораным унан.

- Юҡ, белмәйем, - тип әйтеп, ул илап ебәрҙе. - Ирем, һөйөклөм минең, хәләл ефетем, бик изге кеше ине, әрәм генә булған бит.

- Урамда осрағандар , киреһенсә, ул бик гонаһлы кеше ине, , шуға күрә беҙ уға ҡағылмаясаҡбыҙ тинеләр, - тип яуапланым мин.

- Кешеләрҙең шундай фекерҙә булыуҙары миңә билдәле, сөнки ул көн дә тиерлек шарап һатыусы эргәһенә барып, күпме булдыра ала, шул хәтлем шарап алып ҡайта ла, һуңынан түгә ине. Шунан һуң: “Күпме кешене шарап эсеүҙән ҡотҡарҙым,- тип ҡыуаныр ине. Күрше урамда йәшәүсе фәхишә ҡатын эргәһенә барып, күпме булдыра ала, шул тиклем аҡса биреп: “Был эштәреңдән тыйылып тор, - тип әйтә ине. Теге ҡатын уның һүҙен тыңлап тыйыла ине. Мин уға һинең турала кешеләр насар фекерҙә, ниндәй ниәт менән йөрөгәнеңде белмәйҙәр бит, тип әйтә торғайным. Ә ул иҫе китмәй генә: “Әй ҡатыным, мин яңыраҡ шундай ғәҙәти булмаған төш күрҙем. Төшөмдә минең янға Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе килеп: “Шулай изге кеше булғаның өсөн Аллаһ рәхмәте төшәсәк һиңә, үлем ваҡыты етһә, һине Солтан Мурад үҙе килеп ғөсөлләндереп, йыназа намаҙын уҡып мәңгелеккә оҙатасаҡ”, - тине. Мин уға; “Беҙҙең кеүек ярлы фәҡиргә һәм бигерәк тә насарлығың менән даның сыҡҡан кешене нисек итеп ил хужаһы Солтан Мурад һуңғы юлға оҙатһын инде”, - тип әйтә инем.

Был ҡатындың ошондай һүҙҙәрен ишеткәс, мин түҙмәй илап ебәрҙем һәм үҙемдең Солтан Мурад икәнемде әйттем. Икенсе көндө бөтә шәһәргә иғлан итеп, мин был изге кешене үҙ ҡулдарым менән йыуҙым, кәфенләнем, йыназа намаҙҙарын уҡып мәңгелеккә оҙаттым.

Уның йыназаһында бик күп кеше ҡатнашты. Улар араһында күп кенә хәҙрәттәр һәм ғалимдар ҙа бар ине. Мин был ваҡиғаға шәхси рәүештә үҙем шаһит булғанға күрә, киләсәк быуындарға шундай бер нәсихәт бирергә теләйем: “Кеше тураһында төптән уйламай-нитмәй берәй һығымта яһарға ашыҡмағыҙ. Кемдең кем икәнлеген бер Аллаһ ҡына белә”(34, 47-51-се биттәр).

 

Хикмәтле үә ғәжәп донъяуи хәл, әлбиттә.

Был риүәйәттә нәсихәт менән бер рәттән төш юрауға иғтибар ҡылынған. Төш юрау элек-электән дә булған тип яҙаа ғалимдар. Төш аша сираттағы һунар уңышлы буламы, юҡмы, көн торошо ыңғайлаймы-юҡмы - шундай иң кәрәкле булған хәл-ваҡиғаны белергә тырышҡандар.

 

                        Төш һәм төш юрау

 Билдәле булыуынса, Ислам динендә иң беренсе нәүбәттә, кешене тәрбиәләү маҡсатында, төш юрауға арыуыҡ иғтибар бирелә. Халҡыбыҙ төштәрҙе буласаҡ ысынбарлыҡты сағылдырыусы төштәр (вещие сны) була һәм “һаташыу” төштәре була тип һанай. Имамдар, дин белгестәре кешеләр күргән төштәрҙе өскә бүлгәндәр:

1. Булған, буласаҡ ыңғай күренештәрҙе сағылдырған төштәр;

Бындай төштәр Аллаһы Тәғәләнән килгән, шатлыҡ-бәхеткә ыңғайлатҡан ҡан аңғартыу хәбәрҙәре тип һанала.

2. Күңелде ҡырған йәки уйландырған ғибрәтле төштәр;

Бындай төштәрҙе шайтан ебәрә тип һанала. Бындай төштәрҙең йоҡлар алдынан ныҡ ашаһаң йәки таҙарынып ятмаһаң булыуы мөмкин. 

3. Һаташыуҙар;

Әгәр һәйбәт төш күрһәң ошо ғәмәлдәрҙе эшләү хәйерле:

1. Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәрен әйтеү, бер-ике сүрәне уҡыу;

2. Ҡыуаныу һәм уй-теләктәрҙе, хылдарҙы яҡшы яҡҡа бороу, алдағы буласаҡ көндәрҙә яҡшы хәбәр, ыңғай ғәмәлдәр   көтөп йөрөү;

3. Үҙең яратҡан һәм һиңә яҡшылыҡ теләгән кешегә генә төшөңдө һөйләү;

4. Төштө дөрөҫ итеп юрау, сөнки уны нисек юраһаң шулай юш килә;

Насар төш күрһәң берәүгә лә һөйләмәҫкә, намаҙ уҡып алырға, өс тапҡыр һул яҡҡа төкөрөргә, Аллаһтан шайтандан ҡотолдороуҙы һорарға кәрәк икән (35, 7-8-се биттәр).

Ғибрәтле тип аталған бер генә төштө миҫал өсөн килтерәйек.

Бындай төштәрҙең береһен Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин ингуш ҡыҙы Асияның бер ғибрәтле бер төшөн яҙып алып, 2015 йылда Казанда сыҡҡан календарға урынлаштырған.

Ингуш ҡыҙы Асия һөйләгәндәрҙән (ҡыҫҡартып алынды):

 

Төндәр береһендә ғәжәп төш күрҙем. Төшөмдә минең үле кәүҙәмде кәфенлеккә төрҙөләр. Дуҫтарым Аслан, Руслан, Билал һәм Бислан, бергәләшеп, кәфенлеккә төрөлгән тәнемде күтәреп, алып баралар имеш. Бына ер менән күмеп ҡуйҙылар. Эргәмдә бер йән эйәһе пәйҙә булды. Мин унан ҡасып китмәксе булдым.

- Ҡайҙа ҡасырға булдың, - тип һораны теге йән эйәһе, - ят урыныңа.

- Мине ебәр, минең унда ятҡым килмәй, - тинем илай-илай. - Терелеп тормошомдо дауам итеп буламы?

- Нигә?

- Эшләгән гонаһларыма тәүбә итермен, матур тормош менән йәшәрмен, - тип уйлайым.

Ул мине тыңламай китеп барҙы. Тирә яҡта ҡап-ҡараңғы. Тағы ҡайҙалыр шылдырҙылар. Яҡшылап ҡараһам, уң яғымда берәү нәҙек кенә китап тотоп ултыра, һулда тағы бер йән эйәһе ултыра, үҙе ҡалын китап тотҡан. Һул яҡ китапта минең гонаһтарым, уң яҡ китапта яҡшылыҡтарым яҙғанды аңғарттылар. Изгелек яҙған китапты тиҙ генә уҡып бөттөләр, ә насарлыҡтарҙы яҙған китапты уҡынылар ҙа уҡынылар, уҡынылар ҙа уҡынылар. Уҡыған бит һайын тәнемә нәҙек кенә  энә ҡаҙап баралар. Был хәл бик оҙаҡ дауам итте,әйтерһең йылдар буйы барҙы. Тәнемә ҡарап хайран ҡалдым:бер иҫән ере ҡалмаған, бөтә тәнем яраланып бөткән ине. Ул арала матур ғына бер тауыш миңә өндәшеп:

- Әй бәндәм, бына инде һеҙгә вәғәҙә иткән көн килеп етте, - тип әйтте. - Мин әҙәм балалрына тереклек һәм үлем биреүсе Раббығыҙ.

Ғәрәпсә белмәһәм дә мин уның әйткәндәрен аңланым. Тирә -яҡтағы бик күп кеше: “Әй Раббыбыҙ Аллаһ, беҙҙе ғәфү ит”, - тип тәүбә итә башланылар.

Бына бер төркөм хайуандарҙы килтерҙеләр. Уларҙы икегә бүлделәр. Йәннәткә инә торғандары күпселек булып сыҡты.

- Сусҡаларҙы, эттәрҙе йәннәттән ситкә ҡыуығыҙ, - тине Аллаһ. Шулай эшләнеләр ҙә, уларҙы йәһәннәмгә ташланылар.

Йәһәннәмгә күҙ һалдым. Унда Ер шары ҙурлыҡтағы ҡаҙанға ут яҡҡандар,эсендә кешеләр ҡайнар һыуҙа янып илай-илай ғазапланалар ине. Был ҡурҡыныстан йөрәгем шартларҙай булды. Шул саҡ миңә ниндәйҙер һорауҙар яуҙыра башланылар, яуап бирҙем. Һуңғыларына яуап бирә алманым.

- Донъяла йәшәгән ваҡытта ғәүрәт ерҙәреңде ҡаплай инеңме? Сафлығыңды һаҡлай инеңме, - тип һоранылар.

Мин яуап бирә алманым.

- Ғәүрәт ерҙәреңде ҡаплап йөрөргә нимә ҡамасауланы, - тип һорау бирҙеләр.

- Асылда бер сәбәп тә юҡ ине, нәфсемә генә бирелдем, - тип әйтергә тура килде.

Шунан һуң мине яғамдан тотоп йәһәннәм яғына бырағыттылар. Осоп барғанда ҡолағыма кемдер Ҡулһуаллаһ”сүрәһен уҡыны. Шул саҡ осоп барған йүнәлеш алмашынды һәм мин йәһәннәмдән ситкә осоп ап-аҡ төҫтәге бер ҡапҡа аша ҡайҙалыр килеп индем. Мине апаҡ кейенгән кеше ҡулымдан тотоп алып аяҡҡа баҫтырҙы. Мин шатлығымдан уны үбә башланым һәм:

- Кем һин? - тип һораным.

- Мин Аллаһтың хеҙмәтсеһе, ләкин йәһәннәмдән һине мин түгел, ә яҡын дуҫың ҡотҡарҙы. Ул зекер тәсбихтә булып, һинең өсөн бик күп доғалар ҡылды. Уның доғалары һине йәһәннәмдән ҡотҡарҙы, - тине. Артабан һүҙен былай тип дауам итте:

- Бер күпмелер ваҡыттан һуң һиң уянасаҡһың. Бөгөн төшөңдә күргәндәрҙе башҡаларға еткерергә тырыш. Теге донъяның буш түгел икәнлеген, әхирәт донъяһына әҙерлекһеҙ килеүселәрҙе ҡаты ғазап көтөүен кешеләргә еткер. Бер-берегеҙҙе рәнйетмәйенсә, яратып, доғалар ҡылып йәшәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡанундарын үтәргә тырышығыҙ.

Шунан мин уянып киттем. Был төш мине бик тетрәндерҙе. Ике-өс көн дауамында бер туҡтауһыҙ иланым. Бөтөн гонаһтарыма тәүбә ҡылдым. Аллаһ ҡаршыһында уларҙы башҡа ҡабатламаҡҫа һүҙ бирҙем. Шул көндән алып ғибәҙәт ҡылып, изгелектә игелектә йәщәй башланым. Кемгә булдыра алам, шуға төшөмдө һөйләйем... (34, 240-252-се биттәр).  

Күрәһең, ингуш ҡыҙы төш күрерҙән алда уҡ ныҡлап Ислам диненә тотонорға, йышыраҡ ғибәҙәттәр ҡылырға уйлап йөрөгәндер.     

“Тауыҡ төшөнә тары керә” тиҙәр. Хәҙерге тауыҡтарға асығып китһә тарынан башҡа бойҙай ҙа, арпа ла, хатта ҡарбуз да керергә мөмкин, сөнки уларға быларҙың барыһы ла эләгә. Тимәк, төштә уй-фекерҙәрең, үткән тормоштоң берәй эпизоды сағылыуы мөмкин. Күрмәгән-белмәгән нәмәләр төшкә кермәйҙер. Мәҫәлән, башҡорт малайы төшөндә атта сабыуын күрергә мөмкин, ләкин филгә ултырып йөрөүе, ай-һай, кермәйҙер.

Төш юрау буйынса китаптар ҙа бихисап. Шуларҙың береһен ҡулланып, мосолмандар төштө нисек юрағандарын бер-нисә өлгө аша яҙып китәйек.

Әлбиттә, бында бирелгән юрау бер-нисә варианттың береһе генә икәнен әйтеп үтмәйенсә булмай.

 

________________________________________________________

Төштә күренһә    !                    Юрау

________________________________________________________

 Аллаһ                   ! Аллаһы Тәғәләне төштә күргән

                                кешенең йәне йәннәттә буласаҡ.

________________________________________________________                               

Атабыҙ Әҙәм        ! Властҡа үрләр, дин әһеле булыр

________________________________________________________

Ауырыуҙы күреү   ! Тормош ыңғай китәсәк

________________________________________________________

Алмаз, бриллиант   ! Ғаиләгә шатлыҡ киләсәк

________________________________________________________

Банан, баклажан       ! Муллыҡ килә, һаулыҡ нығына

________________________________________________________

Бүрәнә                  ! Байлыҡ артыуға.

_______________________________________________________      

Бүре                       ! Өйгә бур төшөүе мөмкин

________________________________________________________

Бассейн (һыу)       ! Файҙалы эштәр, муллыҡ көтә

________________________________________________________

Дөйә                       ! Бөйөклөккә юл асыла

________________________________________________________

Зәм-зәм һыуын эсеү ! Айырыуҙан ҡотолоу йәки аҡса керә

________________________________________________________

Ғазраил                  ! Үлем яҡынайыуын хәбәр итә

________________________________________________________

Ғәрәфәт тауы        ! Аллаһ хаж ҡылыуға саҡыра

________________________________________________________

Ҡөръән Кәрим        ! Әхирәттәгеләрҙе йышыраҡ иҫкә

                                алырға Аллаһы Тәғәлә ҡуша

 ________________________________________________________

Ҡуян (кролик)       ! Өйгә шатлыҡ керәсәк. Кем ҡуянды

                                      ҡулға ала, ул өйләнә            

________________________________________________________

Йылан                    ! Дошман яманлыҡ ҡылырға самалай

________________________________________________________

 Һуғыш                   ! Талаш, ғауға ҡубырға тора         

________________________________________________________

Шайтан (Иблис)   ! Өйҙә талаш ҡубыуы мөмкин

________________________________________________________

Карауан күреү      ! Сауҙа уңышы, байлыҡ артыуы

________________________________________________________

Карауат                 ! Уны ҡыҙ кеше күрһә - кейәүгә сыға, егет 

                                     кеше кәләш ала.

                                     Карауатта ятыу - башланған эштең тиҙ   

                                     тамамланасағына ишара.

________________________________________________________
Китап                    ! Иман көсөн, аҡылды күрәтеүсе

________________________________________________________

Кәзә                       ! Еңмеш, тәккәбер кеше менән осрашыу

__________________ ______________________________________

Кәғбәтулланы күреү ! Тормошта ыңғайлыҡ буласаҡ, тыныслыҡ

                                      киләсәк

________________________________________________________   

Магазин               ! Байлыҡ һәм килем артыуға 

Мираж                  ! Башланған эштең аҙағы булмаясаҡ, 

                                     тормошоңда бер туҡтауһыҙ мәшәҡәттәр 

                                     өҫтәлеп торасаҡ

________________________________________________________

Төштә осоп йөрөү ! Сәйәхәткә йәки оҙайлы юлға сығыу

________________________________________________________

Һарыҡтар               ! Бәрәкәтле тормош килеүенә ишара

________________________________________________________

Һыйыр                  ! Байлыҡҡы, мул уңыш алыуға. Ҡыр 

                                      һыйырын күреү - сибәр ҡатын алыу.

________________________________________________________

Шәкәр                    ! Шатлыҡҡа, ауырлыҡтарҙан ҡотолоуға,

                                      мул тормошҡа

_______________________________________________________

Әтәс (һуғышы)    ! Кемдер яуызлыҡ эщләргә уйлай, талаш-

                                     тартышҡа әҙерләнә.

________________________________________________________

Яҙ                         ! Дошмандар һөжүм итергә әҙерләнә

________________________________________________________

 

Күренеүенсә, төштө төрлө хәл-ваҡилар менән бәйләйҙәр, төш юрауға минеңсә тулыһынса ышаныу кәрәкмәйҙер, сөнки тормошта юрағандың киреһе лә килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа һирәк-һаяҡ булһа ла күргән төш ысынбарлыҡта ҡабатлана. Был бер-беребеҙ менән, тиря-яҡ менән биоэнергетик бәйләнештә булыуыбыҙҙы иҫбатлай, шикелле. Шуға күрәлер, бәлки, ошондай юл менән кешеләрҙе дауалау элек-электән булған. Энергетикаһы көслө кешеләр хәҙерге заманда ла бихисап.

Ислам дине инеү менән уның сүрә-аяттары менән дауалау киң ҡолас ала.  Ҡөръән менән дауалау нервы ауырыуҙарына, баҫым юғары булғанда, ауырлыҡтар арҡаһында күңел төшкәндә ыңҡайлыҡ биргән.    

