Декрет об отделении церкви от 9 страница



Аллаһы Тәғәлә уға ҡулындағы таяғын ергә ташларға ҡушҡан, таяҡ ҙур һәм оҙон бер йыланға әйләнгән. Ҡулына алырға ҡушҡан, йылан таяҡҡа әйләнгән. Аллаһ уға был мөғжизәне фирғәүен үә Мысыр халҡына уның пәйғәмбәрлегенә ышанмаған саҡта күрһәтергә ҡушҡан, Һарун исемле ағаһы менән бергәләп эш итергә ҡушҡан.

Мысырҙа Һарун менән осрашып, икәүләп Фирғәүенгә барғандар һәм уны ысын дингә ылыҡтырыу өсөн өндәй башлағандар. Фирғәүен ышанмай. Таяҡты йыланға әйләндереп мөғжизә күрһәтә Муса пәйғәмбәр - фирғәүен барыбер ышанмай, күҙ буяусы сихырсы тип ҡарай һәм ул атаҡлы сихырсыларҙы саҡыртып ошондай уҡ мөғжизәне күрһәтергә ҡуша. Күп халыҡ алдында сихырсылар таяҡтарын ташлап йыланға әйләндергәндәр. Шунан һуң пәйғәмбәр таяғын ташлаған, таяҡ ҙур йыланға әйләнеп башҡа йыландарҙы йотоп бөткән. Сихырсылар ҡурҡыштарынан шунда уҡ иман килтергәндәр, Мусаның пәйғәмбәр булыуын танығандар. Фирғәүен һаман һынға табыныуын дауам иткән, ә ҡатыны Асия Муса пәйғәмбәргә йәшертен генә иман килтереп, бик изге ҡатын-ҡыҙ булып киткән.

Байтаҡ ваҡыт Мысырҙа торған осорҙа Муса пәйғәмбәр мысырлыларҙы дингә өндәгән, ләкин тегеләр фирғәүендәре кеүек үк уны тыңламағандар. Муса пәйғәмбәр бәни Исраилды Мысырҙан алып сығырға фирғәүендән рөхсәт һораған, теге ҡырҡа ҡаршы килгән, ул ғына ла түгел пәйғәмбәрҙе үлтертергә булған, уның уйынса Аллаһ -ул үҙе, йәғни фирғәүен генә, башҡа Раббы булыуы мөмкин түгел. Фирғәүендең һәм халҡының тәккәберлеге өсөн Аллаһы Тәғәлә уларҙы төрлөсә яфалай: саранча ебәрә, емеш-еләк уңышын бирмәй, һыу баҫыуын ойоштора. Был турала Ҡөръәндең “Әл-Әғрәф” (Кәртәләр) сүреһендә былай тип әйтелгән:

 

“Һәм Беҙ уларға асыҡ аят итеп туфанды, һәм саранчаны, һәм бөжәктәрҙе, һәм башҡаларҙы, һәм ҡанды ебәрҙек. Әммә улар тәккәберләнделәр һәм гонаһлы халыҡтарҙан булдылар.

                                                        “Ҡөръән Кәрим”, 7:133.

 

Фирғәүен рөхсәт итмәһә лә, ырыуҙаштарын ҡыйырһытыуҙарға дусар итмәҫ өсөн Муса пәйғәмбәр бер ҡараңғы төндә уларҙы Мысырҙан алып сығып киткән. Быны һиҙеп ҡалған фирғәүен арттарынан ғәскәр менән сыҡҡан. Фирғәүен ғәскәре күренгән саҡта улар Суйыш (хәҙерге атамаһы Ҡыҙыл диңгеҙ) диңгеҙенә барып еткән булғандар. Муса пәйғәмбәр диңгеҙгә таяғы менән һуғыуы була -диңгеҙ уртаға ярыла, юл асыла. Бәни Исраил халҡы ярға сығып етеү менән диңгеҙ кире ябыла. Ошо арҡала фирғәүен үҙе һәм ғәскәре диңгеҙгә батып һәләк булған. Был турала Ҡөръәндең “Әл- Әғраф” сүрәһендә былай тип дауам ителә:

 

“Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандары һәм унан битараф булғандары өсөн Беҙ уларҙан үс алдыҡ !м уларҙы диңгеҙгә батырҙыҡ!

