Декрет об отделении церкви от 11 страница



Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе тәүтормош тәү быуын кешеләренең торлағы булыуы һис шикһеҙ, сөнки уның диуар-стеналарына шул осорҙағы рәссамдар мамонт, носорог, ат һүрәттәрен ҡыҙыл охра менән яһағандар. Был тау ҡыуышының кешеләр өсөн тағы бер уңайлығы булған: ике ҡатлы мәмерйә эсенән йәйен-ҡышын таҙа һыу ағып ятҡан. 10 мең йыл элек Уралдағы климат йылы яҡҡа үҙгәрә һәм бөгөнгө көнгә тиклем шулай ҡала килә. Тап ошо ваҡыттарҙа тәүтормош кешеләре бер-береһенән ситләшеп йәшәүҙе хуп күреп, төркөмдәргә бүленешеп төрлө яҡтарға тарала башлайҙар. Бына шуларҙан ҡәбиләләр барлыҡҡа килә, ҙурайған ҡәбиләләр артабан ырыуҙарға бүленә. Тап ошо осорҙа ырыу-ҡәбиләләрҙә электән килгән тотемизм элементтары ныҡлап формалаша.

Тотемизм, йәғни ниндәйҙер ырыу-ҡәбиләнең килеп сығышын ниндәй ҙә булһа хайуан, ҡош-ҡорт менән ҡан-ҡәрҙәш, туғанлыҡ ептәренең булыуына ышаныу. Тотемизм бик боронғо замандарға, кешелек донъяһының ҡырағайлыҡ осорона барып тоташа. Әхмәт Ибне Фаҙлан, мәҫәлән, боронғо бер төркөм башҡорттарҙың торнаға табыныуын яҙып ҡалдырған.  Бөрйән ырыуының бүрегә табынғаны билдәле, уны изге йәнле кейек, ырыуҙы яҡлаусы тип ышанғандар. Ошо ышаныуҙар аша Бүребай, Бүрейән (Бөрйән) кеүек исемдәр таралған. Мәжүсилек осоронан ҡалған ышаныуҙар башҡорт мифологияһында урын алып, быуындан-быуынға күсә килеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Фирҙәүес Хисамитдинова “Башҡорт мифологияһы” исемле китабында аҡ төҫлө йән эйәләрен изге тип һанау боронғо кешеләрҙә таралған булғанына иғтибарҙы йүнәлтә. Башҡорт мифологияһында, тип яҙа автор, аҡҡош изге ҡоштарҙан һанала. “Урал” батыр эпосында Күк һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың Ҡояштан тыуған ҡыҙы Һомай бер аҡҡош, бер кеше сүрәтендә бирелә. Эпоста ул Уралдың ҡатыны, ергә ырыҫ-ҡот килтереүсе зат. Урал батыр үлгәс, Һомай мәңгегә аҡҡош булып ҡала, ҡайҙалыр китеп юғала. Шулай ҙа йыл да тыуған төйәген һағынып балалары менән Уралына килеп китә. Аҡҡоштар кешеләргә ҡәрҙәш булып сыға. Шуға күрә уны үлтерергә, ашарға ярамай. Аҡҡошто үлтергән кешенең бөтә нәҫеленә ҡарғыш төшә, ырыуы ҡорой, имеш. 

Аҡ төҫлө йылан - йыландар батшаһы һәм уны үлтерергә ярамай тигән ышаныуҙар йәшәп килгән.

Ышаныуҙар буйынса, яҡшы кешеләрҙең һәм сабыйҙарҙың йәне аҡ күгәрсен булып осоп йөрөй икән. Шул сәбәпле аҡ күгәрсенде үлтерергә, бешереп ашарға ярамай. Был тыйыуҙарҙы боҙһаң, ҡайғы, ауырыу килә икән. 

Мәжүсилек осоронан күсә килгән ышаныуҙар буйынса аҡ күгәүендәр үлеләрҙең йәне, имеш. Был күгәүендәр зыярат тирәләй осоп йөрөй икән. Шуға күрә зыяратта булғанда йәки эргәһенән үткәндә ҡысҡырып һөйләшергә, көлөргә ярамай, шулай уҡ бармаҡ менән зыярат яғына төртөп күрһәтергә ярамай. Бына ошондай тыйыуҙарҙы үтәмәһәң, аҡ күгәүендәр һинең артыңдан эйәреп ауылға килә. Ундай осраҡта ғаиләңдә йәки туған-тумаса араһында мәйет буласаҡ.     

