Декрет об отделении церкви от 6 страница



Сура «Аль-Филь»
(Слон)

                        Транскрипцияһы:

Бисмилләһир-рахманир-рахим.

1. Ә ләм тәра кәйфә фәғәлә раббүкә би-әсхәәбил-фиил.

2.Ә ләм йәджғәл кәйдәһум фии тадлиил.

3. Үә әрсәлә ғәләйһим тайран әбәәбиил.

4. Тәрмииһим бихиджәәратим-миң сидж-жил.

5. Фәджәғәләһүм кәғасфим-мәькүл

 

                     Башҡортсаһы:

Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!

1. Фил хужаларын Раббыңдың ни эшләткәнен күрмәнеңме

ни һин?

2. Уларҙың хәйләләрен юҡҡа сығарманымы ни ул?                         

3. Һәм Ул уларға ҡоштар тубын ебәрҙе.

4. Ул ҡоштар уларға яндырылған балсыҡтан яһалған таштар

атты

5. Һәм Ул уларҙы ашалған кәбәк шикелле итте.

 

Ҡайһы бер сүрәләр тураһында ҡыҫҡаса тарихи мәғлүмәт биреп китәйек.

.

                   

                       “Ихлас” сүрәһе.

  

Мәккәлә ингән һәм дүрт кенә аяттан торған 112-се сүрә “Ихлас” (керһеҙ), тағы “Тәүхид” (бер генә Аллаға инаныу) исемен алған. Был сүрә салат (намаҙ) ваҡытыныда күп уҡыла. Бында Ислам фәлсәфәенең өс рөкене (терәк-бағана) сағыла:

- Аллаһтың берлеген таныу (тәүхид), тиңдәшһеҙ булыуын аңғартыу (вәхданиәт), насар сифаттарҙан пакланыу (тәнзиә).

- изгелек менән яуызлыҡтың сиктәрен билдәләү (шәриғәт тәғлимәте).

- Ҡиамәт көнөн таныу, ҡәберҙән ҡубарылыу, ҡылған ғәмәлеңә ҡарап сауапҡа йәки ғазапҡа юлығыу.

Сүрәне уҡыуҙы Ҡөръәндең өстән бер өлөшөн уҡыуға тиңләгәндәр.

                               Сүрәи Фәләк

Сүрә Мәҙинә дәүерендә барлыҡҡа килгән. Ҡыҫҡа-ҡыҫға биш аяттан тора. “Фәләҡ” һүҙе - күк йөҙө, күк көмбәҙе, таң, бәхет, яҙмыш, тәҡдир кеүек мәғәнәләрҙе аңлата. Мәғәнәһе - тыуасаҡ көндө бәлә-ҡазаһыҙ, күңел бөтөнлөгө, изге теләк-ниәт һәм шат рух менән ҡаршы алыуға ҡайтып ҡала.

                                Сүрәи Нас

“Нас” сүрәһе бөтәһе алты аяттан тороп, Мәҙинә дәүерендә барлыҡҡа килгән. Ҡөръән Кәрим китабына урынлаштырылған иң һуңғы сүрә. Кешеләрҙе яратҡан, донъяны камил ҡылған Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренә өмөт бағларға кәңәш биреү - сүрәнең фәлсәфәүи ҡиммәт.е

.

                         Аят әл-Көрси

Аят әл-Көрси “Бәҡара” сүрә-шәрифәһенең 255-се аят-кәримәһе.