Үҙебеҙ бәрәкәт ҡылған Ерҙең көнсығыштарын һәм көнбайыштарын көсһөҙҙәрҙән һаналған халыҡтарға мираҫ итеп бирҙек. Сабырлыҡтары өсөн Исраил балаларына Раббыңдың яҡшы һүҙе ҫәмәлгә ашты! Беҙ Фирғәүен һәм уның халҡы яһаған һәм улар юғары күтәргән нәмәләрҙе һәләк иттек.

Беҙ Имраил балаларын дтңиңгеҙ аша үткәрҙек, улар үҙҙәренең һындарына табынған халыҡтарға килделәр. Һәм улар: “Эй, Муса, һин беҙгә уларҙың илаһтары кеүек илаһ яһа!”- тинеләр. Ул әйтте: “Ысынлап та , һеҙ - наҙан халыҡтар!

Был кешеләргә бирелгән нәмә ( һындар) һәләк булыр һәм улар башҡарған эш файҙаһыҙ!”( Сүрә 7:136-139).

Мысырҙы ташлап китеү ваҡиғаһы Библия һәм уның тарихына ҡағылған китаптарҙа ла ярайһы киң урын алған. Мәҫәлән, Густав Гече Библия тарихына арналған китабында былай тип яҙа:

 

“Фароон раскаявшись, что отпустил израильтян, вместе со своим войском пустился в погоню. Его войска настигли беженцев у Чермного (Красного) моря. Но море расступилось, израильтяне прошли по сухому дну, не замочив ног. Египтяне же, погнавшиеся за израильтянами , утонули в море. О чудесном избавлении израильтян была сложена “Песнь Моисея” и хвалебная “Песнь Мариам”. (11:102)

 

Муса пәйғәмбәр Фирғәүендән ҡотолғас та Һарун ағаһын халыҡ менән ҡалдырып Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса Тур тауына киткән.

Әйткәндәй, Библия тарихына арнап яҙылған китаптарҙа Тур тауының исеме йә Ор, йә Синай, йә Хорив, йә Сеир, йә Паран тип төрлө исемдәрҙә йөрөй..

Тур тауында Мусаға Аллаһтан “Тәүрат” (Тора) исемле бер китап бирелгән. Ошо турала Ҡөръәндең “Әл-Әнғәм” (Мал-тыуар) сүрәһендә былай тип әйтелә:

 

“Унан һуң Беҙ Мусаға яҡшылыҡ эшләгән кешегә тамалау өсөн китап бирҙек, һәм һәр нәмәгә аңлатма итеп, һәм тура юл итеп, һәм рәхмәт итеп - моғайын улар Раббылары менән осрашасаҡтарына ышанырҙар!

Был - Беҙ һиңә индергән китап - мөбәрәк, уға эйәрегеҙ, һәм тәҡүәле булығыҙ - моғайын, һеҙ ярлыҡау алғандарҙан булырһығыҙ!

                                                  “Ҡөръән Кәрим”, 6:154-15).

 

Әйткәндәй, Тәүрат христиандарҙың һәм йәһүдтәрҙең изге һаналған Библия китабы.

Аллаһ Мусаға халҡы менән Фалестин (Палестина) еренә барып урынлашырға ҡушҡан. Китапта шулай уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр килере лә яҙылған икән. 

Тик тәғәйен Муса пәйғәмбәргә эйәргән халыҡты урындағы ерле ҡәүем үткәрмәгән, шуға күрә бәни Исраил халҡына Тәиһ сәхрәһендә күсенеп йөрөргә тура килгән һәм бындай сәйәхәт итеү ҡырҡ йылға һуҙылып киткән. Муса пәйғәмбәр Аллаһ ярҙамы менән халҡын һыулы һәм аҙыҡлы иткән. Ошо сәхрәлә Һарун менән Муса пәйғәмбәр вафат булғандар.

