Декрет об отделении церкви от 21 страница



Көслө, татыу, ишле ғаиләне яҡлай Ислам. Ғаилә ҡорғанда иң элек уның никахлы булыуын талап итә, сөнки бындай ғаиләләр Аллаһы Тәғәлә исеме менән башлана. Уның яҡлауына өмөт итеп йәшәй. Ҡөръән Кәримдә: “Аллаһ һеҙҙе бер-берегеҙгә йыуаныс булһын тип бер ир менән бер ҡатындан яралтып бар итте”. - тип яҙылған.

Араларҙа күркәм мөхәббәт, һөйөү, берҙәмлек, татыулыҡ булдырырға өндәп, Ислам ғаилә тормошоноң ниндәй булырға тейешлеген аңлатып бирә: “Ҡатындарығыҙ - һеҙгә, һеҙ уларға йылы биреп торорлоҡ кейем кеүек”, - ти.                    

                                 

                                 “Әл-Бәҡара” (“Һыйыр”) сүрәһе, 2:187

                            

Йыназа

Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә, йәғни яҙмышҡа ышаныу фарыз, ышанмаған кеше мосоман булып һаналмаҫ. Тимәк, йәшәйештән һуң үлем килеүе - тәбиғи хәл, йәғни Аллаһы Тәғәләнең алдан әҙерләгән яҙмышы.

 

 “Уаҡиға [ҡиәмәт] килһә, уның килеүен ялғанға һынаусы булмаҫ,[берәүҙе] түбән төшөрөр ул, [икенсене] юғары күтәрер ул, һәм ҡасан Ер дерелдәү менән дерелдәһә, һәм ҡасантауҙар селпәрәмә килеп емерелһә,сәселгән таралған туҙанға әйләнһә, һәм һеҙ өс төркөмгә бүленһәгеҙ, һәм уң яҡ эйәләре, (беләһегеҙме ниндәй уң яҡ эйәләре), һәм һул яҡ эйәләре, (беләһегеҙме ниндәй ул һул яҡ эйәләре), һәм алдан килеүселәр, (беләһегеҙме ниндәй ул алдан килеүселәр?) Былар яҡынайтылғандар, рәхәтлек баҡсаларында әүәлгеләр төркөмөһәм аҙыраҡ һуңғыларынан сигелгән урындыҡтарҙа терһәктәренә таянып ҡара ҡаршы ятырҙар.

                            (“Әл-Уаҡиға” сүрәһе, 1-16-сы аяттар).

Ләкин тәҡдиргә һылтап насарлыҡ эшләү, мәҫәлән, уғрылыҡ менән шөғлләнеү - харам булған эш. Бындай харам эш тураһында хикәйәләрҙең береһендә былай тип яҙылған: Күптәргә билдәле булған хәлифә Ғүмәр ибн Хаттаб (р.ғ.) бер мәл бурҙы тотоп ала һәм Шәриғәт ҡушҡанса уның ҡулын киҫергә әмер бирә. Бур: “Эй, хәлифә! Мин бит урлыҡты Алаһтың тәҡдире буйынса эшләнем, минең урлауым - Аллаһтың ҡушыуы”, - тип аҡланырға тырыша икән. Хәниәфә уға былай тип яуап биргән: “Һин Аллаһтың тәҡдире буйынса урлашҡанһың икән, Аллаһтың тәҡдире менән ҡулыңды киҫәсәкбеҙ”. 

Аҡыллылар был хикәйәнән ғибрәт алыр, уйлана белмәгәндәр - тиҙ онотор.

Тормошта төрлө хәлдәр булып китеүе мөмкин. Әйтәйек, һап-һау йөрөгөн әҙәм балаһы ауырый башлай. Әлбиттә, бындай ваҡытта дауаланыу сараларын күреү, балниста күренеү, дарыуҙар ҡабул итеү - ғәҙәти хәл. Ауырыу түшәккә йығыуы ла бар. Бындай ваҡытта ислам диненең күркәм әхлаҡи-әҙәптәренең береһе - ауырыуҙың барып хәлен белеү, уның күңелен йыуатыу, һауығыуға өмөт сатҡыларын уятыу. Тик сәғәттәр буйынса ултырып хәлһеҙ кешене һүҙ менән албырғатыу - ярамаған ғәмәл. Әгәр сирле кешенең хәле бик хөртәйеп китһә, “лә иләһә иллә Аллаһу” тип ҡабатлап, “Йәсин” сүрәһен уҡырға була. Был ваҡытта ауырыуҙың йөҙөн ҡибла тарафына бороп, уң ҡабырғаһына әйләндереңкерәп һалырға онотмаҫҡа кәрәк.