    Донъяуи хикмәттәр, әлбиттә, тормошобоҙҙа, тарихта булған, булып, ҡабатланып тора, улар күп төрлө, шулай ҙа сәбәптәрен әлегә аңлата алмайбыҙ. Донъяүи ғалимдар ҙа, дин белгестәре күп күренештәрҙең сәбәбен асырға өлгәште, ләкин тормошта осрап торған хикмәт-феномендарҙың асылына төшөп бөтә алмайҙар әле. Күрәҙәселәрҙең алдан-күреп белеү һәләтен һәм мөмкинлеген аңлата алмайҙар әле. Ә шундай һәләтлеләр булған бит.

Элек-электән Ҡөръән аяттарының көсөн кеше һаулығын ныҡытыуға ебәреү ысулдарын аңлағандар ҙа бихисап булған.

Ислам ғалимдары һәм табиптары бөтә ауырыуҙы ике төркөмгә бүлеп йөрөткәндәр. Беренсеһе - төрлө вирус, йәки микробтар арҡаһында ингән ауырыу, икенсеһе - эш йәки ял режимын боҙоу, күп йәки бик аҙ ашау, өшөү йәки ҡояшта яныу һәм башҡа төрлө факторҙар араҡаһында кеше тәненең арыуы, әҙәмдең хәлдән тайыуы һәм ауырып китеүе.

Мосолман табиптары хәлһеҙләнгән организмды металл менән дауалау ысулын ҡулланғандар. Алтындың биоэнергетик көс биреүен, көмөштөң кеше тәнен, нервылар системаһын тынысландырыуын белгәндәр, онкология эҙемтләрен минералдар менән дауалағандар. Эвкалиптты ҡулланып, бронхи, астма, киҙеүгә ҡаршы торғандар. Күп ауырыуҙарҙы бал ҡорто һәм йылан ағыуы менән дауалағандар. Нервы ауырыуҙарын Ҡөръән аяттарын уҡып тынысландырғандар, биоэнергетик юл менән кеше тәненә тәъҫир итеү киң ҡолас алған булған. Ҡөръән аяттарын уҡып, кешене йоҡлаған ваҡытта ла, былай ҙа сәләмәтлекте нығытҡандар.

Был йүнәлештә, әлбиттә, шарлатандар ҙа булған, уларға ҡаршы ғалимдар һәм ябай халыҡ тарафынан көрәш даими алып барылған.

Дауалау ысулдарын асыуҙа мосолман ғалимдары ҙур өлөш индергән.

Шундай ғалимдарҙың береһе, бөтә донъя-ғәләмгә билдәле булған Урта Азияның бөйөк табибы, күрәҙәсе-экстрасенс, дин белгесе Әбү Ғәли ибн Сина (980-1037йй.) булған. Европа кешеләре уның исемен боҙоп, Авиценна тип атап йөрөткәндәр. Шул ғалим тураһында яҙып үтәйек, сөнки уның ғилми эштәре хәҙерге көндәрҙә лә үҙенең кәрәклеген юғалтмаған.

 

                      Әбү Ғәли ибн Сина

 

Ун йәше тулыр-тулмаҫтан уҡ ул Ҡөръәнде ныҡлап өйрәнеүгә өлгәшә, Ә ун дүрт йәшенән башлап Ислам медицинаһын өйрәнеүгә йүнәлеш ала ул, шул ваҡыттарҙа нәшер ителгән һәм ҡулына эләккән медицина трактаттарын (китаптарын) уҡый, өйрәнә һәм ауырыуҙарҙы өйҙәренә йөрөп ҡарай, әкренләп тәжрибә туплай. Медицина буйынса үҙенең остазы итеп Әл-Масихины һанай, уның менән Хорезм да бергә эшләй. Астроном, математик, дауалаусы, филолог, шағир Әбү Сахл Иса Йахйа Әл-Масихи (970-1011йй.) бар донъяға билдәле булған дарыуҙар, дауалау йүнәлешендә булған “Медицина буйынса йөҙ китап” - “Күтүб әл-миә фис синнат ат-таббийә” - тип аталған киң билдәле китабын яҙа. Китап һүҙе был осраҡта “бүлек” тигән һүҙ мәғәнәһендә ҡулланылған. Ул китап шул ваҡыттағы табиптарҙың өҫтәл китабына әйләнә.

Әбү Ғали ибн Сина был китапты бик иғтибар менән өйрәнә. Бер саҡ Һарайҙа әмир ныҡ ауырып китә, табиптар килеп-китеп торалар, әммә файҙаһы булмай. Шул ваҡытта Әбү Ғәлине саҡырталар. Әмирҙе дауалау бик уңышлы үтә һәм йәш табибтың абруйы тиҙ арала бик ныҡ күтәрелеп китә, унан дауалау ысулдарын өйрәнеү өсөн күп кенә уҡыусылар йыйыла. Егерме йәше тулыуға Әбү Ғәли бер-нисә китап, энциклопедия нәшер итеп өлгөрә, артынса күп томлы медицина һүҙлеге һәм егерме томдан торған Ҡанундарҙы аңлатыу китабын нәшер итеүгә ирешә.                           

Ғүмере уртаһы етә. Күп итеп йыйған һәм уҡыған сығанаҡтарҙы файҙаланып, биш томлыҡ “Табип этикаһы ҡанундары”н яҙып тамамлай. Был мәшһүр китаптарҙа ошоға тиклем йыйыла килгән мосолман табиптарының асыштары туплана. Физиология, анатомия, диагностика, хирургия йүнәлештәре буйынса дауалау ысулдары бәйән ителә. Икенсе томда төрлө тәбиғәт үләндәренән дарыуҙар эшләй һәм дауаланыу ысулдары яҙылған була. Ә өсөнсө, дүртенсе томдарҙа кешелә ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү юлдары һәм уларҙы дауалау ысулдары бәйән ителә. Беренсе тапҡыр чума, эпилепсик һәм башҡа ныҡ таралған ауырыуҙарҙың сәбәптәре аңлатыла, кеше тәне хәлһеҙләнгән саҡта, күҙәнәктән дә бәләкәй булған вирустарҙың йәки микробтарҙың һөжүме арҡаһында ауырыу башлана тип яҙа, дауалау юлдарын, ысулдарын билдәләй.

800 йыл үткәндән һуң Луи Пастер Әбү Ғәлинең вирустар тураһындағы яҙғандарын дөрөҫ тип иғлан итә, сөнки ул эксперименталь юл менән инфекция таратҡан күҙәнәктәрҙе аса.

Әл-Бируни менән ҡатнашып, теге йәки был йүнәлеш буйынса һүҙ көрәшиереп йәшәгән ваҡытын Әбү Ғәли Сина үҙе өсөн иң файҙалы осор тип һанай, сөнки был киң мәғлүмәтле энциклопедис дуҫынан ул бик күпте ала, унан өйрәнә, кәрәк саҡта бәхәскә керә. Улар бер-береһенә ярҙам итеп эш башҡарыуҙы мөҡәддәс бурыс тип һанайҙар. Шулай итеп, ике ғалим бер-береһенә күңел бөтөнлөгө, рухи байлыҡ биреп йәшәйҙәр.

 

                            Әл-Бируни

                              

Әбү Рәйхан ибн Әхмәт әл-Бируни Хорезм ерендә урынлашҡан Кәт ҡаласығында 973 йылдың 4 октябрендә донъяға килә. Хәҙер был ҡаланың исеме Бируни һәм ул ул Ҡараҡалпаҡ республикаһында урынлашҡан.

Әл-Бируни математика буйынса һәм фәлсәфәүи белемдәр ала Уның яратҡан һәм файҙалы белем биргән уҡытыусыһы Кәт ҡалаһында йәшәгән астроном һәм математика белгесе Ибн Ираҡ. Гургандж ҡалаһы әмире тыуған ҡалаһын баҫып алғандан уң, Әл-Бируни Рей ҡалаһына күсә һәм әл-Ходжанди лабораторияһына эшкә урынлаша. Һуңыраҡ әмир Шәмс әл-Мәғәли һарайында эшен дауам итә. Хорезмды Мәхмүт солтан яулап алғандан һуң, ул ошо әмирҙең һарайында эшләй башлай. Мәхмүт әмирҙең Һиндостанды баҫып алыу походында ҡатнаша, шунда йәшәй, ғалим булараҡ тикшеренеү эштәрен дауам итә. “Һиндостан, йәки аҡылға һыйған йәиһә һыймаған һинд тәғлимәттәре тураһындағы китап” ты яҙып тамамлай.

 Ул ошоға тиклем булған төрлө халыҡтарҙың календарҙарын бергә йыйып һәм өйрәнеп “Хронология йәки элекке быуындар һәйкәле” тигән трактат яҙа.

Астрономия йүнәлеше буйынса ғына уның 45 ғилми яҙмалары билдәле. “Астрономия һәм йондоҙҙар торошо буйынса Мәҡсүд ҡанундары” исемле эше бик юғары баһалана. Ул ҡояштың әйләнеше һәм ай фазалары буйынса теүәл ҡараш, ғилми тәғлимәт барлыҡҡа килтерә, Ҡөръән аяттары аша дауаланыуҙы хуплап яҙа.

1048 йылдың декабрь башында Газни ҡалаһында 75 йәшендә вафат була. 

Әл-Бируниның математика буйынса яҙған хеҙмәттәре бөгөнгө көндә лә актуллығын юғалтмаған, шул арҡала уның исеме тарих биттәренә уйылып ҡалған.

  

Бындай табиптар христиан динен тотҡандар араһында ла бихисап. Миҫал өсөн күп йылдар монах булып торған, Ливан христианы изге Шарбель Маклуф (Юссеф Антуан Макхлауф) хикмәттәрен миҫалға алайыҡ.

Шарбель

Шарбель Маклуф ғүмер ахырына тиклем биоэнергия ҡулланып, кешеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә, ғәжәбе шул: үлеп киткәс тә бөгөнгө көнгә тиклем кешеләрҙе дауалауын дауам итә, ә тәне һис тә тарҡалмай йоҡлаған кешенеке кеүек ҡала бирә. Тағы уның тәненән ниндәйҙер яҡты нур бөркөлә. Кешеләр уға күҙ ташлап ҡына һауығыуҙары билдәле. Монах санын алған саҡта Юссефҡа “Шарбель” тигән яңы исем ҡушыла, был һүҙ - “батша” тигән мәғәнәне бирә.

Ул 1828 йылда донъяға килә, биш баланан торған ҙур ғаиләлә үҫә. Юссеф бәләкәй сағында уҡ атаһы армияға алына һәм шул саҡтарҙа барған һуғыштарҙың береһендә ҡорбан була. Биш баланы күтәрер өсөн әсәһе бик дини булған бер иргә бара. Үгәй атай Юссефты бик иртә тип тормай уҡырға, яҙырға өйрәтә, ул дини китаптарҙы ҡулынан төшөрмәй уҡырға әүәҫ булып китә. Малай шулай уҡ ғибәҙәт ҡылырға өйрәнә. Тиктормаҫ малай бөтәһенә лә өлгөрә: тауҙарҙа кәзәләр көтә, сиркәүгә барып төрлө эштәрҙә ярҙам итә, урындағы сиркәүҙә уҡыуын дауам итә, хорында йырлай. Бөтәһе лә ҡәҙимгесә бара, ләкин Юссефтың ҡолағына ниндәйҙер тауыштар ишетелеүен белеп ҡалған әсәһе ҡурҡып китә: “Күп уҡыу арҡаһында алйотланып ҡына китмәһә ярар ине”, тип уйлай ул. Ә малайҙың ҡолағына ваҡыты-ваҡыты менән ысынлап та тауыштыр ишетелә, ул хатта ошо тауыштар менән әңгәмә лә алып барған ваҡыттары була. Тауыштар уға: “Әҙерлән, күберәк уҡы, тиҙҙән священник буласаҡһың”, - тиҙәр. Күпләп ғибәҙәт ҡылған өсөн малайҙар ҙа уны: “Изге кеше”, - тип үсекләйҙәр, ләкин ул иптәштәре һүҙен еңел генә үткәрә, уларға ҡаршы үҙ әйтмәй, һүҙ көрәштермәй, бер үҙе ҡалыуҙы хуп күрә. Тиҙҙән ауыл эргәһендәге бер тауҙа инеп ултырырлыҡ ҡыуышлыҡ табып, буш ваҡыттарын шунда үткәрә, дини китаптар уҡый, үрҙән килгән тауыш уға монах буласаҡһың ти, шуға күрә ул монах булырға әҙерләнә башлай. Ҙурайған һайын тиҫтерҙәренән айырылыу йышая бара. Тора-бара дуҫтарынан Мариам исемле бер ауылдаш ҡыҙыҡай ғына ятып ҡала. Мариам менән ул дини темалар буйынса гәпләшә, бергә уйнайҙар.

Ваҡыт уҙа. Мариам тик ошо егетте ярата, артабанғы тормошон Юссеф менән бергә генә күҙ алдына килтерә. Ләкин уйламағанда,  егерме өскә киткән егет бер көнө ҡапыл ауылдан юғала. Юссефтың әсәһе Бригитта тәүҙә иҫе китмәй, ҙурайған, үҙ- аллы булған, бөгөн-иртән ҡайтып төшөр, тип уйлай. Ләкин егет тыуған ауылында башҡаса күренмәй.

Шулай итеп, Юссефтың юлы монастырға барып төкәлә. Семинарияла уҡый, унда төп остазы булып Ниматулла Кассаба әл-Хардини (1808-1858 йй.) дәрестәр бирә.   

Артабан Юссеф изге Марон исемендәге Аннайе монастырендә тормошон дауам итә. Бында, монах булып алғандан һуң, кешеләрҙе дауалау менән даими шөғөлләнә башлай һәм ғүмеренең аҙағына тиклем дауам итә. 1898 йылда ошо уҡ монастырҙа вафат була, үлгәс тә тәненән аҡ нур тарала башлай. Тән тарҡалмай. Шуға күрә уны күммәйенсә гробҡа һалып һәм ябып ҡуйып, монастырҙың бер мөйөшөндә тотоуҙы хуп күрәләр.  

Кем теләй Шарбелдың төйәк иткән еренә барып күреп дауа ала. Кем Ливанға бара алмай фотоһүрәтенә ҡарап йәки уны ауыртҡан урынға ҡуйыу алып ауырыуға ҡаршы тороу христиандар араһында киң таралған. Һауығыусылар бихисап.

Шарбель тураһында яҙыусылар күп. Шуларҙың береһе Анатолий Баюканский былай тип яҙған:

 

Перед нами почти уникальный фотоснимок. На дворе 1950 год. Отец Шарбель, как вы знаете, умер в 1898 году. Прошло болше полсотни лет, когда по решению Патриарха Ливана и всего Востока, вскрыли гроб с телом отца Шарбеля. Вскрыли и поразились. Не поверили своим глазам, как трудно поверить в это и нам. В гробу - человек, который умер будто пару дней назад. Никакого тления, руки и ноги гибки,глаза прикрыты, как у спящего человека...

Долгое время этот снимок был засекречен, но мы первыми из россиян получили возможность его увидеть. И еще больше уверовать в бога  (36, 204-се бит).

Кеше тәненең үлгәндән һуң таралмауы һаман да ғәжәп хәлдәрҙең береһе булып ҡала килә.

    

Кешеләрҙе дауалау, күрәҙәселек итеүгә һәләте булған тағы бер изге йәнде яҙып үтәйек. Ул - Болгария табибы - Ванга.                                  

 

                                    Ванга

Кем һуң  ул Ванга?

Ул бөтә донъяға билдәле булған Болгария табибы, күрәҙәсеһе бөйөк Ванга, йәғни Евангелия Димитрова ().

Ул хәҙерге Македония Республикаһының Струмица ауылында 1911 йылдың ғинуарында тыуа. Атаһы Панде Сурчев, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, мал тота, иген сәсә, әсәһе Параскеве өй эштәре менән булыша.

Вангаға өс йәш тулып үтеүгә әсәһе ауырып үлеп китә. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән атаһын һуғышҡа алалар, Ванга күршеләрендә буй еткерә. Атаһы һуғыштан ҡайтҡас та ҡыҙын үҙенә ала, өйләнә, тора биргәс яңы урынға Македонияның Новосело исеме менән аталған, атаһының тыуып үҫкән ауылына ғаилә менән күсеп китәләр. Ошонда йәшәгәндә, ҡыҙыҡайға ун ике йәш тулып үтеүгә бәлә килә: Ванга апайҙары менән баҫыуҙан өйгә ҡайтып килгән ваҡытта ҡойонға эләгә, көслө ел уны күтәреп алып ергә һуға, күҙҙәренә ҡом тула. Ҡом күҙҙәрҙе йәрәхәтләй, шул арҡала ул тома һуҡыр булып ҡала. Дауалап ҡарауға мәтди мөмкинлек булмай. 1925 йылда атаһы Ванганы Сербияла урынлашҡан Земун ҡаласығындағы һуҡырҙар йортона уҡырға ебәрә. Ҡыҙыҡай бында аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә өйрәнә, ә иң мөһиме “Брайл азбука”һы буйынса шөғөлләнә һәм текстарҙы уҡый, яҙа ала башлай. Брайл системаһындағы яҙыу рам эсендә урынлашҡан өс юллы икешәрҙән урынлашҡан алты нөктә тишектән тора. Шул тишектәрҙең ҡайһыныһы күтәрелеп, ҡабарып тора, шуға ҡарап хәреф таныла. Мәҫәлән, һул яҡ өҫкө мөйөштәге бер нөктә-тишек ҡалҡып торһа, “а” хәрефе, һул рәттәге өҫкө һәм урта тишек-нөктә өҫлө-аҫлы ҡабарһа - “в” хәрефе була. Яҙғанда биттең артҡы яғынан сәнсеп киреһенсә яҙырға кәрәклеге ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра икән.

