Декрет об отделении церкви от 2 страница



- Ниндәй тәҡдим ул?   

 - Төп тәҡдим шул: ислам тәғлимәтенән баш тарт! Мәжүсилеккә ҡайт! Артабан кешене ҡаңғыртып йөрөмә! Әгәр аҡса теләһәң - күп итеп аҡса йыйып бирербеҙ һәм һин Мәккәлә, яҡын-тирәлә иң байы булырһың. Әгәр дан кәрәк булһа беҙ һине үҙ арабыҙға иң бейек вазифаға күтәрербеҙ, хаким итеп ҡуйырбыҙ. Бер генә эш тә һинһеҙ хәл ителмәҫ. Әгәр һиңә ен эйәләшкән булһа - бөтә саралар менән дауаларбыҙ.

- Һинең һүҙең ошоноң менән бөттөмө?

- Эйе.

- Ә хәҙер мине тыңла. - Мөхәммәт пәйғәмбәр яуап һүҙ урынына Әл-кәфирун (кафырҙар) сүрәһен уҡып ишеттерә:

 

Бисмиләһи рахманир-рахим! Эй, һеҙ кафырҙар! Һеҙ табынған нәмәгә мин табынмайым. Һәм мин ғибәҙәт ҡылған нәмәгә һеҙ ғибәҙәт ҡылыусы түгелһегеҙ. Һәм һеҙ табынған нәмәгә мин табыныусы түгел. Һәм мин ғибәҙәт ҡылған нәмәгә һеҙ ғибәҙәт ҡылыусы түгелһегеҙ. Һеҙҙең үҙ динегеҙ, минең үҙ динем (Ҡөръән Кәрим, сүрә 109:1-6).

 

Бөтә әйткән өгөт-нәсихәтенең тулыһынса юҡҡа сығыуын күреп, Өтбә ҡулын һелтәп сығып китергә мәжбүр була.  

Ошо ваҡыттан башлап мәжүси көрәйештә яңы мосолманлыҡҡа күскәндәрҙе эҙәрлекләй башлайҙар, туҡмайҙар, мыҫҡыл итәләр, төрлө язаларға тарттыралар, ләкин был ағым, ауырлыҡ менән булһа ла, киңәйеүен дауам итә.

Көрәйештәрҙең иҙеүе ҡырҡыуыраҡ һәм рәхимһеҙерәк була башлағас, пәйғәмбәр фекерҙәштәренә Абиссинияға (хәҙерге Эфиопия) күсергә тәҡдим итә. Пәйғәмбәрҙе тыңлап башта 14 ир-ат, 4 ҡатын-ҡыҙ күсә, икенсе сиратта ҡатын-ҡыҙ, бала-сағалары менән 80 ир-ат күсеп китә (Ҡөръән Кәрим, 4:16). Мөхәммәт үҙе күсенергә уйламай әле, сөнки ырыуҙаштары араһында, улар тулыһынса Исламды ҡабул иткәнсе, йөрөргә планлаштыра.

Ҡабатлап әйтеп китеү зыян итмәҫ: пәйғәмбәр - Аллаһы Тәғәләнең ергә ебәрелгән илсеһе тигәнде аңлатҡан һүҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән алда бик күп пәйғәмбәрҙәр был донъяға килеп киткән. Уларҙың һаны беҙгә билдәле түгел. Шуныһы билдәле: Аллаһы Тәғәлә һәр ҡәүемгә пәйғәмбәр ебәргән. Уларҙан иң беренсеһе - Әҙәм, ә иң һуңғыһы Мөхәммәт пәйғәмбәр. Пәйғәмбәрҙәрҙең исемен телгә алғанда “ғәләйһис-сәләм” тип өҫтәп әйтәләр, ул “Аллаһы тәғәләнән уға сәләм” тигән мәғәнәне аңлата. Ҡөръән аша мәғлүм булған пәйғәмбәрҙәр өс тиҫтә тирәһе: Әҙәм, Иҙрис, Нух, Һүд, Сәлих, Лут, Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ Яҡуп,Йосоп, Әйүп, Шөғәйеп, Муса, Һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Зөлкифел, Зәкәриә, Яхъя, Ғайса, Мөхәммәт. Быларҙан башҡа беҙгә билдәле булмаған пәйғәмбәрҙәр бихисап тип һанала. Уларҙың һаны хатта бик күп, тип фараз ҡылына. Аллаһ ризалығы менән килеп киткән пәйғәмбәрҙәр тураһында айырым бүлектә артабан яҙып үтербеҙ.