Көрси һүҙе ғәрәп телендә “тәхет урыны”  төшөнсәһендә йөрөй. Минбәр (кафедра, трибуна) һүҙе менән дә ҡулланыш таба, йыш ҡына ғилем һүҙен дә алмаштыра. Мөзәммәт пәйғәмбәр: “Ҡөръәндә иң бөйөк аят - аят әл-Көрси. Уны уҡыған кешегә Аллаһ бер фәрештә күндерер. Ул бәндәнең күркәм сифаттарын яҙыу менән мәшғүл булыр. Был аят уҡылһа, өйгә утыҙ көн шайтан, ҡырҡ көн сихыр кермәҫ. Әй Ғәли! Быны балаларың, ғаиләңә һәм күршеләреңә өйрәт. Көндәрҙең хужаһы - йома, һүҙҙәрҙең хужаһы- Ҡөръән. Ҡөръәндең “Бәҡара” сүрәһе, уның да хужаһы - аят әл-Көрсиҙер. Уны ихлас һәм ысын күңелдән уҡыған кеше бәләләрҙән азат булыр”, - тигән.

                            Әл-Мөлөк сүрәһе

 

“Сүрәи әл-Мөлөк” сүрәһе Мәккәлә ингән - бөтәһе утыҙ аят-кәримә. Сүрәнең иң күп ҡулланылған исеме “Әл-Мөлөк” (милек, мал хужаһы). “Тәбәррәк” (бәрәкәтле) исеме менән дә йөрөтәләр. Тағы башҡа исемдәре бар: “Әл-Вәкиә” (барлыҡҡа килтереүсе), “Әл-Мөнжиә” (ҡотҡарыусы), “Әл-Мөжадәлә” (бәхәсләшеү, һүҙ көрәштереү), “Әл-Манига” (тыйыусы).

Ошо сүрәлә Тәңренең сикһеҙ ҡөҙрәте аңлатылып, Уның ғәләмде яратыу, барлыҡҡа килтерә алыу һәләте төшөндөрөлөп, бөтә ғәләм бер илаһи тәртип һәм ҡанундарға нигеҙләнгән булыуына ишаралап, Аллаһы Тәғәләнең күреү, ишетеү һәм хис итә алыу үҙенсәлектәренә баҫым яһала. Аллаһы Тәғәләгә  инанмағандарҙың ғазапланыуы тураһында бәйән итә.   

 

                           Сүрәи Мәсәд

 

Был сүрә Мәккә дәүеренә ҡарай. Ислам тарихы ғалимдары ҡарашынса, ул Фатиха сүрәһенән һуң барлыҡҡа килгән. Сүрә биш аяттан ғибәрәт. “Тәббәт” (ҡороһон) һәм “Ләһәб” исемдәре менән дә йөрөтөлә.

“Ләһәб” кеше исеменән алынған. Әбүләһәб - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең атаһының бер туған ҡустыһы. Ул, ҡатыны менән берлектә, ҡырағайлыҡты яҡлағандар, Мөхәммәт пәйғәмбәрғә ҡамасаулыҡ ҡылғандар, уның тураһында төрлө уйҙырмалар, ғәйбәттәр таратҡандар, төрлөсә тоҙаҡ ҡорғандар тип алдараҡ әйтеп үткәйнек инде. Шулай итеп, ул, Әбүләһәб, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡан дошманына әүерелгән. 

Тәржемәһе ошолай:

 Бөйөк рәхмәт вә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифтәре менән башлайым!

Әбүләһәб һәләк булһа ине (1). Әлбиттә, һәләк булыр (2). Малы вә кәсебе лә уға ярҙам итмәҫ, уттан ҡотола алмаҫ (3). Һис шикһеҙ, тиҙ генә ялҡынлы тамуҡ утына инер(4). Ҡатыны ла, муйынына элмәк еп тағып, шунда утын ташыусы булыр(5).

                              Сүрәтел Йасин

Йасин - Ҡөръән Кәрим тәғлимәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Ислам фәлсәфәһендә уны уҡыусыға - шәфҡәт, тыңлаусыға иһә гонаһтарын ярлыҡау, юйыу вәғәҙә ителә. Ғилме Ҡөръәниәлә Йасин сүрәһе “Дәфғә” (дөрөҫ юл), “Ҡазыя” (үтәлер теләк ) исемдәре менән дә мәшһүр.