Боронғо ата-бабаларыбыҙ шулай уҡ магияға - им-том һәм арбау һүҙҙәре менән тәбиғәт күренештәренә һәм кеше яҙмышына йоғонто яһау мөмкинлегенә ышанғандар. Шуға күрә ит-том һәм арбау, сихырлау, ырымлау, бағыу (шаманизм) киң тарала. Уларҙың ҡайһы бер элементтары хәҙерге көндә лә онотолмаған.  

Тарихтан билдәле булыуынса, тәүтормош осоронда башҡорттарҙа анимизм - рухтың, йәндең булыуына ышаныу, ата-бабалар рухына табыныу булған. Боронғо башҡорттар тау-йылға, өй эйәһе булыуына ышанғандар. Тағы фетешизм - төрлө әйберҙәрҙең ғәҙәттән тыш көсөнә ышаныу - таралған булған, ташҡа, тимергә һәм башҡа әйберҙәргә табынғандар. Тораташтар шул ваҡыттан һаҡланып ҡалғандар.

Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем зороастризм диненә, Заратустра пәйғәмбәр исеме менән аталған боронғо Иран динен үҙ иткәндәр һәм тәңрелеккә инанғандар. Тәңре ул - күк Аллаһы, изгелек менән яуызлыҡ араһындағы барған көрәштә ярҙам итергә йәки итмәҫкә мөмкин тип һаналған.   

Башҡорттар - төрки халыҡтарының иң боронғоларының береһе. Уларҙың төйәктәре борон-борондан Урал тауҙары булған. Улар бер ҡайҙан да күсеп килмәгән, ошонда кешелек осоро башланған ваҡыттан алып ғүмер һөргән. Кемдер күсеп киткән, кемдер кире ҡайтҡан, ә башҡорт ырыуҙарының төп өлөшө ошонда - Урал тауҙарында - йәшәүен дауам иткән, башҡа ҡәүемдәр менән ҡатнашҡан, аралашҡан.

Башҡорттарҙың ата-бабалары тураһында иң тәгеләрҙән булып беҙҙең эраға тиклем V быуатта Геродот яҙып ҡалдырған. Ҡытайҙарҙың “Суй-шу” тарихи яҙмаларында VII быуатта башҡорт ҡәбиләләренең КөнъяҡУрал буйҙарында үҙ исеме аҫтында йәшәүҙәре яҙып ҡалдырылған.  

Яҡынса XII быуат уртаһында башҡорттарҙың күбеһе ислам динен ҡабул иткән булған. Ләкин ҡайһы бер башҡорттар X быуатта уҡ үҙҙәрен мосолман тип һанаған булған. Был турала Әхмәд Ибн Фаҙлан Халеб (Сүриә) ҡалаһында бер төркөм башҡорт  менән осрашып, уларҙың мосолман икәнен һорашып белгәндән һуң был турала яҙып ҡалдырған (13, 130-сы бит).

X быуатта башҡорттарҙың үҙ дәүләте булған. Был турала рус тарихсылары яҙырға тырышмай, ә башҡорттарҙы дәүләте булмаған күсмә һәм ҡырағай халыҡ тип яҙыу яғында.

Башҡорт дәүләте Оло Иҙелдән (Волга) Тубыл йылғаһына, Каспий буйынан Пермь янына тиклем булған ерҙәрҙе биләгән. Башҡорт дәүләтенең башында хан торған. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев  был осорҙа “башҡорттарҙың етмешләп ҡалаһы һәм тораһы булған, ҡалаларҙа ултыраҡлы халыҡ йәшәгән”, тип яҙған (14, 195-196-сы биттәр).

