Декрет об отделении церкви от 12 страница



Татар-монголдарға урындағы кешеләр мал мөлкәтенең ундан бер өлөшөн бирергә тейеш булған. Был һалым төрөн “яҫаҡ” тип атағандар. Бынан тыш хәрби һалым, амбар һалымы, ырҙын һалымы, һөргән ер һалымы, көтөүҙәге мал һалымы, төтөн һалымы, ям (почта) һалымы алынған. Кешеләр ханға һәм уның ярандарына ҡымыҙ бейәләре килтерергә, сапҡындарын ашатып-эсерергә, уларҙың әйтеүе буйынса ат-арба, һаҡсы бирергә тейеш булған. Быларҙан тыш, урындағы халыҡты ҡалалар һәм ҡәлғәләр төҙөү эшенә даими ҡыуғандар. Был яһалма дәүләттә аяуһыҙ көсләү һәм талау хөкөм һөргән.

Алтын Урҙа сауҙанан, тауар һалымынан да күп кенә төшөм алған. Тәүге Алтын Урҙа хандары, Батый менән Берке, оло каруан юлында ятҡан Волга тамағының сауҙа эше өсөн уңайлы икәнен аңлағандар, шуға күрә был ерҙәрҙә элекке сауҙаны тергеҙеү өсөн бөтә көстәрен һалғандар. Каруан юлдарында Алтын Урҙа иҫке ҡалаларҙы яңыртҡан, яңы ҡалалар һалған. Хан ҡалаһы Һарай, Әстрхан, Өргәнс кеүек егермеләгән ҡалалар шаулы баҙарға әйләнгән. Ябай халыҡ ыҙа сиккәндә хан һәм уның ярандары алтын-көмөшкә төрөнөп, мул тормошта йәшәгәндәр.

Баҡсаһарайҙы һәм хандарҙың тормошон М. Өмөтбаев былай тип һүрәтләй:

 

Баҡсаһарай ҡалаһында хандарҙың баҡса вә һарайҙары, фонтандары, йәғни шишмәләре вә жәмиғтәре (мәсеттәре) - ғәжәйеп ерҙәрҙер. Ихатаһында Сәлимгәрәй хандың ике манаралы бейек жамиғы барҙыр. Уның янында хан мәҡбәрәләренең (ҡәберлек) баҡсаһы... ике бейек төрбә (мавзолей) барҙыр. Береһенең эсендә ун дүрт хан, икенсе төрбәлә ун хан табуттары бар. Йәнә башҡа ҡәбү (көмбәҙ) эсендә ғәйре хан вә ханымдар. Баҡсалағы таштарынан мәғлүмдер... Хан һарайы хисарының (ҡойма) тышында бер йүкәлек гүшәлә (гүшә - мөйөш, сат) йыйнаҡ төрбә бар. Ҡәбүһенең башына “Мәрхүмә вә мәғфүрә Диларасбикә рухына фатиха” тип яҙылған. Поляктың графы Патоцкий ҡыҙы Мария ғәнимәт (трофей) малы менән әсир булып, бер хандың ҡатыны булмыш, тип әйтәләр. Йәнә һарай эсендәге бер шишмәне “Марияның күҙ йәше” тип тәсмиә ҡылалар. (Йәдкәр. Өфө - 2011, 148-149-сы биттәр).

 

Үзбәк хан дәүерендә (1312-1342 йй.), исламды дәүләт дине тип иғлан иткән осорҙа, татар-монголдар Урта Азия, Мысыр, Суриә менән яҡын бәйләнешкә ингән. Хан һарайында шул яҡтарҙан килгән дини һәм донъяуи ғалимдар, зыялылыр, һөнәрмәндәр йәшәгән һәм эшләгән. ислам дине был осорҙа урындағы халыҡты иҙеү өсөн ҡулайлаштырылған булғандар.

