Декрет об отделении церкви от 15 страница



Аллаһы Тәғәлә беҙгә дүрт төрлө ғибәҙәт ҡылырға ҡушҡан. Улар ислам диненең төп дүрт терәге лә булып торалар. Бына шул турала ҡыҫҡаса яҙып сығайыҡ.

Улар:

 

1. Н а м а ҙ;

2. У р а ҙ а;    

3. З ә к ә т;

4. Х а ж.

 

                               Намаҙ

Беренсе ғибәҙәт - намаҙҙа Аллаһы Тәғәләгә тоғролоғоңдо, бәндәселегеңде (ҡол булыуыңды) күрһәтер өсөн доғалар уҡыйһың эйеләһең, бөгөләһең.

1. Ураҙанан алда пакланыу фарыз, сөнки, пак булһаң да намаҙ өсөн йыуынып алыу бик кәрәкле ғәмәл. Бындай йыуыныуҙы тәһәрәт тиҙәр. Тәһәрәт алыуҙың тәртибе:

 

- “Бисмилләһ” те әйтеп, еңдәренде терһәктән өҫкә төрөп, беләҙектәргә тиклем ҡулдарҙы өс мәртәбә йыуаһың;

- өс тапҡыр ауыҙыңа һыу уртлап сайҡайһың һәм бөркәһең;

- өс тапҡыр танауҙы сайҡатаһың;

- ике ҡулыңды, беләктәреңде һәм битеңде йыуаһың;

- бер мәртәбә башыңа, ҡолаҡтарыңа муйыныңа мәсех ҡылаһың, йәғни һыйпап сығаһың;    

- өс мәртәбә тубыҡтарыңа тиклем аяғыңды йыуаһың;

Бына ошо эштәрҙе башҡарып сығыу тәһәрәт алыу була.

 

2. Намаҙ үтәлеше.

                               Беренсе роҡуғ (өлөш):

 

- Ҡиблаға ҡарап баҫаһың, ниәт ҡылаһың, мәҫәлән, иртәнге намаҙ булһа: “Ниәт ҡылдым Аллаһ ризалығы өсөн иртәнге намаҙҙың сөннәтен үтәмәккә ҡибла тарафына йүнәлдем, Аллаһу әкбәр” тип әйтәбеҙ.

- Ҡулдарҙы кендек аҫтына тап килтереп ул ҡулды уңы менән ябырға һәм “Сүбхәнәкә” доғаһын уҡырға:

  Сүбхәнәкә-ләһүммә үә бихәмбик. Үә тәбаарәк әсмүкә үә тәғалә жәддүк.  Аллаһү әкбәр.

-“Әғүзү бисмилләһи” тип әйтергә һәм “Фатиха” сүрәһен уҡырға:

“Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим. Әл-хәмду лилләһи раббил ғәләмиин.Әр-рахмәнир-рәхиим. Мәәлики йәүмид-дин. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин. Сыйраталь-ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мағдүүби ғәләйһим үә ләд-даллиин. Әминь. (Тағы өҫтәп бер-ике ваҡ доғаны уҡырға мөмкин).

-“Аллаһу әкбәр” тигәс, р о ҡ у ғ ҡ а эйеләбеҙ, ҡулдарҙы теҙ өҫтөнә ҡуябыҙ һәм өс тапҡыр: “Сүбхәәнә раббийәл-ғазыйм” тип әйтәбеҙ ҙә “Сәмиғаллаһу лимән хәмидәһ”тип әйтеп турайып баҫабыҙ. “Аллаһу әкбәр” типәйтәбеҙ ҙә  с ә ж д ә г ә  китәбеҙ, йәғни намаҙлыҡҡа ятабыҙ һәм өс мәртәбә “Сүбханә раббийәл әғлә тип, Аллаһу әкбәр” тибеҙ. Шунан “Аллаһу әкбәр” тип ултырабыҙ, “Аллаһу әкбәр” тип ятабыҙ һәм “Сүбханә раббийәл ғазыйм” тип өс тапҡыр әйтәбеҙ ҙә “Аллау әкбәр” тип баҫабыҙ.

Беренсе роҡуғ тамам.

 

                       Икенсе роҡуғ:

 

- Баҫып торабыҙ, “Фатиха” сүрәһен уҡыйбыҙ, тағы бер ҙурыраҡ сүрәне уҡып ҡуябыҙ.                         

- Роҡуғ һәм сәждә ҡабатлана.