Өс йылдан һуң уҡыуҙы тамамлап ул Струмицалағы тыуып үҫкән ата йортона ҡайта, сөнки был ваҡытта үгәй әсәһе үлгән, ә атаһы аҡса эшләр өсөн ҡырға сығып киткән була.

1941 йылда уның “күҙенә” ялтыр төҫлө кейем кейгән һыбай ир-егет күренә. Ул килеп һөйләшеп киткәндән һуң, Вангелинаның ғәҙәттән тыш булған ғәжәп һәләттәре асылып китә. Ул тол ҡатындарға һуғышта йөрөгән ирҙәренең тереме-юҡмы, тере булһа ҡасан ҡайта, ҡайтһа, имен-һау көйөмө, әллә зәғифләнеп ҡайтамы - барыһының да һорауҙарына яуап биреп ултыра. Күрәҙәлегенең тап килеүе халыҡ араһында абруйының күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Ванганың бындай һәләтен ишетеп, 1942 йылдың 8 апрелендә Болгария батшаһы Борис III килеп оҙаҡ ҡына ваҡыт һөйләшеп ултыра, иленең, үҙенең киләсәге тураһында белешә. Һуңыраҡ Ванга әйткәндәре тулыһынса тиерлек тап килә.

1942 йылдың майында ул Димитр Гуштер исемле егет менән сәсен сәскә бәйләй һәм улар Петрич ауылына күсеп киләләр. Бында Ванга кешеләрҙе күпләп ҡабул итә, уларҙың ауырыуҙарына дөрөҫ диагноз ҡуя, дауаланыу юлдарын өйрәтә, йәки шундай-шундай табибҡа барырға ҡуша, табибтың исем, фамилияһын, эшләгән урынын дөрөҫ итеп әйтеп бирә. Ғәҙәттә кешеләрҙе ул бушлай ҡабул итә, ҙур булмаған күстәнәстәрен алып ҡалырға ризалыҡ бирә. 1967 йылда Болгария хөкүмәте Ванганы “дәүләт хеҙмәтсеһе” (госслужащий) итеп нарыҡлай һәм кешеләрҙе ҡабул иткән эше өсөн айына 200 лев аҡса түләй башлай. Килгән кешеләр хәҙер аҡса түләү шарты менән ҡабул ителәләр, айырым кассир тотола, ул йыйылған аҡсаларҙы хөкүмәткә тапшыра бара.

Дауалау ысулдарын өйрәтеү менән бер рәттән күрәҙәсе ошондай бик кәрәкле кәңәштәр биргән:

 

- Дарыу үләндәрен тик үҙең йәшәгән урындан ғына йыйырға тырыш, улар күберәк файҙа бирер;

- Доза йәки пропорцияны үҙең күҙҙән үткәр, яҡынса ал, көслө булһа - компонентын бүҫкәрт, көсһөҙ булһа - өҫтәңкерәп ҡара;

- Виноград ашау, һутын эсеү дөйөм һаулыҡты нығыта, унда кешегә кәрәкле тиҫтәләгән кислоталар һәм шәкәр (глюкоза, фруктоза) компоненттары бар. Шулай уҡ витаминдарҙың ҙур төркөмө унда;

- Балсыҡты ҡулланырға өйрән, ул һиңә кәрәкле минерал, бигерәк тә үҫеп барған балаларға кәрәк. Уларға һыуға болғап балсыҡ эсергә бирегеҙ,балсыҡ эстәге токсиндарҙы ҡыуыр, ашҡаҙанды таҙартыр  (37,53-54, 87-88-се биттәр).

1996 йылдың авгусында Ванга рак ауырыуынан вафат була. Табибтар тәҡдим итһәләр ҙә үҙенә операция яһауға ҡәтғи риза булмай ул, үлер көнөн алдан уҡ әйтеп ҡуя һәм ул бер көнгә лә  яңылышмай.                                               

Ванганың теге донъялағы кешеләр менән бәйләнешкә инеүе ғәжәпләндерә. Ул үлгәндәр менән дә әңгәмә ҡора алған, уларҙан ниндәйҙер мәғлүмәттәр алған. Донъяуи ғалимдар бындай хәлде бер-нисек тә аңлата алмайҙар әле, шулай ҙа “ерҙең мәғлүмәт йыя торған сфераһы” булырға тейеш, тип фараз итәләр. Мәҫәлән, академик В.И. Вернадский:“Биосфера һәм атмосферанан башҡа   тағы бер аралыҡ: ноосфера ( аҡыл бүлеге) ерҙе уратып алған, унда бөтә булған мәғлүмәт йыйыла бара. Кемдең юғары һәләте һәм рөхсәте бар, шулар ғына ноосфера менән бәйләнешкә инеп теләһә-ниндәй мәғлүмәттәрҙе унан алыуы мөмкин һәм шундай информацион ялан ерҙе уратып алған булырға тейеш”, тип фараз иткән (38).

Бәлки, академик дөрөҫ булғанды күҙаллайҙыр!?

Ҡайһы бер яҙыусылар Ванга рәткә яңылышыр булған, ләкин ул турала әйтмәгәндәр, тип яҙалар (Евгений Александров, Бедрос Киркоров). Бәлки, шулайҙыр ҙа, ләкин ниндәйҙер яңылышлыҡтар кешенең ғәҙәттән тыш булған һәләтен ҡаплай алмауы көн кеүек асыҡ.

Алда ғәҙәттән тыш булған һәләттәре булған Мөжәүер хәҙрәт тураһында ла яҙып үткәйнек. Тимәк, Йыһан ваҡыты-ваҡыты менән һәләтле кешеләрен ебәреп тора.

                       17. Мөғжизәләр

               

Кем нисек уйламаһын тормошобоҙҙа мөғжизәләр булған һәм булып тора. Шуларҙың бер-нисәһен яҙып үтәйек. Ышанһаң - ышан, ышанмаһаң - юҡ, ләкин фәһем ал!

                     Айҙа - аҙан тауышы

 

1969 йылдың 20 июле.

Сенсация: Америка космос корабле “Аполлон-11 Айға килеп төштө. Армстронг Ергә: “Бөркөт Айға ултырҙы”, - тип хәбәр ебәрҙе. Бер төркөм астронавтар: Амстронг, Олдринг, Коллинз караптан сығып, Ай тупрағына баҫтылар. Был турала Ерҙән космоүҙәктә ҡарап, ишетеп, күреп ултырыусылар шатлыҡтарынан баш түбән киләләр, айға беренсе тапҡыр кеше аяғы баҫты: шатланмаҫлыҡмы ни?

Астронавтарҙың бөтәһе лә христиандар. Уларҙың үҙ-ара һәм Ер менән һөйләшкән һәр һүҙе магнит таҫмаһына яҙылып бара. Ерҙәгеләр тын алмай тыңлай. Караптан сығыу менән улар өсөн аңлайышһыҙ булған нимәлер күренде, буғай, үҙ-ара фекер алышыу башланды.

Олдринг: Беҙ ҙур китапҡа оҡшаған ниндәйҙер әйбер күрәбеҙ.

Амстронг: Ике ярты түңәрәккә оҡшаған, дөрөҫөрәге - асылған гигант китап, шикелле.

Коллинз: Мин сектанттың торошон үҙгәрттем, ысынлап та был - бите асылған ҙур китап был әйбер.

Ер (Космик үҙәк): Һеҙ нимә лығырҙайһығыҙ унда, Айҙа ниндәй китап булыуы мөмкин!

Бәйләнеш өҙөлөп тора.

Икенсе көндө китап юҡҡа сыға, ләкин ниндәйҙер көслө сыйылдаға тауыш наушниктарҙы ҡалтырата, ут һүндереүгә барған янғын машинаһы сиренаһына ныҡ оҡшаш.

Коллинз: Ер! Ер! Мине ишетәһегеҙме? Сиренаға оҡшаш тауышты һүндерегеҙ әле! Һөйләшеп булмай. Былай барһа - мин һаңрау ҡаласаҡмын.

Ер: Был сирена Ерҙән түгел! Ҡарағыҙ әле: яҡын-тирәлә тағы бер космик карабы ултырмаймы?

Амстронг: Ә хәҙер ниндәйҙер музыка башланды. Нишләп шаяраһығыҙ әле!  Ер! Музыкағыҙҙы һүндерәһегеҙме - юҡмы?

Ер: Беҙҙең приборҙар теүәл эшләй. Бында бер-ниндәй ҙә тауыш юҡ. Музыка тауышы тик һеҙҙән аша килеп тора.

Олдринг: Был ни ғәләмәт! Аңлаша алабыҙмы - юҡмы? Был музыка тик һеҙҙән аша килә бит!

Өсөнсө көн Армстронг тағы Ай тупрағына аяҡ баҫа. Ниндәйҙер сигналдан һуң асыҡ итеп: “Әшһәдү лә иләһа иләллаһ”,- тип әйтелгән һүҙҙәрҙе ишетә. Артабан: “Ашан махатба рассамбала”, - тигән һүҙҙәр әйтелә.

Ер: Эй, кем унда сит телдәрҙә һөйләшә?  

Армстронг: Белмәйем әле. Үҙем аптырап торам.

Ер: Тағы осоусы тәрилкәләр унда бармы әллә? Музыкала ниндәй һүҙҙәр бар?

Коллинг: Ашан махатба расамбалла... Һинд теленә оҡшағандай, минеңсә.

Армстронг: Мин һуңғы һүҙҙәрҙән алда “Әшһәдү лә иләһа илләлаһ” тигән һүҙҙәрҙе ишеттем. Был һүҙҙәрҙе тыңлаһаң - нисектер һәйбәт булып ҡала. Минеңсә, Африка континенты радиостанцияһынан булыуы бик мөмкин...

Олдринг: Мин фрекансты икенсе тулҡынға шылдырҙым: тағы шул музыка ишетелә. Был тауыш Айҙың үҙенән килә, радиотулҡын аша түгел. Ышаныуы ҡыйын булһа ла - шулай.

Ер: Һеҙ нимә, Айҙа йөрөйбөҙ тип, шатлығығыҙҙан аҡылдан шаштығыҙмы әллә? Һауаһыҙ киңлектә ниндәй тауыш таралыуы мөмкин?

Коллинг: Ул ваҡытта был нәмә тип уйлайһығыҙ? Осоусы тәрилкәләр типме?

Армстронг: Осоусы тәрилкәләр китап формаһында буламы ни ул? Булмай.

Ер: Ғәжәп хәл! Унда тағы ниндәй Йыһан радиотулҡыны булыу мөмкин! Бәлки, китап, музыка, кеше тауыштары - һеҙҙең уй-фекерегеҙ сағылышылыр?

Армстронг: уйҙарҙы камераға яҙып булмай, күҙ алдына килтереүҙе пленка эләктерә алмай. Һеҙ нимә?...

Ер: Ярай, ярай! Һеҙ һөйләгәндәрҙе дөрөҫ итеп аңлап торабыҙ! Ләкин нисек итеп тауыш тулҡындары бушлыҡта тарала икән? Бына шуныһы беҙҙе ғәжәпләндерә...

Астронавтар ергә әйләнеп ҡайтҡас та ҡабат-ҡабат кассета яҙыуын белгестәр менән бергә тыңлайҙар. NASA-ның яуаплы секретары Аль-Баз: “Был тауыштар ғәрәп телендә изге аят уҡығандағы көй фрагменттары”, - тигән бер яҡлы һығымта яһай.

Был мәғлүмәттәрҙе халыҡтан йәшереп тороу файҙаға булыр тигән ҡарар ҡабул ителә.

Ун йыл үтә. Армстронгты Мысырҙа үткәрелгән көнференцияға саҡыралар. Аҙан тауышын ишеткән астронавт: “Бына ошондай тауыш һәм көҙө Айҙа йөрөгәндә ишеттем”, - тигән хәбәр һала. Ул арала NASA- ның бер белгесе яңы беҙ килтергән Ер менән Ай араһынлағы бәйләнеш-һөйләшеүҙе киң халыҡ массаларына еткерә. Һәм был мәғлүмәттең дөрөҫ икәнен төрлө ил мәғлүмәт саралары иҫбатлай.

                                                        Доктор Халик Нур Баки. 

               Измитта (Төркиә) ер тетрәү

1999 йыл, 7 ноябрь.         

Төркиәлә ҡот осҡос хәл -ваҡиға була: ер тетрәй һәм тотош бер ҡала күҙ асып йомған арала юҡҡа сыға. Ер тетрәүҙең үҙәге (эпицентр) Измит ҡалаһында урынлашҡан Америка Ҡушма Штаттары флоты базаһына тап килгән була. Иран гәзите “Шәйхан” яҙыуынса, был көндө, ошонда базаһы булған Америка флоты етәкселеге ҡалала ҙур байрам ойоштора. Америка, Төркиә, Израилдән ҡунаҡтар саҡырыла. Байрамда һәммәһе өс меңдәр ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнаша, ярым-яланғас ҡатын-ҡыҙҙар байрамды “биҙәй”. Ашап-эсеп алғандан һуң АҠШ генералдарының береһе “Ҡөръән” китабын мосолман булған өлкән лейтенантҡа табып килтерергә һәм аяттар уҡырға ҡуша. “Ҡөръәнде Аллаһ һаҡлай”, - тигәнде уҡығас та генерал үҙенсә “шоу” ойоштора, изге китапты тартып алып, йыртҡыслап аяҡ аҫтына һала: “Ҡөръәнде һаҡлайым тигән йән эйәһе ҡайҙа ул?” - тип һөйләнә-һөйләнә тапай ташлай. Аллаһтың асыуынан ҡурҡҡан өлкән лейтенант тышҡа сығып йүгерә. сәғәтенә ҡарай: төнгө сәғәт өс тулып тора.

Тағы өс минут үтә. Яңы ғына өлкән лейтенант сығып йүгергән Һарай һәм нефть эшкәртеү заводы тапҡырында ҡот осҡос ҙур ут бағаналары пәйҙә була. Һарай торған урында шартлау яңғырай һәм АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ базаһы менән ял иткән һарай бинаһы, унлағы күҙ асып йомған арала утҡа болғанып, ер аҫтында ҡала...

Был ер тетрәү арҡаһында 17 мең кеше һәләк була, 20 мең кеше эҙһеҙ юғала.

Ер тетрәү фәжиғәһе американдарҙың эскелек ойоштороуҙарына нисектер тап килеүе мөмкиндер, әлбиттә, әммә хәҙерге ваҡытта бөтә урындарҙа ер тетрәүҙе алдан күрһәтерлек приборҙар бар саҡта ни өсөн ҡала урындағы власть тарыфынан алдан иҫкәртелмәгән? Нигә ҡала буласаҡ ер тетрәүгә әҙерләнмәәгән? Нишләп күрше илдәрҙәге сейсмографтар күрһәтмәгән, тигән бихисап һорауҙар кешеләрҙә тыуа.

Был вәжиғә тураһында гәзиттәрҙә яҙып сыҡтылар, телеканалдар күрһәтте, мәғлүмәттәр интернетҡа һалынды.

 

                      Иң бөйөк шәхес кем?

 

Америкала ғүмер һөргән ғалим һәм яҙыусы Майкл Харт ер йөҙөндә “иң бөйөк шәхес” тип һаналған йөҙ кешенең исемлеген аныҡлап китап яҙып сығарырға була. Бының өсөн компьютер ҡулланыла. Уға бер ай дауамында кәрәкле параметрҙар һалына һәм йөҙ бөйөк шәхес маниторға килеп сыға. Хәҙер иң бөйөк шәхес кем икәнен белгеһе килә Харттың. Кәрәкле кнопкаларға баҫып һорау биргән ыңғайы компъютерҙа: “Мөхәммәт пәйғәмбәр” тигән яҙыу килеп сыға. Тағы, тағы һорау бирә Харт, ләкин ураған һайын шул уҡ яуапты ала.

Компьютерҙың мәғлүмәт базаһын ҡулланып, Майкл Харт “Йөҙ бөйөк кеше” (Michael Харт is "One hundred great people") исемле китап яҙа, ул рус телендә лә сыға (39(.

Китаптың Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә арналған бүлегендә ул былай тип яҙа:

... Так как христиан в мире примерно в два раза больше, чем мусульман, то может показаться странным, что Мухаммад здесь поставлен впереди Иисуса. Но для этого есть два важных основания. Во-первых, Мухаммад сыграл более важную роль в развитии ислама, нежели Иисус в развитии христианства. Хотя Христос заложил основы морали и философии христианства (поскольку эти нормы отличаются от иудейских), но именно святой Павел, внесший основной вклад в создание христианского богословия, является автором значительной части Нового Завета и чрезвычайно много сделал для умножения количества верующих. Вероятно также, что относительное влияние Мухаммада на мусульман сильнее, чем соединенное влияние Христа и святого Павла на христиан. А на чисто религиозном уровне, по-видимому, влияние Мухаммада на историю человечества было не меньше, чем влияние Христа. Кроме того пророк, в отличие от Христа, был не только религиозным, но и светским лидером. Если учесть его роль как вдохновителя арабского завоевания, то его можно считать едва ли не самым влиятельным политическим вождем всех времен.
Ничего подобного не случалось до Мухаммада, и нет оснований полагать, что эти завоевания могли быть осуществлены без его участия. Единственный сравнимый пример в истории – монгольские завоевания XIII века, осуществленные прежде всего благодаря влиянию Чингисхана. Но те завоевания, хотя и более обширные, чем арабские, оказались лишь временными, и сегодня монголы занимают примерно ту же территорию, что и вначале при Чингисхане. Не так было с арабами. От Ирака до Марокко простираются арабские государства, объединенные не только исламской верой, но и общим языком, историей, культурой. Коран, написанный именно на арабском языке, вероятно, спас этот язык от распада на ряд различных диалектов, что вполне могло случиться за почти 14 столетий. Конечно, между арабскими странами есть и различия, и противоречия, но они не должны заслонять от нас существенных черт, которые всех их объединяют.
Итак, последствия арабских завоеваний VII века продолжают оказывать существенное влияние на жизнь человечества и сегодня. Вот это соединение огромного религиозного и светского влияний и заставило меня выделить Мухаммада как уникальное историческое лицо».

