Декрет об отделении церкви от 20 страница



                 Башҡортсаһы:

Әй, Алла! Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ғаиләһенә Ибраһим ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ғаиләһенә риза булған кеүек риза бул, хупла. Һин, әлбиттә, маҡтауға лайыҡһың һәм бөйөкһөң! Әй, Алла! Һин Ибраһим ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ғаиләһенә мөбәрәклегеңде биргән кеүек Мөхәммәд ғәләйис-сәләмгә һәм уның ғаиләһенә бәрәкәт бир. Шикһеҙ, Һин маҡтаулы һәм Бөйөк!

                Исем ҡушыу тәртибе:

 

 Балаға исем ҡушыусы сабыйҙың баш яғына баҫа, уң яғына ауышып аҙан әйтә, уң ҡолағына эйелеп: “ Фәлән улы (ҡыҙы) булған был сабыйҙың исем-шәрифе фәлән булһын, тип өс тапҡыр әйтеп ҡолағына өрә. Ошонда уҡ һул яҡҡа ауышып иҡамәт әйтә (төшөрә) һәм бынан алдағы ғәмәлде тағы өс тапҡыр ҡабатлап сабый баланың ҡолағына өрә.

 

                     Иҡәмәт әйтеү:

 

1. Аллаһу әкбәр - дүрт мәртәбә.

2. Әшһәдү әнлә илләһә иләл-лаһ - ике мәртәбә.

3. Әшһәдү әннә Мөхәммәдәр-рәсүлүл-лаһ - ике мәртәбә.

4. Хәййә ғәләс-салах - ике мәртәбә.

5. Хәййә ғәләл-фәләх - ике мәртәбә. 

6. Ҡад ҡамәтис-салах - ике мәртәбә.

7. Аллаһу әкбәр - ике мәртәбә.

8. Лә-иләһә иләл-лаһ - бер мәртәбә.

 

Исем ҡушып бөткәндән һуң “Аллаһүмә жғәл...” тип башланған, йәғни бала тыуғанды ишеткән саҡтағы доға уҡыла. Мәжлестә ата-әсәнең бала өсөн яуаплылығы, дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләләре, төп бурыстары тәфсилләп аңлатыла.

Балаға исем ҡушҡанда яҡшы мәғәнәле һәм яңғыраулы исем ҡушыу сөннәт “Ғәбд” ҡушымтаһы менән башланған пәйғәмбәрҙәр исемдәрен ҡушыу бик мәслихәт булып һанала, мәҫәлән, Ғабдулла, Ғабдрахман, йәки Мөхәммәт, Ибраһим, Ғайса һ.б.

Мөхәммәт пәйғәмбәр заманында уның ҡыҙы Фатима малай таба. Пәйғәмбәребеҙ кейәүе Ғәли хәҙрәткә килә:

 - Улыңды күрһәт, ниндәй исем ҡуштың, - тип һорай.

- Харб тип ҡушырға самалайым. Харб - һуғыш тигәнде аңлата, һуғышсан егет булыр, - ти Ғәли хәҙрәт.

Пәйғәмбәребеҙ ҡаршы төшә:

- Исеме Хәсән булһын, - ти ул, - матур мосолман исеме.

Ғәли хәҙрәттең икенсе малайы булғас та Пәйғәмбәребеҙ килеп Хөсәйен исемен ҡушып китә...   

Яңы исемдәрҙең күбеһе мәғәнәһеҙ һәм араһында һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып килтереп сығарғандары бар: Вил - Владимир Ильич Ленин, Револ һәм Люция - революция, Мэлс - Маркс, Энгельс, Ленин союзы, Юнир - юный революционер, Вилкем - Владимир Ильич Ленин и Коммунистический интернационал молодежи һ.б.

Ҡайһы бер башҡорт райондарында мәймүнә - инә маймыл тигәнде аңлата, шуға күрә бындай исемде ҡушыуҙан ситкә тайпылыу ҙа насар булмаҫ ине. Күп ваҡыт исемдең мәғәнәһен белмәй ҡушалар. Хәсибә, мәҫәлән, ғәрәптәрҙә трактор тигән һүҙҙе аңлата. 

 Мосолман балаларына христиандарҙа таралған исемдәрҙе лә ҡушыу килешмәҫ эш булып тора. Бындай исемдәр балаларға ҡушылмаһа - яҡшы булыр ине, ҙурайған бала исемен алмаштырыуҙы талап итергә лә мөмкин.

Баланың исеме матур яңғырауыҡлы, мәғәнәле, мосолмандарса булырға тейеш. Матур исемдәр рәтенә Урал, Азамат, Ирәндек, Хәйбулла, Иҙел, Ләйсән, Айһылыу, Көнһылыу кеүек бик күп гәүһәр исемдәрҙе керетергә мөмкин.  