Ауырыу йән биргәндән һуң, күҙҙәрен һәм ауыҙын йомдорабыҙ, сабырлығыбыҙға таянабыҙ һәм “иннә лиләһиүә иннә рәжиғун” тип, доға ҡылабыҙ. Артабан был турала туған-тумасаларына хәбәр итәбеҙ, ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, йәғни төрлө йомоштарын үтәйбеҙ: ризыҡ һатып алыу, әҙерләү, ҡәбер ҡаҙыу хәстәрлектәрен күрәбеҙ һәм килеп сыҡҡан башҡа эштәрҙе ойошторабыҙ. Әйткәндәй, мәйет сыҡҡан йорт эсендә өс көнгә тиклем аш әҙерләү һәм ашау тыйыла, тик сәй, һыу, башҡа эсемлектәрҙе генә ҡабул итергә була. Туғанлыҡ ептәре булған мәйет өсөн ҡатын-ҡыҙ өс көндән артыҡ мәтәм ҡылмай, ире өсөн дүрт айҙа ун көн мәтәм ҡылына, йәғни биҙәнеп-төҙәнеп, сәскәле-суҡлы күлдәктәрен кейеп йөрөргә тейеш түгел.

Мәйетте йыуыу өсөн ул мәйет таҡтаһына һалына, мимендерелә, аҡ туҡыма менән ҡаплап ҡуйыла (ир мәйеттең кендектән алып теҙенә саҡлы), шунан һуң “бисмилләһ” әйтеп, ниәт ҡылып йыуыу башлана. Йыйыусы бейәләй кейеп истинжа* ҡылдырыла, эсе йыуып төшөрөлә, шунан һуң бейәләйҙәрен алмаштырып йыуып бөтөрөп ҡуя. Тәһәрәт алдырыла. Ошонан һуң йылымыс һыу менән ҡулдары, башы, бите, эсе, арҡаһы һабынлап йыуыла. Аяҡтары тубыҡҡа тиклем йыуыла. Ошондай йыуыу өс мәртәбә ҡабатлана. Ауыҙ һәм танауға һыу индермәҫкә тырышырға кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙ мәйете аҡ туҡыма менән баштан аяғына тиклем ҡаплана һәм йыуғанда ҡул сепрәк аҫтына тығып ҡына йыуыла.

Мәйет ир кеше булғанда кәфендең (ғәрәпсә - изар) өс ҡат булыуы, ҡатын булғанда биш ҡат булыуы сөннәт. Беренсе ҡат кәфен баштан алып аяҡҡа, икенсе ҡат - баштан алып аяҡ осона тиклем, өсөнсө ҡат - бөтә кәүҙәне ҡапларлыҡ, уратырлыҡ булып, баш яғынан һәм аяҡ яғынан бәйләрлек булырға тейеш.

Ҡатын мәйеттәр өсөн ике кәфен арттырыла, береһе - баш яулығы (химар), икенсеһе - күкрәк ҡаплаусы (хирҡа).

Мәйет йыуылып кәфенгә һалынғас та мәйет хужаларынан һорау алына, бурысы бармы-юҡмы, булһа - кем түләй - шулар асыҡлана. Ошонан һуң мәйеттең башы ҡояш байышына ҡаратып ятҡырыла. Имам мәйеттең күкрәк тирәһенә тора, ҡалғандары уның артынан рәт-рәт булып баҫалар. Артабан:

- Күңелдән ниәт уҡыла;

- “Аллаһу әкбәр”, тип тәҡбир әйтелә, собханәкә доғаһы уҡыла.

- Тәҡбир әйтелә һәм салауат уҡыла, тағы бер тәҡбир әйтелә, ике яҡҡа сәләм бирелә:

 

Аллаһүмә әнтәс сәләмү үә минкәс сәләмү тәбәрәктә йә джәл-джәләли үәл икрам. Аллаһү әкбәр.

 Ошонан һуң йыназа доғаһы уҡыла:

 

 Аллааһум-мәғфир лихәййинә үә мәййитинә үә шәһидинә үә ғәйебинә үә сәғиринә үә кәбиринә үә зәкиринә үә үңсәнә.Әллааһүмәмәнәхйәйтәһү миннәә фәә әхииһи ғәләл-ислами үә мән тәүәф-фәйтәһүү миннәә фәтәүәффәһү ғәлә имән. Әллаһүмә ин кәәнә һәәзәл мәййитүмүхсинән фәзид фии ихсәәниһии үә инкәәнә мусии-ән фәтәжәүәз ғәнһ.  