* * *                                     

Христиан динендә булып та Исламға ҡараштарын төбәгән күренекле шәхестәр бихисап. Мәҫәлән, инглиз ғалимы лорд Давенпорт: “Европа тарҡалыу алдында: наркотиктар ҡулланыу, эскелек, әшәкелек, енси ауырыуҙар, талау, үлтереү һәм башҡа төрлө енәйәттәр тормошобоҙҙа киң таралды. Был бәләләрҙән ҡотолоу юлы берәү генә: Ислам юлына баҫыу, башҡаса юл юҡ”, - тип яҙа үҙенең “Иманлы Мөхәммәт һәм изге Ҡөръән” ("Muhammad blessed and sacred Коран") исемле китабында.

Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой (1828-1910) бер ни тиклем ваҡыт башҡорттар араһында йәшәй һәм ислам юине менән бик ҡыҙыҡһына, уны хәҙерге көн талаптарына тулыһынса тап килгән дин тип һанай. Өлкән йәштәргә еткәс, йәшәү мәғәнәһен тәрәнерәк аңлау маҡсатында, үлем һәм тереклек, изгелек-әшәкелек, яҡшылыҡ-насарлыҡ, гонаһ һәм иман фәлсәфәһе менән яҡындан ҡыҙыҡһына, Ислам тәғлимәтенә иғтибарын йүнәлтә. Христиан дине тәртиптәрен тәнҡитләгән өсөн, уға анафема (ҡәһәр) уҡып, сиркәүҙән ситләштерәләр. Ошо арҡала дуҫтары, туғандары унан йөҙ боралар. Ул, һикһәнде үткән ҡарт, күңел тыныслығы таба алмай йонсой, өйҙәгеләр ҙә уны аңламай. Ошо арҡала 81  йәшлек яҙыусы өйҙән сығып китеп, Астапово станцияһына етә алмай юлда үлеп ҡала.

Л. Н. Толстой үлерҙән бер-ике йыл алда Векилова фамилиялы бер рус ҡатыны уға хат яҙа, улдарының Исламға күсергә теләктәре барлығын һәм был осраҡта нишләһәң дөрөҫ була икән тип һорау бирә һәм кәңәш һорай. Был хатҡа Лев Николаевич яуап хаты яҙа, яуап хатын уҡығандан һуң яҙыусының уй-фекерен бер аҙ күҙалларға була. Ул Ислам динен иң алдынғыһы тип һанай  һәм унда ошондай һүҙҙәр ҙә бар:

 

Что касается до самого предпочтения магометанства православию..., я могу только всей душой сочуствовать такому переходу. Как ни странно это сказать, для менә, ставящего выше христианские идеалы и христианское учение в его истинном смысле, для меня не может быть никакого сомнения в том, что магометанство по своим внешним формам стоит несравненно выше церковного православия. Так что, если человеку поставлено только два выбора: держаться церковного православия или магометанства, то для всякого разумного человека не может быть сомнения в выборе и всякий предпочтет магометанство с признанием одного догмата, единого Бога и его пророка, вместо того, сложного и непонятного в богословии - Троицы, искупленияЮ таинств, святых и их изображений и сложных богослужений...”

                                       Ясная поляна, 15марта 1909 года.

 

Билдәле немец шағиры Гёте Ислам тураһында былай тип яҙып ҡалдырған:

 

Как глупо так и эдак воспевать

Свои суждения, думайте сами!

Ведь если ислам - покорность богу

Мы все живем и все умрем в исламе (40 , 67 - c е бит).

Рус яҙыусыһы А.С. Пушкиндың да Ислам темаһына яҙған шиғыры бар:

С небесной книги список дан

Тебе пророк, не для строптивых,

Спокойно возвещай Коран,

Не понуждая нечестивых.

Почто ж кичится человек?

За то ль, что наг на свет явился,

Что дышит он недолгий век,

Что слаб умрет, как слаб родился?

За то ль, что Бог и умертвит

И воскресит его по воле?

Что с неба дни его хранит

И в радостях и в горькой доле?

Творцу молитесь: он могучий:

Он правит ветром: в знойный день,

На небо насылает тучи;

Дает земле древесну сень.

Он милосерд. Он Магомету

Открыл сияющий Коран,

Да притечем и мы ко свету,

И да падет с очей туман.

И.А. Бунин Исламға арнап тиҫтәләгән шиғырҙар яҙған. Шуларҙың береһе Ҡөръән әйткәндәрҙе тыңларға, уның ҡанундарын теүәл үтәргә кәңәш итә:

Проклят тот,

Кто велений Корана не слышит.

Проклят тот,

Кто угас для молитвы и битв,-

Кто для жизни не дышит

Как бесплодный геджас.   

 

 

Икенсе шиғыры Ҡәҙер төнөнә арналған:

 

Ночь ал-Кадра

                                             В эту ночь ангелы сходят с неба

                                           Коран, 97:4

Ночь Аль-Кадра. Сошлись, слились вершины,

И выше к небесам воздвиглись их чалмы.

Пел муэззин. Еще алеют льдины,

Но из теснин, с долин уж дышит холод тьмы.

 

Ночь Аль-Кадра. По темным горным склонам,

Еще спускаются, слоятся облака.

Пел муэззин. Перед Великим Троном

Уже течет, дымясь, Алмазная Река.

 

И Гавриил – неслышно и незримо –

Обходит спящий мир. Господь благослови

Незримый путь святого пилигрима

И дай земле Твоей ночь мира и любви!

                 Тарас - Әбделкәрим

Утыҙға етеп барған Тарас Григорбевич Черниенко бәләкәй саҡтан үҙенең һәләте менән кешене таң ҡалдыра. Өс йәштә саҡта уҡ ул башланғыс синыф уҡыусылары кимәлендә фекерләй.

“Мин Тарас менән Санкт-Петербург мәсетендә намаҙға килгән сағында осраштым, - тип яҙа “Татарстан хәбәрләре” корреспонденты Рахим Теляшев. - Шунда мин унан бер-нисә һорауға яуап биреүен һораным. Ул шунда уҡ ризалығын бирҙе.

- Һинең Исламға күсеүең нисек булды, тиҙ араламы, яйлапмы?

- Исламға килеү осором минең бик яй һәм оҙаҡ барҙы. Тәүҙә мин Тәүрәтте өйрәндем, шуны уҡып сығыр өсөн хатта иврит телен өйрәнергә тура килде. Шунан Библия менән таныштым, артабан Ҡөръәнде ҡулға алдым.

 - Иудаизм һәм христиан диндәрен Ислам менән сағыштырып унда ниндәйҙер өҫтөнлөк күрҙегеҙме?

- Өс диндең оҡшашлыҡтары ла бар, әлбиттә. Христиан дине ҡанундары менән йәшәһәң, мәҫәлән, монахлыҡҡа күсеп, ерҙә тоа-бара тормош туҡтар ине. Ислам - алдынғы дин. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Белемде Ҡытайға барып булһа ла алығыҙ, уҡымышлылыҡ мосолманға хас”. Ислам фәнде юғары баһалай һәм, минеңсә, ҡасан булһа ла улар бергә ҡушыласаҡ.

Ислам алға ынтылған кешене ярата. Европала һәм Рәсәйҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ислам нигеҙҙәрен йүнләп белмәйҙәр, шуға күрә мосолмандарҙы аңламайҙар.

- Ислам тәғлимәте менән ҡасан таныштығыҙ?

- Ун дүрт йәштә. Әҙәби конкурста ҡатнашып, Иерусалим тураһындағы поэмамды уҡыған өсөн ете йөҙ һум күләмендә премия бирҙеләр. Шул аҡсаның бер өлөшөнә И. Крачковский тәржемә иткән Ҡөръәнде һатып алдым. Уны уҡыр өсөн ғәрәп телен өйрәнеүгә тотондом. Мин бөгөнгө көндә инглиз, украин телендә иркен һөйләшәм, урду һәм фарсы телдәрен өйрәнәм. Мин Кувейтта йәшәйем һәм уҡыйым, унда Һиндостандан килеүселәр күп. Мин төрлө телдә яҙылған өс йөҙ дана Ҡоръән йыйып алыуға ирештем.

- Бында уҡыуға бушлай ашау, бушлай уҡыу булыуы сәбәпсе булдымы?

- Юҡ. Мин хәлле ғаиләлә, мәтди яҡтан бик иркен йәшәнем. Ислам юлына мине белемгә ынтылыу ғына килтерҙе.

- Ислам менән ҡыҙыҡһыныуға атай-әсәйҙәр нисек ҡараны?

- Улар ҡаршы булманылар, дуҫтарым да мине аңланы.

-  Ҡыйын түгелме?

- Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә күп ҡыйынлыҡтарға осраған. Кешеләрҙе күркәмлеккә өйрәтеү - изге эш. Мин Исламды тулыһынса өйрәнеп алып, кешеләргә уның тәғлимәтен дөрөҫ итеп еткереү маҡсатын ҡуйҙым. Артабан һәр кемдең үҙ эше.

- Ҡөръәндең ниндәй сүрәләре һеҙгә бигерәк тә оҡшай?

- Йөкмәткеһе буйынса Ҡөръән уникаль һәм камил китап. Уға оҡшаған башҡа бер китап та юҡ. Ғәрәп телен белмәгән кеше лә уның энергияһын һәм көсөн тоя. Мин, академик Петровский кеүек, 12-cе һәм 56-сы сүрәләрҙе иң матуры тип һанайым.

- Әгәр Рәсәй тулыһынса Исламды ҡабул итһә, ил өсөн файҙалы булыр инеме?

- Эйе. Беренсенән, быуаттан-быуатҡа күсә килгән эскелектән ҡотолор инек, биҙрә-биҙрә йәштәрен түккән ҡатын-ҡыҙҙар булмаҫ ине. Әхлаҡ, тәртип үҙ урынын алыр ине, эшләүселәр күбәйеп иҡдисади яғыбыҙ нығыныр ине.

- Артабан нишләргә уйлайһың?

- Кувейтҡа арналған хеҙмәтемде тамамларға уйлайым. Көнбайыш-Ҡөнсығыш мәҙәниәтен яҡынайтыуҙа файҙалы булырға самалайым. Ҡасан да булһа төрлө халыҡ мәҙәниәте бер-береһенә үтеп инеп, бер-береһен байыҡтырып, халыҡтарға яңы рухи йүнәлеш бирәсәк. Етешһеҙлектәр бөтмәһә лә, минеңсә, улар күпкә әҙәйәсәк. Рустар, мәҫәлән, күпләп мосолманлыҡҡа күсһәләр, бәлки, эскелек кәмеп ҡалыр ине.

- Рәхмәт.

- Иншә Аллаһ. ( 41 )

 

      Капитан Кусто: Ислам - алдынғы дин

Францияла 7   миллиондан ашыуыраҡ мосолман иҫәпләнә. Париж архиепископы иҫәбе буйынса, Францияла христианлыҡты ташлап мосолман булыусыларҙың һаны 100 меңдән ашыу булып киткән һәм был һан артабан үҫә генә бара икән. Исламды ҡабул итеүселәр араһында төрлө кешеләр бар: дәүләт хеҙмәткәрҙәре, эшселәр, уҡытыусылар, табибтар һәм ғалимдар. Шундай ғалимдарҙың береһе, бөйөк океанограф, аквалангист, диңгеҙ һәм океан төптәрен тикшереүсе капитан Жак Ив Кусто ла Ислам менән ҡыҙыҡһына башлай. Бындай ҡыҙыҡһыныу һис көтмәгәндә һәм уйламағанда уяна. Жак Ив Кусто һөйләй:

 

- 1962 йылда беҙ Атлантик океан менән Урта диңгеҙҙең һыуҙары тоташҡан урында тикшеренеүҙәр башлап ебәрҙек. Маҡсат: уларҙың һыуы буталып, бер үк күрһәткесле массаға әйләнәме-юҡмы - шуны белергә. Ләкин улар осрашҡан урында ла һыу ҡатышмай булып сыҡты, әйтерһең ике даръя тоташҡан ергә күҙгә күренмәҫ таҫма бер һыуҙы икенсеһенә ебәрмәй торғандай. Ике һыуҙың үҙенсәлектәре: тоҙ составы, тығыҙлығы, тәме, башҡа күрһәткестәре, хатта тоташып торған урында ла, элеккесә ҡалыуы мине бик ғәжәпләндерҙе. Был турала Исламды ҡабул итеп, мосолман динен  тотҡан яҡын дуҫым, академик Морис Букайға ҙур шатлыҡ менән хәбәр иттем, яңы асыш яһауымды белгерттем.. Ләкин ул нишләптер был яңылыҡҡа әллә-ни иҫе китмәне, тыныс ҡына тыңлап бөткәндән һуң,  бындай хәл-торош Ҡөръәндә 1400 йыл элек үк әйтелгән ине, тип яуап бирҙе. Әлбиттә, был хәбәр мине тағы нығыраҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы һәм мин Ислам менән ҡыҙыҡһына башланым. Унда, ысынлап та, тап ошо турала яҙылған ине...  Мин шуға инандым: Ислам - алдынғы дин.

 

Хәҙерге ваҡытта интернет селтәрендә бәхәс бара: капитан Жав Ив Кусто мосолман булып үлгәнме әллә католик булыпмы? Беҙ был бәхәскә ҡыҫылмайбыҙ. Беҙҙең өсөн капитан Кустоның  файҙалы эштәр менән шөғөлләнеп йөрөүе, асыштары булыуы, халыҡты ҡыҙыҡһындырған күп китаптар яҙыуы, океан серҙәре тураһында фильмдар төшөрөүе мөһим. Ул бөтә ер йөҙөнә билдәле кеше: тырыш ғалим-тишеренеүсе һыу эсендә оҙайлы ваҡыт һәм уңайлы йөрөү өсөн акваланг уйлап таба, шылдырып алып йөрөмәле һәм һыу эсендә бер-ниҙән дә ҡурҡмай күҙәтеп ултырыу маҡсатында “Һыу аҫты өйө” төҙөй. Бына шулай итеп, бар планета кешеләренә кәрәк һәм файҙалы булған эштәр менән ғүмере буйына шөғөлләнә. 

Шуныһы билдәле: уны, мәрхүм булғандан һуң, католик дине тәртиптәренә ярашлы ерләйҙәр

Минеңсә, ул ниндәй диндә булып үтһә лә ярай. Эш унда түгел: дин өсөн бер кеше күберәкме, йәки әҙерәкме - уныһы әллә ни мөһим түгел. Академиктың Исламға күҙ һалыуы, мосолмандарҙың изге китабы әйткәндәре менән тулыһынса килешеүе, шуға инаныуы ҡиммәт.

         

     Морис Букай: Мин Исламды ҡабул итәм

“Библия, Ҡөръән һәм фән: изге яҙмаларҙы хәҙерге фән аша тикшереү” (“Библия, Коран и наука: исследование священных писаний в свете современной науки”) тип исемләнгән феноменаль хеҙмәттең авторы, билдәле хирург Морис Букай франсүз. Ул Францияла христиан динен тотҡан ғаиләлә тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йортоноң медицина факультетына уҡырға инә һәм уңышлы тамамлап, оҫта һәм Европала билдәле булған хирург булып китә. Бәлки шулай артабан да ауырыуҙарҙы дауалап аяҡҡа баҫтырыу эше менән ғүмеренең аҙағына тиклем шөғөлләнер ине, ләкин бер хәл-ваҡиға уның эшенә һәм тормошона ҡырҡа үҙгәреш яһай.  

Ғалимдар раҫлауынса, франсуздарҙың етәкселәре лә, халҡы ла  археология менән ныҡ ҡыҙыҡһына.

1981 йылда социалист Франсуа Миттеран президент булып һайланған ыңғайы Мысыр етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, тикшеренеүҙәр алып барыр өсөн, бер фирғәүендең мумияһын биреүҙәрен һорай. Мысыр властары ҡаршы килмәйҙәр һәм ул  фирғәүендең кәүҙәһе Францияға күсерелә. Тере саҡта был фирғәүен ҡаты күңеле тиран, халыҡты буштан-юҡҡа ҡыйырһытыусы булып исеме сыҡҡан әҙәм булған.

Саркофагта ятҡан мумияны бик тантаналы итеп ҡаршы алыу ойошторола. Самолеттан уны һалып алып китә торған автомобилгә тиклем ҡыҙыл балаҫ түшәлә. Былай итеп Францияла тик ил етәкселәрен генә ҡаршылайҙар.