Балаға исем ҡушыу йолаһын һөйләүҙе үтенеп, бәпескә ике исем ҡушыу дөрөҫмө? - тигән Әлфиә Вәлиеваның һорауына Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин бик матур итеп түбәндәгесә яуап биргән:  

                   

- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Һәр кемдең өс туйы була: тәүгеһе - исем ҡушҡанда, икенсеһе - никахҡа ингәндә, өсөнсөһө - мәңгелеккә оҙатҡанда. Сабый донъяға килгәс, ата-әсә ҙур шатлыҡ менән туғандарын, ҡәрҙәштәрен йыйып, күреәм табын ҡороп, байрам уҙғара, исем туйына шулай уҡ мәсеттең имамы йә башҡа дини белгес саҡырыла. Ул иң тәүҙә баланың уң яғына баҫып, ҡиблаға ҡарап, уң ҡолағына аҙан әйтә. Унан һул яҡтан ҡамат төшөрөлә. Артабан баланың ике ҡолағына исеме, “бисмилләһ”әйтелеп, доға ҡылына, изге теләктәр юллана.

Элек Исламдағы был изге ғәмәл өйҙә башҡарылған. Хәҙер күптәр мәсеттә уҙғара башланы. Иман йорттарында тыуыу тураһында таныҡлыҡ та бирелә.

“Исем ауырыуҙан пәрҙә булып тора”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, гүйә ки, әлегә ҡәҙәр әсә ҡарынында көн күргән сабыйҙың мең төрлө микробына, күҙ тейеүгә һәм башҡа бәлә-ҡаҙаға ҡаршы бик ҡуйыла. Әйтәйек, кейеме ҡалын булһа, әҙәм балаһы һалҡынға бирешмәй бит, шуның шикелле, исем мөхиткә яраҡлаштыра, йәшәү көсө бирә. Өҫтәүенә сабый мосолман йәмғиәтенә ныҡлап инә, ғаиләнең тулы ағзаһына әйләнә.

Исем һайлауға килгәндә, матур мәғәнәләргә, милләтте, динде аңлатҡандарға өҫтөнлөк биреү, уйлап ҡушыу зарур. Исламда ун бер быуаттан ашыу йәшәгән халҡыбыҙ арарһында ундайҙар ифрат күп тупланған. Әҙәм балаһы исемен аҡлау маҡсаты менән йәшәргә, уны ишеткән һайын рухы артырға, ошо бәрәкәттә юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыштарға өлгәшергә тейеш. Ә сабыйҙы уйынсыҡ кеүек күреп, ни етте шуның менән атау - ҙур гонаһ. Был эште бергәләр, кәңәшләшеп башҡарыу мөһим, хөрмәтле ҡәрҙәштәр...

Ә инде Әлфиә ҡәрҙәштең икенсе һорауына килгәндә “дөрөҫ түгел” тип яуап бирер инем. Ысынлап та, диндә яңы һүҙ һөйләүселәр араһында бер фекер барлыҡҡа килде: имеш, кешегә ике исем ҡушырға мөмкин, уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә. Икенсеһе иһә -ғөмүм. Бындай йола христиандарҙа бар, әммә Исламға ул хас түгел. Аллаһтың изгелеге килә торған булһа, ул һис ниндәй йәшерен исемгә ҡарамаҫ.                             

                                 

Никах

 

Никах - ир менән ҡатындың бер бөтөн булып бергә йәшәүгә, ғаилә ҡороуға, тәрбиәле балалар үҫтереүгә биргән вәғәҙәләре, анттары ул. Никах ике яҡтың да тулы ризалығы булғанда ғына ғәмәлгә ашырыла. Ике шаһит егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә хәләл булып, береһе - ғаиләнең ире, йәки башлығы, икенсеһе - ғаиләнең тотҡаһы һәм терәге була аласағына таныҡлыҡ бирергә тейештәр. Никах ғәмәле йәки шарттары (рөкене) өсәү: ижабы ҡабул, хөтбә һәм доға уҡыу.

 

1. Ижабы ҡабул.

 

Ижабы ҡабул ғәмәле - ул өйләнешеүселәрҙең ризалыҡтарын үҙҙәренән әйттереү. Был белдереүҙе шаһиттар һәм туған-тумасалары күреп һәм ҡарап торорға тейеш. Ошонда уҡ мәһәр биреү үткәрелһә яҡшы була. Ислам дине мәһәрҙең күләмен билдәләмәй, әммә уның ҡиммәтле йәки иҫтәлекле әйбер булыуын асыҡ итеп күрһәтә. Ҡиммәтле үә иҫтәлекле әйберҙәр исемлегенә алтын-көмөш, йөҙөк, алҡа, затлы кейем, башҡа төрлө әйберҙәр инеүе мөмкин, ләкин аҡса түгел. Ғөмүмән, никахтың тирә-йүнгә мәғлүм булыуы шарт. “Бер һарыҡ һуйып булһа ла туйҙы үткәрергә тырышығыҙ”, - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр.

