Декрет об отделении церкви от 14 страница



Минең, авторҙың да, мейеһе Мөжәүер хәҙрәткә ҡағылышлы бер-ни тиклем мәғлүмәт һаҡлай. Эш былай:  атайым, Динмөхәмәт хәҙрәт, Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылының беренсе имам-хатибы Мөжәүер ағай шулай иткән, былай иткән тип күп кенә ваҡиғаларҙы һөйләр ине. Ә иң иҫтә ҡалғаны шул: Мөжәүер хәҙрәт менән сираттағы бер осрашҡанда табиб уға иман юлына баҫырға ҡуша, тиҙҙән дин өҫкә ҡалҡасаҡ, шул ваҡытта күпләп дин таратыусылар кәрәк буласаҡ, тип өҫтәй. Олуғ хәҙрәттең һүҙен тыңлап, совет власы осоронда уҡ атайым уҡып, белем алып указной мулла булып китте. 

Кешенең нәмә уйлағанын үтә күргән, фекерен уҡый алған әүлиә һәм ғәҙрәттең тылсымлы көсө һәр кемде хайран иткән. Лира Яҡшыбаеваның китабына индерелгән бер эпизод Мөжәүер хәҙрәттең улы Мөхәммәттең атаһы тураһында иҫкә алып һөйләүе уның кем икәнен тулыһынса булмаһа ла асып һала.

- Атайыма кеше күп килде, - тип һөйләй улы. -  Бик алыҫ яҡтарҙан: Себерҙән, Мәскәүҙән, Ҡаҙағстандан һәм Урта Азиянан. Улар Урғаҙа йылғаһы буйына теҙелеп, икешәр-өсәр көнләп сират көтөрҙәр ине. Ул баймы, ярлымы, милләте ниндәй, дини ниндәй - бер нәмәгә лә ҡарамай ярҙам итте. Бары эскеселәрҙе, тәмәке тартыусыларҙы үҙһенмәне. Сирленең үҙен күрмәҫ элек үк кемдең көтөп тороуын, ни уйлап килеүен белеп ултырҙы. Ауырыуҙарҙы ул башына аҡ сәллә урап, ап-аҡ кейем кейеп ҡаршылай торғайны. Ҡулынан Ҡөръән китабын, тьиҫбеһен төшөрмәне. Һәр килеүсегә иғтибарлы, итәғәтле булды. Ҡайһы берәүҙәрҙе үҙе йәлләп саҡыртып алды.

- Сиреңдең шашыуын көтәһеңме? Ана, башҡалар мине ҡайҙан-ҡайҙа эҙләп таба тип “Йылайыр” совхозында йәшәгән Байназарова Зәкиә апайҙың ныҡ ауырып йөрөүен белеп, шулай итеп үҙенә саҡырып алып һауыҡтырҙы (18, 45-46-сы биттәр).

 Хәҙрәттең тылсымлы көсө, һис шикһеҙ, Ҡөръән аяттары аша бирелгәндер.

Сиражетдинов Мөжәүер Уйылдан улы (1876-1967) ике быуаттың йылдарында ғүмер итеп, 91 йәшендә донъя ҡуя.

*                                  * *     

Ҡөръән менән дауалауға ышаныусылар күп, ләкин ышанмағандар ҙа табыла. Күңеле менән изге аяттарға ышанған кеше тиҙ аяҡҡа баҫа, тимәк, Ҡөръән ыңғай тәъҫир яһай тип әйтһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Ләкин беҙ, ябай кешеләр, был тәъҫирҙе күрһәк тә тикшереү үткәрә алмайбыҙ. Ә бына Флорида штатының Панама ҡалаһындағы “Әкбәр” клиникаһында эшләүсе табиб, ғәлим-мосолман Әхмәт әт-Кадый Ҡөръән менән дауалау серҙәренә төшөнөр өсөн тикшеренеүҙәр үткәрә. Тикшеренеүҙәр өсөн йөрәк йәки стресс һәм башҡа психик яҡтан сирләгәндәр һайлап алына. Уларға ғәрәп телендәге Ҡөръән аяттарын уҡып торалар. Һуңыраҡ был аяттарҙы инглиз теленә әйләндереп аңлаталар. Бер йыл буйы барған тикшеренеүҙәр ыңғай һөҙөмтә бирә, ауырыуҙарҙың  97% йөрәк һәм стресс ауырыуҙарынан арына. Приборҙар сирлеләрҙең ҡан баҫымдары тигеҙләнеүен, психиканың тынысланыуын, биоэнергияның артыуын күрһәтә. Был һөҙөмтәләр Төнъяҡ Американың Ислам медицина конгресында (Миссури, август, 1984) тикшерелеп ыңғай баһа ала.  

Бындай тикшеренеүҙәрҙе үҙебеҙҙең илдә лә ойошторғанда, бер-нисә урында белгестәр менән тулыландырылған “Ҡйръән менән лауалау үҙәге”н ойошторғанда һәм шунда уҡ башҡа төрлө бүлексәләрҙә эш алып арғанда ҡайһылай яҡшы булыр ине, ләкин бындай уй-фекер,күрәһең, тик хыялда ғына ҡаоа торған категориялыр, сөнки бындай кимәлгә етер өсөн тағы бер-ни тиклем ваҡыт кәрәк. Бындай йүнәлешкә йәмғиәтебеҙ әлегә әҙер түгел, минеңсә.  

