Декрет об отделении церкви от 5 страница



Әс-Салат исеме иһә “Фатиха” сүрәһенә башҡа намаҙ уҡылмағанға бирелгән. Хәнәфи мәзһәбендәге мосолмандар өсөн намаҙҙың әүәлге ике рәкәғәтендә бер мәртәбә ошо Фатиха сүрәһен һәм башҡа сүрә ҡушып уҡыу важиб итеп һаналһа, шәфиғый мәзһәбендәгеләр өсөн үҙен генә уҡыу фарыз ғәмәл һанала.

Сүрәи Фатиха ҡайһы ерҙә - Мәккәләме йәки Мәҙинәләме назил булған, йәғни күктән төшөрөлгән? Берәүҙәр Мәккә дәүерендә тип һанайҙар (Ибне Ғаббас, Әбүльәлиә), икенселәре уны Мәҙинә хазинаһы тиҙәр (Әбүхөрәйрә, Мәжаһид, Ғата бине Ясар). Әммә өсөнсөләре сүрәнең бер яртыһы Мәккәлә, икенсе яртыһы Мәҙинәлә ингән тип иҫәпләйҙәр.

“Әл-Фатиха” - Ислам диненең, фәлсәфәһенең ғәмәли* һәм нәзари* хөкөмдәренең бер өлгөһө.

Ул өс фәлсәфәүи мәсьәләгә ишаралай:

- Аллаһы сөбханә вә тәғәлә бөтә ғәләмдең яратыусыһы һәм тәрбиә итеүсеһе;

- Ҡиәмәт көнөнөң килеүенә, унда яҡшылыҡҡа, яманлыҡҡа тейешле баһа бирелеүенә ышаныу;

- Донъя һәм әхирәттә бәхетле булыуға ынтылыу, уның өсөн тоғро блды табыу өсөн Аллаһҡа табыныуҙың өҫтөнлөгө.

“Фатиха” сүрәһе барлыҡ сүрәләргә ҡапҡа, ишек булып тора.

Тағы шуны өҫтәргә кәрәк: сүрә уҡылғандан һуң “амин” һүҙен әйтеү шарт булып тора

 

 

Егет ҡорона тулған бер йәш кешене осратып пәйғәмбәребеҙ (ғ. с.) : “Эй, йәш кеше, һин өйләндеңме әле”, - тип һорай. Тегенеһе: “Юҡ, - тип яуап бирә, - өйләнер өсөн мал-мөлкәтем юҡ бит”.

- “Ихлас” сүрәһен беләһеңме? - тип һорай Рәсүлуллаһ.

- Беләм, - ти тегенеһе.

 - Шуны көн дә унар тапҡыр уҡы, артынан “Сүрәтел-мүлк”те ҡабатларға онотма, ошоларға ҡушып башҡа сүрәләрҙе өйрән, кешеләргә уҡып ишеттер - мал-тыуарың булыр, - ти.

Егет кеше, йәш кеше булараҡ, әлбиттә, был һүҙҙәргә ышанмай. “Нисек итеп берме йә икеме сүрәне уҡып байығып булһын”, - тип уйлай ул. Шулай ҙа пәйғәмбәр сүрәләрҙе уҡый, ҡабатлай, кеше араһында билдәле була башлай. Матур көйлө һәм асыҡ итеп Ҡөръән уҡып йөрөгән егеткә ҡыҙҙарын ҡалымһыҙ бирергә теләгәндәр табыла.

Ҡанатланған егет хеҙмәт итергә лә онотмай: күптәргә ярҙам итә: малдарын көтөшә, етемдәрҙең өйөнә барып ярҙам итә, Ҡөръән Кәрим менән яҡындан таныша һәм белгәнен халыҡҡа тарата башлай.

Егет тиҙҙән бай ғына кешенең ҡыҙына өйләнә, Ҡөръән сүрәләре белгесе булып таныла һәм ғаилә ҡорғандан һуң байығып китә.

Әлбиттә, сүрә уҡып ҡына ултырып байып булмайҙыр, ә көсөңдө йәлләмәй көн ҡалдырмай эшләргә, мал табырға кәрәк икәне, әлбиттә, бәхәсһеҙ. Бөтә ир-ат та бай ҡыҙын ала алмай бит инде!

 

 Егеткә ярҙам иткән “Ихлас” (№ 112) сүрәһен яҙып үтәйек.  

Сура «Аль-Ихляс»
(Искренность)

 

               

                        Транскрипцияһы:

Бисмиллаһир-рахмәәнир-рахиим!

1. Ҡуль һүүәл-лаһу әхәд.

2. Аллаһус-самәд.

3. Ләм йәлид үә ләм йүләд.

4. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд.

 

                 Башҡортсаһы:

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!

1. Әйт: “Ул - Алла - бер,

2. Алла мәңге

3. Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы,

4. Һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!”

