Декрет об отделении церкви от 3 страница



 Бер ваҡыт Йасрибтән, аҙағыраҡ ул Мәҙинә исеме менән йөрөй башлай, тиҫтәнән ашыу кеше хажға килгән Пәйғәмбәр быларҙы осратып, дингә өндәй башлаған. Ислам дине тураһында ишетеп, уға йөҙ борорға әҙерләнеп йөрөгән был төркөм пәйғәмбәргә иман килтергәндәр. Йасрибкә ҡайтҡас, байтаҡ кешене исламға күндергәндәр былар. Икенсе йыл Йасрибтән хажға һикһәнләп кеше килә. Улар үҙҙәре пәйғәмбәрҙе табып алып ислам тураһында һорашалар. Һөйләшкән арала Мөхәммәт килгән кешеләрҙең ҡалаһына күсергә уйы бар икәнен әйткән. Тегеләр шатланып риза булғандар, уны һаҡлауға, яҡлауға вәғәҙә биргәндәр. Ошо һөйләшеүҙән һуң пәйғәмбәр сәхәбәләренә* Йасриб ҡалаһына күсергә ҡушҡан. Күсенеү йәшертен рәүештә барған, шуға күрә улар мал-тыуарҙарын да, өйҙәрен дә ташлап киткәндәр.

Мәккәнән күсеп килгән сәхәбәләрҙе был ҡалала шатлыҡ менән ҡабул иткәндәр, уларҙы ашатҡандар-эсергәндәр, торорға өйҙәр биргәндәр. Үҙҙәре күпләп исламды ҡабул иткәндәр. Бындағы яңылыҡтарҙы ишетеп Абиссиниялағы мосолмандар ҙа ошонда күсеп килеп урынлашҡандар. Күсә тормошҡа өйрәнгән ғәрәптәргә урындан-урынға күсеп китеү әллә ни ауыр эш тип һаналмағандыр ул ваҡытта. 

Ырыуҙаштарының бер өлөшө икенсе ҡалаға күсеп китеүе Мәккә ғәрәптәрен аптырауҙа ҡалдырған, мөшриктәр бик ҡаты уйға төшкән. Улар Мөхәммәт артынан эйәреүселәр күбәйеп китеп беҙҙең баштарға етерҙәр, тип уйлап, сираттағы бер мәжлестә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе, ул күсеп китеп өлгөрмәҫ элек, үлтерергә ҡарар ҡылғандар. Һөйләшеү буйынса ҡараңғы төшкәс тә өс-дүрт ҡораллы егет уның өйөн уратып алырға һәм өйөнән сыҡһа - сапҡылап ташларға тейеш булғандар. Шулай иткәндәр ҙә. Ҡараңғы төшөү менән ҡораллы төркөм пәйғәмбәрҙең өйөн әйләндереп алғандар. Был ваҡытта өйҙә пәйғәмбәр менән кейәүе Ғәли хәҙрәт кенә булған. Бәлки, Аллаһтың ҡушыу шулай булғандыр, өйҙө уратып ҡарауылда торған ҡораллы егеттәр ҡараңғы һәм күңелһеҙ төндә йоҡлап китәләр. Шул арала пәйғәмбәр һаҡ ҡына сығып һыҙа, тегеләр һиҙмәй ҡала, буғай. Ул алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған хәҙрәт Әбүбәкергә барып етә,  артабан икәүләшеп ике дөйәгә атланып алып, шыпырт ҡына ҡаланан сығып шылалар һәм Ҫәүр тауына етеп, шундағы бер ҡыҫыңҡы мәмерйәгә инеп йәшеренгәндәр. Улар артынса тиктормаҫ үрмәксе тау тишеге ауыҙын ау менән ҡаплап та ҡуйған.

Таңға табан ҡарауылда тороусылар берәү ҙә сыҡмауына аптырып өйгә ингәндәр, пәйғәмбәрҙең китеп олаҡҡанын күргәс, Ғәли хәҙрәтте туҡмап ташлағандар, йүгерешеп Әбүбәкер өйөнә барғандар, башҡа өйҙәрҙе тикшереп сыҡҡандар. Шунан һуң ғына пәйғәмбәр менән Әбүбәкерҙе ҡыуа сыҡҡандар. Эҙләгәндә бер-нисә тапҡыр Ҫәүр тауына менеп төшкәндәр, мәмерйә ауыҙындағы үрмәксе ауын күреп, эсен тикшереп тормайынса артабан сапҡандар.

