Декрет об отделении церкви от 7 страница



XV-XVII быуаттарҙа рус телендә Ислам диненең асылын яҡтыртыусы хеҙмәттәр һәм әҫәрҙәр һаны арта бара. Был осорҙа туған телдәрен онотоп белорус телендә һөйләшә башлаған Литва татарҙары тәржемәи эшкә керешкән.

Петр I батша хакимлыҡ иткән ваҡытта, атап әйткәндә, 1722 йылда ғәрәп хәрефтәре менән эш иткән матбаға асыла. Ә 1716 йылда Петербургта Ҡөръән тулыһынса тәржемә ителеп, “Мөхәммәт тураһында әл-Ҡөръән йәки төрөк законы” тигән исем менән рус телендә баҫылып сыға. Тәржемә Италияла уҡып ҡайтҡан шул заманда күренекле ғалим булған Петр Посников тарафынан башҡарыла. Тағы бер билдәһеҙ кеше тарафынан руссаға тәржемә ҡылынған бер ҡулъяҙма Рәсәйҙең төнъяҡ өлөшөндә табыла. Артабан Ҡөръәнде рус теленә тәржемә итеү менән булышалар: әҙәбиәтсе, Ҡазан гимназияһы директоры М.И. Веревкин (1790), К. Николаев, генерал Д. Г. Богуславский, билдәле тәржемәсе Алексей Колмаков (1792), М Бигиев, М.К. Төхбәтуллин һәм башҡалар.

Ҡөръәнде рус телендә уҡып сыҡҡан бөйөк яҙыусы А.С. Пушкин 1824 йылда ҙур дәрт менән “Ҡөръәнгә эйәреүҙәр” тигән шиғырҙар циклын яҙған.

1877 йылда Ҡазанда Г.С. Саблуковтың ғәрәп теленән туранан-тура тәржемә иткән Ҡөръән баҫмаһы донъя күргән. Әйткәндәй, ул беҙгә яҡтааш булып сыға, ул 1804 йылда Асҡында донъяға килеп, Саратовта хеҙмәт итеп, Ҡазанға күсеп килә, ғүмеренең бер өлөшөн шунда йәшәп, 1880 йылда торған ҡалалһында вафат була. Ошо тәржемә ителгән Ҡөръәндең ике баҫмаһы нәшер ителә. Уның “Ҡөръән тәржемәһенә ҡушымталар” (1879), “Ҡөръән тураһында мәғлүмәттәр” (1884), “Мөхәммәт диндәгеләрҙең ҡибла тураһында фекерҙәре (1899) тигән хеҙмәттәре бөгөнгө көндә лә иғтибарға лайыҡ.

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында мосолман матбуғаты йылдам үҫә башлай. Петербург, Ҡазан, Баку, Ырымбур, Тифлис, Тимерханшура, Баҡсаһарай, Ташкент, Мәскәү Өфө, Әстрхан, Троицк ҡалаларында ғәрәп хәрефтәре менән яҙыусы матбағалар асыла һәм Ҡөръәнде төрки телдәргә тәржемә итеү эше башлана.

 

 Совет власы йылдарында Мәскәү ғәлимәһе К.С. Каштанова Ҡөръәндең телен, терминологияһын өйрәнеү буйынса айырыуса күп эшләгән.

1963 йылда Мәскәүҙә академик И.Ю. Крачковскийҙың рус теленә әйләндерелгән Ҡөръәндең тәржемәһе баҫылып сыҡты һәм икенсе баҫмаһы 1986 йылда донъя күрҙе.