              9. Ислам үә иман ҡиммәттәре

Динебеҙ өс өлөштән тора”, - тип өйрәтә дин белгестәре. Улар Ислам, иман һәм ихсан.

Ислам - тура юлдан йөрөүселәр тигәнде аңлата.

Ҡөръәндең “Әл-Әнғәм” (Мал-тыуар) сүрәһендә былай тип әйтелә:

 

Был минең тура юлым: ошо юлдан барығыҙ, һеҙҙе Уның юлынан айырмаһындар өсөн башҡа юлдарҙан китмәгеҙ. Быны һеҙгә Ул уасыят ҡылды - моғайын һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ”.

                                                  (Ҡөръән Кәрим. 6-сы сүрә, 153-сө аят).

 

Диндең икенсе өлөшө - иман. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткәнсә, имандың етмештән ашыу тармағы бар. Иң бейектәгеһе: “Лә Иләһә илләл-лаһ”, йәғни Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ тигән кәлимә. Ояла белеү, кешегә эскерһеҙ ярҙам итеү иманлы булыуҙың мөһим тармаҡтары.

Ихсанлыҡ - Илаһи заттың берлеген таныу һәм Уға тоғро булып ҡалыу, яҡшылыҡ ҡылыу, намыҫлы булыу.

 

“Ә иман килтергән һәм яҡшы эштәр эшләгән кешеләргә уларҙың эшләгән эштәре өсөн туҡтау һәм тороу урыны йәннәт баҡсалары булыр”, - тип әйтелә “Әс-Сәждәһ” (Сәждә) сүрәһендә.                                         

                                                   (Ҡөръән Кәрим. 32-се сүрә, 19-сы аят).

Тәҡеүәлек, йәғни иманлы булыу тик яҡшылыҡ эшләү, ыңғайлыҡ ҡылыу тигәнде аңлата.    

Динле булыуҙың өс баҫҡысы бар:

1. Гонаһ эштәрҙән, яманлыҡтан насарлыҡтан һаҡланыу;

2. Күндәмлек. Пәйғәмбәребеҙ аша тапшырылған хөкөмдәргә. Дин өйрәткәнгә ҡолаҡ һалыу, аңлай һәм бойһона белеү;

3. Күңелде һәр төрлө бысраҡлыҡтарҙан, керҙән таҙартып, унда Аллаһҡа ғына урын ҡалдырыу;

Иман шарттары дүртәү:

 

                    а) Аллаһҡа иман.

 

 Уға инаныу, уға бойһоноу, ихсан булыу. Ҡөрьән Кәримдең “Ән-Нисә (Ҡатындар) сүрәһендә:

 

Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис ьер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ә ата-әсәоәргә, яҡындарға , етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға - изгелек ҡылыу! Ысынлап та Алла тәккәбер, маҡтансыҡтарҙы яратмай” тип әйтелгән.

                                          (Ҡөръән Кәрим. 4-се сүрә, 36-сы аят).

Ислам тәғлимәте бөтөн донъяны, донъяла булған бөтә нәмәне: инсандарҙы, хайуандарҙы, ҡош-ҡорттарҙы Аллаһы Тәғәлә юҡтан бар ҡылған тигән кәлимәне һыҙыҡ аҫтына ала.

 

                      б) Фәрештәләргә иман.

Аллаһы Тәғәләгә инанған кеше фәрештәләргә лә инана. Фәрештәләргә инаныу - иман шартының икенсе нигеҙе. Был заттарҙың төп вазифаһы - Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу, бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәп тороу. Дини китаптарҙа фәрештәләр - нурҙан, ендәр уттан яралған тип яҙыла.

Фәрештәләргә Аллаһы тәғәлә төрлө вазифалар ҡушҡан:    

- Аллаһы Тәғәлә бойороҡтарын пәйғәмбәрҙәргә еткереүсе, илселәргә вәхи юлы менән үҙенең бойороуҙарын, тыйыуҙарын килтереп тороусы фәрештә - изге рух Ябраил, ғәләйһис-сәләм.

- Ямғырҙар, тәбиғәт күренештәре менән идара итеүсе фәрештә - Микаил.

- Ҡиәмәт көнөндә сур (зурна - музыкаль ҡорал) өрөп тороусы фәрештә - Исрафил (ғ.с.).

- Кешеләрҙең йәнен алыусы фәрештә - Ғазраил.

Әҙәм балаларының һүҙҙәрен, ғәмәлдәрен яҙып барыусы фәрештәләр Кирамән менән Катибин. Беренсеһе тик яҡшылыҡты, икенсеһе яманлыҡты яҙып бара икән. Улар уң яҡта һәм һул яҡта урынлашҡандар һәм кешенең һәр бер һүҙен көтөп алып торалар ҙа кешенең ниндәйҙер бер һүҙ әйтеүе була ғәмәл дәфтәренә яҙып та ҡуя.

