Декрет об отделении церкви от 13 страница



- Мин әҙер, - тине хәҙрәт тыныс һәм күндәм тауыш менән, - һеҙҙән алда уҡ йыйынып бөткәйнем. Әле һеҙҙе көтөп ултыра инем.

- Беҙҙең килерҙе кем аңғартып өлгөрҙө?

- Берәү ҙә аңғартманы, үҙем беләм.

- Һеҙ күрәҙәсе булғас беләһегеҙҙер инде. Уныһына ышанмай булмай, һеҙҙең мутлыҡтарҙы беҙгә килгән-киткән кешеләр аша ишетеп йөрөйбөҙ беҙ. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ!

Мөжәүер хәҙрәт һүҙ сурытып тороуҙы өнәмәне, көпөһөн, быймаһын кейеп, ҡулдан тегелгән биштәрен ҡулына алды.

Гөлйемеш абыстай эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡалды, яу ҡуптарҙы:

- Һеҙ, уландар, ни ҡыланаһығыҙ әле? Ҡартымдың уйында гел яҡшылыҡ эшләү, һәр кемгә ярҙам итә, тағы һеҙгә ни кәрәк? Нишләп ул сәүиткә ҡаршы булһын? Етемлектә үҫеп ыҙа сиккән кеше сәүиткә ҡаршы буламы? Ҡалдырығыҙ уны! Теймәгеҙ ҡартыма!

- Гөлйемеш, ҡаңғырмай тор! Былар ни өҫтән бирелгән әмерҙе башҡарыусылар ғына бит! Мине ҡуша алып китмәһәләр - үҙҙәренә эләгәсәк.

Милициянерҙарҙың икеһе лә Баймаҡ районыныҡы, хәҙрәтте яҡындан уҡ яҡшы белмәһәләр ҙә ишетеп йөрөйҙәрҙер, күрәһең. Береһе абыстайға өндәште:

- Гөлйемеш инәй! Үпкәләмәгеҙ! Олатай барыр ҙа оҙаҡламай ҡайтыр. Уны был тирәлә ихтирам итмәгән кешенең үҙе юҡтыр.

Гөлйемеш ҡарсыҡ бер аҙ тынысланғандай булды, әммә йөрәге барыбер урынына ултырманы.

Ир-аттар күмәкләшеп сығып киттеләр.

Хәҙрәт юлда төрлөсә уйланып барҙы, яҙмыш ни нисек маңлайыңа яҙылған шулай була. Хоҙай ҡушҡан яҙмышты үткәрмәйенсә булмай, тигән фекергә килде ул. Был ике милиция кешеһен теләһә - албырғата ла ала, уларҙы аҙаштырып үҙе кире ҡайтып китеү мөмкинлеге лә бар уның, тик теләмәй. Улар бәләкәй кешеләр, хужалары ҡушҡанды ғына үтәп йөрөүселәр. Уның ҡөҙрәте тик изге эштәргә генә сарыф ителергә тейеш.

Хәҙрәттән һорау алыу Баймаҡҡа килеп етеү менән башланды. Милиция начальнигына индерҙеләр, уныһы бик асыулы итеп ҡарап ултыра. Инер-инмәҫтән шунда уҡ һүҙ башланы:

- Аңра башың менән Совет власына, Сталинға ҡаршы сыҡҡанһың. Беҙгә дуҫ булған Германияны яманлайһың икән, провокатор икәнһең. Һин Германияның һуғыш башларын ҡайҙан беләһең, мау баш! - тип милиция начальнигы екеренде уға.

-     Улым, мин бит әүлиә, алдан күрәм, - тип кеселекле генә итеп яуап бирҙе хәҙрәт, - шуға күрә әйтәм: ысындан да бик ҡаты һуғыш буласаҡ. Бар донъя бер мәхшәргә әйләнеү алдында! Шуны хужаларға еткерергә уйлағайным.

- Тимәк, ялыу дөрөҫ яҙылған, тимәк, әйткәндәреңде кире ҡаҡмайһың инде.

- Әйттем инде, әйттем! Уныһы хаҡ. Юғарыла ултырғандарға шул хаҡта еткерһәң ине!

- Әһә! Тимәк ҡотҡо таратыуыңды үҙең таныйһың инде. Аҫтан ҡырҡаһың, тимәк. Тағы һин, ҡартлас, Совет власы бөтәсәк тип әйткәнһең, шул дөрөҫмө?

