Декрет об отделении церкви от 4 страница



Мосолмандар көн дә ағып барған тормош-мәшәҡәттәрен, эштәрен һәм бер-береһенә мөнәсәбәттәрен дә шуларға ярашлы итеп үтәргә тейеш булалар. Ислам диненә ышаныусыларҙың күбеһе ошо тәғлимәттәрҙе үҙ итә, эйәреп китә. Ҡөръәнгә һәм Сөннәгә таянып эш иткәндәрҙе “сөнниҙәр” (әс-Сөннә - сөннәтлеләр) тип атап йөрөтә башлайҙар.  

Сөнниҙәр (сөннәтлеләр) йүнәлешенең тәғлимәте Ғәрәбстанда, Мысырҙа, Төнъяҡ Африкала , Урта Азияла, Уралда, йәғни башҡорт-татар араһында, Волга буйында, Себерҙә һәм башҡа ҡайһы бер урындарҙа киң таралған. Был тәғлимәт буйынса хәлифәләр тик Әмәвиҙәр нәҫеленән генә һайланып ҡуйылырға тейеш.

Әммә ләкин был тәғлимәт менән килешмәгән мосолмандар ҙа табыла. Улар Әмәви нәҫеленән булған Ғосман урынына хәлифә итеп Мөхәммәттең кейәүе, йәғни пәйғәмбәрҙең Фатима исемле ҡыҙының ире Ғәли хәҙрәтте ҡуйыуҙы талап итәләр. Шуның өсөн был партияны Ғәли төркөмө (шиғап Ғәли) тип атап йөрөтәләр, ә төркөм эсендәгеләрҙе “шиғиҙәр”(русса: шииты) тип исемләй башлайҙар. 

Сөнниҙәр Мөхәммәт пәйғәмбәргә тиң кеше юҡ тип һанайҙар, ә шиғиҙәр Ғәли хәҙрәтте Мөхәммәт пәйғәмбәргә тиң шәхес, тип һанайҙар, сөнниҙәрҙе власты законһыҙ рәүештә баҫып алыуҙа ғәйепләйҙәр. Шиғиҙәр тәғлимәте буйынса Ислам хәлифәләре булып Ғәли һәм уның тоҡомдары ғына булырға тейеш. Шуға күрә улар Ғәли хәҙрәтте һәм тағы ун ике имамды таныйҙар, ололайҙар.

Шиғиҙәр, сөнниҙәр кеүек үк, Ҡөръәнде изге китап итеп таныйҙар. Ләкин хәҙистәрҙә Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Ғәли хәҙрәт бергә әйтелергә тейеш тип һанайҙар. Улар шулай уҡ Ғәли хәҙрәттең улдары Хәсән менән Хөсәйенде шаһит тип иҫәпләйҙәр. Шуға күрә мосолман календарының беренсе айын - мөхәррәмде ҡайғы-хәсрәт айы итеп уҙғаралар. Иң ҡайғылы көн булып мөхәррәмдең унынсы көнө һанала, ул “ғәшүрә” тигән исем менән йөрөй.

Әйткәндәй, был айҙа шиғиҙәр урамда йөрөгәндә үҙ-үҙҙәрен сынйырҙар менән туҡмап, хәнйәрҙәр менән сәнскеләп йөрөгәндәр. Был йола шәхсәй-вәхсәй тип аталған булған. Шәхсәй-вәхсәй йолаһы элекке ваҡыттарҙа әзербайжандар араһында киңерәк таралған булған. Хәҙерге осорҙа ул ғәмәлдән сыҡҡан йолаларҙың береһе.