Һуңғы йылдарҙа Исламға ҡағылған китаптарҙың рус телендә нәшер ителеүе ҡыуаныслы ваҡиға, әлбиттә. Миҫал өсөн бер-нисәһен һанап үтәйек: “Основы исламского нравоучения”. Москва, 1998, “Введение в Ислам”. Челябинск, “Аркаим”, 2007, “Иман- күңел көҙгөһө”. Өфө, 2014, Сәләх Суҡбайҙың “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр”. Өфө 2011, Ильшат хәҙрәт Хәфизинең “Гонаһтарҙан ҡотҡарыусы доғалар. Тәүбә шарттары”, “Тәсбих тартыу сауаптары” һәм һуңғы брошюраның ахырында күрһәтелгән ике тиҫтә нәшер ителгән хеҙмәттәр. Мәҫәлән, Курамухаммат-хаджи Рамазанов “Заблуждения ваһһабизма”. (Сибай, 2007 ) тигән китап яҙып бик файҙалы эш эшләгән, сөнки ул ваһһабизмдың ысын йөҙөн асып күрһәтә, йәштәргә ысын мәғәнәһендәге мосолмандар менән генә бәйләнеш булырға тейешлеген аңлата.

Шулай итеп, Ҡөръән бар мосолмандарҙың һөйөклө һәм изге китабы булып тора.

           5. Пәйғәмбәрҙәр тураһында риүәйәттәр

Кемдәр һуң ул пәйғәмбәрҙәр* һәм улар нимә менән шөғөлләнәләр һуң?

Был һорауға ҡыҫҡаса ғына яуап биреү аңлайышыраҡ булыр: пәйғәмбәрҙәр Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге илселәре, йәғни Аллаһтың, фәрештәләрҙең һүҙҙәрен кешеләргә еткереп тороусылар. Пәйғәмбәрҙәр беҙҙең кеүек үк кешеләр, ашай-эсәләр, ҡатын алалар, балалар үҫтерәләр. Тик уларҙың беҙҙән айырмаһы шунда: улар иң изге, иң яҡшы кешеләр. Кеше булғас - уларҙың да яңылышып китеүҙәре бар, әммә хаталанып китһәләр, шунда уҡ Аллаһы Тәғәләгә йөҙ бороп ярлыҡау һорайҙар, тәүбәгә ҡайталар.

Аллаһы Тәғәлә тарафынан пәйғәмбәрҙәргә бирелгән китаптарҙан “Тәүрат”, “Забур”, “Инжил”, “Ҡөръән” исемлеләре иң ҙур китаптар һанала. Тәүрәт Муса пәйғәмбәргә, “Забур” Дауыт пәйғәмбәргә, “Инжил” Ғайса пәйғәмбәргә, “Ҡөръән” Муса пәйғәмбәргә бирелгән. Әҙәм (Адам) беренсе пәйғәмбәр булһа, иң һуңғы пәйғәмбәр - Мөхәммәт.

Пәйғәмбәрҙәр ике төркөмгә бүленеп йөрөтөләләр:

1. Аллаһ илселәре йәки рәсүлдәр. Рәсүлдәргә Әҙәм, Нух, Ибраһим, Муса, Ғайса һәм башҡа улар араһында йәшәп киткән бер-нисә йөҙ пәйғәмбәрҙәр инә. Шулар араһынан утыҙға яҡын пәйғәмбәр киңерәк билдәле. Улар: Әҙәм (ғ.с.), Шис (ғ.с), Иҙрис пәйғәмбәр, Нух пәйғәмбәр, Һуд пәйғәмбәр, Сәлих пәйғәмбәр, Ибраһим пәйғәмбәр, Исмәғил пәйғәмбәр, Исхаҡ пәйғәмбәр, Лут пәйғәмбәр, Яҡуп пәйғәмбәр, Йосоп пәйғәмбәр, Әйүб пәйғәмбәр, Шөғәйеп пәйғәмбәр, Муса пәйғәмбәр, Дауыт пәйғәмбәр, Сөләймән пәйғәмбәр, Юныс пәйғәмбәр, Ильяс пәйғәмбәр, Зәкәрийә, Яхья , Ғайса пәйғәмбәрҙәр.  Иң һуңғыһы Мөхәммәт пәйғәмбәр. 

2. Ябай пәйғәмбәрҙәр.