Ислам ғалимдарынан Әнәс бине Малик һәм Ибне Ғаббас үҙ хеҙмәттәрендә түбәндәге фекерҙәрҙе яҙып ҡалдырғандар:

Рәсүлуллаһ былай тине: “Һәр бер нәмәнең ҡәлбе, йәғни күңеле барҙыр вә Ҡөръәндең күңеле - Йасин сүрәһелер”.

“Йәннәт әһелдәре Йасин һәм “Та-һа” сүрәһен уҡырҙар.”

Әйткәндәй, “Та һа” сүрәһендә Муса пәйғәмбәрҙең фирғәүенгә барып, уны мосолманлыҡҡа керетеүгә тырышып йөрөүе тураһында бәйән ителә.

Мәғлүм булыуынса, боронғолар һәр бер мәйеткә Йасин сүрәһен уҡыуҙы бөйөк бурыстарҙан һанағандар. Үлем түшәгндә ятҡан кешенең хәле булмай, булғаны ла бөтә бара, әммә уның күңелендә һаман да булһа яҡшырыуға өмөт сатҡыһы йәшәй. Уға эргәһендә яҡындары һәм туғандарының эргәһендә булыуы ыңғай тәъҫир итә. Тап ошондай саҡта , бәндәнең күңеленә ҡеүәт булһын өсөн, Исламда Йасин уҡыу ҡушылған.

Ҡыҫҡаһы, Йасин Исламда, Ҡөръән Кәримдә иң абруйлы сүрәләрҙең береһе. 

“Ҡөръән Кәрим” төрлө оҙонлоҡтағы 114 сүрәнән (бүлек) тора, сүрәләр үҙ сиратында аяттарға (өлөш) бүленгән һәм улар ҙа номерланған. Бер сүрә эсендә аяттар һаны өстән 286-ға тиклем. Изге китапҡа ингән аяттар һаны яҡынса 6200-ҙән ашыу, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа аяттар һанын 6224 йәки 6236 тип аныҡ күрһәтәләр.

Сүрәләр, ҡайһы ҡалала иғлан ителеүенә ҡарап, Мәккә һәм Мәҙинә сүрәләренә бүленә. 

Тағы шуны иҫтә тотоу зарур: Исламда мосолман ғәмәлдәре биш төрлө баһалана:

- хәрәм - ҡәтғи тыйылған ғәмәлдәр;

- мәкрүһ - хупланмай торған ғәмәлдәр;

- мөбах - гонаһ тип һаналмаған файҙаһыҙ эш;

- хәләл - рөхсәт ителгән файҙалы эш;

- мәндүб - өлгөлө, матур эштәр.

 

                                * * *     

“Ҡөръән Кәрим” башта ҡулъяҙма булараҡ тарала башлаған, шуға күрә уны матур итеп яҙа белеүселәр күпләп кәрәк булған. Был яуаплы хеҙмәттең яҙыу оҫталарын хәтаттар* тип атағандар. Шәреҡтең күп кенә яҙыу оҫталары, бигерәк тә Төркиәлә ҙур өҫтөнлөк һәм хөрмәт менән файҙаланғандар. Шуларҙың береһе Шәйех Хәмдуллаһ 47 дана Ҡөрьән тексын күсереп яҙып дан-шөһрәт ҡаҙанған. Хәттат Усман әфәнде ғәрәп хәрефтәре менән яҙыуҙың унлаған төрөн үҙләштергән, шуларҙың өлгөләрен 25 альбомға урынлаштырып ҡалдырған. Әммә иң атаҡлы төрөк хәтттаты - Әл-Хаж әс-Сәйед Хәсән Риза. Уның ҡулы менән яҙылған текстар буйынса Ҡөръән Кәрим Төркиәлә 51 мәртәбә нәшер ителә.