 Мәжүси көрәйештәр Абиссинияға киткәндәрҙе нисек тә булһа кире ҡайтарып, язаға тарттырырға уйлайҙар. Ошо маҡсатта улар ике кешене - Әмрү ибн Әлгәс менән Абдула ибн Рабияны Абиссиния хакиме Негусҡа ошо турала һөйләшергә ебәрәләр, уға һәм уның руханиҙарына күп кенә бүләктәр оҙаталар.

Негус аҡыллы етәксе була, күрәһең, ҡапыл ғына ниндәйҙер ҡарарға килергә ашыҡмай. Ул үҙе христиан (насрани) динен тота, шулай ҙа мәжүси көрәйеш илселәрен йылы ҡабул итә. Был илселәр монархҡа бүләктәрен тапшырғас, Әмрү ибн Әлгәс былай ти:

 

“Эй, падишаһ! Яңыраҡ һинең илеңә үҙ халҡының динен ташлаған, һеҙҙекен ҡабул итмәгән бер төркөм аңра йәштәр килеп һыйынды. Улар үҙҙәре уйлап тапҡан динде тота. Уны һеҙ ҙә, беҙ ҙә белмәйбеҙ. Халҡыбыҙҙың мөхтәрәм кешеләре һәм уларҙың ата-әсәләре ошо кешеләрҙе кире ҡайтарыуҙы һинән үтенеп һорайҙар”.

     

Нугус ҡабаланмай, тәүҙә бында килеп һыйынған кешеләрҙең вәкилдәрен саҡыртып ала һәм нишләп ватандарын, ата-әсәләрен ташлап киткән сәбәптәрен һорашып ала, уныһын белгәс, яңы дин тураһында белешмә бирергә бойора.

Мосолмандар исеменән Мөхәмәттең яҡын туғаны Джафар Әбүталип сығыш яһай. Джафар Нугус монархҡа Ислам дине асылын аңлата. Исламға тиклем ғәрәптәрҙең бер-береһе менән ыҙғышып йәшәүҙәрен, мал талау менән шөғөлләнеүҙәрен, ҡыҙ балаларҙы хәйерселектән үлтереүҙәрен, үҙҙәре эшләп ултыртҡан һындарға табыныуҙарын, фәхишәлек, эскелек тарала барыуын бәйән итә. Шул шаҡшылыҡтан халыҡты ҡотҡарыу өсөн Аллаһы Тәғәләнең Мөхәммәтте илсе, пәйғәмбәр итеп ебәреүен асып һала. Мосолмандар ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа ынтыла, шул эште тамамлағанға тиклем көрәшергә әҙер, ә Мөхәммәт тик игелекле эштәр эшләргә, изгелек ҡылырға өйрәтә, беҙ уға тулыһынса ышанабыҙ һәм шуға эйәрәбеҙ, тип һүҙен бөтөрә.

- Берәй сүрәне уҡып күрһәт әле, - ти Нугус Джафарға, - шунан мәғәнәһен аңлатып бир!

 Джафар уға “Мәрйәм” сүрәһенең аяттарын яттан уҡып аңлата (19: 1-98).

Христосты, уның әсәһе Мәрйәмде данлаусы, Муса, Иҙрис, Нух, Ибраһим, Исраилде телгә алған аяттарҙы Нугус бигерәк оҡшата һәм ул:

- Иисус менән Аллаһ һүҙе бер ҡыуыштан, бер төптән алынған икән, бында бер-ниндәй зыянлы һүҙ юҡ”, - тип мосолмандарҙы ҡайтарыуҙан баш тарта һәм уларға Абиссинияла иркенләп йәшәп ҡалырға рәсми рөхсәт бирә.