Дини китаптартарҙа, белешмә баҫмаларҙа, һүҙлектәрҙә ябай пәйғәмбәрҙәр һаны 124 меңгә етә тип, ә рәсүлдәр һаны 313 тип яҙыла (8:12). Бер төркөм белгес пәйғәмбәрҙәр һанын 136 мең тирәһе тип һанай.

Аллаһ илселәренең киң билдәле булғандарына ҡыҫҡаса белешмә биреп китәйек.

                            

                   Әҙәм пәйғәмбәрһәм Һаууа

 

Элек бер нәмә лә булмаған, тик Аллаһы Тәғәлә генә тереклек иткән, тип фарыз ителә динебеҙҙә. Бөтә ғәләмде, бөтә йыһанды, беҙгә күренгән-күренмәгән тереклекте ул яралтҡан, йәғни барлыҡҡа килтергән. Тәүҙә уттан фәрештәләрҙе яралта, унан һуң күкте, шунан ерҙе барлыҡҡа килтергән, ер йөҙөн һыуҙар, урмандар, тауҙар, кейектәр, ҡоштар, хайуандар, үлән-сәскә менән биҙәгән. Ошо эштәренән һуң ғына Ул Әҙәмде тупраҡтан ярата, ә Һаууаны - Әҙәмдең ҡабырға һөйәгенән барлыҡҡа килтерә. Улар барлыҡ халыҡтарҙың беренсел атаһы һәм әсәһе, йәғни инәһе.

Әҙәм менән Һаууа йәннәт баҡсаһында йәшәйҙәр, рәхәт ғүмер һөрәләр. Уларға баҡсала үҫкән барлыҡ емеште ашарға рөхсәт ителгән, тик бер ағастың емешенә рөхсәт булмаған. Әҙәм менән Һаууаның рәхәт тормошо Иблистең йәнен көйҙөргән, эсен бошорған. Иблис - ул Аллаһтың әмерен үтәмәгән өсөн Уның эргәһенән ләғнәт менән ҡыуылған фәрештә булған. Бына шул Иблис Әҙәм менән Һаууаның рәхәт тормошон боҙорға булған. Бер ваҡыт ул быларға килеп ағастың емешен ашап ҡарарға ҡоторта башлаған. “Был ағастың емешен ашаһағыҙ, йәннәттә мәңгелеккә ҡаласаҡһығыҙ”, - тип емеште көсләп ашатҡан. Был Аллаһ тыйған ғәмәлде һанға һуҡмау булған, гонаһлы эш-хәрәкәт башҡарылған.  Аллаһтың рөхсәтенән тыш емеште ашағандары өсөн беренсел ата-инәбеҙҙҙе Аллаһ йәһәннәмдән ҡыуып сығарған.

Атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һаууа бик үкенгәндәр, Аллаһтан уларҙы кисереүен һорағандар, Раббыбыҙ тәүбәләрен ҡабул иткән, ләкин яңынан йәннәткә ҡайтыу юлы уларға ябылған. Был донъяла йәннәттәге кеүек бар нәмә лә әҙер булмаған, шуға күрә беренсел ата-әсәбеҙ үҙ көстәре менән мал табып, маңлай тирҙәре сыҡҡансы эшләп, ҙур ҡыйынлыҡтар менән донъя көтөргә мәжбүр булғандар. Уларҙан бик күп балалар тыуған.

 Аллаһтың иң беренсе балаларынан икәүһе билдәле: Ҡабил һәм унан бер йәшкә кесерәк Һабил. Ҡабил уҫал, ҡаты бәғерле, ә Һабил яҡшы күңелле малайҙар була.Һабилды Аллаһ нығыраҡ ярата, уның ҡорбанын ҡабул итә, минекен ҡабул итмәй тип”, - Ҡабил ҡустыһын үлтерә. Был турала Ҡөръәндә әл-Мәидә (аш табыны) сүрәһендә былай тип телгә алынған:

“Һәм хаҡлыҡ менән һин уларға Әҙәмдең ике улы тураһында уҡы. Бына улар икеһе лә ҡорбан салдылар. Уларҙың береһенән ҡорбан ҡабул ителде, ә икенсеһенән ҡабул ителмәне. Ул: “Мин һине, һис шикеҙ, үлтерәсәкмен!”, - тине. Тегеһе әйтте: “Алла тик тик тәҡеүәлеләрҙән генә ҡабул итә. Һәм әгәр һин мине үлтереү өсөн миңә ҡул һуҙһаң, мин һине үлтереү өсөн ҡул һуҙмам. Мин бит ғәләмдәр Раббыһы Алланан ҡурҡам (“Ҡөръән Кәрим”, 5:27-28).

 

Ҡабилдан күрмәксе Әҙәм пәйғәмбәр вафатынан һуң, балаларының бер өлөшө насар юлдан киткән, Аллаһы Тәғәләне онотоп һындарға табына башлағандар. Ошо сәбәп арҡаһында Аллаһ, юлдан яҙған бәндәләрен тоғро юлға һалыу өсөн пәйғәмбәрҙәр ебәрә башлаған. Тәүҙә Иҙрис пәйғәмбәрҙе ебәргән, ул Әҙәм балаларына күлдәк -салбар тегергә өйрәткән, кейенеп йөрөргә ҡушҡан. Ул йәннәткә урынлашҡандан һуң Нух пәйғәмбәр ебәрелгән.

                   

                       Нух пәйғәмбәр

Нух пәйғәмбәрҙең атаһы - Ләмәк, уның атаһы - Мәтүшәлих, уның атаһы - Иҙрис пәйғәмбәр була (4:23).

Нух пәйғәмбәр ваҡытында халыҡ һындарға табыныуын дауам итә. Ул һындарға түгел, Аллаһҡа табынырға ҡушһа ла халыҡ тыңламаған. Асыуынан Аллаһы Тәғәлә һындарға табынған халыҡты һыу менән һәләк итергә булған һәм был турала Нухҡа аңғартып ҙур кәмә яһарға ҡушҡан. Туфан* ҡалҡа башлағас та ғәиләһен һәм төрлө януарҙарҙан, ҡоштарҙан берәр пар алып, ултырып китергә ҡушҡан. Нух пәйғәмбәр был әмерҙе теүәл итеп үтәгән. Нух пәйғәмбәрҙең “һыу ҡалҡасаҡ, ер йөҙөн һыу баҫасаҡ”, тигән һүҙҙәренә ышанмаған кешеләр, йәғни кафырҙар ҙур кәмәнең китеүен көлөп ҡарап тороп ҡалғандар. Бына көн-төн ямғыр биҙрәләп ҡоя башлай һәәм ер йөҙөн һыу баҫа. Был икһеҙ-сикһеҙ һыу бейек тауҙарҙы ялмап, ҡаплап алған. Ошо арҡала ер йөҙөндәге күпселек халыҡ һәләк булған.        

Ямғыр туҡтағас та ҙур кәмә “Джуди” тигән тау башына терәлеп туҡтаған. Күп тә үтмәй һыу элекке кимәленә ҡайта башлаған. Пәйғәмбәр ер асыла башлау менән януарҙарҙы төшөрөп ебәргән, ҡоштарҙы осорған, ә үҙе ошо ерҙә төйәк итеп ғүмер һөрә башлаған.

Нух тураһында Ҡөръәндең Ән-нисә (Ҡатындар) сүрәһенең бер аятында телгә алып үтелә:

“Беҙ Нухҡа һәм унан һуңғы пәйғәмбәрҙәргә үәхи ҡылған кеүек, һиңә лә, иман килтергән өсөн, үәхи ҡылдыҡ, һәм беҙ Ибраһимға, Исмәғилгә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм быуындарына , Ғайсаға, Әйүпкә, Юнысҡа, Һарунға, Сөләймәнгә (күк йөҙөн) астыҡ, һәм Дауытҡа Зәбүр бирҙек.       


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 143; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!