- Икенсе сәждәнән һуң ултырғанда “Әттәхиәт”, “Аллаһуммә салли”, “Аллаһүммә барик” уҡыла. “Раббәнә” менән йомғаҡлана.

Унан һуң башты уңға борабыҙ һәм “Әссәләмү-ғәләйкүм үә рахматуллаһ” тибеҙ, һулға бороп шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлайбыҙ.

 - Артабан “Аллаһүммә әнтәс-сәләмү үә минкәс сәләм, тәбәрәктә йә зал-жәләли үәл икрам” тигәндән һуң тәсбих уҡыла.

Ошоноң менән икенсе роҡуғ  тамам.

 

 

                    “Әттәхиәт” доғаһы:

 

 Әттәхийәәтү лилләһи үәссалауаату вәтаййибаат. Әссәләмү ғәләйкә әййүһәннәбийү үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ. Әссәләмү ғәләйнә үә ғәлә ғыйбадилләһис саалихин. Әшһәдү әллә илләһә иллаллаһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәәддән ғабдуһу үә рәсүлүһ.

                           Аллаһүмә салли:

 

Аллаһүмә салли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли Мөхәммәдин кәмаа салайта ғәлә Ибраһимә үә ғәлә Ибраһимаә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидум мәджит.        

                         Аллаһүмә барик:

 

Аллаһүмә барик ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли Мөхәммәдин кәмаа барәктә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидум мәджит.

 

                              Раббәнә:

 

Раббәнә әтүнйә фидүнйә хәсәнәтәү үә фил әхирәти хәсәнәти үә ҡыйна ғәҙәбән нәр. Раббәнәғфирли вәли вәлидәйә  үә лил-муьмининә яума йәкүмүл хисаб.

Исламда биш намаҙ фарыз.

 

                      1. Иртәнге намаҙ.

 

Иртәнге намаҙ дүрт рәҡәғәттән тора: икеһе сөннәт, икеһе - фарыз. Фарыздар сөннәт кеүек уҡыла.

 

                      2. Өйлә намаҙы.

 

Ике рәҡәғәт сөннәтте уҡый, шунан “Әттәхиәт”те, шунан “Фатиха”ны уҡыла. Өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәт беренме, икенсене ҡабатлай: уҡығандан һуң ултыраһың һәм “Әттәхиәт”, “Аллаһумма салли”, “Аллаүммә барик”, “Рәббәнә” доғалары уҡыла.

 

                     3. Икенде намаҙы

 

Дүрт рәҡәғәт сөннәтте уҡып үткәрәһең.

                               

                      4. Ахшам намаҙы.

 

Ахшам намаҙында башта фарыз, шунан сөннәт башҡарыла.

 

                       5. Йәстү намаҙы.

 

Дүрт рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәт уҡыла.

Быларҙан башҡа фитер намаҙы, йома намаҙы башҡарыла. Намаҙҙың берәй өлөшө онотолһа, Сәһү сәждәһе уҡыла.

 

                                   Ураҙа

 

Икенсе ғибәҙәт - ураҙа йәиһә - ураҙа байрамы. Мосолмандарҙа был байрам киң таралған булыуы менән айырылып тора, шуның өсөн уны уға ентеклерәк туҡталып китеү кәрәк булыр

Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәпсә “Ғийдул-Фитр” тип йөрөтәләр, беҙҙеңсә ашау-эсеү байрамы була инде.             

Билдәле булыуынса, бөтә диндәрҙең дә, бар халыҡтарҙың да үҙ байрамдары бар. Ғәҙәттә улар ниндәйҙер булһа берәй ваҡиға менән бәйләнгән. Ваҡыт үтеү менән байрамдар өҫтәлергә йәки төшөп ҡалырға мөмкин. Мәҫәлән, совет власы осоронда булған Октябрь байрамы ғәмәлдән сығырылды, ә “Рәсәй көнө” байрамы индерелде.

Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с) Мәҙинә ҡалаһына күсеп килгән осорҙа урындағы халыҡтың үҙ ҡәүеменән һәм ҡалаға арналған ике төп байрамы булған. Улар был байрамдарҙы күңел асып, ашап-эсеп кенә уҙғарғандар, уҡ менән атып алынған ҡыр хайуандарын, бысраҡ араһын һөрөп йөрөүсе сусҡа малдарын һуйғандар, ҡандарын эскәндәр. Пәйғәмбәребеҙ уларҙың байрамдарын хәйерлерәк һәм мәғәнәлерәк булған яңы ике байрам менән алмаштыра. “Ул - Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы”, - тип әйтелә Әбү Дауыт хәҙистәре йыйынтығында. Был байрамдар һижри иҫәп менән беренсе йылда, ә миләди буйынса 622 йылда була, Аллаһ рәсүле тарафынан башҡа байрамдар тыйыла:

“Ҡөръән Кәрим”дә:

 

“Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтың исеменән башҡа исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите, - һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар - боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле”.