Ҡырҡ йылдан һуң бәни Исраил Фәлестинға барып ҡорал көсө менән бер-ни тиклем ерҙе һуғышып алған.

Бына ошо һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында Палестина менән Израиль араһында ҡаршы торош күп йылдар буйына дауам итә һәм хәҙерге көндә лә үҙ-ара һуғыш бара, ул йә тоҡанып, йә баҫылып тора. Нисек кенә тырышмаһындар Израиль - Палестина араһындағы ҡаршы торошто әлегә хәл итерлек бер-ниндәй ҙә әмәл юҡ бөгөнгө көндә.

Бәлки, иуе ил башына ла аҡыллыраҡ башлыҡ ултырып, киләсәктә уртаҡ тел табырҙар, “өмөтһөҙ - шайтан”, тиҙәр бит. Ә ябай халыҡҡа бер ваҡытта ла һуғыш уты кәрәкмәй.

                                     

                         Ғайса пәйғәмбәр

Фалестин ерендәге бер ауылда Ғимран исемле бәҙәүи ҡарт ҡатыны менән икәүҙән-икәү йәшәгән. Оҙаҡ ваҡыт уларҙың балалары булмай торған. Өлкән йәштәрҙә булһалар ҙа Аллаһтан ураған һайын бала биреүен һорағандар һәм ялбарғандар. Бер ваҡыт Ғимрандың ҡатыны бер ҡыҙ бала тапҡан, уға Мәрйәм тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм бала саҡта уҡ өлкән йәштәрҙә булған ата-әсәһе вафат булып ҡуя. Мәрйәмде Зәкәриә исемле рухани ҡарт тәрбиәгә алған. Мәрйәм буйға еткәс, ауыл артына ҡырға сыҡҡан ваҡытында уға Ябраил фәрештә матур егет һынында осрай. Ул Мәрйәмгә кейәүгә сыҡмайынса, тик Аллаһ ҡөҙрәте менән изге бала табырын еткерә һәм юҡҡа сыға. Ҡыҙ кеше аптырап ҡала, ҡайта, ләкин был турала берәүгә лә өндәшмәй. Көндәр, айҙар үткән, Мәрйәм ауырға ҡалған һәм үҙ ваҡыты еткәс, ситкә китеп, бала тапҡан. Бер саҡ балаһын күтәреп ауылға алып ҡайтҡан. Кешеләр: “Эй, Мәрйәм! Насар эш эшләгәнһең, атайың күренекле кеше, әсәйең зина ҡылмаған ҡатын ине”, - тигәндәр. Мәрйәм ҡаршы өндәшмәгән, балаға төртөп күрһәткән дә: “ Бына уның менән һөйәшегеҙ”, - тигән. Бала шул саҡ теле асылып китеп: “Әсәйемә насар һүҙ әйтмәгеҙ, ғәйепләмәгеҙ! Мине Аллаһ хөкөмө менән яратылдым, Ул миңә тиҙҙән пәйғәмбәр ҡыласаҡ, изге китап бирәсәк, мөбәрәк кеше итәсәк”, - тигән. Кешеләр аптырашҡандар ҙа Мәрйәмгә ғәйепләп һүҙ ташлауҙы ҡуйғандар.

Бына ошо бала бәни Исраилдан һуң ергә ебәрелгән пәйғәмбәр Ғайса ғәләйһиссәләм булған.

Әсәһе Мәрйәм менән Ғайса “Насара” тигән ҡалаға күсеп барып, шунда ғүмер һөргәндәр.

Шуны әйтеп үтәйек: “Насара” һүҙенән сығып ғәрәптәр христиандарҙы “насраниҙар” тип, ә Библия китабына ингән пәйғәмбәрҙәрҙе “китап кешеләре” тип атап йөрөткәндәр. Ғайса пәйғәмбәрҙең Библиялағы исеме - Иисус (11: 280-318-се биттәр).