Ҡасҡындар тау ярығында өс көн йәшеренеп ятҡандар ҙа шунан һуң ғына бынан 400 саҡрымда ятҡан Йасрибкә юлланғандар. Ҡала халҡы, мосафирҙәр (юлсылар) аша уларҙың килерен ишетеп, көндә ҡала ҡапҡаһы төбөнә йыйылып көткәндәр.  Көндәрҙең береһендә былар көткән ҡунаҡтар күренгән. Көтөүселәр ул икәүҙе уратып алып хәл-әхеүәл һорашҡандар, һәр береһе үҙенең өйөнә саҡырған, шул арҡала талаш ҡупҡан. Шул саҡ пәйғәмбәр: “минең дөйә кемгә барып туҡтай, шунда төшөрмөн”, - тип дөйәһен иреккә ебәрә. Дөйә бер асыҡ урынға барып сүккән һәм ял итергә ятҡан. “Ошо урында мәсет төҙөрмөн һәм өй һалырмын”, - тип пәйғәмбәр иғлан яһай һәм Әбүбәкер төшкән өйгә барырға теләүен белдерә.  

Шулай итеп, Мөхәммәт пәйғәмбәр 622 йылдың 24 сентябрендә күсеп килгән. Был ваҡытта уға илле өс йәш тулған була. Мосолман календары, йәки һижрә  йылы (күсенеү йылы) бына ошо йылдан башлана ла инде. 

Хәҙер инде Йасриб ҡалаһын “Мәдинә әт нәби” (Аллаһ илсеһе ҡалаһы) тип, йәки ҡыҫҡартып “Мәҙинә” тип атай башлайҙар.

Күп тә ваҡыт үтмәй пәйғәмбәр дөйә сүккән урынға ҙур мәсет һалдырған. Мәсетте асҡан ваҡытта ул  вәғәз әйтткән һәм былай тип тамамлап ҡуйған:

 

“...Йә, Раббым! Беҙҙе үҙебеҙҙең гонаһлы ғәмәлдәребеҙҙән, булған яуызлыҡтарҙан ҡотҡар! Аллаһ кемде тура юлға дүндерә - шуны бер кем дә юлдан яҙҙыра алмай, ә Ул юлдан яҙҙырған кешенең тура юл күрһәтеүсеһе юҡ. Шаһитмын, берҙән-бер Аллаһтан башҡа Алла юҡ һәм уға тиң булған уның иптәштәре лә юҡ.

 Әҙәмдәр! Үҙегеҙҙең киләсәгегеҙ өсөн ни ҙә булһа әҙерләп ҡуйығыҙ... Мин һиңә мөлкәт биреп игелек күрһәтмәнемме?Ә һин киләсәгең өсөн нимә әҙерләнең?Ант итеп әйтәм, Ул уңға-һулға ҡараясаҡ әммә бер-ни ҙә күрмәйәсәк. Һәм дә алға ҡараясаҡ, әммә йәһәннәмдән башҡа бер-ни күрмәйәсәк. Кем дә булһа үҙ йөҙөн уттан ярты хөрмә менән генә булһа ла һаҡлай ала икән, быны эшләһен. Кем тапмай - яҡшы һүҙе менән эшләһен. Ул үҙенең игелекле эштәре өсөн ете тапҡыр артығыраҡ бүләкләнер. Именлек һеҙгә! Аллаһтың һеҙгә игелеге һәм ризалығы (Ҡөръән Кәрим, 5:12).

 Мәсет булғас, уға халыҡты нисек итеп бер ваҡытҡа саҡырыу мәсьәләһе килеп сыҡҡан., сөнки уларҙың берәүҙәре иртә, икенселәре һуң килә икән. Ул осорҙа ваҡытты минутлап белеп торорға сәғәт юҡ. Шуға күрә ҙур саң (тимер киҫәге) ҡуйырға һәм уға һуғып, мосолмандарҙы бер ваҡытҡа йыйып торорға ҡарар итәләр. Ғүмәр ибн Хаттаб ҡаршы төшә. Ул былай ти: “Эй, рәсүлүллаһ, бөгөн мин төш күрҙем, Билал манараға менеп ҡысҡырып, аҙан әйтеп халыҡты йыйғанын күрҙем, - ти. - Шул ысул менән халыҡты йыйһаҡ та була. Ул ваҡытта йәһүдтәр кеүек торбаға өрөү ҙә, христиандар кеүек саң һуғыу ҙа кәрәкмәҫ ине”.