                                                        “Әл-Маидә”сүрәһе, 5:3

Байрамдарыбыҙ тик шәриғәт нигеҙендә, йәғни Ҡөръән һәм Сөннәт буйынса ойошторолорға һәм үткәрелергә тейеш. Иҫтәлекле даталарҙан торған хөрмәтле көндәр байрам иҫәбенә керетелмәйҙәр. Мәҫәлән, Мәүлит көнөн йәки Миғраж кисәләрен байрамға һанау дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай уҡ Ҡәҙер (Ҡөҙрәт) кисе лә байрамға һаналмай, ләкин ул динебеҙҙә айырым урын алып тора, сөнки был кис Аллаһы Тәғәлә тарафынан Ҡөръәнде күктән төшөргән кис. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең изге китабында:

 

Ысынлап та беҙ уны (Ҡөръәнде) ҡөҙрәт төнөндә Күктән төшөрҙөк.

Ҡөҙрәт төнөнөң нәмә икәнен һиңә нимә белдерер?

Ҡөҙрәт төнө ул мең айҙан да изгерәк бит.

Ул төндә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән Күктән фәрештәләр һәм рух төшә”, - тип белгертә.

                                     “Әл-Ҡәдр”(Ҡөҙрәт) сүрәһе, 97:1-4.     

  

Йәғни, Ҡәҙер төнөндә ҡылынған изге ғәмәлдәр мең ай буйы дин тотоуға тиң, хатта артыҡ.

Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан ғәйетендә ашап-эсеү, күңел асыу, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөү фарыз ғәмәлдәрҙән һанала, ә Ҡәҙер кисе йәки йома көндәре күберәк ғибәҙәт ҡылыу менән бәйләнгән.

Шулай итеп, Мәүлит көнө, Миғраж, Рәғәиб кисәләре тик иҫтәлекле көн (дата) ғына булып тора, ә байрам көнө түгел.

Ураҙа тотоу - ул таң атмаҫтан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙы аңлата. Был ғәмәл бер ай дауамында Рамаҙан айында башҡарыла. Кистәрен “Тәүәрих” намаҙына йөрөү фарыз. “Ҡәҙер кисәһе”ндә ихлас һораған теләктәр ҡабул була. Фытыр саҙаҡаһын ғәйет көнөндә бирәләр.

Әйткәндәй, оҙайлы сәйәхәттә, һуғышта, әсирлектә булған, бик олоғайып киткән кешеләр, шулай уҡ ауырыуҙар, ауырлы йәки имсәк балалы ҡатындар ураҙа тотмаҫҡа мөмкин. Әгәр кеше яңылышлыҡ менән ураҙаһын боҙһа (мәҫәлән, ауыҙ сайҡағанда яңылыш һыу йотоп ебәрһә) ул көндө һуңынан тултырып ҡуя ала.

Атабыҙ Әҙәм, ғәләйһис-сәләм һәр ай башында өс көн ураҙа тотҡан, ти дин. Тәүрәт китабын алыр алдынан Муса пәйғәмбәр ҡырҡ көн ураҙа тотҡан, Дауыт (ғ.с.) көн аралаш, Сөләймән (ғ.с.) һәр айҙың башында һәм аҙағында өсәр көн ураҙала була, ә Ғайса пәйғәмбәр йыл дауамында әленән-әле ураҙа тотоп тора, тип әйтелә хәҙистәрҙә. Ураҙа ғәмәле диндең бер терәгенә әйләнгәнсе Мәхәммәт пәмғәмбәр үҙе лә ун көнгә бер тапҡыр ураҙаға инер булған.                  

Ғәйет намаҙын пәйғәмбәребеҙ мәсеттән ситтә уҡыған, сөнки ҡатындарын, балаларын эйәртеп килгән ир-ат унда һыймай. Ир-егеттәр өсөн иһә был намаҙ вәджиб, йәғни йома намаҙы кеүек, Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса, мотлаҡ үтәлергә тейешле. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡатнаша алмаһаң, өйҙә йәки эштә уҡыһаң да ярай, тик унда ла килә алған мосолмандарҙы йыйып уҡырға кәрәк. 


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 159; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!