Мәзһәбтәргә килгәндә Исламда дүрт эре мәзһәб иҫәпләнә: Әбү Хәнифә мәзһәбе, Әхмәт ибн Ханбал мәзһәбе, Мөхәмәт Иҙрис әш-Шәфи мәзһәбе һәм Малик ибн-Анас мәзһәбе. Ошо дүртәү араһында Хәнифә мәзһәбе киң таралған. Ул беҙҙең яҡ мосолмандарын да үҙ эсенә ала. Тағы тиҫтәләгән ваҡ мәзһәбтәр (харижиҙәр, ҡәдәриҙәр, мөтәзилиҙәр, зәетселәр, ғәләвиялылар, исмәғилселәр, ҡарматтар, друздар, әсасиндәр) булыуы билдәле. Уларҙы секта итеп ҡабул итеү дөрөҫкә тарталыр.

 

                   4. Ҡөръән - изге китап

Ҡөръән - бар мосолмандарҙың иң изгеләрҙән изге, иң ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле берҙән-бер китабы булып тора. Тиңдәше булмаған был әҫәр мосолмандарға ғына түгел, ә бөтә донъя мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә ҙур йоғонто яһаған, шәреҡ халыҡтарының дөйөм үҫешенә, тормош ҡанундарына ыңғай тәъҫир иткән гәүһәрҙәрҙең дә гәүһәре. Ҡөръән һүҙенең тура мәғәнәһе - “көйләп уҡыу” тигәнде аңлата.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бөтә донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ҡөръән ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн - Аллаһы Тәғәлә һүҙе.

Кем һуң ул Аллаһы Тәғәлә?

Аллаһы Тәғәлә - бар булған ғаләмде, йыһанды, ерҙе, ҡояшты, планеталарҙы, ерҙәге хайуандар һәм бар булған тереклек донъяһын, кешене барлыҡҡа килтергән, яралтҡан Илаһ. Был исем ғәрәптәрҙең “Әл-Илаһ” һүҙенән барлыҡҡа килеп, “Аллаһ” (“Алла” тип тә әйтәләр) булып китә. Рустар Алланы “Бог” тиҙәр.

Аллаһы Тәғәләне инҡар итеүселәр Дарвин теорияһын үҙ итеп, үҙҙәрен маймылдан барлыҡҡа килгән, тип һанайҙар. Икенсе планетанан килтереп ташлағандар, һыуҙан яралғанбыҙ, тигән тәғлимәттәр ҙә бар. Борон ҡайы бер ҡәбиләләр ырыу ағзалары кейектәр йәки ҡоштар менән туған булыуҙарына ышанғандар. Шуныһы асыҡ: кешелек тарихында бер маймылдың да кешегә әйләнгән күренеш булғаны юҡ әле. Гендар (ҡаныбыҙ составы) һәр төр йән эйәһенең быуындарын һис бер үҙгәртмәйенсә һаҡларға тырыша. Икенсе төрлө әйткәндә, әҙәмдән - әҙәм, аттан - ат, ҡуяндан - ҡуян, бүренән - тик бүре генә тыуа, тип уйлайым. Тәбиғәт һәм Аллаһы Тәғәлә ҡанундарын боҙоп, яңы төрҙәр йән эйәләрен килтереп сығарырға тырышыуҙар бар, әлбиттә, һәм дә килеп тә сыҡҡандай, әммә уларҙың йәшәү көсө күпкә ҡайтыш була. Бер тәндә ике ген сылбыры үҙ-ара килешеп етә алмайҙыр, күрәһең.   

Ә Ислам дине асылына килгәндә, ул - Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу, Унан башҡа бер кемгә лә, бер нәмәгә лә табынмау тәғлимәтен алға һөрөүсе дин. Хәҙерге ваҡытта ла төрлө илаһтарға, һындарға, идеяға, таш-ағастарға, бигерәк тә аҡсаға табыныусы кешеләр күп кенә әле. Ҡөръән буйынса мосолман кеше тик Аллаһҡа табынырға, ғибәҙәт ҡылырға тейеш.