Фәрештәләр  беҙҙең кеүек кәүҙәле түгелдәр, шуның өсөн беҙ уларҙы күрә алмайбыҙ. Улар үҙҙәре, әгәр теләһәләр, кеше сүрәтенә керә алалар, ҡәҙимгесә һөйләшәләр, һорауҙарға яуап бирәләр. Фәрештәләр ашамайҙар эсмәйҙәр, ирҙәргә һәм ҡатындарға бүленмәҫ заттар.

 

                      в) Пәйғәмбәрҙәргә иман.

Пәйғәмбәрҙәрҙең иң төп бурысы - Аллаһы Тәғәләнең һүҙен халыҡтарға илтеп еткереү.

“Беҙ һәр рәсүлде уға Алланың рөхсәте менән бойонһондар өсөн ебәрҙек. Әгәр улар үҙ-үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек эшләп, һиңә килһәләр һәм Алланың ярлыҡауын һораһалар, һәм рәсүл дә улар өсөн ярлыҡау һораһа, әлбиттә, улар Алланы тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе һәм рәхимле итеп табыр ине (4-се сүрә, 64-сы аят).

Илсе менән пәйғәмбәр араһында ниндәй айырма бар? Илселәргә Аллаһы Тәғәлә тарфынан Китап бирелә. Муса пәйғәмбәргә - Тәүрат, Дауыт пәйғәмбәргә - Зәбур, Ғайсаға - Инжил, Мөхәммәб Мостафа салал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә - Ҡөръән Кәрим.

                      д) Китаптарға иман.

Кешене тыумыштан алып тәрбиәләү зарур, сөнки ул бөтәһен дә белеп тыумай, нисек тәрбиәләһәң - шулай була. Ләкин тәрбиәнән һуң дә мөртәт булғандар бар, улар үҙҙәре яҡшылыҡҡа ынтылырға теләмәйҙәр, шайтан шыбырлауын тыңлап йәшәйҙәр. Әгәр ҙә тәрбиә туҡталып ҡалһа - башбаштаҡлыҡ башлана. Шуға күрә лә Аллаһ пәйғәмбәрҙәрен һәм китаптарын ебәреп торған. Китаптарға инаныу имандың тағы бер шарты булып тора.

Изге китаптар араһында Ҡөръән Кәрим иң камил китап булып тора.

 Был тәңгәлдә Сәләхетдин Суҡбаев китабында бик күп миҫалдар бирелә.

“Ҡөръән уҡығыҙ, - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр, - ҡиәмәт көнөндә ул, һис шикһеҙ һеҙҙең яҡлаусығыҙ булыр.

 

Имам Ән-Нәүәүи былай тигән:

 

 “Ҡөръәндән мөьмин бәндә тәненә һәм йәненә шифа таба. Ҡөръән уҡыған ваҡытта аяттарҙағы хөкөмдәр тураһында уйланып, фекер йөрөтә лә белһә, уның зиһене яҡтырып китә, күңелендә уға ҡарата үҙенә бер төрлө һөйөү уяна. Ә инде Ҡөръәнде иманһыҙ кеше уҡыһа, күңелен ҡурҡыу, йәнен хәсрәт солғап ала. Һәләкәте килеп еткәнен аңлай ул.

                                                       (19, 309-310-сы биттәр).           

          

 Шулай итеп, Ҡөръән дөрөҫ юлға күндереүсе, иманға әйҙәүсе изге китап. Бынан башҡа ул татыулыҡ, әҙәп, игелек дине булып тора.  

       

               10. Ғибәҙәт ҡылыуҙың дүрт төрө

Бынан алдараҡ Аллаһы Тәғәлә бөтә ошо донъяны яратҡан, тигән тәғлимәтте әйтеп үткән инек. Шулай булғас, беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә балалары йәки, Ҡөръән теле менән әйткәнсә, уның ҡолдары булабыҙ. Аллаһы Тәғәлә донъялағы бөтә нәмәне беҙҙең өсөн яралтҡан һәм беҙ шуларҙы төрлөсә файҙаланабыҙ. Ошо биргән ниғмәттәр өсөн беҙ Уға шөкөрана әйтеп, ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙ.

Ислам диненең нигеҙе ғибәҙәт ҡылыуҙарҙан тора. Ә изге китабыбыҙ “Ҡөръән Кәрим” доға ҡылыр өсөн төшөрөлгән сүрәләрҙән һәм аят-кәримәләрҙән тора. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бар донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә лә инде. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул - Аллаһы Тәғәлә һүҙе. Мәҙәниәтле кеше мосолмандарҙың бөйөе ҡомартҡыһын белмәй тороп, тулы мәғәнәһендә үҙен мәҙәниәтле итеп тоя аламы икән? Ай-һай, юҡтыр. Минеңсә, Ҡөръән Кәримде мосолман булмағандар ҙа уҡырға тейеш, сөнки халҡыбыҙҙың үткән тарихы мосолманлыҡ менән бергә үрелгән.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 134; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!