Был доғаны белмәгәндәр “Фатиха” йәки ”Кунут” доғаһын уҡый ала.

 

“Кунут” доғаһы:

 

 Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим!

Аллаһүмә иннә нәстәғиинүкә үә нәстәғъфиирүкә үә нәстәғдикә үә нүъмину бикә үә нәтүбү иләйкә үә нәтәүәкәллү ғәләйкә үә нусниғәләйкәл хәйрә күлләһү нәшкүкрүкә үә нәхләғү үә нәтрүкү мәй-йәфжүрүк.

 

Мәйетте өйҙән сығарған ваҡытта аяҡ яғы алдан, ә өйҙән сыҡҡас та бороп, баш яғы менән алып китеү ғәҙәткә кергән.

Ҡәбер урта буйлы кешенең күкрәгенә тиклем ҡаҙыла. Мәйетте ҡибла яғынан төшөрәләр. Был ваҡытта изге күңелле кешеләр, ауылдаштар, мәйеттең яҡын туғандары булыу хәйерле.  

 

Ҡәберлектә  “Фатиха”, өс мәртәбә “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нас” сүрәләрен уҡып истихфәр ҡылына.

Ҡәберҙе биҙәү, матурлау өсөн ҙур аҡсалар фарыз итеү кәрәк һаналмай, шул уҡ ваҡытта тыйылмай ҙа. Әммә ҡәберстанға барып йөрөү, зыяратты тәртиптә тотоу - гүзәл сифаттар тип таныла. Ләкин ҡайһы-бер мосолман зыяраттарында тәртипһеҙлектәр күп, ҡәберстанға барып етеп, серегән бүрәнәләргә, ҡыйшайған һәм батҡан таштарға бағып торһаң - эс боша. Зыяраттағы бер-ниҙе сығарырға ярамай, тип ҡыйҙы ла алмаҫҡа тырышалар. Нишләп ҡый-шаҡыны сығарып ташлау ярамаһын? Ҡыйҙы йыйып алмау - гонаһ. Зыярат таҙартып тороу эшендә урындағы власть, йәмәғәт ойошмалары ойоштороусы булырға тейеш.

Эш үлеү менән генә бөтмәй. Кеше тәҡдиренең алдан яҙылып куйылыуы буйынса һәм бер-ни тиклем ваҡыт үтеү менән Ҡиәмәт көнө буласаҡ.

Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөнә ҡарата әйткән һүҙен “Ҡиәмәт көнө” сүрәһен төшөргән:

 

“Ул [кеше] “Ҡиәмәт көнө ҡасан?”, - тип һорай. Бына ҡасан күҙҙәр сағылдырылһа, һәм Ай тотолһа, һәм Ҡояш менән Ай берләшһә, ул көндө кеше: “Ҡайҙа ҡасырға?”, - тип әйтер. Юҡ һәм юҡ! Ҡасыу урыны юҡ!”

 

75. “Әл-Ҡийәмә”(Ҡиәмәт) көнө сүрәһе, 6-12- се сүрәләр.

 

Был турала аяттар һәм хәҙистәр байтаҡ ҡына. Был турала Ҡөръән Кәримдең “Төн” сүрәһендә Аллаһ өйрәтә:

 

 “Һәм ысынлап та , әхирәт тә, был донъяла Беҙҙеке. Быны Мин һеҙгә ялҡынды ут менән иҫкәрттем-өгөтләнем. Унда [теге донъяла] гонаһлылар ғына яныр, ялған тип иҫәпләүселәр һәм йөҙ сөйөрөүселәр. Ә тәҡүәле унан [уттан] алыҫ булыр.  

                              92. “Әл-Ләйл” сүрәһе, 13-17-се аяттар.

Илшат Хафизи әҙерләгән һәм “Дәғүәт” нәшриәтендә баҫылған “Ҡиәмәт көнө билгеләре” тигән китапта ҡийәмәт көнө яҡынлауын ҙур һәм бәләкәй билгеләр аша белеп була тип әйтелә һәм был билгеләр түбәндәгесә һанап кителгән. Шуларҙың ҙур билгеләрен генә һанап үтәйек.