Ә мосолмандарҙың бер өлөшө Мәккәлә ҡалып, йәшертен йыйылышып сүрәләрҙе ятлауҙы, артабан таратыуҙы дауам итәләр, исламды ҡабул итеүселәрҙе үҙ сафтарына алалар.

Мосолмандарҙың йәшертен генә йыйылышҡанын ишетеп йөрөгән, Һашим ырыуы рухани етәксеһе булған Ғүмәр ибн Әл- Хаттаб, дин арҡаһында көрәйештәрҙең икегә бүленеүен ауыр кисерә, быларҙы яңы диндән баш тарттырыу өсөн өндәп ҡарарға була ул. Бер көнө йәшерен йыйылыштар үткәрә торған Әл-Әкрәм өйөнә йүнәлә.  Юлда мосолманлыҡҡа йөҙ борған Нуайм исемле танышын осрата. Тегеһе уны туҡтатып хәл-әхеүәл һораша һәм:

- Ҡайҙа китеп бараһың, хөрмәтле рухани ибн Хаттаб? - тип һорау бирә. - Атлауыңа ҡарағанда бик ҡыҙған кешегә оҡшайһың!

- Һын аллаларыбыҙҙы мәсхәрәләп, халҡыбыҙҙы икегә айырған кешеләр янына, ибне Әкрәм өйөнә. Яңы диндән баш тартыуҙарын талап итәсәкмен.

- Әгәр улар риза булмаһа?

- Ул ваҡытта Мөхәммәтте, уның ярҙамсыларын үлтерергә тура киләсәк.

- Валлаһи, көсөңдән килмәҫ эшкә тотоноп тораһың, мөшәррәф (хөрмәтле) рухани, Мөхәммәтте үлтерһәң - Әбде Манаф нәҫеле һине ерҙә йөрөтөр, тип уйлайһыңмы?

- Ә һин ниндәй кәңәш бирәһең?

- Кәңәшем шул: үҙ туғандарың хәлен барып белеү яҡшыраҡ булыр. Фатима һеңлең менән уның ире Сәйет ибн Зәйет мосолманлыҡты ҡабул итеп йәшәп яталар. Моғайын, был турала һин хәбәрҙар түгелһеңдер әле.

Был хәбәргә Ғүмәрҙең бер ҙә ышанғыһы килмәй, кинәт боролоп Әкрәм өйөнә һуғылмайынса китә был бер туған һеңлеһе Фатима өйөнә. Өй эргәһенә килеп еткәс тә ул Ҡөръән аяттарын уҡыған тауыштар ишетә. Өйгә инә лә һорау ала башлай, тегеләр мосолман булыуҙарын тәүҙә инҡар итәләр, талаш ваҡытында һеңлеһе, үсегеп китеп, Исламды ҡабул итеүҙәрен әйтә, сүрәләр яҙылған ҡағыҙ төргәкте килтереп сығара. Ғүмәр уҡып ҡарарға була. Уның ҡулына “Та һа” сүрәһе тап килә һәм ул уны уҡып сыға, тыныслана, башҡа сүрәләр тураһында һораша. Уҡып сыҡҡан сүрә уға бик оҡшай, бигерәк тә:

“Ә кем изге эштәр эшләһә һәм иман килтерһә, ул йәберләүҙән дә, ҡыҫыуҙан да ҡурҡмаҫ”, -  тигән аят күңеленә бик хуш килә. (“Ҡөръән Кәрим”, 20:112).