Билалға аҙан әйтергә ҡушалар. Ул был ғәмәлде ҙур тырышлыҡ менән башҡара. Ғүмәр: “Тап бына ошо тауышты төштә күрҙем, ишеттем”, - тип үҙе үк ғәжәпкә ҡала. Ысынлап та Билалдың көслө бас тауышы бөтә ҡалаға ишетелерҙәй булған ул осорҙа.

Был саҡтарҙа Мәккә менән Мәҙинә араһында эреле-ваҡлы бәрелештәр булып торған. Шундай бәрелештәрҙең береһе Бәдерҡоҙоғо янында була, шуға күрә был бәрелеште Бәдер һуғышы тип атағандар. Бәдер алышында мосолман һуғышсылары Мәккә ғәскәренән өс тапҡырға бәләкәй була. Шулай булһа ла мосолмандарға был юлы ыңғайлыҡ юлдаш була, улар Мәккәләрҙең хәрби көсөн еңәләр, күп кенә әсир алалар. Әсирҙәрҙе пәйғәмбәр ғәфү итергә һәм ҡайтарып ебәрергә ҡуша.

Мәккә мөшриктәре, Бәдер һуғышында еңелеүҙәренә хурланып, яңы һуғышҡа әҙерлек алып баралар. Бер йылдан һуң Мәккә мөшриктәре Мәҙинә ҡалаһын уратып алалар, ҡала эргәһендәге Үхүд тауы эргәһендәге бәрелештә Мәҙинә мосолмандары еңелә, пәйғәмбәр үҙе яралана. Был бәрелеш “Үхүд һуғышы”  исеме менән дини китаптарға кергән. Үхүд һуғышынан һуң ике йыл үтә. Мәккә мөшриктәреикенсе тапҡыр Мәҙинәгә һөжүм ойошторалар. Уларҙың килерен алдан белгәнгә күрә, мосолмандар ҡала тирәләй хәндак (канау, окоп) ҡаҙып сығалар. Шуға күрә быныһын “Хәндак һуғышы” тип атағандар. Һөжүм итеүселәр канауаша сыға алмайҙар һәм уның аша бер-нисә көн уҡ менән атышҡандан һуңборолоп ҡайтырға мәжбүр булалар. Был һуғыштан һуң пәйғәмбәр сәхәбәләре менән мөшриктәр араһында солох төҙөлгән һәм ун йыл буйына бер-береңә һөжүм ҡылмау тураһында һөйләшелгән. Солохты мәккәлеләр гел боҙоп торғандар. Шуға күрә һөйләшелгән ваҡыттан һигеҙ йыл үткәс Мөхәммәт яҡлылар Мәккәгә барып уны баҫып алғандар. Мәккә халҡы һуғышһыҙ бирелә һәм тора-бара Мөхәммәттең пәйғәмбәрлеген тулыһынса таный. Ошо ваҡиғаларҙан һуң ғәрәптәр күпләп ислам динен ҡабул итә башлайҙар. Сәхәбә һүҙе дин, исламиәтте таратыусы, пәйғәмбәр тарафынан мөшәррәф* ҡылынған һәм яҡын дуҫы, көрәштәше булғандарҙы аңлата.

Мәҙинәгә күсеп килеүгә унынсы йыл тигәндә пәйғәмбәр сәхәбәләре менән Мәккәгә барып хаж ҡылған, әжәле яҡынлашҡанын һиҙемләп, халыҡ менән хушлашҡан. Шуға күрә был хажды Видағ (хушлашыу) хажы тиҙәр. Был хаж 632 йылда була. Хаждан ҡайтҡас, Мәҙинә ҡәберлегенә барып, үлектәргә доға ҡылып ҡайта пәйғәмбәребеҙ. Ошонан һуң ул, һыуыҡ тейҙереү арҡаһында, ныҡ һәм оҙайлы ауырыуға юлыға. Намаҙға сыға алмай башлағас, у үҙ урынына имам (алда тороусы) итеп Әбүбәкер хәҙрәтте билдәләй. Шунлыҡтан пәйғәмбәр вафат булғансы, ул халыҡҡа имам булып торған.