Тикшереү алып барыусыларҙың етәксеһе итеп билдәле хирург Морис Букай тәғәйенләнә. Саркофагты Франция һәйкәлдәр үҙәгенә урынлаштыралар һәм уны төрлө яҡлап ҡарау, тикшереү эштәре башлана. Был эшкә билдәле археологтар, анатомистар, хирургтар саҡырыла. Морис Букай дөйөм етәкселек менән сикләнеп ҡалырға теләмәй, фирғәүендең ниндәй сәбәб арҡаһында үлеүен белергә теләп, үҙ тикшереүен үткәрергә тотона. Уны бер генә һорау борсой: нишләп был фирғәүендең тәне башҡа мумияланған фирғәүендәрҙеке кеүек серемәй, ә һыуҙан сығарылһа ла, шул көйө ҡала бирә? Мумияланыу ҡасан башҡарылған: һыуҙан алған ыңғайымы, әллә һуңыраҡмы?

Анализдар үткәргән ваҡытта ул компьютер аша тәндең бер-ни тиклем һыуҙа ятыуын билдәләй. Эргәһендәге хирург-коллегаһы Букайға был темаға ҡағылмаҫҡа кәңәш биреп, был фирғәүендең һыуға батыуы һәм уның боҙолмай ятыуы тураһында мосолмандарҙың Ҡәръәнендә яҙылған, тип Мористы ныҡ аптырауҙа ҡалдыра. “Нисек инде ул 1400  элек үк тик1898 йылда табылған мумия тураһында Ҡөръән яҙыуы мөмкин”, - тигән фекер йөрөтә ул, ләкин бер-ниндәй ҙә яуап таба алмай.

Бер-ни тиклем ваҡыттан һуң мумияны тикшереп бөтөп, Мысырға кире ҡайтаралар. Тиҙҙән уны Сауд Ғәрәбстанында үткән медицина буйынса ойошторолған халыҡ-ара конференцияға саҡыралар. Бында ул сығыш яһап, фирғәүендең тәне боҙолмауына ғәжәпкә ҡалыуын һөйләй һәм был турала Ҡөръәндә яҙылғанмы-юҡмы икәнен һорай. Конференцияла ҡатнашыусы мосолмандарҙың береһе яуап урынына Юныс сүрәһенең 91-92-се аяттарын уҡып ишеттерә. Унда былай тип яҙылған:

 

“Ә һин элек бойһонманың һәм боҙоҡлоҡ таратыусыларҙан булдың. Һәм һинән һуң килгәндәргә билдәле булһын өсөн бөгөн Беҙ һинең кәүҙәң менән ҡотҡарабыҙ. Ысынлап та күп кешеләр беҙҙең аяттарыбыҙҙан битараф”.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, Морис Букай тора ла: “Коллегалар! Мин Ҡөръәнгә тулыһынса ышандым һәм мосолманлыҡты ошонда уҡ ҡабул итәм, - тип сығыш яһай.

Францияға ҡайтҡас та ул ун йыл буйына Ҡөръәнде өйрәнеү менән мәшғүл була һәм хәҙерге асыштарға Ҡөръән аяттары ҡаршы килмәй тигән һығымта яһай.Библия Ҡөръән, фән бәйләнештәрен өйрәнеп, алда әйтеп киткәнсә, “La Bible , le Coran et la Science ” исемле китабын әҙерләп сығара.

 

                 18 . Суфыйсылыҡ ( تصوّف‎ )

 

“Суфый” һүҙе - йөн туҡыма кейеүсе мәғәнәһендә йөрөй. Суфыйсылыҡ - Ислам динендә зөһәдселек (аскетизм) йүнәлеше. Суфыйсылыҡ IX быуатта ҡала байҙарына, феодалдарҙың, руханиҙарҙың ҡомһоҙлоғона, кәйеф-сафа ҡороуҙарына, зиннәтле тормоштарына ҡаршы йүнәлтелгән хәрәкәт.

Суфыйҙар Ислам диненең байтаҡ йолаларын танымайҙар, ураҙа тотоп һәм ысын күңелдән ғибәҙәт ҡылып, Аллаһы Тәғәлә менән берләшергә ынтылалар. Улар хәйер һорашалар һәм шуның иҫәбенә йәшәйҙәр. XII быуатта суфыйҙар туғанлыҡ общиналары - мәхәлләләре - барлыҡҡа килә. Үҙҙәрен дәрүиштәр тип атап йөрөткән мәхәллә ағзалары айырым кварталдарҙа - рәбәттәрҙә - ҡуналҡаларҙа, йәғни дәрүиш йорттарында йәшәйҙәр. Суфыйсылыҡ идеяһының халыҡ араһында киң таралыуын күреп, әл-Ғаззали Ислам диненә суфыйсылыҡ элементтарын индерә. Тап ошо ваҡытта суфыйсылыҡ мосолман донъяһында киң тарала.

Суфыйсылыҡтың төп маҡсаты: бөтә яҡтан да камил булған кеше тәрбиәләү. Изге суфыйҙарҙы халыҡ әүлиә, тип ихтирам итә. Әүлиәләр һәр районда бар тиерлек.

Башҡортостанда суфыйсылыҡ ьың киң таралып китеү сәбәптәре ябай ғына. Беренсенән, Ислам башҡорттар араһында тыныс шарттарҙа тарала башлай, йәғни башҡорт иле мосолмандар тарафынан яулап алынмаған. Икенсенән, суфыйсылыҡтың нигеҙе булған кешелеклелек, кеселеклелек, байлыҡҡа ынтылып бармай, ябайлыҡ, ярлылыҡ халҡыбыҙ менталитетына тап килә. Халҡыбыҙ мәсеттәргә һирәк йөрөһә лә, Аллаһҡа ышаныу уларҙың күңелендә йәшәй. Әгәр һин ҡырҙа, урманда, яланда эшләйһең икән, нисек итеп ураған һайын мәсеткә барып булһын? Беренсе осорҙа суфый-дәрүиштәр ҙә күп ваҡытын юлда үткәреп, мәсеткә барыуҙан ситтә ҡалған. Суфыйсылыҡтың тәүге осоронда зухд тигән төшөнсә булған, был аскетизмға яҡын булған ҡайһы бер мәтди ғәмәлдәрҙе тыйыуҙы аңлата. Шул уҡ ваҡытта рухи яҡтан тыйылыуҙар ҙа бар, иң мөһиме - насарлыҡ ҡылма. Тағы шәхси азатлыҡ алға һөрөлгән. Шуға күрә дәрүиш булып йөрөү ысулы таралып киткән. Дәрүиш төркөмдәре, мәҫәлән, Суданда әле лә һаҡланып ҡалған. Әйтәйек, бөгөнгө көндәрҙә лә Суданда Мәүлит байрамы ваҡытында Әбделман ҡалаһы мәсетенә төрлө тарафтарҙан дәрүиштәр йыйыла икән. “Уларҙың баштарында осло башлы кәпәстәр, ҡыңғырауҙары зыңлап тора, иңбаштарына тоҡ аҫҡандар, ҡулдарында сыбыртҡыларына тиклем бар. Өс көн буйы байрам итеп, мәсеттә йоҡлайҙар”. ( 4 2 26-сы бит)

Башҡортостан ерендә әүлиәләр ҡәберлектәре бихисап һәм ундаә изге урындарға суфыйҙар әллә ҡайҙарҙан килеп зыярат ҡылалар.

 

       1 9 . Шәреҡ календары һәм байрамдар

Көнсығышта, ғәрәптәрҙә, ғәмәлдә ике календарь йөрөй. Беренсеһе - Ҡәмәри тәҡиум, йәғни йыл иҫәбе Ай йөрөшөнә ҡарап төҙөлгән. Мәғлүм булыуынса, ай йылы 355-356 көндән тора. Миләди календарҙа 365 көн иҫәпләнә. Шулай булғас, Ҡәмәри ай иҫәбе 11 көнгә айырма бирә. Ҡәмәри буйынса ай исемдәре түбәндәгесә :

 

1.Мөхәррәм - 30 көн

2. Сәфәр - 29 көн

3. Рабиғел әүәл - 30 көн

4. Рабиғел әс-сани - 29 көн

5. Йомадәл Улйә - 30 көн

6. Йомадил Әхирәт - 29 көн

7. Рәжәп - 30 көн

8.Шәғбан - 29 көн

9. Рамаҙан - 30 көн

10. Шәүүәл - 29 көн

11. Зөлҡәғдә - 30 көн

12. Зөлхизә - 29 көн

 

 Мөхәррәм - ай календарының беренсеһе. Ғәрәп телендә был һүҙ “тыйылған” тигән мәғәнәне бирә. Был айҙа һуғыш алып барыу тыйылған, рөхсәт ителмәгән булған.

Сәфәр айы - икенсеһе, “һары” тигән һүҙҙе аңлата, был айҙа, күрәһең, сүллектә үләндәр һарғайыуы башланған булғандыр.

Рабиғел әүүәл - өсөнсө ай, көҙ айы. “Раббы” һүҙенән барлыҡҡа килеүе мөмкин.

 Рабиғел әс-Сәни - дүртенсе урындағы ай, икенсе рабиғелде аңлата.

Йомадәл Улйә - бишенсе ай, “һалҡын төшкән”де аңлата, ҡыш айы.

Йомадәл Әхирәт - “һуңғы” (ахыры) мәғәнәһен бирә. Икенсе исеме Йомадәл әс-сани.

Рәжәп - етенсе ай. “Ҡурҡыу” тигән мәғәнәне бирә. Был айҙа шулай уҡ һуғыш алып барыуҙан ҡурҡыу, тыйылып тороу тәҡдим ителгән.

Шәғбан айы - “айырылышыу, бүленешеү” тигәнде аңлата. Был айҙа, ғәҙәттә, ғәрәп ырыуҙары һуғышҡа, походҡа йүнәлгәндәр.

Рамаҙан һүҙе - “эҫе” мәғәнәһендә йөрөй, тимәк, Рамаҙан айы Һижри календарҙы индергән саҡта эҫе ваҡытҡа тап килгән булғандыр.

Шәүүәл - “күсенеү” мәғәнәһен бирә. Был айҙа ғәрәп ҡәбиләләре яңы урынға күсенгән булғандар.

Зөлҡәғдә -“ултырыу” ҡылымынан алынған. Был айҙа ҡәбиләләр күсенеп йөрөүҙе туҡтатҡандар, бер урында торлаҡ ҡорғандар. 

Зөлхизә айы - хаж ҡылыу айы тип һанала.

Ҡәмәри календарь - Ай фазалары календары - 340 милионға яҡын халыҡты үҙ эсенә алған Ғәрәп Көнсығышының 22 илендә, тағы ла фарсы телле Иран, урду телле Пакистан, пушту - дари телле Афғанстан илдәрендә, шулай уҡ Бангладеш, Индонезия, Һиндостан, Малайзия, Филиппин, Мозамбик, Нигерия, Эфиопия дәүләттәрендә йөрөй.

Йыл миҙгелдәре: Яҙ - Әр-Рәбиғү, йәй- Әс-Сәйфү, көҙ - Әл-Хәрифү, ҡыш-Әш-Шитәү исемдәре менән йөрөй.

Мосолман календарында аҙна шәмбе көндән башлана.  

 

Шәмбе - Йәүмүс сәбти - суббота

Йәкшәмбе - Йәүмүл әхәд - ял көнө

Дүшәмбе - Йәүмүл иҫнәйни - понедельник

Шишәмбе - Йәүмүл ҫүләсәи - вторник

Шаршамбы - Йәүмүл әрбәғәи - среда

Кесаҙна - Йәүмүл хәмиси - четверг

Йома- Йәүмүл йәмғәти - пятница

 

Байрамдар мосолман календары буйынса үткәрелә. Ислам тәғлимәте буйынса бер йылда 14 мөбәрәк көн бар:

 

1. Яңы йыл башы - мөхәррәмдең беренсе көнө.

2. Ғәшүрә көнө - мөхәррәмдең унынсы көнө.

Пәйғәмбәрҙәр был көндө ҙур әфәт һәм бәләләрҙән ҡотолғандар. Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм сәхәбәләр был көндө ураҙа тотҡан.

 3. Һижрәт (күсенеү) кисәһе - сәфәр айының 27-се кисәһе. Ошо көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Әбүбәкер әл-Садиҡ Мәккәи Мөкәрәмәнән сығып, 12-се рабиғел әүүәлдә Мәҙинә Мөнәүрә ҡалаһына барып еткәндәр. Билдәле булыуынса, тап ошо оҙайлы сәфәрҙән һуң Ислам дине бөтә тарафтарға тарала башлаған.

4. Мәүлит кисәһе - 12-се рабиғел әүәл. Был көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған.  

5. Рәғәиб кисәһе рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы булған кисә. Был кисәлә Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы Ғабдулла хәҙрәт менән әсәһе хәҙрәти Әминәнең никахтары булған.

6. Миһраж кисәһе - рәжәбтең 27-се көнө. Был көндө әйтелә. Ислам фәлсәфәһе буйынса, был кисәлә “Баҡара” сүрәһенең 285-286-сы һәм “Исра”ның 23-29-сы аяттары ингән.

7. “Бәраәт” кисәһе - шәғбан айының 15-cе кисәһе. Бәндәләрҙең бер йыллыҡ бәхете ошо кисәлә тәғәйен ҡылына, шуғала ул изге кисә булып һанала.

 8. Фәтех Мәккә көнө - рамаҙан айының 21-се көнө. Был көндө Пәйғәмбәребеҙ Мәккә ҡалаһын азат иткән һәм ҡәғбәтулланан бихисап һындар сығарылып ташланған. Хәҙерге календарҙа был байрам ниләптер төшөрөп ташланған.   

9. Ҡәҙер кисәһе - рамаҙан айының 27-се көнө. Изге эштәрҙең сауабы өйөлгән изге көн. Ошо кистә Ҡөръән Кәрим индерелә башлай.

10. Ғәйҙел фитыр - шәүүәлдең беренсе көнө. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң байрам ителә.

Был көндө ғәйет намаҙын уҡыу һәр мосолманға зарур. Хәлле кешеләр ғәйет намаҙына тиклем фытыр хәйререн фәҡирҙәргә бирергә бурыслы. Был эште башҡарыу ҙур, кәрәкле һәм мөһим эш тип һанала.

11. Ғәрәфә көнө - хаж ҡылған мосолмандар Ғәрәфәт тауына менеп, доға үә ғибәҙәттә булалар.

 12. Ҡорбан байрамы, йәки Ғәйҙел-әҙха - зөлхизәнең унынсы көнө. Был көндә ғәйет намаҙы уҡыу һәр мосолманға зарур. Хәлле кешеләр ҡорбан салып ярлы халыҡты һыйларға тейеш көн.

13. Тәшрик көндәре - зөлхизә айының 11, 12, 13-сө көндәре. Был көндәрҙә мосолмандар ҡысҡырып “тәҡбир тәшрик” уҡыйҙар.

14. Йома көндәр - мосолмандар өсөн байрам көндәре. Доғалар уҡыу, тәүбәгә килеү ошо көндәрҙә башҡарыла.

Доғалар уҡып теләктәр әйтеү һәр байрамға фарыз. Мәҫәлән, Миһраж кисәһендә, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в) күккә ашҡан көндә, Аллаһы Тәғәләгә шөкрәнә ҡылып, 12 рәкәғәт намаҙ уҡырға нәсихәт ителә. Намаҙҙарҙы уҡығандан һуң, Аллаһы Тәғәләнең 99 исемен әйтеп сығып, түбәндәге теләкте теләргә кәңәш ителә:

Йә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, һәр нәмәгә көсө етеүсе, бөтөн барлыҡтарҙы үҙенә бойһондороусы, ҡөҙрәтле Аллам! Ошо мөбәрәк миһраж кисәһендә башҡарған 12 рәкәғәт шөкерана намаҙҙарымды һәм уҡыған”исмеәғзәм”де ҡабул ит. Был кисәлә Пәйғәмбәреңә (с.ғ.в.)насип иткәнең кеүек беҙгә әхирәттә үҙеңдең дидарыңды күрергә насип ит. Үҙемде, ғаиләмде, туғандарымды , дуҫтарымды, ауылдарыбыҙҙы, ҡалаларыбыҙҙы күҙгә күренгән һәм күренмәгән бөтөн насарлыҡтарҙан һаҡла, ҡаршыларыбыҙға бәрәкәт һәм ризыҡ ишектәрен һәр саҡ асыҡ тот. Донъяда, әхирәттә оло дәрәжәләргә ирештер. Амин, бихурмати сәййидәл мурсәлин.

Ураҙа байрамы, ғәҙәттә, вәғәз әйтеүҙән башлана.

 

                          Байрам вәғәзе

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем!

Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, эшләгән изгелектәребеҙҙе һәм нурлы айҙа ҡылған бөтөн доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен.п кенә кешеләр: “Рамаҙан айынынң ахырында байрам итеүҙең мәғәнәһе һәм хикмәте нимәлә?” - тип һорайҙар. Яуапты Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в) аша бирәйек. Ул: “Рамаҙан айының беренсе ун көнө - рәхмәт көндәре, йәғни ураҙа тотоусылар был көндәрҙә күпләп Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәләр.

Рамаҙан айының икенсе ун көнө - мәғфирәт көндәре, йәғни был көндәрҙә ураҙа тотҡандарҙың бөтөн гонаһтары паклана, юҡҡа сыға.

Рамаҙан айының өсөнсө ун көнө - әхирәттәге хәсрәттәрҙән ҡотҡарыу көндәре”, - тип әйтә торған булған.

 Аллаһы Тәғәлә киләһе Рамаҙан айҙарында һаулыҡ-сәләмәтлек, игелек, изгелек менән ҡаршы алырға һәм ғибәҙәттә уҙҙырырға яҙһын.