Ул заманда күпселек халыҡты тәшкил иткән ауыл кешеләренең төп шөғөлө күсмә малсылыҡ булған. Ислам таралмаҫ борон беҙҙең халыҡ ҡоштарға, хайуандарға, тауға, башҡа ер-һыуға табынған булған. Ислам динен таратыуҙы Төркөстан дини йәмғиәт башлығы Әхмәт Яссауи башлаған. Был дин Алтын Урҙа ханы Үзбәк ваҡытында тамам таралып бөтөп нығынған.

Ислам диненә өгөтләп йөрөүселәрҙең ҡайһы берҙәре башҡорт ерендә үлеп ҡалған, уларҙы кәшәнәләргә урынлаштырғандар. Иң билдәле кәшәнәләрҙең береһе - Хөсәйенбәктеке. Уның ҡәбер ташындағы яҙыуҙың ғәрәпсә яҙма булыуы мосолман дине аша ғәрәпсә яҙыу таралыуын иҫбат итеүсе дәлилдәрҙең береһе булып тора.

Башҡорттар тарафынан ислам динен ҡабул итеү осоро тураһында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев былай тип яҙған:

 

Хисаметдин бине Шәрәфетдин Болғари-Мөслимиҙең тарихына ҡарағанда башҡорттар ислам динен күп кенә күршеләренән алдараҡ ҡабул иткәндәр. Атап әйткәндә, һижри буйынса 195 йылда (яңыса 748 йылда), Төркөстан өлкәһендә йәшәгән һәм ислам диненә иҫкесә 400-сө йылдар, грекса X быуат тирәһендә күскән төркиҙәрҙән алдараҡ ҡабул иткәндәр. Әле тариҡәт системаһының башлығы хужаи Әхмәт Йәссәүи үк (иҫкесә 514 йылда үлгән) үҙенең миссионерлыҡ эшмәкәрлеген Ағиҙелдең аръяҡтарында ла киң йәйелдереп ебәргән... Уның эйәрсендәренең береһе Хөсәйенбәк хатта ошонда төпләнеп, вафаты еткәнсе  хәҙерге Өфө тирәһендә йәшәгән. Кәшәнәһе Дим йылғаһы буйында Шишмә ауылынан алыҫ түгел урында урынлашҡан. Төркөстандан килгән миссионерҙарҙың бындай ҡәбер-төрбәләре Ағиҙел, Дим, Өршәк йылғалары буйҙарында күп булған. (14, 230-231-се биттәр).

Көнъяҡ Уралдағы кәшәнәләрҙән тыш, археологтар XIII-XIV быуаттарҙағы башҡорт ҡәбиләләренең ундан ашыу ябай заяраттарын өйрәнәләр. Шул асыҡлана: күпселеген мәйеттәр мосолман йолаһы буйынса урынлаштырыла, йәғни әйберһеҙ, тар ҡәбергә, башын көнбайышҡа һалып, йөҙөн көнъяҡҡа ҡаратып һалына.

 Шул уҡ ваҡытта археологик ҡомартҡылар үлгәндәрҙе мосолман йолаһына тап килтермәй ерләүҙәрҙең шаҡтай күп булыуын билдәләй, йәғни кешеләрҙе ҡупшы кейемдәре, биҙәүестәре һәм башҡа әйберҙәре менән ҡуша ерләгәндәр. Ҡәберлектә ошо әйберҙәрҙең ҡалдыҡтарын табыу әле һаман мәжүсилек элементтарының һаҡланыуы тураһында һөйләй.

Шулай итеп, үрҙә күрһәтелгән быуаттарҙа мосолман дине боронғораҡ барлыҡҡа килгән традицион мәжүси йолаларҙы тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарып бөтмәгән әле тигән фекер тыуа. Мәҫәлән, оҙаҡ ҡына ваҡыт башҡорттарҙа шаманизм (баҡсы) элементтары һаҡланып ҡалған. Был турала Әбделҡәдир Инан үҙенең  китабында бик ентекле итеп яҙа (14). Автор әйтеүенсә, мәҫәлән “Ҡарғатуй” тип исемләнгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы исламдан алдағы ғөрөф-ғәҙәттәргә таяна һәм был байрам башҡорттарҙан башҡа төрки ҡәүемдәрҙә күҙәтелмәй икән. Байрамдың төп йүнәлеше: ашап-эскәндән һуң күк Тәңреһенән ялбарып уңыш һәм муллыҡ һорай торған булғандар.

Ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорттар мосолман илдәренә сауҙа йомошо менән генә түгел, дин йомоштары менән дә йөрөй башлағандар. Үҙ мәҙрәсәләрен тамалағас, сит ерҙәргә сығып белем арттырыу өсөн барған.

Алтын Урҙаға ҡаршы көрәш осоронда тотҡонлоҡҡа эләккән ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны баҫҡынсылар мосолман илдәренә  меңәрләп ҡоллоҡҡа һатҡан. Ҡоллоҡҡа һатылғандар Сүриәгә, Мысырға ебәрелгән. Унда ҡатын-ҡыҙ ҡол (кәнизәк) ителгән, ә ир-ат солтан ғәскәренә алынған. Солтан ғәскәрендәге ҡолдарҙы “мәмлүктәр” тип атағандар. Ҡайһы бер ҡол-мәмлүктәр уҡып, хәрби оҫталыҡтар һәм батырлыҡтар күрһәтеп, хәрби баҫҡыс буйынса үрләй алғандар, Мысырҙа ғәскәр башлыҡтары (әмир) булып киткәндәр. Мысыр әмирҙәренең береһе мәмлүк Ғилмитдин Санжар әл-Башҡорди исемле булған. Икенсеһе Бейбарс исемле мәмлүк солтан итеп ҡуйылған. Тағы бер Ҡалауын исемле мәмлүк һәм уның нәҫеле Мысырҙа йөҙҙән ашыу йылдар ағымында хакимлек иткән. Бейбарс менән Ҡалауындың сығышы төрөк ҡәбиләһенең  Боржаноглы ырыуынан булған (15, 14- c е бит). Был атама башҡорттарҙың Бөрйән (Бөрйән улдары) ырыуына тап килеүе шикһеҙ.

Алтын Урҙала ислам дине дәүләт дине тип иғлан ителгән. Алтын Урҙала ислам дине дәүләт дине тип иғлан ителгән. Шәриғәт ҡанундарын ныҡлап урынлаштырыу мәсьәләһе менән айырыуса хандар һәм уларҙың ярандары ныҡ ҡыҙыҡһына, сөнки исламда хужаларға, хакимдарға бойһоноп йәшәү рәүешен талап итә.  

Нисек кенә булмаһын Алтын Урҙа баҫып инеү һөҙөмтәһендә төҙөлгән яһалма дәүләт булған. Баҫҡынсылар менән урындағы халыҡ араһында тигеҙлектең әҫәре лә булмаған. Улар урындағы бойондороҡло халыҡты талау, һалым йыйыу иҫәбенә йәшәгән. Хан һәм уның монгол-татарҙарҙан торған мырҙалары һәм ярандары урындағы халыҡҡа һәм уның малына ҡарата сикләнмәгән хоҡуҡ менән файҙаланған. Түрәнең һәр йомошон һүҙһеҙ үтәү, һәр ымына һүҙһеҙ бойһоноу талап ителгән. Әгәр шулай булмаһа, мәҫәлән, берәйһе саҡ ҡына ҡуҙғалмайыраҡ торһа, бөтә ауыл тар-мар ителгән.

Алтын Урҙа хакимдәре Башҡортостанды даруғаларға (өлкәләргә) бүлгәндәр, барлыҡ кешеләрҙе иҫәпкә алып сыҡҡандар. Яңы тыуған балалар ҙа бик тиҙ арала иҫәпкә алынған һәм һәр йән башына ауыр һалымдар һалынған. Һалым түләрлек мал-тыуарың, мөлкәтең бармы-юҡмы уныһына иғтибар итмәгәндәр. Һалым йыйыусылар төркөм-төркөм булып ауылдарға инеп, үҙ эштәрен даими башҡарғандар. Уларҙың башында баҫҡаҡ торған. Баҫҡаҡтың ҡул аҫтында тағы ҡораллы төркөм тотолған. Әҙ генә ҡаршылыҡ сыҡһа, улар ауылға яу булып ябырылғандар.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 126; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!