- Әйттем, әйттем, тик ул ярты быуат ваҡыт үткәс кенә буласаҡ, тип үҙенекен һөйләне Мөжәүер хәҙрәт.

- Кемдәр һиңә ҡушылып ҡотҡо тарата, әйт ул халыҡ дошмандарының исем-фамилияларын!

- Ниндәй халыҡ дошманы тағы? Аңламайым.

- Молчать! - Милиция начальнигы урынынан ырғып тороп ҡысҡырып хәҙрәтте әрләне, пистолетын кабураһынан сығарып, ҡурҡытыр өсөнмө, әллә башҡа бер уй уйламы, өҫтәлдең бер ситенә сығарып һалды:

- Тиҙҙән һиңә каюк! Расстрел буласаҡ! Үләсәкһең, аңланыңмы?

- Юҡ, аңламаным...  

- Иртәгә аңларһың! -тине лә ишек төбөндә ҡарауылда торған сотруднигына өндәште, - алып сығығыҙ һәм бикләгеҙ! Ҡарағыҙ уны: биге ныҡ булһын, төндә һеҙҙе йоҡоға талдырып сығып шылмаһын тағы. Таба алмай эт булырбыҙ. Тау-таш араһында йәшеренер урындары күптер әле, моғайын, уның...

Мөжәүер хәҙрәт йоҡлай алмай сыҡты был төндә. Үткән бөтә ғүмерен барланы, өйөн, ҡарсығын, балаларын иҫенә төшөрҙө. Хоҙай Тәғәлә бөйөк көстө уға тапшырған икән - нишләйһең инде, шул йөктө тартырға тура килә. Кешеләргә ярҙам итеү насар эшме ни? Ә алдан күрә белеү әҙәм балаларын күп бәләләрҙән ҡотҡара бит! Уның нимәһе насар? Ҡулдарын алға, ауылы яғына һоноп өйө менән эзотерик һәм биоэнергетик бәйләнеш булдырҙы. Өй эсе, кино ҡарағандағы кеүек, уның күҙҙәре алдына пәйҙә булды. Күрҙе: өйҙәге шәм ҡыҫылған көйө генә һүрән яҡтылыҡ бирә, бөтәһе лә йоҡларға ятҡандар, ләкин йоҡламайҙар, йоҡлағанға һалышып яталар. Хәҙрәт уларҙың күңеленә тыныслыҡ ебәрҙе лә ҡулын төшөрҙө. Бәйләнеш өҙөлдө. Үҙем дә бер аҙ ятып торайым әле, тип ул мөйөшкә һырылды. Ләкин йоҡоға китә алманы, уйҙары милиция хужаһына килеп терәлде. 

Милиция түрәһенә ышаныс менән килгәйне, аңлар тип уйлағайны ул, яңылышҡан булып сыҡты түгелме? Эйе, шулай булды шул, зәһәр сәсеүсе вәхши әҙәм икән! Ғүмере кешегә рәнйемәй һәм ҡәһәрләмәй торғайны хәҙрәт, был юлы үҙенән-үҙе килеп сыҡты, күңеле рәнйене, бәддоғаһын уҡыны ла ташланы.  Нишләп ул үҙенән өлкән кешене йәберләй? Нишләп кешеләрсә хөрмәт менән һөйләшә белмәй?

Оҙон төн оҙаҡ булһа ла үтеп китте.

Таң менән хәҙрәтте Йылайыр төрмәһенә оҙатыр өсөн алып сыҡтылар. Атын егеп көтөп торған урта йәштәрҙәге кеше санаға өҫтәп бесән һалды, бер ҡыптыр тун килтереп ырғытты:

- Бына кейеп ал! - Шунан яҡыныраҡ килеп былай тип шыбырланы:

- Ишеттегеҙме, милиция начальнигы бөгөн иртәнсәк үлеп ҡалған.

- Нисек үлеп ҡалған?

- Эшкә ауырып килгән һәм атлап китеп барғанда ҡолап киткән дә йәнен биргән. Уның үлемен ҡайһы берәүҙәр һеҙҙән күрә. Тс-с! Мин күрмәйем, киреһенсә һеҙгә хөрмәт менән ҡарайым, тик иреккә ебәрә алмайым. Шуға ғәфү итегеҙ инде! Йә, ярай, ҡуҙғалайыҡ инде! На-а, малҡай, еләйек әле, яҡтыла барып өлгөрөргә кәрәк бит миңә.

