Декрет об отделении церкви от 10 страница



“Новый Завет” Иисустың (Ғайсаның) үлемен һәм кире терелеүен һәм күккә ашыуын бик ентекле итеп тасуирләй.

Шулай итеп, Ғайса хәҙрәттең вафатынан һуң яйлап булһа ла уның тәғлимәтен ҡабул итеүселәр күбәйә, был дин тарала башлай. Уға эйәреп “Инжил” менән ғәмәл ҡылғандарға христиандар йәки насаралар, йәки насраниҙар тиҙәр.

Билдәле булыуынса, рус халҡы ла бөйөк кенәз Владимир Святославович тырышлығы менән  989 йылдан алып христиан динен ҡабул итә. Дин әһелдәре был тәңгәлдә йәш кенәз Владимир әсәһенең һүҙен тыңлап, Ислам менән христиан дине араһынан һуңғыһын һайлаған, тип яҙалар.

Нисек кенә булмаһын, кенәзлектәр ҡушылып бөйөк рус дәүләте барлыҡҡа килгәс, христиан дине дәүләт дине итеп иғлан ителә һәм башҡа халыҡтарҙы христианлыҡҡа күсереү йүнәлеше алына. 

 Әгәр ҙә кенәз Владимир ислам динен ҡабул иткән булһа, Рәсәй халҡының күпселек өлөшө мосолман булыр ине. Ул ваҡытта динде ҡыҫыуға ҡаршы сыҡҡан башҡорт ихтилалдары булмаҫ ине, уның үҫеше йылдамыраҡ барыр ине, күп һуғыштарҙан ҡотолор ине. Бөгөнгө хәл ителмәгән мәсъәләләрҙең күбеһе, шул эстән эскелек, енәйәт торошо күпкә кәм булыр ине. Ул ваҡытта Рәсәй XX, XXI быуаттарҙа тормош һәм йәшәү кимәле бейек булған, алға ныҡ киткән илдәрҙең береһенә әүерелер ине.                

                          

     6. Әйүб пәйғәмбәрҙең ғибрәтле тормошо

Аллаһы Тәғәлә үҙенең илсеһе Мөхәммәткә, ғәләйһис-сәләм, әйтә:

“Һәм беҙ уға Исхаҡты һәм Яҡупты бүләк иттек: барыһын да тура юлдан алып барҙыҡ; һәм бынан элек Нухты алып барҙыҡ, ә уның тоҡомонан Дауытты, Сөләймәнде, Әйүпте, Йосопто, Мусаны һәм Һарунды. Бына шулай бирәбеҙ Беҙ изгелек эшләгәндәргә тейешлеһен!

                 6.“Әл-Әнғәм” (Мал-тыуар) сүрәһе, 84-се аят.

 

Әйүб, ғәләйһис-сәләм Дәмашке төбәгендә йәшәгән әҙәмдәрҙең береһе була. Пәйғәмбәрҙәр тоҡомонан сыҡҡан бер зат булараҡ, йәштән иманлы булып таныла, үҙе лә халыҡты иманға өндәй. Бабаһы Исхаҡ пәйғәмбәр доғаһы менән һәм үҙенең эшлекле булыуы арҡаһында Аллаһ уға бик күп байлыҡ һәм балалар бирә. Бик күп мал аҫрай, хеҙмәтселәр тота, иркен баҫыуҙарҙа иген игә. Бер һүҙ менән әйткәндә, иркен йәшәй, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға онотмай. Йомарт кеше була ул. Ошо байлығынан өлөш сығарып, фәҡирҙәргә, етемдәргә, тол ҡатындарға ярҙам итеп кенә торған, бер фәҡир килмәй тороп, табынға ултырмаҫ бер кеше була. Байлыҡтан бигерәк сабырлығы, күндәмлеге менән айырылып тора ул. Тирә-йүндәге халыҡ уны бик ярата, дуҫ-иштәре лә күп була Әйүбтең, ғәләйһис-сәләм. Аллаһы Тәғәлә Әйүб пәйғәмбәр тураһында:

 

“... Беҙ уны түҙемлеләрҙән таптыҡ. Иң яҡшы ҡол! Ысынлап та, ул - тәүбә ҡылыусы” - тип әйтә.  “Саад” сүрәһе, 44-се аят.