Бер оло йәштәге абыстай һәр бер Рамаҙан айында доға ҡыла икән. “Әй Раббым, ошо дәрәжәле, сауаплы, әжерле һәм нурлы булған тик Рамаҙан айҙарында үлергә һәм әхирәт донъяһына күсергә насип ит, әммә быйыл түгел”, - тип әйтә икән.

Был миҫалдан бер ваҡытта ла бер һүҙе икенсеһен инҡар иткән теләкте әйтергә ярамағаны көн кеүек асыҡ. Хоҙайҙан үлем һорау кәрәкмәй. Ул үҙе белә. Ваҡыты еткәс, һинән һорап тормайынса был ғәмәлде башҡарып та ҡуя.

Байрамдарыбыҙ ҡотло булһын! Муллыҡта, мосолманлыҡта, Аллаһ ярҙамы менән сәләмәт, шат һәм бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын.

Динебеҙ әйтә: үҙ ҡолдарына хөрмәт күрһәтеп, уларҙың йыйылып киткән гонаһтарын күпләп һәм тиҙерәк ярлыҡар өсөн Аллаһы Тәғәлә төрлө изге кисәләр, изге айҙар яралтып бар иткән, - ти. Ошо ваҡыттарҙың ҡәҙерҙәрен белеп, тәүбәгә килергә ҡуша ул, ғибәҙәттә күберәк торорға, насарлыҡты мөмкин тиклем эшләмәҫкә тырышырға бойора.

Изге айҙар итеп ҡабул ителгәндәр өсәү - Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙары.

Дин өйрәтә: үҙ ҡолдарының төрлө гонаһтарын ярлыҡап ҡалыу маҡсаты менән, Аллаһ игелекле миҙгелдәр - кисәләр, көндәр, айҙар бар иткән, ти.

Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Рәжәб айы Аллаһтың үҙ айы, Шәғбан - минең айым, Рамаҙан - өммәтем айы”, - тигән.

Шәғбан айын нишләп Пәйғәмбәребеҙ Аллаһтыҡы тип атай? Сөнки был айҙа:

- Мөхәммәб ғәләйһис-сәләм Аллаһтың илсеһе итеп һайлана;

- Аллаһ хозурындағы  изге китап - Ҡөръән Кәрим күктән төшөрөлә.

Рамаҙан айының өҫтөнлөгө - ураҙа тотоу, таҙартыныу айы булғанға күрә. Ураҙаның төп маҡсаты - кешеләрҙең ғәмәлендә - игелек, - тәнендә - сәләмәтлек, күңелендә рухи камиллыҡ тәрбиәләү, тип аңлата дин. Ураҙа - тыйҡандарҙан тыйыла белергә өйрәтеп, бәндәлә иман ныҡлығын арттырыу юлы.

Был ай ҡәҙер кисе булыуы менән ҡиммәт.

Рәжәп айының өҫтөнлөгө, билдәле булыуынса, шунда: был айҙа Пәйғәмбәребеҙ күккә аша.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һөйләй: “Әл-Хәтим төбәгендә ятып торған ваҡытымда кемдәрҙер килеп бына ошонда тиклем тәнемде ярып, йөрәгемде тартып алдылар. Һуңынан алтын тас килтереп, уны йыуҙылар ҙа иман менән тултырып, яңынан урынына ҡуйҙылар. Унан аҡ ҡасыр, дөрөҫөрәге, ишәккә оҡшап торған бер хайуан алып килделәр. Шуға ултыртып Әл-Аҡса мәсетенә алып барҙылар. Унан Бураҡ күккә күтәрҙе. Иң түбәндәге күккә күтәрелгәс, Ябраил күк ҡапҡаһын асыуҙы һораны: “Был кем”, - тиҙәр. “Ябраил”, - ти фәрештә. “Һинең менән кем?” “Мөхәммәд”, ти Ябраил. “Уны бында саҡырҙылармы?” “Саҡырҙылар”, - ти фәрештә.

Бында атабыҙ Әҙәм менән осраштым”.

Бер күктән икенсеһенә күтәрелеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ләм Яхъя менән Ғайса, Иҙрис, Йософ, Муса менән Һарун пәйғәмбәрҙәр менән танышып, сәләм биреп, сәләм алып үтә...

 

Икенсе таралған календарь - христиандар календары, йәки миләди йыл иҫәбе - Ғайса (Христос) тыуған көнөнән башлап иҫәпләнгән эра. Шул ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем булған ваҡыт аралығын “беҙҙең эра” тип атайҙар, унан алдағы ваҡытты - “беҙҙең эраға тиклем” (б.э.т.) тип атайҙар. “Миләди” һүҙе тыуған көн мәғәнәһендә ҡулланыла.

Быларҙан башҡа бик күп халыҡтарҙың үҙ календарҙары бар. Ҡайһы бер календарҙар берәй темаға арналып сығыуы ла мөмкин, әйтәйек баҡсасылар календары, дини календарь, медицина календары һәм башҡалар.  

      

              20. Аллаһтың исем-шәрифтәре

 Алланың 99 исеме бар тиҙәр, тигән һорауҙы йыш ҡуялар. Шул һорауға кәрәкле яуаптар Ибн Ғүмәр әл-Хәфиҙинең  “Доға-и исми Әғҙам”. Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме” тип аталған брошюрала бик асыҡ яҙылған. Шундағы мәғлүмәттәрҙе бер-ни тиклем ҡыҫҡартып, Аллаһы Тәғәләнең 99 исемен тағы ла һанап китәйек:

1. Аллаһ - киң ҡулланылған төп исеме. Ғәрәп фонетикаһы буйынса “һ” хәрефен асыҡ итеп әйтеү дөрөҫөрәк була;

2. Әр-Рахмәән - рәхимле, кешелекле, кеселекле, ярлыҡаусы;

3. Әр-Рахиим - шәфҡәтле, рәхимле, ғәфү итә белеүсе;

4. Әл-Мәлик - бар ғәләмдең берҙән-бер хужаһы, батшаларҙың батшаһы;  

5. Әл-Ҡуддүүс - изге, камил, кәмселекһеҙ, бөтә булған етешһеҙлектәрҙән таҙа, пак. Уға тиң бер нәмә лә юҡ;  

6. Әс-Сәләм - Йыһанды яратыусы, тыныслыҡ урынлаштырыусы, байлыҡ, сәләмәтлек биреүсе;  

7.  Әл-Мүъмин - ышаныслы, бәләләрҙән һаҡлаусы, ҡолдарын (кешеләрҙе) ҡотҡарыусы әүлиә, ер-һыу, аҙыҡ-түлек, дарыу үләндәре, файҙалы ашамлыҡтар һәм башҡа ниғмәттәрҙе биреүсе;

8. Әл-Мүһәймин - үҙе яратҡан йән эйәләренең яҙмышын билгеләүсе, үҙе барлыҡҡа килтергәндәрҙе һаҡлаусы, яҡлаусы, йәшәү-үлем араһын билдәләүсе;   

9. Әл-Ғәзииз - мөһабәт, еңелмәҫ, бөйөк, ҡөҙрәтле, көслө, бөтәһен дә еңеүсе. Уның кеүек башҡа зат юҡ, унһыҙ бер-ни ҙә эшләнмәй;

10. Әл-Жәббәр - ҡөҙрәтлеаҡыл эйәһе, уйы барыһын да һыйҙыра, бөтә тереклек һәм тере булмаған әйберҙәр тик уның ҡарамағында;барыһын да бойһндороусы;

11. Әл-Мүтәкәббир - олуғтарҙың да олуғы, бөтә мәхлүктәрҙең сифаттарынан да да юғары сифатлы, берҙән-бер пак, таҙа зат. Ул барыһын да барлыҡҡа килтерә, барыһын да юҡҡа сығара;

12. Әл-Хаалиҡ - бар ҡылыусы, ижад итеүсе,бар нәмәне булдырыусы, барлыҡҡа килтереүсе зат. Юҡтан бар итеүсе, йәшәүгә мөмкинлек биреүсе;

13.  Әл-Бәәри - ҡөҙрәтле,тыуҙырыусы, төҙөүсе. Уның “булһын” тип әйтеүе була, теләһә-ниндәй әйбер, йән эйәһе шунда уҡ барлыҡҡа килә;

14. Әл-Мүсаууир - һәр йән эйәһен йөҙ-ҡиәфәт менән бар итеүсе, формалар, ҙурлыҡтар, төҫтәр, сифаттар биреүсе, фекерҙәр тыуҙырыусы, аҡылды барлыҡҡа килтереүсе;  

15. Әл- Ғәффәәр - кисереүсе, ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе, Унан һорағандарҙың етешһеҙлектәрен йәшереүсе, Уға табынғандарҙың гонаһтарын юҡҡа сығарыусы, юйыусы, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы;  

16. Әл-Ҡаһәәр - хаким, барыһы ла уғабойһона, яңылыштарҙы төҙәтеүсе, үҙе теләгәнде эшләтеүсе һәм еренә еткереүсе;

17. Әл-Уәһһәб - игелектәргә бай, тырыштарға, иманлыларға бүләк-ниғмәт биреүсе;  

18.  Әр-Раззәәҡ - мәрхәмәт ҡылыусы, өлөш сығарыусы, туйындырыусы, ашатыусы, ризыҡ төрҙәрен һәм ниғмәттәрен биреүсе;

19.  Әл-Фәттәәх - барыһын да еңеүсе. Унда ғына күк үә ғилем асҡысы. Ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүсе, Аллаһы Тәғәләне таныусыларға күк ҡапҡаһын асыусы; 

 20. Әл-Ғәлиим - бөтәһен дә белеүсе, үтә күреп тороусы берҙән бер ғалим, уның ғилеменең сиге юҡ, ул ғына бөтәһен дә белә, алдан күрә ала;

булғандарҙың йәндәрен үҙенә йыйыусы һәм уларҙы тотоусы;

22.Әл-Бәәсит - асыусы, киңәйтеүсе;

23. Әл-Хаафид - түбәнәйтеүсе, юғарынан аҫҡа төшөрөүсе;

24. Әр-Раафиғ - ололаусы, күтәреүсе;

25. Әл-Мүғизз - хөрмәт биреүсе, ҡәҙерле ҡылыусы;

26. Әл-Мүҙилл - хәсрәтле, хурлыҡлы итеүсе;

27. Әс-Сәмииғ - һәр нәмәне ишетеүсе һәм тыйыусы;

28. Әл-Басыыр - барын да күреүсе, белеүсе;

29. Әл-Хәкәм - иң олуғ хөкөмдар, зирәк аҡыл эйәһе;

30. Әл-Ғәдел - ғәҙел;

31. Әл-Латыыф - мәрхәмәтле, ярлыҡаусы, мәтди, рухи байлыҡ биреүсе;

32. Әл-Хабиир - бар нәмәнән хәбәрҙар, асҡты һәм йәшеренде, үткәнде һәм киләсәкте белеүсе;

33. Әл-Хәлиим - бар гонаһтарҙы ярлыҡаусы, ғазаптарҙан аралаусы;

34. Әл-Ғәҙыым - бөйөктәрҙең бөйөгө;

35. Әл-Ғафүүр - ярлыҡаусы, ҡолдарҙың гонаһтарын кисереүсе;

36. Әш-Шәкүүр - рәхимле, бүләкләүсе;

37. Әл-Ғәлий - олуғтарҙан олуғы, бөтөн нәмәнән өҫтөн;

38.Әл-Кәбир - бөйөктәрҙең бөйөгө; уға тиңдәш юҡ;

39. Әл-Хәфииҙ - үҙе яралтҡандарҙың һаҡсыһы;

40. Әл-Мүҡыыт - ярҙам итеүсе, ниғмәттәр менән тәьмин итеүсе;

41. Әл-Хәсииб - һәр нәмәне иҫәпкә алыусы;

42. Әл-Жәлиил - олуғ, бөйөк;

43. Әл-Кәриим - йомарт, уның мәрхәмәте киң;

44. Әр-Раҡыыб - күҙәтеүсе. Унан бер нәмәне лә йәшереп булмай.

45. Әл-Мүжииб - изге теләктәрҙе ҡабул ҡылыусы;

46. Әл-Үәсииғ - киңлек эйәһе;

47. Әл-Хәкиим - һәр ғәмәлде хикмәт менән башҡарыусы; 48. .

50. Әл-Үәдүүд - әүлийәләр яратыуында;

50. Әл-Мәжиид - маҡтаулы, шөһрәтле;

51. Әл-Бәәғиҫ - Ҡиәмәт көнөндә йән эйәләрен терелтеүсе;

52. Әл-Шәһиид - һәр нәмәгә шаһид, унан бер ни ҙә ситтә ҡалмай;

53. Әл-Хәҡҡ -  хаҡиҡый;

54. Әл-Үәкиил - үҙенә һыйындырыусы;

55. Әл-Ҡаүийй -  көслөләрҙең көслөһө, еңеүселәрҙең еңеүсеһе;

56.Әл-Мәтиин - ҡөҙрәтле. Ул башҡаларҙың ярҙамына мохтаж түгел;  

57. Әл-Үәлий - мәрхәмәтле, үҙенә ышанғандарға ярҙам итеүсе;

58. Әл-Хәмиид - маҡтауҙарға лайыҡ, данлыҡлы;

59. Әл-Мүхсы - хисап ҡылыусы;

60. Әл-Мубди - башлаусы, ер һәм күктәрҙе яралтыусы;

61. Әл-Мүғиид - ҡайтарыусы, ғәләмгә ныҡлыҡ биреүсе;

62. Әл-Мүхйи - үлгәндән һуң терелтеүсе, йән керетеүсе;

63. Әл-Мүмиит - Үлтереүсе, үҙ ҡолдарының ғүмерен үлем менән сикләүсе;

64. Әл-Хәй - мәңге тере, уның йәшәйешенең башы ла аҙағы ла юҡ;

65. Әл-Ҡаййүүм - хаҡиҡый, мохтажлыҡ кисермәүсе;

66. Әл-Үәәжид - бай. Ул бар иткән һәр нәмә камил;  

67. Әл-Мәәжид - мәрхәмәтле. Уның бөйөклөгө гүзәл;

68. Әл-Үәәхид - Берҙән бер. Уға тиңдәш бер кем дә юҡ;

69. Әс-Самәд - мәңгелек. Бар нәмә уның ихтиярына бойһона, Уның бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ;

70.  Әл-Ҡаадир - ҡөҙрәтле, аҡыл менән эш итеүсе, юҡтан бар ҡылыусы. Ул яралта һәм юҡҡа сығара;

71. Әл-Мүҡтәдир - ҡөҙрәтле, үҙ ҡолдарына мәрхәмәтле;

71. Әл-Мүҡадидим - алға сығарыусы;

72. әл-Мүәххыр - булыр ваҡиғаларҙы аҙаҡҡа, һуңға ҡалдырыусы.

Тәъҫире: был һүҙҙе йыш ҡабатлаған кеше насар ғәҙәттәрҙән арыныр.

73. Әл-Әүүәл - беренсе. Уға тиклем һис бер нәмә, һис бер тереклек булмаған. Ҡөръәндә: “Ул беренсе һәм һуңғы, асыҡ һәм йәшерен, һәм Ул һәр нәмәне белә”, - тип әйтелә.

                                                                    “Әл-Хәдид”, 57:3.  

74. Әл-Әәхыр - Ул - һуңғы, ул - мәңгелек хаким. Уның йәшәйешенең сиге юҡ. Унан һуң һис кем, һис бер нәмә булмаясаҡ. Ҡөръән әйтә: “Күктәрҙә һәм Ерҙә хакимлыҡ - Уныҡы. Ул теерелтә һәм үлтерә. Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле” (“Әл-Хәдид”, 57:2);

75. Әл-Бәәтын - йәшерен, асыҡ нәмәләрҙең бөтәһен дә белер тора. “Ул күңелдәрҙә нәмә булғанын белә, көндө төнгә, төндө көнгә индерә”, - ти Ҡөръән Кәрим.

                                                                    “Әл-Хәдид”, 57:6

76. Әз-Ҙааһир - бар нәмәнән өҫтөн, Уға бар нәмә асыҡ, бөтә эщтәрегеҙ Уға күренеп тора. “Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә барлыҡҡа килтерҙе, шунан тәхеткә урынлаштырҙы. Ул ергә нәмә ингәненһәм унан нәмә сыҡҡанын, һәм күктән нәмә төшкәнен һәм унда нәмә күтәрелгәнен белә. Ҡайҙа булһағыҙҙ ҙа Ул һеҙҙең менән. Алла һеҙ эшләгән эштәрҙе күрә”.

                                                                (“Әл-Хәмид”, 57:4).

77. Әл-Үәәли - Хаким, бар йән эйәләре менән Идара итеүсе.

“Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ - Алланыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешеләргә ир балалар бирә”.

                                            “Әз-Зухруф” (Биҙәктәр), 43:49

78. Әл-Мүтәғәәли - бөйөктәрҙең Бөйөгө. “Бөйөк һәм юғары дәрәжәле”, - ти Ҡөръән Кәрим Аллаһ тураһында.

                                                 “Әр-Рәғд”(Күк күкрәү), 13:9

 79.Әл-Бәәр - Мәрхәмәтле. Шәфҡәт күрһәтеүсе.