Йөҙ саҡрымды ете сәғәттә үтеп юлсылар Йылайыр төрмәһенә килеп еттеләр.

Тотҡондо шунда уҡ шөҡәтһеҙ, һыуыҡ камераға бикләп, ишегенә йоҙаҡ элеп ҡуйҙылар. Төрмәгә яңы тотҡондоң килеп инеүенә берәүҙең дә иҫе китмәне, ғәҙәти эш бит инде ул, берәүҙәр килә, икенселәре китә, тигәндәй бындағы тормош ағышы үҙенсә һәүетемсә генә бара.

Хәҙрәт йәстү намаҙы килеп еткәнен иҫләп, тәһәрәткә сығырға уйланы. Ай. әттәгенәһе, йоҙаҡ ебәрмәй бит! Үҙ көсөн ул тағы ҡулланырға мәжбүр булды: өшкөрөп ебәргәйне - йоҙаҡ асылып китте. Камеранан сығып, һыу табып, тәһәрәт алып, намаҙын уҡып, тынысланып йоҡларға ятты.

Йылайырҙа һорау алыусы урыҫтар Баймаҡтағынан да арттырып ебәрҙе. Йоҙаҡтың бер-ниһеҙ асылып китеүен ишеткән иң тәүге тәфтишсе уны бик ҡыҙған килеш ҡаршыланы:

- Ага, колдун появился! Ты что, басурманская морда, нацмен, всех нас захотел заколдовать? Не выйдет! Вот этими руками застрелю и оформлю как “попытку к бегству”.

Хәҙрәттең йәне көйөп китте, бәддоға уҡыны. Шунда уҡ тәфтишсенең хәле хөртәйҙе, тын алышы ауырайҙы, теле ҡатты, ике ҡулы өҫтәлгә йәбеште, артабан ҡыбырламаны ла ҡуйҙы. Мейеһе ҡаршыла ултырған ҡарттың утлы ҡарашын ғына тойҙо, күҙ алдын, тирә яғын аҡ томан ҡаплағандай булды, тик хәҙрәттең ике күҙе генә баҙлап янған көйө ҡалды, тирә-яҡ юҡҡа сыҡты. Шулай күпме ҡатып ултырғандыр аҙағыраҡ иҫенә төшөрә алмай аҙапланды был урыҫ .

Ныҡ ҡурҡты тәфтишсе, көтмәгәйне ул бындай хәл булырын. Яңы ғына ҡуҡырайып ултырған урыҫ, власть вәкиле, бөтәһен дә аңланы, шуға күрә ҡарттан бер-нисек ҡотолоу сараһын күрҙе, тиҙ арала Өфөгә оҙатты. Һорау алыу протоколына 58-се статьяны сәпәп, “вышкаға”, йәғни атыуға тәҡдим итеп ҡултамға ҡуйҙы.

Өфөлә лә хәҙрәт тәһәрәт алыр өсөн өшкөрөп йоҙаҡты асыр булды, быны күреп ғәжәпкә ҡалған төрмә һаҡсылары камераны башҡа бикләп торманылар, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙылар, уның ҡайҙа икәне былай ҙа биш намаҙ ваҡытында ишетелеп тора бит инде. Тағы шуны аңланылар: был ҡарт теләһә әллә ҡасан уҡ уларҙы албырғатып ҡасып китер ине - әлегә теләмәйҙер. Уларҙы шыр яланғас ҡалдырып, албырғатып, таратып сығарып ебәреүе лә бар.

Хәҙрәтте Хоҙай араланы, эш олоға китмәне. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: беренсел тәҡдим төрмә менән алмаштырылды һәм срогы тулғас уға ҡайтырға рөхсәт ҡылынды.

Төрмәнән тере һәм срогынан алда ҡайтыуының да үҙенә күрә “сере” бар. “Камерала имсе һәм күрәҙәсе ҡарт ултыра” тип ишеткән төрмә хужаһы бер көндө үҙе үк килеп инде. Башҡорт милләтенән икән үҙе. Мосолмандарса ололап әссәләмәғәләйкүмләп сәләмләгәндән һуң ипле генә итеп хәл-әхеүәлде һорашты. Һүҙ һөйләшергә зар-интизар булып ултырған ҡарт уның менән тартынмай һөйләште, им-том менән нисек дауалап була - шуларҙы асыҡтан-асыҡ һөйләне. Аҡыллы кеше менән гәпләшеүе үҙе бер байрам.