Пәйғәмбәр һижрәнең ун беренсе йылында, алтмыш өс йәшендә, Мәҙинә ҡалаһында фани донъяны ташлап китә. Был дата 632 йылдың 8 июненә тап килә.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғаилә хәлдәренә килгәндә, шулар билдәле: уның бер-нисә ҡатыны булған. Тәүгеһе Хәҙисә, шунан килеп Ғәйшә, Өммөсәләмә һәм дә Хәфсә. Сөнәғәтулла Бикбулатов былай тип яҙған: “Дини риүәттәргә ҡарағанда Мөхәммәт барлығы ун бер ҡатын алған, уларҙың туғыҙы ул вафат булған саҡта иҫән булған” (1:71).

Бына улар: Хәҙисә (Хадиджа), Ғәйшә (Аишә), Сәүҙә (Сәүдә Бинту), Хәфсә (Хафса бинту Ғүмәр), Зәйнәп (Зейнаб бинту Хузейма), Өммөсәлимә (Умма Салама), Сафия (Сафыйа), Джувәйша, Өммөхәбибә (Умма Хабибә), Мәрйәм (Марийа), Мәймүнә.

Пәйғәмбәрҙең балалары берәүҙән башҡаһы Хәҙисә хәҙрәттән була. Ете баланың дүртәүһе ҡыҙ, өсәүһе ир бала булған. Улдарының барыһы ла сабый саҡта уҡ вафат булалар, ә ҡыҙҙары кейүгә сығып, бала-сағалы булғас, үлгәндәр. Иң бәләкәй ҡыҙы Фатима Ғәли исемле сәхәбәлә кейәүҙә була, уларҙан ике ир бала: Хәсән, Хөсәйен булған. Пәйғәмбәр нәҫеле күберәк ошо Хәсән менән Хөсәйен хәҙрәттәрҙән таралған. Фатима атаһынан алты айға ҡалып вафат була. Хәҙрәттең туғандарынан Абуталиб ағаһы, атаһының ҡустыһы, Мөхәммәтте аҡтыҡ сиккә ҡәҙәр һаҡлай, уға миһырбанлыҡ күрһәтә. Яҡындарынан иң мәшһүрҙәре - хәҙрәт Хәмзә, Ғаббас, Йәғәфәр, Ғәли кейәүе була. Хәҙрәт Хәмзә менән хәҙрәт Ғаббас һуғыштарҙа, Ислам динен яҡлау юлында үлеп ҡалалар. Ғәҙеллек һәм Ислам өсөн көрәшеп үлеүселәрҙе “шәһидтәр” тип атайҙар.

Мәккәнән күсеп килгән мосолмандарҙы “мөһәжирҙәр”, ә Мәҙинә мосолмандарын “ансарҙар”, тип атап алып киткәндәр.

“Ислам динен яҡлау юлында” тигән фраза күберәге мосолмандарҙың үҙ-ара булған ыҙғыш-һуғыштарын сағылдырған ваҡиғаларҙа ҡулланыла. Эш шунда: Ислам дине барлыҡҡа килгәс тә төрлө дини йүнәлештәргә, йәғни мәҙһәптәргә бүленеү башлана. Төрлө социаль ҡатламда йәшәгәндәр үҙҙәре теләгән рәүештә йәки аңлап етмәй, Ислам диненең йөкмәткеһенә үҙҙәренсә төшөнсә бирә башлайҙар. Күп кенә төркөмдәр тормошта килеп сыҡҡан төрлө сетерекле вағиғаларға, һорауҙарға яуапты дини ҡанундарҙан, булмаһа Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһындағы хәҙис-хикәйәттәрҙән эҙләгәндәр. VII быуат урталарында бындай хәҙистәр һаны бик күбәйеп китә. Уларҙың бөтәһенән бер йыйынтыҡ - Сөннә (әс-сөннә - холоҡ өлгөһө) төҙөйҙәр, төшөнсәһен ныҡлап аңлатыу өсөн дини төшөнсә - изге риүәйәттәр яҙалар. Дәүләт эштәрен һәм дини мәсьәләләрҙе хәл итеү Ҡөръән һәм Сөннәгә таянып башҡарыла.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 135; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!