 

                             Ҙур билгеләр:

 

1) Дәжжәлдең килеүе; 2) Ғайса бин Мәрйәмдең инеүе 3) Йәьжүж һәм Мәьжүж ҡәбиләенең һөжүме; 4) көнсығышта буласаҡ уңышһыҙлыҡтар; 5) көнбайышта буласаҡ уңышһыҙлыҡтар; 6) Ғәрәбстан ярымутрауындағы уңышһыҙлыҡтар; 7) төтөн таралыу; 8) көнбайыштан ҡояш сығыу; 9) ерҙән хайуандарҙың (тереклектең) килеп сығыуы;10) Йәмәндән сығыусы һәм кешеләрҙе ҡиәмәт майҙанына йыйыусы уттың барлыҡҡа килеүе (22, 18-се бит). Китаптың артабанғы биттәрендә кескенә билгеләре бирелә. Бына улар:

1) ахырғы пәйғәмбәрлектең башланыуы; 2) Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең вафат булыуы; 3) Ҡудс ҡалаһын (Иерусалим) яулау; 4) Әмваста ваба (чума) ауырыуы; 5) Мал-мөлкәттең күплеге; 6) фетнәнең килеп сығыуы; 7) ялған пәйғәмбәрләрҙең барлыҡҡа килеүе; 8) Хизажда ( Мәккә менән Мәҙинә араһындағы өлкә) ут барлыҡҡа килеүе; 9) мосолмандар хәлифәлегендә тынлыҡ, именлек һәм тыныслыҡ; 10) Төркиҙәр менән һуғыш; 11) Ышаныс юғалыу; 12) күҙәтеп эшләтеүселәрҙең һәм йән алыусыларҙың (палачтарҙың) һаны үҫеүе; 13) зинасылыҡ күбәйеүе 14) ришәүәтселек таралыуы 15) йырҙың таралыуы; 16) Шарап һәм наркотиктарҙың таралыуы; 17) мәсетте һәм Ҡөръәнде биҙәү; 18) ҙур өйҙәр һалыуҙа ярышыу; 19) ата-әсәне хөрмәт итмәү; 20) үлтерештәрҙең күбәйеүе; 21); туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙөү, күршеләрҙе ихтирам итмәү; 22) ваҡыттың тиҙ үтеүе; 23) баҙарҙарҙың үҙ-ара яҡынайыуы; 24) әүүәлге мосолмандар араһында мәжүсилектең таралыуы ; 25) сәс һәм һаҡалға ҡара буяу буяу; 26) һаранлыҡтың таралыуы; 27) сауҙа үҙәктәренең киңәйеүе; 28) Ер тетрәүҙәрҙең йышайыуы; 29) Ер йотоуҙар, ҡолауҙар, йәмһеҙлектәрҙең күбәйеүе; 30) тәкүәләрҙең кәмеүе; 31) кешеләрҙең таныштары менән генә һаулыҡ һорашыуҙары; 32) мәхрүм ителгәндәрҙең тәхеткә ултырыуы; 33) ғилемһеҙҙәрҙән ғилем алыу; 34) яланғас йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡҡа килеүҙәре; 35) алдан хәбәр биреүсе төштәрҙең күбәйеүе; 36) китаптар һәм ғилемдәр (компьютер, элемтә, интернет) таралыуы; 37) нәфел (сөннәт) ғәмәлдәргә иғтибар бирмәү; 38) яңы айҙың барлыҡҡа килеүе; 39) кинәт үлеүҙәрҙең күбәйеүе; 40) кешеләр тирә-йүндәгеләр менән танышмай башлауы; 41) ялғандың таралыуы; 42) ялған шаһидтарҙың күбәйеүе; 43) ғибәҙәткә илтифатһыҙ булыу; 44) ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артыу һәм ир-аттарҙың кәмеүе; 45) Сәғүд Ғәрәбстаны ярымутрауының баҡсаға әүерелеүе; 46) яуым-төшөмдәрҙең күбәйеүе, үҫемлектәрҙең кәмеүе; 47) алтын тауҙың хасил булыуы; 48) үҙ-үҙҙәренең үлемдәрен теләүселәрҙең күбәйеүе; 49) Ҡахтандан бер кешенең килеүе; 50) хайуандарҙы һәм йәнһеҙ әйберҙәрҙең һөйләү һәләтенә эйә булыуҙары; 51) Рум (Византия) халҡының күбәйеүе; 52) Константинополде яулап алыу; 53) йәһүдтәр менән һуғыш; 54) Мәҙинәнең бөлгөнлөккә төшөүе; 55) хәйерле елдең иҫеүе; 56) Ҡәғбәнең емерелеүе.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 148; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!