Ғибәҙәт ҡылыу - Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, Ул тыйған ғәмәлдәрҙән тыйылыу, йәғни намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, ата-әсәне айырыуса хөрмәт итеү, харамдан, араҡынан тыйылыу һәм башҡалар. Тыйылыуҙарҙы артабан дауам итергә була, мәҫәлән, кеше һаулығына ҡулыңды һуҙма, кеше ғүмерен киҫмә, үҙ-үҙеңде башҡаларҙан юғары тотма! Ваҡыты етһә, һин, солтанмы, олтанмы, депутатмы, батшамы, көтөүсеме - бер тигеҙ хәлгә ҡайтып ергә күмеләсәкһең. Бына ошо ысынбарлыҡты онотмаһаҡ ине.

Ҡөръән - мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы. Бар донъяға таралған оло өс диндең береһенең нигеҙен тәшкил иткән был әҫәрҙе Европа телдәренә тәржемә итеү XII быуатта уҡ башланған. Рус теленә тәржемә ителгән Ҡөръән Рәсәйҙә 1716 йылда, бөйөк батша Петр Беренсе ҡушыуы буйынса баҫтырып сығарыла.

Ҡөръәнде башҡортсаға әйләндереү эшенә Дан Кинельский, ысынбарлыҡта Абдулла Мәхмүт улы Иҙрисов, 1962 йылда тотона һәм был ауыр, мәшәҡәтле эште 1983 йылда, вафатынан алда тамамлап ҡуя.

1990 йылда “Ағиҙел” журналы “Ҡөръән” исеме аҫтында ҡушымта сығарып ҙур эш башҡарҙы. Ҡушымтала Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҫҡаса тормошо, Ҡөръән һәм уның тәржемәләре тураһында һүҙ алып барыла, тиҫтәгә яҡын сүрә баҫтырыла һәм улар комментарийҙар менән оҙатылып урынлаштырыла. Йыназа, балаға исем ҡушыу, никах тәртиптәрен сағылдырған өлөшө бар, Өфө диниә назараты, ә ул үҙ эсенә Рәсәйҙең Европа өлөшөн һәм Себер мосолмандарын үҙ эсенә ала, бәғзе вәғәздәре урын алған. Ҡөръәндең халыҡ араһында ныҡ таралған сүрәләрен баҫтырыу, иң әһәмиәтле хәҙистәрҙе индереү, вәғәздәрҙе урынлаштырыу, ислам дине менән бәйле булған йолаларҙы үтәү тәртибен аңлатыу күп кешенең күҙен асҡандай тәъҫир яһаны.  Бындай ҡушымтаны ҡабатлап сығарғанда бигерәк тә яҡшы булыр ине.

Шулай итеп, дини китаптар сығарыуға беренсе аҙымдар яһала һәм юл асыла. Ошо ваҡыттан башлап төрлө дини китаптарҙың сығарыла башлауы барыбыҙға ла мәғлүм.

Башҡорт халыҡ үҙәге “Урал” хәстәрлеге менән ойошторолған ижади төркөм 1992 йылда башҡортса тәржемә һәм транскрипция менән “Ҡөръән Кәрим”ле нәшер итеп, халҡыбыҙ алдында иҫ киткес бер ҙур сауаплы эш эшләне. Бөгөнгө көндәрҙә Р. Р. Төхвәтуллин “Азбука Корана” исемле гәзит нәшер итеп, мосолман булғандарҙы һәм дә шулай уҡ булмағандарҙы, хатта, минеңсә, христиан динен тотоусыларҙы, ҡыҫҡаһы, бөтә халыҡты ҡыуандырҙы. Ул Ҡөръән сүрәләре һәм аяттары мәғәнәләрен бик оҫта һәм үҙенсәлекле итеп аңлата белә, хәҙерге фән, астрономия менән бәйләй. Рус телле халыҡтарға бындай баҫма күптән бик кәрәк ине. 

Ҡөръәндең исемдәре күп төрлө: “Ҡөръән кәрим”, “Ҡөръән шәриф”, “Ҡәләм шәриф, “Әл-мусхәф”,“Әл-китаб”, “Китабуль-хикмәт”,“Әл-фурҡан” (айырыу, йәғни ямандан яҡшыны), “Калямулла”, “Мөғзжизә”, “Ҡөръән Мәжит”, Ҡөръән Ғәзим”, “Китабуль-зекер”, “Әл-Хикмә” (хикмәтле) һәм башҡалар. Дини ғалимдәр раҫлауынса Ҡөръәндең 55 исеме бар.   