Ғайса халыҡ араһында бик изге күңелле, бик ярҙамсыл кеше булып танылған. Утыҙ йәшенә еткәс кенә Аллаһы Тәғәлә уға пәйғәмбәрлек биргән һәм Тәүратты (Тора, Талмуд) яңыртырға ҡушҡан. Шулай итеп, ул халыҡты тоғро юлға өндәй башлаған. Кешеләр быға тәүҙә ҡаршы булалар. Уның атаһыҙ донъяға килеүе Мәрйәмгә “уйнашсы” тип яла яғып, уларҙы битәрләүгә һылтау  булып торған. Битәрләүҙәрҙән биҙәр булып Мәрйәм менән Ғайса Мысыр еренә күсеп йәшәп алғандар һәм бер-ни тиклем ваҡыт үткәс Насараға кире ҡайтҡандар.

Ғайса хәҙрәт* үҙенең пәйғәмбәрлеген белдереү һәм танытыу өсөн төрлө мөғжизәләр күрһәткән: һуҡырҙарҙы күҙле иткән, ауырыуҙарҙы сәләмәтләндергән, балсыҡтан ҡош һүрәте яһап, уны йәнләндереп осороп ебәрә алған.

Был турала Ҡөръәндең “Әл-Маидә (Аш табыны) сүрәһендә былай тип яҙып кителгән:

 

“Шул уаҡыт Алла әйтер “Эй. һин Мәрйәм улы Ғайса, һиңә һәм һинең әсәңә булған Минең еиғмәтемде иҫкә төшөр. Мин һине Изге Рух менән көсәйттем, һин бишектә лә, ҙурайғас та кешеләр менән һөйләштең, һәм хикмәтте, һәм Әт-Тәүратты, һәм Әл-Инжилде өйрәттем. Бына һин минең рөхсәтем менән балсыҡтан ҡош яһайһың һәм уны өрәһең, һәм Минең рөхсәтем менән ул ҡош була, һәм минең рөхсәтем менән тома һуҡырҙарҙы һәм махау* ауырыулы кешеләрҙе шифалайһың, Һәм минең рөхсәтем менән үлектәрҙе тергеҙәһең. Һәм быны һин асыҡ аяттар менән уларға килгәс, Мин һинән Исраил балаларын тыйҙым. Һәм уларҙың кафыр булғандары: “Был - фәҡәт асыҡтан-асыҡ сихыр ғына бит”. - тинеләр”.

                                                         “Ҡөръән Кәрим”,5: 110.   

 

Аллаһы Тәғәлә уға “Инжил” исемле айырым бер яңы китап төшөргән, ул китап “Тәүрат” ҡанундарын һәм шәриғәт хөкөмдәрен яңыртҡан.  

Билдәле булыуынса, “Тәүрәт” - христиандарҙың һәм йәһүдтәрҙең изге һаналған “Библия”һы, ә “Инжил” - “Евангелие” китабы.

Ғайса пәйғәмбәрҙең тәғлимәтен һәм уның өйрәтеүен йүһүдтәр яратмағандар, ҡаршы килгәндәр, унан көлгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр, хатта уны үлтереү юлдарын эҙләгәндәр. Улар Ғайса пәйғәмбәрҙең шәкерттәренең береһенә аҡса тоттороп, үҙ яғына ауҙарғандар, йәғни һатып алғандар һәм пәйғәмбәрҙең ҡасан ҡайҙа булыуын әйтеп торорға ҡушҡандар. Бер төндә әлеге шәкерт күрһәтеүе буйынса Ғайса хәҙрәт хауариҙары (шәкерттәр) менән йыйыла торған өйгә барғандар һәм тышҡа сыҡҡан берәүҙе үлтереп, бер ағасҡа аяҡ-ҡулдарынан ҡаҙаҡлап ҡуйғандар һәм үҙ-ара ҡыуанышҡандар. Ләкин ул яуыздар яңылышып, икенсе кешене үлтергәндәр булып сыҡҡан. Пәйғәмбәрҙе Аллаһы Тәғәлә ҡотҡарған.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 111; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!