 80. Әт-Тәүүәәб - тәүбәне ҡабул ҡылыусы, ярлыҡаусы, тәүбә иттереүсе;

81. Әл-Мүнтәҡым - гөнаһлыларға яза билгеләүсе;  

82. Әл-Ғәфүү - Ярлыҡаусы;

“Әгәр яҡшы эште асыҡ эшләһәгеҙ йәки йәшерен ҡалдырһағыҙ, йәки берәй яманлыҡты ғәфү итһәгеҙ - Алла ишетә белә, ысынлап та, Алла кисереүсе һәм ҡөҙрәтле”

                                              “Ән-ниса” (Ҡатындар), 4:149.

83. Мәәлик-мүлки - Күктәр һәм Ер батшаһы, теләгәнен ҡылыусы. Ул хәл ҡылғандарҙы берәү ҙә урап, ситләп уҙа алмай.

 84. Ҙүл-жәләли үәл-икрам - Бөйөклөк, камиллыҡ, хөрмәт эйәһе.

Дан һәм хөрмәт эйәһе булған Раббыңдың исеме мөбәрәк”, - ти изге китабыбыҙ.

                                                              “Әл-Уаҡиға”, 56:78.

85.Әл-Мүҡсит - ғәҙел, камил тәртиптәр Урынлаштырыусы.

86. Әл-Жәәмиғ - йыйыусы. Ҡиәмәт көнөндә бөтә мәхлүктәрҙе бер урынға туплаусы;

87.Әл-Ғаний - байлыҡ Эйәһе.

Ауырыуҙан ҡотолор өсөн ошо исемде етмеш тапҡыр ҡабатлағанда, Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтен күрһәтер.

88. Әл-Мүғни - киңлек эйәһе. Ул теләгән һәр кешенең байдығын арттыра, муллыҡ, киңлек бирә. Ҡөръән Кәрим өйрәтә:

“Эй һеҙ иман килтергән кешеләр! Күп илаһтарға табыныусылар бысраҡ бит. Ошо йылдан һуң улар “Харам мәсет”кә яҡын килмәһен. Әгәр фәҡирлектән ҡурҡһағыҙ, Алла әгәр теләһә, Үҙ йомартлығынан байытыр. Ысынлап та Алла белә, хикмәтле!”

                                                                     “Әл-Тәүбә”, 9:28

89. Әл-Мәәниғ - Насар эштәргәҡаршы сығыусы, кәртә ҡуйыусы.

90. Әд-Даарр - һынауҙар ебәреүсе, бәләләргә ҡалдырыусы;

 91. Ән-Нәәфиғ - файҙалар биреүсе, мәрхәмәт итеүсе, бәрәкәт килтереүсе;

92. Ән-Нур - нур индереүсе. Яҡтыртыусы.

“Алла - күктәрҙең һәм Ерҙең нуры. Уның нуры - нәҡ мейес уйымындағы кеүек, унда яҡтыртҡыс шәм, ул быялала, ул быяла тап ынйы йондоҙо кеүек. Ул мөбәрәк зәйтүн ағасынан ҡабына, ул (ағас) көнсығыштыҡы ла, көнбайыштыҡы ла түгел. Уның майы ут теймәҫтән ҡабынырға тора. Нур өҫтөнә нур. Алла Үҙ нурына теләгән кешене алып бара...- тип сағылдырған изге Китап.

                                                                      “Ән-Нур”, 24:35

93. Әл-Һәәди - тура юлға күндереүсе.

94. Әл-Бәдииғ - Зирәк.

Дүртенсе (аҡшам), бишенсе (йәстү) намаҙҙары араһында мең мәртәбә: “ Йәә Бәдиғү сәмәүәти үәл-ард” , - тип ҡабатлаған кешене ҡайғы-хәсрәт урап үтер, иншә Аллаһ. Шатлыҡлы төш күрәм тигәндәр был доғаны йоҡлар алдынан ҡабатларға тейештәр.

 95.Әл-Бәәҡый - Мәңгелек зат. Аллаһтың башланғысы ла, аҙағы ла юҡ. Бар нәмә юҡ буласаҡ, ә Ул - мәңгелеккә ҡаласаҡ.

96. Әл-Үариҫ. Бар йыһан уның үариҫы, уның ҡулында.

97. Әр-Рәшиид - тура юлға Күндереүсе.

98. Әс-Сабур - Сабыр. Уның түҙемлеге һәм сабырлығы ысикһеҙ.

99-сы исемде тик Аллаһтың үҙе генә белә. Уныһы - иң затлы һәм серле исемдәрҙең береһе.

 

                            Йомғаҡлау

Беҙҙең хөрмәтле дин әһелдәренең вәғәздәрендә (Ризаитдин бине Фәхретдин, Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һ.б.) беҙҙең халыҡтың ислам динендә булыуы - Аллаһтың ҙур ниғмәте ул тип аңлатыла.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи вәс-сәләмдең үҙ өммәтенә әйтелгән вәғәз-нәсихәттәрендә (Ҡөръән Хәҙис) “Мосолмандар бер-береһенә дин ҡәрҙәштәре, шуның өсөн бер-берегеҙ менән яҡшы тороғоҙ, ҡәрҙәштәр рәүешендә йәшәгеҙ, дуҫлыҡ, тыныслыҡ, өлфәт* һәм мөхәббәт менән ғүмер итергә тырышығыҙ, үҙегеҙ өсөн яратмаған нәмәләрҙе мосолман ҡәрҙәштәрегеҙ өсөн дә яратмағыҙ. Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ, уларға хыянат итеүҙән, алдауҙан һаҡланығыҙ. Кешеләргә яҡшылыҡ теләй торған булығыҙ, бер-берегеҙгә зарар юлды теләп тормағыҙ, һүҙ йөрөтмәгеҙ, кешеләрҙең араларын бутамағыҙ, бер-берегеҙҙе сағып, мосолман ҡәрҙәштәргә зарарҙар итеүҙән һаҡланығыҙ. Арағыҙҙа үпкәләшеүҙәр, рәшйешеүҙәр булһа - килешегеҙ, бирәсәк бурыстарығыҙҙы ҡиәмәткә* ҡалдырмағыҙ, донъяла донъяла ваҡытығыҙҙа ризалашып ҡалығыҙ”, - тип әйтер булған.

Шәриғәт* ҡанундары ла тәртип һаҡлау яғында торған: иҫерткес, отош уйыны уйнау, донъяла кеше малына хыянат ҡылыу, урлау, фәхешәлек, мосолмандарға золом ҡылыу, ялған һөйләү, вәғәҙәлә тормау кеүек насарлыҡтар уның тарафынан тыйылған.

Ризаитдин бине Фәхретдин вәғәздәренең береһендә былай тип әйткән:

 

“Ата-әсәләрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, сәләмәт ваҡыттарында доғаларын алып ҡалырға тырышығыҙ, үлгәндәренән һуң үҙҙәрен онотмағыҙ - улар өсөн доғалар ҡылып, изгелектәр итеп - рухтарына бағышлағыҙ.

Ҡатындарығыҙ менән яҡшы көн күрегеҙ, бер-берегеҙгә шәфҡәтле, мәрхәмәтле булығыҙ, бер-берегеҙҙең хәтерен ҡалдырыуҙан, ҡаты һүҙ әйтеүҙән һаҡланығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙамсы -серҙәш булып тороғоҙ, бер йән, бер тән булып ғүмер итегеҙ,бер-берегеҙгә йыуаныс булығыҙ, шатлыҡтарығыҙҙы, ҡайғыларығыҙҙы уртаҡлашығыҙ.

Балаларығыҙҙы Ислам холоҡтары берлә холоҡландырырға - әҙәпле, инсафлы, диянәтле* итеп үҫтерергә тырышығыҙ, иң башлап балаларығыҙ өсөн үҙегеҙ яҡшы күсергес булығыҙ, ҡәрендәштәрегеҙҙең хәлдәрен белеп, һорашып, ҡатнашып йөрөгөҙ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ ҡәрендәштәрегеҙгә риғәйәле*, шәфҡәтле булығыҙ, ҡарттарға, ҡарсыҡтарға, меҫкендәргә, йәтимдәргә ярҙамлы булығыҙ.

Динегеҙ хаҡында иғтибарлы булығыҙ, дин-донъя ниәттәренән айырылмаҫҡа тырышығыҙ. Фарыз* намаҙҙарығыҙҙы ҡалдырмағыҙ, мәсеттәрегеҙҙе яҡшы тәрбиә итегеҙ, пак-бөхтә, йылы итеп тотоғоҙ... (30, 59-сы бит).  

  

Күренеүенсә, динебеҙ, шәриғәт ҡанундары, вәғәздәр томаналыҡҡа түгел, ә тәртипкә, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәй, күркәм холоҡло булырға саҡыра, тик дөрөҫ дини тәрбиә биреү яғында ғына тора.                   

С. И. Руденко башҡорт халҡының тормошон элекке ваҡыттан алып анализлап, ислам динен ҡабул иткәндән һуңғы тормошҡа дини йолалар һәм байрамдарҙың тәрән үтеп инеүен билдәләй һәм уларҙы һанап китә: мәүлет байрамы, ураҙа байрамы, ҡорбан байрамы, рәжәп байрамы, шулай уҡ ҡарғатуй һәм һабантуй (29).

Ысынлап та дини байрамдар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр халыҡ тарафынан ихтирам ителә һәм бер ваҡытта ла онотолмай. Уларҙың тормошобоҙҙа һаҡланып килеүе һәм ҡалыуы йәшәйешебеҙҙе матурлауы, шулай уҡ донъяуи тормош ағышына тик ыңғайлыҡ ҡына биреүе бәхәсһеҙ мәсьәлә.

Башҡортостанда төрлө дин тотҡан халыҡтар йәшәй, шуның өсөн һәр динде хөрмәт итеү, башҡа милләт кешеләре менән туғандарса йәшәү - бөгөнгө көндөң талабы.

Шулай ҙа дин тотоусылар араһында айырым төркөмдәргә бүленеүҙәр бар. Башҡорт мосолмандарының күпселек өлөшө Хәнифә мәзһәбенә ҡарай, тип әйтеп үткәйнек. Бынан башҡа, бигерәк тә йәштәр араһында “салафиттар” тип аталған дини төркөм дә бар Башҡортостанда. Салафиттар динде өйрәнеүҙә ябайлыҡҡа ынтыла, интернетта ултырып ҡына ислам тәғлимәте менән танышыу - иң дөрөҫ юл тип һанайҙар. Дин юлы аша йәмғиәттә булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, уны төҙәйтеү һәм пак итеү - салафиттарҙың төп маҡсаты. Салафиттар мыйыҡһыҙ һаҡал үҫтерәләр, ҡыҫҡартылған салбар кейәләр, ҡатын-ҡыҙҙар битте ябып торған баш кейеме кейәләр.

Егерменсе быуаттың 80-90-сы йылдарында Башҡортостан ерлегендә “Хизб ут-Тахрир” исемле бер дини төркөм барлыҡҡа килде. Тиҙҙән ул үҙен дини фирҡә тип иғлан итте. Төп маҡсаты - Ислам динен бөтә донъяға таратыу. Был маҡсатҡа уларҙың ирешеү юлы өсөн һәр илдә хәлифәт дәүләттәре булдырыу һәм икенсе иҙым - ер йөҙөндәге мосолман илдәрен берләштереп “Дини дәүләттәр берекмәһе” ойоштороу. Маҡсаттары оло, ләкин тормошҡа ашмаҫтай. Ошоға тиклем формалашҡан дәүләттәрҙең сәйәсәтен, иҡдисадын, йәшәйешен нисек итеп ҡапылда үҙгәртеп булһын? Булмай. Икенсенән, ул дәүләт сәйәсәте менән киҫелешә. Ошо арҡала был фирҡә Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды тарафынан ғәмәлдән сығарылды, шулай ҙа фирҡәғә инанған ярты мең тирәһе кеше әле лә бар (32, 30-32-се биттәр).

Ваһһабизм тураһында бер-нисә һүҙ. Ваһһабизм тәғлимәте Башҡортостанда тараламаған һәм, иншаллаһ, ваһһабистар ҙа юҡ. Был дини йүнәлеш Кавказда урын алған. Кемдәр һуң ул ваһһабистар?

Ваһһабистар традицион Исламға ҡаршы барыусы экстремистик ағыш. Уны башлаусы һижрә буйынса ун икенсе быуатта йәшәп киткән Мөхәммәд ибн Ғабдул-Ваһһаб, йәғни миләди йыл иҫәбе буйынса 1691-1786 йылдар (33, 128-се бит).

 Ислам белгестәре һәм ғалимдары уларҙы “Ад-Дауад-уд-дамаүиә” (“Ҡанлы һуғышҡа саҡырыусылар”) тип атап йөрөтәләр, сөнки дин тарихында ваһһабистар Мөзәммәт пәйғәмбәр ансарҙарына ҡаршы джиһад (изге көрәш) асып, үҙҙәре үк кафырға әйләнәләр. Пәйғәмбәрҙәрҙе таныу күп аллалыҡҡа килтерә һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хөрмәт итеү Ислам динен боҙа, тип һанайҙар. Уларса ысын мосолмандар булып Ваһһаб артынан эйәреүселәр генә таныла. Маҡсаттары:

- Динде яңыртыу. Кем ҡаршы төшә уларҙы юҡ итеү;

- Хажға барыуҙы тыйыу;

- Ғәрәп илдәрен яулап алыу;

 Тарихтан күренә: Ваһһабистар Мөхәммәткә инанғандарға ҡаршы бер туҡтауһыҙ һуғыш ойошторалар, бер осор Ғәрәбстандың күпселек өлөшөн, Мәккә һәм Мәҙинәнән башҡа, баҫып алалар һәм идара итәләр.

XX быуттың 90-сы йылдарында Чечняла оя ҡорған ваһһабистар Дағстанға баҫып инеп, халыҡты бер-береһенә дошман итеп ҡуйырға тырышалар. Ләкин уларҙың ҡораллы сығышы баҫтырыла.

Ваһһабизм беҙҙең илдә тыйылған. Ислам дине лә уларҙы “шайтан мөгөҙө” тип нарыҡлап ҡаршы көрәш алып бара.  

Традицион Ислам диненең яңынан аяҡа баҫыуы бик һәйбәт күренеш, әлбиттә. Ләкин шул һағайта: йәштәребеҙ динебеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ итерҙәрме, әллә аллаһыҙ берәҙәк кеүек теләһә ҡайһылай йәшәү рәүешен үҙ итерҙәрме? 

Донъяуи мәсьәләләргә килгәндә шуныһы билдәле: Башҡортостан Рәсәйҙең бер өлөшө, субьекты булып тора, шуға күрә уның сәйәсәт һәм иҡдисади закондарына бойһонмайынса булмай.

Башҡа халыҡтар менән һыйышып йәшәү - башҡорт ҡанында. ЛәкинРәсәйҙә тәртипһеҙлектең, енәйәтселектең көсәйә барыуы, эскеселәрҙең һәм наркомандарҙың артыуы, намыҫ һәм әхлаҡ нормаларын һанға һуҡмау ғәмәлдәренең күбәйеүе күңелде ныҡ ҡыра. Йәшерәк быуындарҙа патриотизм тип аталған ил һөйөү  тойғоһо юғала бара. Эшһеҙҙәрҙең күбәйеүе, эшләгәндәрҙең эш хаҡын ала алмай йөрөүҙәре, эре чиновниктарҙа, полиция, прокуратура һәм башҡа тәртип һаҡлау органдарында коррупцияның ныҡ артыуы, судьяларҙың, башҡа власть вәкилдәренең аҡсаға һатылыуҙары илдә көссөргәнешлек тыуҙыра. Әгәр артабанда ошолай барһа, Аллам Һаҡлаһын, беҙ упҡынға тәгәрәйәсәкбеҙ.

Рәсәйҙе һәләкәттән нимә ҡотҡарыуы мөмкин?                  

1. Донъяуи тәрбиә менән ҡуша дини тәрбиә биреү. Тәрбиә өлкәһендә дин тәғлимәте аша тәрбиәләү, әхләҡ һәм тәртип ҡағиҙәләрен мәктәптең һәр класында дәрестә, класс сәғәттәрендә өйрәнеү. Бының өсөн урта белем биреү мәктәптәрендә христиан, мосолман, будда һәм башҡа дин нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм тәрбиәләү һәйбәт эффект бирер ине. Шул уҡ ваҡытта октябрәт, пионер, комсомол ойошмаларын аяҡҡа баҫтырып, был балалар ойошмаларына тәрбиә һәм уҡыу өлкәһендә ниндәйҙер власть биреп, уларға таянып тәрбиәләү эшен тәрән һәм киң алып барырға, бының өсөн аңлайышлы концепция булдырырға, “Капитализм төҙөүсенең әхлаҡи кодексы” булдырыу һәм намыҫлы йәшәү, алдашмау, бер-береңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләрҙе ныҡлап өйрәнеү. Дин әһелдәре һәм мәктәп менән даими бәйләнещ булдырыу. Бөтә эштә лә ғәҙеллекте иң беренсе баҫҡысҡа ҡуйыу;                 

2. Конфискация ҡулланмайынса, ниндәйҙер бола йәки революция ойоштормайынса алға китеү юлдарын билдәләү, байҙарҙың аҡсаһын дөйөм халыҡ мәнфәғәтенә тотоноу, байҙың, миллиардерҙың аҡсаһын беренсе нәүбәттә сәнәғәтте (промышленность) үҫтереүгә ебәреү, булған аҡсаны һәм байлыҡты тик Рәсәй банкыларында тотоу;.