Төрмә хужаһы ипле генә итеп һорау бирҙе:

- Бына һеҙҙе күрәҙәсе тиҙәр, алдағы йәмғиәт торомошон күҙаллай алаһығыҙмы?

- Күҙаллай алам, улым. Алдан ни булырын белеп әйткәнгә ултыртып ҡуйҙылар инде мине. Шулай ҙа тағы ҡабатлайым: ярты быуат тирәһе ваҡыт үткәс - совет власы ҡолаясаҡ, уның урынына демократик власть тип аталған күп партиялы ҡоролош буласаҡ. Шәхси эшҡыуарлыҡ сәскә атыр. Яңынан байҙарға һәм ярлыларға бүленерҙәр, шул арҡала киренән ҡаршы торош килеп сығасаҡ. Уныһы тағы ярты быуаттан һуң ҡолаясаҡ һәм уның урынына “ысын халыҡ власы” тигәне киләсәк, аръяғын Хоҙай үҙе генә белә.

- Ярай, ул яғын ысынлап та Хоҙайға ҡалдырайыҡ һәм бөгөнгөгә ҡайтайыҡ әле. Бабай! Һин ауырыуҙы им-том менән йүнәтә тиҙәр, ысынмы шул?

- Ысын, улым. Кем ауырый? Ниндәйерәк ауырыу? Миңә тәүҙә шуны белеү мотлаҡ, улым.

- Ҡатыным өйәнәк ауырыуы менән ауырый, төрлө табибтарға барып ҡараныҡ, имселәрҙә лә булдыҡ - бер файҙа ла бирмәне, йәнә балаға уҙа алмай аҙаплана.

- Килтер ҡатыныңды - ҡарармын, ауырыуы ныҡ үтеп китмәгән булһа, Хоҙай Тәғәлә ипкә килтерергә мөмкинлек бирер әле! Ышанысым ҙур булмаһа ла бар.

- Үҙегеҙҙе өйгә алып ҡайтырмын, шунда ҡарарһығыҙ, йәме?

-Ярай, улай ҙа була, тик ҡатыныңа алдан аңғартып ҡуй - ҡурҡмаһын! Ҡурҡҡан кешене дуалауы ҡыйын, ҡайһы саҡ бөтөнләй дауалап булмай.

Һөйләшеп килешкән буйынса хәҙрәт төрмә хужаһының өйөндә булып, уның ҡатынын имләп дауалай башланы. Бына ғәжәп: төрмә хужаһының ҡатыны бер-ике сеанстан һуң бөтөнләй һауығып китте, балаға ла уҙҙы. Бындай ҙа ғәжәп хәл-ваҡиға була икән! Үҙ күҙең менән күрмәһәң - ышаныуы ҡыйын. Ошонан һуң Башпрокурорҙың телдән яҙған ҡыҙын имләп һөйләштерҙе хәҙрәт. Күрәҙәсенең абруйы ҡалҡты ла китте бер заман, тегенеһе-быныһы уға күренеп ҡалырға тырышты. Бына ошолар ҡарар срогын яңынан ҡарап ҡыҫҡартыуға килтерҙе, буғай. Икенсе ғәжәбе шул була: күрәҙәсе Мөжәүер ҡарт әйткән ваҡытта һуғыш башланып китә.

Хәҙрәтте беҙгә Аллаһ үҙе ебәргән, ти Сибай ҡалаһында йәшәүсе Нәзифә Ибраһимова. Бер ваҡыт уның кесе һеңлеһенең битенә шешек сығып, ҙурая башлай. Аталары был ҡыҙҙы Манһырға Мөжәүер хәҙрәткә алып бара. Табиб уларҙың киләсәктәрен алдан белеп торғас, килеүҙәренә тоҙ өшкөрөп ҡуйған. Шуны һөртәләр ҡыҙыҡайҙың битенә. Ҡайтыр юлда яра төҙәлә башлай, ҡайтып етеүгә бөтөнләй шиңеп уңалып ҡуя.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 138; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!