Баҫҡынсыларға ҡаршы сығыуҙар, көрәшеүҙәр булып торған, әлбиттә, тик ул, ғәҙәттә, еңелеү менән тамамланған торған булған. Бындай урынға хан ғәскәре бик тиҙ килеп етеп, тар-мар итеү менән шөғөлләнгән.  Тарихта күренеүенсә, Алтын Урҙа беренсе нәүбәттә хәрби-феодал дәүләт булған, һәр урында буласаҡ ҡаршы сығышты баҫтырырҙай хәрби төркөм тотҡан. Башҡорттарҙың хандарға ҡаршы булған сығыштары, көрәше хаҡында яҙма мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған. Булһа ла ут һәм яу ялҡындарында һәләк булған. Мәҫәлән, башҡорттарҙы яңынан бойһондороу өсөн Ҡазан татарҙарының 1445-1467 йылдарҙа бер-нисә тапҡыр яу менән килгәне билдәле (16, 26-сы бит).

 Бихисап шәжәрәләрҙә башҡорттарҙың монголдарға ҡаршы көрәше сағылып ҡалған. Мәҫәлән, Мең ырыуы башҡорттарының Аҡһаҡ Тимер хан армайҙарына  ҡаршы һуғышыуы тураһында шәжәрәләрендә былай тип иҫкә алып кителә:

 

Чыңғыз заманындә Урадач би ирде. Андин өч атаға тикер вәйран булды. Аҡсас Тимер зәманындә олуғ ҡырғунлар булды. Андин анлар нәселендин бер уғыл ҡалды...(17, 50-се бит).

                                  * * *

 

XV быуат уртаһында Алтын Урҙа тарҡалған, уның урынына бәләкә генә дәүләттәр: Нуғай Урҙаһы, Ҡазан, Себер, Әстрхан ханлыҡтары барлыҡҡа килгән. Башҡорттар Нуғай Урҙаһында булып ҡалған.

 XVI быуат уртаһында Урта Волга буйында бик етди үҙгәрештәр була. Көсәйеп алған рус дәүләте 1952 йылдың көҙөндә Ҡазан ханлығын ҡыйратҡан. Шунан һуң башҡорттарға Рус дәүләтенә ҡушылырға саҡырып мөрәжәғәт иткән, уларға тыныс тормош, ер-һыуын, бигерәк тә динен һаҡларға вәғәҙә иткән. Был турала башҡорт ырыуҙары менән килешеү төҙөлгән һәм был ваҡиға күпселек башҡорт шәжәрәләрендә сағылыш тапҡан. Иван IV вәғәҙәһендә торған, ләкин уның вафатынан һуң рус дәүләте башҡорт ерҙәрен баҫып алыуға, мосолмандарҙы көсләп суҡындырыуға йүнәлеш тота, һалымдарҙы нигеҙһеҙ арттыра бара.  Ошо арҡала башҡорттар, ерҙе һәм динде һаҡлау өсөн, көрәшкә күтәрелә. Эре ихтилалдар 1662-1664, 1681-1684, 1704-1711, 1735-1740, 1755-1756 йылдарҙа була, ләкин һәр береһе еңелеүгә дусар ителә, шулай ҙа мосолманлыҡты һаҡлап алып ҡалыуға ирешәләр.

Башҡорттар Пугачев етәкселегендәге ихтилалда ла ер, ирек һәм дин өсөн әүҙем ҡатнашалар.

Екатерина Икенсе батшалыҡ иткән осорҙа ислам динен тотҡандар өсөн мөһим бер ваҡиға булып ала.                                                

Екатерина Икенсе 1788 йылдың 22 сентябрендәге Указы менән Өфөлә Үҙәк Диниә Назараты булдырыла. Бөтә мосолмандарҙың етәкләүсеһе итеп мөфтөй билдәләнә. Мөфтөй мосолмандар йыйылышында һайланып, батша ризалыҡ биргәндән һуң ғына был дәрәжәне ала алған. Мөфтөйлөккә хөкүмәткә тоғро булған татар нәҫеле кешеләре генә һайланған. Мөфтөй дәрәжәһендә булалар:

 

1. Мөхәммәтйән Хөсәйенов ( йәшәгән ваҡыты:22.09. 1788 -  

17.07. 1824 йй.).

2. Ғәбделсәләм Ғабдрахимов (30. 09. 1825 - 31.01. 1840 йй.)