 

Әйүб пәйғәмбәргә һынауҙар килеп кенә тора: ер тетрәп китеү сәбәпле бөтә балалары әрәм булып ҡуя, байлығы юҡҡа сыға.

Ер тетрәү арҡаһында бөтә балалары һәләк булғас, ул юғалып ҡалмай, шайтандың Аллаһҡа ҡаршы ҡотортоуына ҡолаҡ һалмай, ә киреһенсә эске көсөн йыйып, намаҙға баҫа. Теле Аллаһты маҡтауҙан һәм зекер итеүҙән бушамай. Асыуы килгән шайтан уны Алллаһы Тәғәләһенән айыра алмағаны өсөн үс итеп пәйғәмбәрҙе ауырыуға һабыштыра. Әкренләп тәне ҡортлай. Дуҫтары, ҡәрҙәштәре, таныш белештәре, ғөмүмән, бөтәһе лә пәйғәмбәр эргәһенән ҡасып бөтә.

Пәйғәмбәрҙң өс ҡатыны була. Ул ауырып киткәс, икәүһе айырылып китергә теләк белдерә. Пәйғәмбәр уларға ҡаршы килмәй, шул ваҡыттағы ҡанундарға ярашлы итеп икеһен дә айырып ебәрә. Рәхимә исемле иң йәш ҡатыны уның эргәһендә ҡалып, хеҙмәт итеүҙән туҡтамай. Ире өй эсендә генә ҡыбырлап йөрөргә эшкинә бит - ҡарамайынса булмай. Бер көнө Рәхимә:

- Ауырыуҙан, бала һәм мал юғалтыу ҡайғыһынандыр инде, көн -төнө ғибәҙәттә тораһың, йәнеңә һаман тынғылыҡ тапмайһың, туҡтар инең - ти.

Пәйғәмбәр:

- Минең Аллаһтан һәм һинән башҡа һыйыныр кешем юҡ. Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнешкә инәм дә миңә түҙемлек биргәне өсөн уны маҡтайым, шулай уҡ һиңә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер биреүен бөтә ғәләмдәр хужаһынан ялбарып һорайым, - тигән.

- Тағы бер бәлә килергә тора беҙгә: күрше ҡатындар: “Ауырыу иреңде берәй ергә алып кит! Сире беҙгә, бигерәк тә балаларыбыҙға йоғор, тип ҡурҡабыҙ”, - тиҙәр. - Китмәһәгеҙ ирҙәребеҙҙе ҡоторотоп, туҡматып, көслөк менән ҡыуып ебәрербеҙ, - тип янайҙар.

- Әгәр беҙҙе бында һыйҙырмайҙар икән, китеүҙән башҡа сара юҡтыр. Булмаһа, бәлә сыҡмаҫ элек бынан күсәйек.               

Ирен йөкмәп алып, илай-илай Рәхимә ҡаланың икенсе яғындағы буш өйҙәрҙең береһенә барып урынлаша. Быларҙың килеп урынлашҡанын ишеткән халыҡ тағы ризаһыҙлыҡ белдерә, күмәкләп килеп, урынлашҡан өйөн йәһәтләп бушатырға ҡушалар, янайҙар:

- Ауырыу иреңде теләһә ҡайҙа алып кит! Бында килеп беҙҙең арала ауырыу таратырға уйланығыҙмы? Бөгөн үк китмәһәгеҙ үҙегеҙгә ҡарап үпкәләрһегеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙҙы бәйләп һалып, ас торған эттәргә ташлаясаҡбыҙ. Белегеҙ уны!