Был йүнәлештә хөкүмәт налогтар аша эш итә ала. Налогтар дифференцияһы, прогрессивный налог башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла. Уның төп мәғәнәһе һәм маҡсаты байҙан - күберәк, урта хәлленән - уртаса, ярлынан әҙерәк алыу.  Беҙҙең илдә олигарх та, бомж да бер тигеҙ налог түләйҙәр. Ни өсөн шулай? Аңлашылмай. Байҙан күберәк, ярлынан әҙерәк алыу, хәлһеҙҙәрҙе налогтан ҡотҡарыу ҙур эффект бирер ине.

3. Ярлы халыҡтың йәшәү кимәлен ҡырҡа күтәреү. Бының өсөн яңы эш урындары асып, эшһеҙлекте бөтөрөүгә тырышлыҡ һалыу. Бөтә тармаҡтарҙа эш урындары булдырыу программаһын төҙөп, шуның буйынса эш итеү, нанотехнологияны киңерәк ҡулланыу.                        

4. Бөтә кеше лә хеҙмәт итергә тейеш: етәксе, депутат, бай, ярлы. Миллиардер һәм уның ғаиләһе паразитик тормош менән йәшәүҙән баш тартырға тейеш. Кем дә кем һаулығы булып та хеҙмәттән баш тартһа - уны барыбер эшкә ҡушыу зарур. Эш хаҡын түләү хеҙмәтенә ҡарап түләнергә тейеш. Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү, аҡсалата премия биреү, орден-миҙалдар тапшырыу практикаһын аяҡҡа баҫтырыу. Ойошмаларҙа планлы эш итеүгә күсеү;

5. Балалар бөтә уҡыу йорттарында бушлай уҡырға индереү. Бала юғары уҡыу йортонда уҡый алмай икән, урта махсус белем алһын, унда ла уҡый алмаһа - эшсе һөнәрен үҙләштерһен һәм шул эш менән мәшғүл булһын. Коммерцияны уҡыу йорттарынан, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа социаль учреждениеләрҙән алып ташлау ҙур файҙа бирер ине. Һәр кем һәләте буйынса уҡырға һәм йәшәргә тейеш. Совет власы ваҡытында кемдер спортсмен, кемдер йырсы булып танылды. Хәҙер улай булыр өсөн аҡса кәрәк, аҡсаң булмаһа студияларға, стадиондарға аяҡ баҫа алмайһың.

6. Ауыл хужалығы буйынса ла эштәр ҙә һәйбәт түгел, элекке осорҙан күпкә ҡайтыш. Урожайлылыҡ түбән, яландар элеккесә ашландырылмай.  Әгәр бер литр бензин бер кг игендән, икмәктән дә ҡиммәтерәк икән, нисек итеп ауыл хужалығы эштәре менән шөғөлләнә алаһың? 

Тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн баш мейеһенең уйлауын үҙгәртергә кәрәк, тәрбиә эшен әхлаҡи ҡанундарға ярашлы итеп алып барыу зарур. Был юҫыҡта диндең роле күтәрелә барыу - бөгөнгө көндөң талабы, сөнки советтарҙың тәрбиә системаһы юҡҡа сыҡты, урынына бушлыҡ ҡалды. Ошо бушлыҡты дини тәрбиә һәм шәриғәт ҡанундары менән тултырыу тик файҙаға ғына буласаҡ. Кешегә ниндәйҙер ынтылыш кәрәк. Элек коммунизмға ҡарай ынтыла инек, хәҙер ҡайҙа барабыҙҙыр - берәү ҙә белмәй. Шулай булғас, системаны яңынан үҙгәртмәй тороп алға китеш булмаясаҡ. Бындай шарттарҙа таяныс таба алмаған кешегә берҙән-бер ҡыуаныс һәм йыуаныс булып Аллаһы Тәғәлә ҡалалыр.

Элеккерәк осорҙа башҡорттарҙа мөнәжәт әйтеү, мөнәжәт яҙыу киң таралған булған.

Һүҙҙең ахырын ошо жанр - мөнәжәт менән тамамлап ҡуяйыҡ.     

           

          Раббым, ҡыуаныс бир

                      (Мөнәжәт)

Ислам диненә баҡмау - иң насар булған ғәҙәт,

Үҙ хоҙайыма ялбарып, яҙҙым әле мөнәжәт.

Аллам, һаулыҡ бир һин беҙгә, тағы оҙон ғүмерҙе,

Бер туҡтауһыҙ аҡыл өҫтә, белгертмәй тор үлерҙе.

Беҙҙең ғәзиз балаларҙың мейеһенә, башына,

Ҙур аҡыл һал! Алйотланып йөрөмәһен ҡаршыла.

Иман әйлә! Ейәндәрҙең нығыт әхләки яғын,

Зиһен бир белем алыуға, динде таныһын тағын.

Диндар булған әҙәм генә бар бәләнән ҡотола,

Урлап харамды ашаған барыбер бер саҡ тотола.

Беҙҙең башҡорт әүәле шарап - маҙар эсмәгән,

Аҡһаҡалдар һүҙен тыңлап эшләгән дә эшләгән.

Ислам тәрбиәһен алған бала бәхетле булыр,

Рухи, мәтди байлыҡтары гел ыңғай килеп торор.

Раббым, барыбыҙға ла бәхет үә ҡыуаныс бир,

Уй-ниәттәрҙе ҡабул ит, һис ҡунмаһын беҙгә сир.

                                                     28, 78-79-сы биттәр.

                                     * *     *                

                   Файҙаланылған сығанаҡтар            

1. Бикбулат С. Дин дәрестәре. Өфө, “Китап”, 1996

2. Шиғаев Д.Ғ. Ислам дине элек һәм хәҙер. Әфә, 1971

3. Джон Гилкрист. Мухаммат - пророк ислама. 1998

4. Пәйгамбәрләр тарихы. Казан, 1992 (татар телендә)

5. Мөхәммәд пәйгамбәрнең тормышы.  Казан,“Иман”

 нәшриәте, 1993 (татар телендә)

6. Ризаитдин бине Фәхретдин. Ҡөръән вә тәбағать”. Казан, 1900

7. Ҡөръән: сүрәләр, хәҙистәр, йолалар, вәғәздәр. “Ағиҙел” 

8. Ислам дине тураһында белешмә-сүзлек. Ҡазан, 1981

журналы ҡушымтаһы. Өфө, 1990

9. Ҡол Ғәл. Йософ ҡиссаһы. Өфө, “Китап”, 1993

10. Пиотровский М.Б. Коранические сказания. М., 1991

11. Гече Г. Библийские истории. Москва, политиздат, 1988

12. Вахитов Радик. От Урал-батыра до Салавата Юлаева. Уфа,

“Китап”, 2009

13. Ковалевский А.П. Книга Ахмеда Ибн Фадлана о его

путешествии на Волгу в 921-922 гг. Харьков, 1956

14. Абдулҡадир Иман. “Шаманизм тарихта һәм бөгөн”(Өфө,

“Китап”, 1998) Өмөтбаев М. Йәдкәр. Өфө, 1984

15. Тизенгузен В. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. Т.1, СПБ, 1884

16. Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ

көрәше. Өфө, “Китап”, 1993

 17. Башҡорт шәжәрәләре. Төҙөүсеһе Р.Г. Кузеев. Өфө, 1960    

 18. Яҡшыбаева Лира. Мөжәүер хәҙрәт. Хәтирәләр. Сибай,

2006

19. Суҡбаев Сәләх. Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр. Өфө, “Китап”,

2011

20. Абу Фида. Лечи себя Кораном. Изд. “Иман”, Казань, 2002                      

21. Мухаммед ибн Джамиль Зину.Столпы Ислама и веры. ПК

   “Сантлада”, Москва, 1992

22. Ҡиәмәт көнө билгеһе. “Дәғүәт” нәшриәте, 2010.

23. Религиозные объединения Республики Башкортостан. 

Справочник. Уфа, 2014

24. Иман - күңел көҙгөһө. Вәғәздәр, һорауҙар, яуаптар. Өфө,

2014

25. Шәйех Мәхмәт Әдил ән-Наҡшбәндиә. Башҡортостан

сөхбәттәре. Рәжәп, 2013

26. Кириченко М.Г. Государство и церковь. К истории 

Ленинского декрета. // Журнал “Наука и религия”, № 4,

1987   

27. Касим Мясагутов. Инстинкты и мораль. Что спасет

Россию? Уфа, 2009

йырҙар һәм шиғырҙар йыйынтығы, Баймаҡ, 2013

29. Руденко С.И. Башкиры. Историко-этнографические

очерки. Москва-Ленинград, 1955

30. Ҡөрьән. Сүрәләр, хәҙистәр, йолалар, вәғәздәр.

  “Ағиҙел” журналы ҡушымтаһы, Өфө, 1990

31. “Һаҡмар” гәзите, №34, 28 март, 2015 йыл

32. Религиозное объединения Республики Бакортостан.

  Справочник. Уфа, 2014

33. Курамахаммад хаджи Рамазанов. Заблуждение

Ваһһабизма. Духовное управление мусульман Дагестана,

2007

34. Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин. Бәхетлеләр календары.

Казан - 2015

35. Исламский сонник. Москва - Санкт - Петербург.

Изд.“Диля”,  2008

 36. А.Б. Баюканский. Феномен святого Шарбеля или

  приобщение к чуду. Санкт-Петербург, изд.“Вест”, 2006

 37. Практические советы великой Ванги. Минск.

“Современный литератор”, 2006

 38. Вернадский В.И. Биосфера и ноосфера. М., Айрис-пресс,  

  2012

39. Майкл Харт. Сто великих людей. Москва, изд. “Вече”,

2000 

40. Божественные чудеса. Изд “Ихлас”, Махачкала, 2010

41. “Татарстан хәбәрләре”гәзите, 19  август, 1994 йыл

42. Хаҡ Тәғәлә юлынан тайпылмайыҡ. Өфө, 2011

      

                 

 Ҡыҫҡаса аңлатма һүҙлек

Бәҙәүи - ғәрәп тоҡомло күсмә сүл халҡы.

Важиб - мотлаҡ үтәлергә тейеш эш йәки бурыс.

Гуаһ - шаһит, таныҡлыҡ биреүсе.

Ғөсөл - йыуыныу.

Ғәбид - ғибәҙәт ҡылыусы, табыныусы.

Ғәмәли - практик.

Диянәт - динлелек

Заһид (заһидә) донъяуи эштәренән ваз кисеп, ғибәҙәткә ныҡ

бирелгән кеше.

Зыярат ҡылыу - хәл белергә, күреп китергә барыу.

Ихтиза - мохтажлыҡ.

Ихсан - ярҙам.

Истинжа - тәһәрәттән һуң пакланыу.

Камил - тулы, өлгөргән, һәйбәт, бәлиғ булған, кәмселекһеҙ.

Көрәйеш - ырыу атамаһы.

Ҡазый - дини судъя.

Ҡиәмәт- донъя бөткән көн, әхирәт көнө; ғауға.

Ҡөлфәт - ауырлыҡ.

Ҡәлеб - йөрәк, күңел.

Ҡәләм - һөйләм, һүҙ.

Ҡәүем - нәҫел, ырыу, милләт, халыҡ.

Махау - проказа, прокаженный.

Матбаға - типография.

Мосафир - юл кешеһе, үткенсе.

Мөьмин - мосоламан.

Ионафиҡ - ике йөҙлө.

Мөсәмәхә - иғтибар.

Мөшәррәф ҡылыу - ҡәҙер итеү.

Мысыр - Египет.

Мәзһәб - дини йүнәлеш, юл, мәктәп.

Мәсех - һыулы ҡул менән һөртөү.

Мәжүси - һынға табыныусы, язычник.

Мәшәих - ишандар, ҡарттар.

Назарат - идара итеү урыны.

Насрани, насара - христиән.

Нифаҡ - күҙ буяу.

Нәзари - теоретик.

Өлфәт - берҙәмлек.

Өммә - ырыу, община.

Пәйғәмбәр - (фарсы һүҙе) - алдан хәбәр биреүсе.

Риғәйәт - ололау.

Рифыҡ - мәрхәмәтлелек.

Рәкәғәт - намаҙҙа аяҡ үрә тороу, эйелеү, ятып алып башты

ергә ҡуйыуҙы эсенә алған бер өлөшө.

Рәсүл - илсе.

Сөннәт - ғәҙәт.

Cәхәбә - көрәштәш, фекерҙәш, иптәш, дуҫ. Мөхәммәт

ғәләйһиссәләмдең  

замандашы булып, уны күргән кешеләр.

Ҫәнә - маҡтау һүҙе.

Тәбағат - китап баҫыу эше.

Тәбиғин - сәхәбәләрҙе күргән кеше.

Тәбғи тәбиғин - тәбиғиндәрҙән һуң килгән кешеләр.

Тәйәммүм - ҡулдарҙы тупраҡҡа һуғып тәһәрәт алыу.

Тәсхих - төҙәтеү, редакторлау, ҡарап сығыу

Туфан ҡалҡыу - ер йөҙөн һыу баҫыу.

Фарыз - эшләнә торған эш, үтәлергә тейеш бурыс.

Фирғәүен - Египет батшаһы, фараон

Хиджаз - Көнбайыш ғәрәп ере.

Хәлифә - дәүләт, ил башлығы.

Хәлифәлек - дини дәүләт, халифат.

хәтат- каллиграф.

Һижрә, һижрәт - күсенеү.

Хәҙрәт - абруйлы, уҡымышлы кеше.  

Шаһит - ғазап сигеүсе.         

Шәйех - ырыу башлығы, юғары дин әһеле. 

Шәреҡ - көнсығыш.

Шәрех - комментарий. 

Шәриғәт - әхләҡи ҡанундар йыйылмаһы.                   

 Әүләд - бала, улан, нәҫел.

      

   

                            

 Йөкмәткеһе

                                                                                                       бит

Инеш һүҙ.........................................................................................1

1. Боронғо ғәрәптәр........................................................................3

2. Ислам диненең барлыҡҡа килеүе..........................................7

3. Мөхәммәд пәйғәмбәр - ислам динен ойоштороусы.......16

4. Ҡөръән - изге китап....................................................................30

- “Фатиха” сүрәһе.........................................................................32

- “Ихлас” сүрәһе...........................................................................35

- “Нәс” сүрәһе...............................................................................36

- “Фәләҡ” сүрәһе..........................................................................37

- “Кәүҫәр”,.....................................................................................38

  “Әл-Ғаср”.................................................................................. .39

- Аят әл-Көрси..............................................................................40

- “Фил” сүрәһе..............................................................................41

- “Ихлас”сүрәһе...........................................................................42

- “Фәләк” сүрәһе.........................................................................42

- “Ән-Нас”сүрәһе........................................................................42

- “Аят әл- Көрси”........................................................................42

- “Әл-Мөлөк”сүрәһе................................................................. 43

- Сүрәи Мәсәд............................................................................. 43

- Сүрәтел Йасин..........................................................................44

 

5. Пәйғәмбәрҙәр тураһында риүәйәттәр............................ 47

- Әҙәм пәйғәмбәр һам Һаууа ............................................ ....48

- Нух пәйғәмбәр...................................................................... ..49

- Ибраһим пәйғәмбәр.............................................................. 50

- Яҡуп пәйғәмбәр һәм Йосоп................................................. 51

- Муса пәйғәмбәр...................................................................... 53

- Ғайса пәйғәмбәр..................................................................... 57

 

6. Әйүб пәйғәмбәрҙең ғибрәтле тормошо...........................60

7. Исламдың башҡорттар араһына үтеп инеүе һәм

артабанғы хәл-торошо .............................................................63

8. Дин әһеле, әүлиә Мөжәүер хәҙрәт....................................... 71

9. Ислам вә иман ҡиммәттәре.....................................................78

10. Ғибәҙәт ҡылыуҙың дүрт төрө.................................. ............81

- Намаҙ............................................................................................82

- Ураҙа.............................................................................................85

- Зәкәт.............................................................................................89

- Хаж...............................................................................................90

 

11. Дин нимәгә өйрәтә.................................................................91

12. Ислам һәм тормош...............................................................98

- Хәҙистәр..................................................................................100

- Балаға исем ҡушыу..............................................................104

- Никах.......................................................................................108

- Йыназа.....................................................................................110

 

13. Шәриғәт ҡанундары...........................................................116

14. Дин һәм заман......................................................................122

- Совет власы һәм дин...........................................................123

- Башҡортостан - Диниә назарат үҙәге.............................126

- Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин ....................................................127

- Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин..................................130

- Вәғәз.......................................................................................142

15. Мәсет - ауылдың күрке....................................................150

16. Хикмәтле үә ғәжәп донъя...............................................158

- Төш һәм төш юрау............................................................160

- Әбү Ғәли ибн Сина............................................................165

- Әл-Бируни...........................................................................166

- Шарбель...............................................................................167

- Ванга......................................................................................169

 

 17. Мөғжизәләр............ ...........................................................171

- Айҙа аҙан тауышы ............................................................171

- Измиттә (Төркиә) Ер тетрәү...........................................173

- Иң бөйөк шәхес кем?........................................................174

- Тарас - Әбделкәрим..........................................................178

  - Капитан Кусто: Ислам файҙалы дин............................180

- Морис Букай: мин Исламды ҡабул итәм.....................181

 

18. Суфыйсылыҡ...................................................................... 183

1 9 . Ш әреҡ календары һәм байрамдар.............................184

20. Аллаһтың исем-шәрифтәре. .........................................189

Йомғаҡлау..............................................................................193

 

Файҙаланылған сығанаҡтар ........................................ ...199

Ҡыҫҡаса аңлатма һүҙлек......................................... . .... .. .. 201

Йөкмәткеһе............................................................. . ..... .. ..... 203

              

          

                                                          


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 200; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!