3. Ғәбделвәхит Сөләймәнов (10.06..1840 - 04.08. 1862 йй.)

4. Сәлимгәрәй Тевкелев (28.04. 1865 - 02.01. 1885 йй.)

5. Мөхәмәдйәр Солтанов (02.01. 1886 - 12.06. 1915 йй.)

6. Мөхәммәтсафа Баязитов (28.07. 1915 - 22.07. 1917 йй.)

7. Ғалимжан Баруди (эшләгән ваҡыты: 1917-1921 йй.)

8. Ризаитдин Фәхретдинов (эшләгән ваҡыты: (1922-1936 йй.)

9. Ғабдрахман Рәсүлев (эшләгән ваҡыты:(1936-1950 йй.)

10. Шәкир Хиялетдинов (эшләгән йылдары: 1951-1974 йй.)

11. Ғәбделбарый Исаев ( эшләгән йылдары:1975-1980 йй.)

12. Тәлғәт Тажетдин ( 1980 йылдан алып мөфтөй)

Октябрь түңкәрелешенән һуң 1917 йылдың 1 майында Өфөлә бөтә Рәсәй мосолмандарының I Ҡоролтайы үтә. Йыйылышта башҡарма комитет - Милли Мәжлес һәм Бөтә мосолмандар Советы - Милли шуро ойошторолған. Мосолмандарҙың II бөтә Рәсәй ҡоролтайы ошо уҡ йылдың июнендә йыйылып, эске Рәсәйҙең һәм Себер өлөшөнөң Диниә Назараты һайлап ҡуйыла.

Татар зыялылары тырышлығы менән Казанда мосолмандарҙың I, II хәрби ҡоролтайҙары булып үтеп, йыйылыйыштарҙа “Казан Хәрби Шуроһы” ойошторола һәм Башҡортостанды бергә ҡушып, “Иҙел-Урал штаты” исемле республика төҙөү ҡарала. Башҡорт зыялылары бындай йүнәлеш менән риза булмайҙар һәм уларҙың инициативаһы арҡаһында Совет власының декреты менән Милли Идара һәм Хәрби Шуро ғәмәлдән сыға, башлап, ойоштороп йөрөүселәре ҡулға алынған, тик бөтә Рәсәй Үҙәк диниә Назараты ғына ғәмәлдә ҡала.

1917 йылдың июль-декабрь айҙарында Ырымбурҙа өс башҡорт ҡоролтайы үтеп, был йыйылыштарҙа башҡорт автономияһы булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Өсөнсө башҡорт ҡоролтайында “Башҡортостанда дин үҫеше тураһында” тигән мәсьәлә ҡаралып, Башҡорт Диниә Назараты булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ләкин Рәсәй үҙәк Диниә назараты Башҡортостан Диниә назаратын танырға теләмәй. Был ваҡытта Башҡортостан Диниә назараты ҡарамағында 700 самаһы мәсет булған, 1718 мәсет РСФСР мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай.

Совет дәүләтенең дин һәм дини мәсьәләләр буйынса сәйәсәте 1918 йылдың ғинуарындағы “Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында”ғы декрет менән билдәләнә. Уның мәғәнәһе былай була: һәр граждан дингә ышанырға йәки ышанмаҫҡа, атеист булырға йәки булмаҫҡа үҙе ирекле хәл итә.

Шулай ҙа тора-бара илдә дин дошман көсө, ҡара көс тип һанала башлай, уға ҡаршы көрәште власть органдары хуплай, ойоштора, юл күрһәтә.   

1927 йылдан башлап яңы власть исламға ҡаршы көрәште көсәйтә: күпләп мәсеттәр, мәҙрәсәләр ябыла, улар урынына мәктәптәр барлыҡҡа килә һәм мәктәп программалары тамырынан үҙгәртелеп, атеистик тәрбиә биреү башлана.