Яңы урында йүнләп урынлашырға ла өлгөрмәгән Рәхимә илай-илай һөйөклө ирен йөкмәп алып, сәхрәгә сығып китергә мәжбүр була. Иренә ауырлыҡ килгәндә лә тоғро ҡалған ҡатын юлдар сатында туҡтай, хәл ала һәм ире менән кәңәшләшеп ошо урында ҡыуыш ҡорорға ниәтләй. Тәбиғәттә булған әйберҙәрҙе ҡулланып, ҡыуыш ҡороп ала, сыбыҡ-сабыҡ һалып, үлән йолҡоп алып килеп ҡыуышты матур итеп яба. Эҫе көндәрҙә ҡайнар ҡояштан йәшенерҙәй ҙур булмаған, түңәрәк, ләкин уңайлы ғына өшәләк-ҡыуыш  килеп сыға. Һирәк-һаяҡ юл буйлап үткән мосафирҙәр һыу ҡалдыра, тик икмәк биреүсе әҙәм булмай.

Бында ла Әйүб (ғ. с.) доғалар уҡыуын ташламай.

- Ярабби! Хәлебеҙҙе беләһең, - тип Аллаһҡа доға ҡыла Әйүб. - Бөтә ер беҙҙең өсөн тарайҙы, йүнләп йәшәрлек рәт ҡалманы. Кешеләр миңә ерәнеп кенә ҡарай йәки бөтөнләй ҡарамаҫҡа тырыша, күрмәмеш була. Ахирәттә Үҙең минән ерәнмә! Донъяуи йорттарыбыҙҙан ҡыуылдыҡ, ас-яланғас ҡалдыҡ. Шулай ҙа мин иңә рәнйемәйем. Бәндә фани донъяла ауырлығын да, еңеллеген дә татырға тейештер. Ахирәттә ожмах йорттарынан Үҙең ҡыуып ебәрә күрмә!

Әйткәндәй, Әйүб пәйғәмбәрҙең был ҡатыны физик яҡтан бик көслө зат була, етмәһә сибәрлеге менән дә башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырылып торған: тура һынлы, төҙ кәүҙәле, аҡһыл тәнле, түңәрәк ҡара күҙле булған ул. Ҡара төҫтәге оҙон һәм ҡуйы  сәстәре  ергә тиклем етә яҙып торған. Оҙайлы ваҡыт ас көйө ултырып  булмай бит инде. Рәхимә бына шул сәстең бер өлөшөнә алмаштырып, ҡала ситендә йәшәгән таныш бер ҡатындан икмәк алып ҡайта. Теге таныш ҡатын икмәк бешереүсе булып эшләй икән, ләкин  иренән ҡурҡҡанға күрә артабан килеүҙе тыя.

Ҡатынының ҡулында бөтөн икмәк күреп пәйғәмбәр: “Ҡатыным үҙен һатып икмәк йүнләп йөрөй икән, - тип яңылыш уй уйлаған. - Әгәр ҙә терелә ҡалһам, бының өсөн Рәхимәне йөҙ тапҡыр һуҡтырыр инем, - тип Аллаһ ҡаршыһында ант иткән. Ауырыу көсәйә барғас ул: “Миңә шайтан яфа һәм ғазап менән ҡағылып солғап алды”, - тип әрнеүҙәрен әйтеп һала.

        (“Саад” сүрәһе, 4-се аят).

Пәйғәмбәрҙең ялбарыуҙарын ишеткән һәм уның рухи ныҡлығын күреп торған Раббы, ҡаты һынауҙар аша үткәреп тикшергәндән һуң, уны һауыҡтыра, абруйы кире ҡайта, яйлап байлығы ла йыйыла, донъяһы ла теүәлләнә.

 

“Беҙ һеҙҙе нимә менән булһа ла: ҡурҡыныс һәм аслыҡ менән, малдарҙың кәмеүе, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һанайбыҙ, сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә, - ти Аллаһы Тәғәлә, - берәй бәләгә осраһалар, “Ысынлап та беҙ Алланыҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ”, - тийеүсе кешеләрҙе.

Былар шундай кешеләр:уларға - раббыһынан фатиха һәм рәхмәт, һәм улар - тура юлдан барыусы.

     (“Әл-Бәҡара” (Һыйыр) сүрәһе, 155-157-се аяттар).