Ҡөръәндә бөтәһе 114 сүрә, 6236 тирәһе аят урынлашҡан. Хәҙерге ғалимдар Ҡөръәнде Мөхәммәт пәйғәмбәр аша индерелеүенә шикләнмәйҙәр, шикләнерлек сәбәбп тә юҡ.

Шуны һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк, көндәлек тормошта, мәҫәлән, исем ҡушҡанда, намаҙ уҡығанда, һуңғы юлға оҙатҡанда бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм), Аятел Көрси (Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се аятынан башлап бөткәнсе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен һәм Китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөръән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Ҡөръән - ул мосолмандарҙың төп дәреслеге. Мөслимин булған кеше уны оноторға тейеш түгел. Изге китапты һанға һуҡмау - иманы ла, ғилеме лә булмаған наҙандар эше.

Ҡөръәндең йәнгә, тәнгә сихәте тураһында хәтерләп, Мөхәммәт пәйғәмбәр “Фатиха” сүрәһен йышыраҡ уҡырға кәңәш бирә. Унда бөтә ауырыуҙарға ла дауа бар, ти ул. Был сүрә бөтә сүрәләргә ҡапҡа йәки асҡыс булып тора тип һанала, йәғни ул  сүрә, икенсе һүҙҙәр менән әйткәнсә, “Ҡөръән-Кәрим” китабын асып тороусы сүрә.

                       “Әл-Фатиха” сүрәһе

                            Транскрипцияһы:

 

Бисмилләһир-рахманир-рәхим!

1. Әл-хәмдү лилләәһи раббиль-ғәләмин.

2. Әр-рахмәәнир-рахиим.

3. Мәәлики йәүмид-дин.

4. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин.

5. Иһдинәс-сыйраталь-мүстәкиим.

6. Сыйратал-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғәйриль-мағдууби

ғәләйһим үә ләәд-дааль-лиин.

 

                    Башҡортсаһы:

Бисмиллаһир-рахманир-рәхим!

1. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға - маҡтау.

2. рәхмәтлегә, рәхимлегә,

3. хөкөм көнөнөң батшаһына!

4. Беҙ һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!

5. Беҙҙе тура юлдан алып бар.

6. Үҙең ниғмәт күрһәткәндәрҙең юлынан, - асыуғатарығандар һәм аҙашҡандар юлынан түгел.

 

“Әл-Фәтиха” - Ҡөръәндең беренсе һәм иң әүәлге сүрәһе “Фатиха” кәлимәһе асыусы, башлап ебәреүсе, яулап алыусы үҙ ҡулы аҫтына керетеүсе, ҡул күтәреп доға ҡылыу, доға биреү мәғәнәләрендә ҡулланыла; китапта бәйән ителәсәк ваҡиғаларҙың эволюцион, йәғни бер-бер артлы майҙанға киләсәк күренештәрҙең башланғысы мәғәнәһендә лә аңлатып, уға ошо исем бирелгән. Ислам фәлсәфәһендә сүрәгә башҡа бик күп исемдәр нисбәт ителгән, йәғни, “Фатиха әл-Ҡөръән”, “Фатихател- китаб”, “Өммел-китаб” (“Китаптар әсәһе”, “Өммелҡөръән” (“Ҡөръәндәр әсәһе”), “Әл-Вафия” (тулы, камил), “Әл-Кафия” (тейешле йәки бик кәрәк) тигәндәре лә бар. Тағы әл-кәнз (хазина), әл-нур (нурлы), әл-сөаль (ялбарыу һүҙе), әл-тәфәйыз (бәхеткә ирешеү) кеүек мәшһүр атамалары ла бар был сүрәнең.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 143; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!