1937 йылда Башҡортостан Диниә назараты мәжбүри ябылыуға дусар ителә. Дин әһелдәрен күпләп ҡулға алыу ғәҙәти хәлгә әйләнә. Ошо юҫыҡта күрәҙәсе, билдәле дин әһеле Мөжәүер хәҙрәт яҙмышы меңдән бер миҫал булып торалыр. Бына шул турала ҡыҫҡаса яҙып китәйек, сөнки ул бөтә илгә танылҡан һәм кешеләргә эскерһеҙ ярҙам иткән, дөрөҫ юлға баҫтырған данлыҡлы әүлиәләрҙең береһе. Ул Баймаҡ районы Манһыр ауылында тыуып үҫеп, ғүмер аҙағына тиклем шунда ғүмер һөргән изге йән.

             8. Дин әһеле, әүлиә Мөжәүер хәҙрәт

Һуғыш башланыр алдынан был яҡтарҙа ғына түгел, ә тирә-яҡта ла билдәле булған һәм даны таралған күрәҙәсе, әүлиә , табиб, хәҙрәт Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улын да ҡулға алалар. Күрәҙәсе булғас ни - үтә күреп тора, бер-нисә урында немецтәр беҙгә ҡаршы һуғыш башларға йыйына, тип ысҡындырғайны, шул һүҙ органдарға барып та еткән. Йәшертен хәбәр түгел дә бит, тик был турала һөйләргә ярамай, шулай ҙа Баймаҡтағы етәкселәргә барып аңғартырға ине тип һөйләнеп тә йөрөнө, Баймаҡҡа тиклем юлдың хөрт, өҙәрем ара булыуы ғына уны барып етеүҙән туҡтатып торҙо. Халыҡты ил башлыҡтары үҙҙәре ҡаңғырта: нахаҡ менән хаҡты, аҡ менән ҡараны айыра алмайҙар шул, тип көйҙө ул: “Әллә нишләп шул нимес мәлғүндәренә ышаналар, ҡара эсле иблис бит улар. Их, нисек кенә итеп юғары түрәләргә аңғартырға икән? Баймаҡҡа ғына барып әйләнергәме, әллә Өфөнөң үҙенә бара алырмы? Бына юл булмауы бәкәлгә һуға. Теге нимес бер-ике айҙа илебеҙҙе баҫып алып, хужа булырға йыйына - бына шуны аңғартырға ине. Бындағылар нишләп уларға ышаналарҙыр - белеп булмай. Ышанғас - ышаналар инде, бөтә кеше күрәҙәсе түгел дә баһаң!

Хәҙрәт тәрән уйға сумды. Уның күҙ алдынан һуғыш әфәте, буласаҡ ҙур ҡорбандар, еңеү тантанаһы кинотаҫмалай теҙелешеп үтте. Эйе, был һуғышта Советтар еңә, тик ярты быуат ваҡыт үткәндән һуң был власть юҡҡа сығасаҡ. Хәйер, үҙ артынан райүҙәктән бөгөн килерҙәрен күңеле менән тойҙо ул, төштәр ҙә бигерәк сыбарланғайны. Шуға күрә яңы ғына намаҙҙан торған абыстайына ипле генә итеп өндәште:

- Сәйеңде йәһәтлә әле, әбекәйем. Шунан миңә берәй аҙналыҡ ризыҡ йүнәт! Тиҙҙән миңә кешеләр килә, шулар менән оҙон юлға сығырға кәрәк буласаҡ.

Абыстайы аптырауға ҡалһа ла өндәшмәне, бабай ни эшләрен үҙе белә, бәлки алыҫтараҡ йәшәгән берәйһе ныҡ ауырып киткәндер, тип уйланы ул һәм моҡсайға ҡорот, май, айран, икмәк һәм башҡа ваҡ-төйәк һалыуын дауам итте. 

Көн яҡтырыуға район үҙәгенән власть вәкилдәре килеп тә етте.

- Беҙ - НКВД хеҙмәткәрҙәре, һин, Мөжәүер Сиражетдинов, немец һуғыш башлаясаҡ тигән уйҙырма таратаһың икән, ә улар - беҙҙең дуҫтар. Шулай итеп, һеҙ, олатай, совет власына ҡаршы киләһегеҙ, власта ултырғандар бер ни ҙә һиҙмәй тип яла яғаһығыҙ, шуға һеҙҙе ҡулға алырға бойороҡ булды. Әйҙә, йыйын!


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 117; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!