Ижабы ҡабул үткәреү тәртибе ошолай: шаһиттар  һәм туған-тумаса алдында саҡырылған мулла ике йәш кешенән һорау ала: “Фәлән кешенең фәлән ҡыҙы! Фәлән кешенең фәлән улына риза булып барҙыңмы?” - тип һорала. Күп урында һорауҙы өс тапҡыр ҡабатлайҙар. Ҡыҙ кеше: “Эйә, риза булып барҙым”, - тип яуап бирә. Ошо уҡ һорау кейәү егетенә бирелә һәм ыңғай яуап алына, егет: “Риза булып алдым”, - ти. Ошоноң менән ижабы ҡабул тамам. Шунан һуң никах хөтбәһен уҡыуға күсәләр.

 

2. Никах хөтбәһенең транскрипцияһы:

 

“Әлхәмду лилләһи мүйәссиру-лимури үә муҡаддириш-шуһур. Үә муғайириль әзминәти үәд-дуһур. Әлләҙи нәжә мусәмәгәһүғәләттур.Үә әнзәләт-тәүрәтә үә линзилә үәл-фурҡанә үәз-зәбүрә.Үә әхәллән-нииҡахә мәҡрүнән биш-шуһуди үәлмуһури кәмә ҡаллаллаһу тәбәрәкә үә тәғәлә фи суратин-нур. Әғүзү билләһи минәш-шайтанир-ражими үә әнҡихүль әйәмә минҡум үәҫ-ҫалихинә мин ғибәдиикум үә имәъиҡум ин йәҡуну фуҡараъә йүғнаһимул-лаһу мин фидлиһи уаллаһу үәсиғун ғалим.

Ләҡад жәъә фи-ләхбәриғәни-иннәбийин-л-мухтәри саллаһу тәғәлә ғәләйһи әлиһи үә әдхәбиһи-ләхйәри. Әнниҡәху-суннәти фәмән рағибә гән суннәти фәләйсәминни үә хабәрин әхаба тәнәкәху тәүәләду тәкссәру фәинни әбиһи биҡәсратиҡуму-лумәмә йәумәл-ҡиәмәти үә ләубис-сиҡти. Әннәҡиху рабиғун үәл-мәнҡу-хәтүн мәрғүбә. Үәл-мәһру ғәлә мә тәрадәйә. Әсбәтәл-лаһу тәғәлә фиҫ-ҫудурил-жәнибәйни хәббәтәл-мухәббәти. Үә әҡулу ҡаули һәҙә үәстәғфирул-лаһа-л-ғаффәба ли үә ләкүм үә лисәъири жәәмәғәтил-муслиминәлхәдиринә-әжмәғинә. Иннәһу һуал-ғафарур-рахимул-жәүәдул-кәримул ғәлийул ғәҙимус-сәмиғуҙ-дуғәь(э).  

3.Никах доғаһы тексы транскрипцияһы:

 

Бисмиләһир-рахманир-рахим. Аллаһүмә-жгәл һәҙәл-ғуҡтә мүбәракән үә мухтәран. Аллаһуммә-жгәл бәйниһумә улфәтән үә ҡараран үә лә тәжғәл бәйнәһумә фирҡатән. Үә әллиф бәйнәһумә ҡәмә әлләфтә бәйнә Ғәьишәтә үә Мухәммәдин.сәйиди-ләбрари үә Фатимәтә үә Ғәлийинил-кәррар. Йә ғәлимәл-жәһри үәл-исрари үә салаллаһу ғәлә хайри халҡиһи Мухәммәдин үә әлиһә үә әсхәбиһи әжмәғин(ә). Бирәхмәтикә йә әрхәмәр-рахимин.

 

Йәштәргә өгөт-нәсихәт ата-әсәләре тарафынан, улары булмаһа өлкән йәштәге туғандары тарафынан өйләнешкәнгә тиклем алып барыла, ә һуңынан йәки мөнәсәбәттәр боҙолғас түгел. Һуңынан өйрәтеү йәш ғаиләнең тарҡалыуына килтереүе мөмкин. Өгөт-нәсихәт ҡыҙға бер төрлө, егеткә икенсе төрлө алып барылырға тейеш түгел, ә уртаға һалып. Ир менән ҡатындың хоҡуҡтарын, бурыстарын матур итеп аңлатыу - ата-әсәләрҙең мөҡәддәс бурысы. 

Никах доғаһын уҡыған мулла ла йәштәргә аҡыл өйрәтергә, дөрөҫ һәм тура юл - мосолмандар юлы икәнен аңғартырға тейеш. Кәрәкле тип тапһа, башҡа доғаларҙы уҡып, шулар нигеҙендә тормош һәм дин ҡанундарын асып һалһа - тағы бер изге эш булыр ине.  

Дин ҡанундарына килгәндә Ислам дине никахлашыуҙы тәбрикләй генә. “Өйләнегеҙ, күбәйегеҙ, - тигән Мөхәммәб ғәләйһис-сәләм. - Ҡиәмәт көнөндә  мин һеҙҙең - өммәтемдең ишле булыуы менән маҡтанырмын”.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 139; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!