Шәреҡ илдәрендә Ҡөръъән Кәримде баҫма рәүешендә яҙып таратыу тыйылған эш булған, ҡулдан яҙыу хәйерле тип һаналған. Шулай ҙа  тыйылыуға ҡарамай уны баҫтырып нәшер сығарыуҙар булып торған. Был турала Ризаитдин бине Фәхретдин “Ҡөръән вә тәбиғать”* исемле китабында яҙа. Ул Ҡөръән Кәримдең Истанбул ҡалаһында 1297-1881 йылдарҙа уҡ баҫтырылып сығарылғанын иҫбат итә. Шәхси юл менән баҫылған Ҡөръәндең Баден, Баҡсаһарай, Һамбург, Лейпциг баҫмаларына беҙҙең иғтибарҙы йүнәлтә. (6: 6).

1907 йылда Ырымбурҙа Ризаитдин бин Фәхретдин тәсхихы* менән “Тәфсире Ноғмани” исемле ике томлыҡ хеҙмәт баҫылып сыҡҡан.

Яҡташыбыҙ Сөнәғәтулла Бикбулаттың “Ғәрәп теле буйынса дәреслектәр”, “Хәҙрәте Мөхәммәт”, “Дүрт хәлифә” тигән хеҙмәттәренең беренсе томы ғына баҫылған. Беренсе итеп телгә алынған хеҙмәте “Дин дәрестәре” исемле китап булып егерменсе быуаттың туҡһаныынсы йылдарында баҫылып сыҡты.

Петербург Фәндәр академияһы типографияһы 1787 йылда уҡ батшабикә Екатерина Икенсе ҡушыуы буйынса Ҡөръәндең тулы тексы ғәрәп телендә нәшер ителә. Текст Диниә назаратының иң тәүге ҡазыйы* булған Ғосман Ибраһим тарафынан ҡаралып, дини шәрехтәр* менән тәьмин ителгән.

XIX быуат башынан алып Ҡөръән Кәрим Ҡазан ҡалаһында баҫтырыла башлай. 1892-1899 йылдар эсендә генә Ҡазандың төрлө матбағаларында * 276 мең нөсхә нәшер ителә.

Октябрь революцияһынан һуң Ҡөръән Кәрим Советтар Союзында биш мәртәбә, атап әйткәндә, Ташкентта 1958, 1968, 1978 йылдарҙа, Калинин ҡалаһында 1984, 1989 йылдарҙа баҫтырылып сығарылған.

Ҡөръәнде башҡа телдәргә тәржемә итеү шәреҡ* илдәрендә ҡәтғи рәүештә тыйылған булған. Күрәһең, уның мәғәнәһен боҙоп тәржемә итеүҙән һаҡларға тырышҡандарҙыр. Шулай ҙа тәржемә эше башҡарылма тормаған.

Көнбайыш Европала Ҡөръәнде латин теленә тәржемә итеү 1141 йылда уҡ башланған. Һуңыраҡ, 1513 йылда итальян, 1616 йылда немец, 1647 йылда франмуз, 1648 йылда инглиз телдәренә тәржемә ҡылынған. Бөгөнгө көндә Ҡөръән Кәримдең 30-ҙан ашыу тәржемәһе булып, улар араһында һүҙмә-һүҙ, мәғәнәүи, шиғри тәржемәләр бар.  Шәреҡ мосолмандары донъяһында Ҡөръән Кәримдең иң боронғо тәржемәһе уйғыр теленә (V быуатҡа ҡарай) эшкәртелгәне билдәле (7:11) Артабан фарсы, урду, төрөк телдәренә тәржемә итеү башҡарыла.

Рәсәйҙә Ҡөръән һәм Ислам дине тураындағы беренсе яҙма мәғлүмәттәр XI быуатта күренә башлай. Күбеһе төрлө уйҙырмаларҙан торған был мәғлүмәттәр был дин асылын дөрөҫ итеп мағылдыра алмаған.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 139; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!