Шулай уртаға һалып һөйләшеп, аңлашып ултыра торғас, ниһәйәт, Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб Исламды ҡабул итеүен белдерә. Шунан һуң ул мосолмандар йыйылған өйгә ҡарай китә. Тегендәгеләр уны күргәс, ҡурҡыуға төшәләр, сөнки ул ҡыҙыу ҡанлы кешеләрҙең береһе була. Аллаға шөкөр, өйҙәгеләрҙең ҡурҡыуы бушҡа булған икән, Ғүмәр уларға исламды ҡабул итеүен әйтеп бирә, уларға сүрәләрҙе Кәғбәгә сығып уҡырға тәҡдим итә, рөхсәтен бирә. Иртәгәһе көнө Ғүмәр бер төркөм мосолман башында, икенсе төркөм башында Әл Әкрәмдең улы Хәмзә булып, Ҡәғбәгә йүнәләләр һәм ошонда күмәкләп ғибәҙәт ҡылалар. Бындай ғибәҙәт ҡылыуҙар даимиға әйләнә.

Был эште ишеткән һәм күргән мәжүсиләрҙең йөҙҙәре ҡарая, ләкин руханигә ҡаршы сығырға баҙнатсылыҡ итеүсе кеше табылмай. Һашим ырыуы кешеләре исламды үҙ итә башлайҙар һәм күпләп мосолманлыҡҡа күсәләр.

Ошо көндән башлап бында мосолманлыҡ йәшертен йәшәүҙән сыға. Ғүмәрҙең Ислам динен ҡабул иткәнен ишетеп, Абиссиянала йәшәүсе мосолмандарҙың бер өлөшө ватандарына ҡайтып урынлаша. Ләкин был ваҡиғаларҙан һуң да тыныслыҡ урынлашмай.

Көрәйеш ҡәбиләһенең башҡа ырыуҙары Ғүмәрҙең Исламды ҡабул итеүен, шул ырыуҙың мосолман булған йәштәренең Абиссиниянан ҡайтыуын ишетеп йөрөйҙәр. Һашимдарҙың Исламға боролош яһауы уларға оҡшап етмәй. Шуға күрә улар һашимдарға бойкот яһау тураһында үҙ-ара килешеү төҙөйҙәр. Бойкоттың асылы шул: Һашим ырыуы кешеләренә бер-нәмә лә һатмаҫҡа, һатып алмаҫҡа, ҡоҙа-ҡоҙағый булып туғанлашмаҫҡа һүҙ ҡуйышалар һәм килешеү яҙылған ҡағыҙҙы Ҡәғбә эсенә элеп ҡуялар. Шулай итеп, дин мәсьәләһе яңынан ҡуйыра төшә. Блокада 30 ай буйына дауам итә, ҡайһы бер һашимдар хатта асығалар. Шул арала һашимдарҙың төп таянысы булған Әбүталип ауырып китә һәм тиҙҙән донъя ҡуя. Ул Мөхәмәттең ике туған ағаһы, оҙаҡ йылдар буйы һашимдарҙың етәксеһе була. Үҙе мосолманлыҡты ҡабул итмәһә лә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ҡыйырһытырға юл ҡуймай, гел генә яҡлап йөрөгән ырыу ағаһы була. Артынса, көрәйештәрҙең бойкотына ныҡ эсе бошоп, Хәҙисәнең сәләмәтлеге ҡаҡшай һәм Әбүталиптың вафатынан һуң бер-нисә көн үткәс ул да теге донъяға күсә. Мөхәммәт менән уның ҡан-ҡәрҙәштәренә ҙур ҡайғылар килә. Шулай итеп, пәйғәмбәрҙе һәр саҡ ҡурсылап, ныҡ булырға өндәп, кәрәк саҡта аҡса биреүсе һәм уны йыуатып тороусы ике йән эйәһе китеп бара.

Әбүталип менән Хәҙисә вафат булған йылды “Оло ҡайғы йылы” тип атай башлайҙар.

Әбүталип үлгәндән һуң ырыу башлығы итеп Әбү Лаһаб һайлана, ләкин ул яңы мосолмандарға ҡырын күҙ менән ҡарай, асыҡтан-асыҡ ҡаршы тороуын белгертмәһә лә һәр саҡ уларға ҡамасаулыҡ ҡылырға әҙер тора.  

Пәйғәмбәр Таиф ҡалаһына барып ислам динен таратырға була, ләкин ул ҡала халҡы Аллаһ рәсүлен* тыңламай, уны ҡыуып ҡайтара.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 128; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!