Әйүб, ғәләйһис-сәләм, хаҡында бер-ни тиклем өҫтәмә мәғлүмәт башҡорт телендә сыҡҡан “Башҡортса дини календарь” баҫмаһында (2012 йыл, 83-87-cе биттәр) донъя күрҙе.

Әйткәндәй, 2020 йылға арналған “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Башҡортса дини календарь” мосолман халҡын күп кенә яңылыҡтар менән таныштыра. Мәҫәлән, “Дини дәрестәренән һабаҡтар”, “Динебеҙҙәге һәр нәсихәт – әҙәп мәҙрәсәһе”, “Ҡомһоҙлоҡ – шайтан фиғеле” һәм башҡа рубрика аҫтында сыҡҡан текстар был календарҙы биҙәп кенә тора.  

 

  7. Исламдың башҡорттар араһына үтеп инеүе

                      һәм артабанғы хәл-торошо

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында ислам динен ҡабул итерҙән алдағы халыҡтың тормош-көнкүрештәре, йолалары сағылған әҫәрҙәр байтаҡ. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында башҡорт халҡының исламға тиклемге тормошо һүрәтләнә. Унда башҡорттарҙың беренселәрҙән булып Уралға килеп ултырыуҙары, төрлө тәбиғәт күренештәрен ҡурсылаусы күк Тәңреһенә, тауҙарға, урмандарғ, кейектәргә табыныуҙары тасуирләнә. Был турала Радик Вәхитов үҙенең тарихи-фәлсәфәүи китабында ентеклерәк итеп яҙып сыҡты (12, 70-71-се биттәр).

 “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алдар менән Зөһрә” эпостары ла тап шундайҙарҙан. Был эпостарҙа ете башҡорт ырыуының ҡасандыр бергә йәшәүҙәре һүрәтләнә.

Бик боронғо башҡорт ҡәбиләләре лә, ислам динен ҡабул итмәҫ элек, мәжүсилек аша үтә. Мәжүсилек - ул тәбиғәт көстәренә ышаныу һәм уларға ҡарап ғибәҙәт ҡылыу. Был юҫыҡта тотемизм менән анимизм тәүтормош һәм унан һуңғы йәшәйештә ҙур роль уйнаған булырға тейеш.

Ғалимдар күҙаллауынса, тәүге кешеләр (неардерталецтар) Көньяҡ Уралда яҡынса 100 мең йыл элек килеп урынлашҡандар. Улар үҙҙәренең торлаҡтарын йылға һәм күл буйына урынлаштырырға тырышҡандар, сөнки, беренсенән, үҙҙәренә һәр саҡ һыу кәрәк булып торған, икенсенән, кейек-йыртҡыстар ҙа һыуға килеп торорға мәжбүр булалар, ә һунарсыларға шул ғына кәрәк. Әбйәлил районының Ҡарабалыҡлы күле ярында булған ошондай торлаҡты, археолог Г.Н. Матюшин эҙләп таба. Бында таштан, йәшмәнән юнып эшләнгән эш ҡоралдарының табылыуы тәүтормош кешеләренең был төйәктә оҙаҡ ҡына ваҡыт тороп киткәндәрен билдәләүсе фактор булып тора. Ошо эш ҡоралдары ярҙамында тәүторомош кешеләре ағас ҡырҡҡандар, тотолған кейектең тиреһен һыҙырып алғандар.

Тәбиғәт һалҡынайған осорҙа, боҙлоҡтарҙың менән өлөшләтә ҡапланыу быуаттарында ла (70-30 мең йылдар элек) Көнъяҡ Уралда кешеләр ошо яҡтарҙа йәшәүен, ишәйеүен дауам итә. Археолог В.А. Иванов фекеренсә, һалҡын ҡыштарҙа кешеләрҙең йәшәйешенең дауам итеүе уларҙың утты белеүе, усаҡтарҙа йылынып ит киҫәктәрен бешереүе, йылы торлаҡтар төҙөүе, мәмерйәләргә урынлашыуҙары арҡаһында мөмкин була (В.А. Иванов. Откуда ты, мой предок? Спб., 1994, 10-сы бит.  


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 123; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!