 

Йыш ҡына ғәмәлдә булған ҡыҫҡа күләмле тағы бер-нисә сүрәне килтерәйек. Шуларҙың береһе “Ән-нас” сүрәһе. Ул ҙур түгел, бөтәһе алты аяттан тора. Сүрәнең йөкмәткеһе ябай: төрлө яуызлыҡтарҙан Аллаға һыйыныу фарыз, тип әйтелә.

Кемгәлер һыйына алмаған саҡтарҙа Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу – бик тә урынлылыр.

Ысынлап та, Аллаға һыйына белгән әҙәм балаһының күңеле тыныслана, тора биргәс күтәрелә һәм уға көндәлек ғәмәлдәрен теүәл үтәүгә мөмкинлек асыла. Был сүрәне яттан белеү мотлаҡ ғәмәлдәрҙең береһелер. 

                   

      

 

 

      “Ән-нас” (Кешеләр) сүрәһе (№ 114)

Сура «Ан-Нас»
(Люди)

                        Транскрипцияһы:

Бисмиллаһир-рахмәәнир-рахиим!

1. Ҡуль әғүүҙү бираббин-нәәс.

2. Мәликин-нәәс.

3. Иләһин-нәәс.

4. Миң шәррил үәсүәәсил-ханнәәс.

5. Әлләҙи йүүәәсүисүфиисудурин-нәәс.

6. Минәл джиннәти үән-нас.

                         Башҡортсаһы:

Бисмилләһир-рахмәәнир-рәхиим!

1. Әйт: “Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам,

2. кешеләрҙең батшаһына,

3. кешеләрҙең илаһына,

4. йәшерен үәсүәсләүселәр яуызлығынан,

5. кешеләрҙең күңелдәренә үәсүәсә һалыусыларҙан,

6. ендәрҙән һәм кешеләрҙән!”Артабан “Әл-Фәләк” сүрәһен яҙып үтәйек. Ул да әллә ни ҙур түгел, һәммәһе - биш аяттан тора.

                            Әл-Фәләҡ (Таң) сүрәһе

 

113. Сура «Аль-Фаляк»
(Рассвет)

 

 

 

                     Транскрипцияһы:

Бисмиләәһир-рәхмаанир-рахиим!

1. Ҡуль әғүүҙү бираби-фәләҡ.

2. Миң шәрри мәә халәҡ.

3. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб.

4. Үә миң шәрри-нәфәәҫәәти фил ғүҡәд.

5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

                               Башҡортсаһы:

Бисмилләһир-рәхмәнир-рәхим!

1. Әйт: “Таң Раббыһына һыйынам,

2. Ул барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан,

3.ҡараңғылыҡты ҡаплаған уаҡыттағы яуызлығынан,

4. төйөндәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан,

5. хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡыттағы яуызлығынан”!

 

                               Мәғәнәһе:

 

Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифтәре менән башлайым!

Әй Мөхәммәт! Әйтсе: “Һәр бер мәхлүктең яуызлығынан һәм кис ҡараңғыланған ваҡыттағы яуызлыҡтан, һәм төйөндәргә өшкөрөүсе сихырсы ҡатындарҙың яуызлыҡтарынан, һәм көнсөл кешеләрҙең  көнсөллөктәре ҡеүәтләгән замандағы яуызлыҡтарҙан ҡотолоп, - таңды яратыусы Аллаһ-Раббыма һыйынамын”, - тип.

           “Әл-кәүҫәр” (муллыҡ) сүрәһе ( № 108)

Сура «Аль-Кяусар1»
(Изобилие)

 

                     Транскрипцияһы:

Бисмилләәһир-рахмәәниир-рахиим!

1. Инәә әғтайнәкәл-кәүҫәр.

2. Фәсалли ли-раббикә үәнхәр.

3. Инәә шәниәкә һүүәл-әптәр.

 

                      Башҡортсаһы:

Бисмиләәһир-рахмәәнир-рәхиим!

1. Беҙ, ысынлап та, һиңә муллыҡ бирҙек.

2. Шунлыҡтан Раббыңа намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!

3. Һинең дошманың бит нәҫелһеҙ ҡалыусы.

 

Тағы бер ҡыҫҡа сүрәләрҙең береһе – “Әл-Ғаср”, йәки “Киске ваҡыт” сүрәһе. Киске ваҡытты ла файҙалы үткәрергә була, тигән мәғәнә бирә был сүрәләге аяттар. 

Тексы түбәндәгесә:

       “Әл-Ғаср” (Киске ваҡыт) сүрәһе (№ 103)

        

                           Транскрипцияһы:

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

1. Үәл-ғаср.

2. Иннәл-иңсәәнә лафии хуср.

3. Илләл-ләҙиинә әәмәнүү үә ғәмилүүс-салихәәти үә тәүәәсәү

билхәҡҡи үә тәүәәсәү биссабр.

 

                        Башҡортса:

Бисмилләәһир-рахмәнир-рәхим.

1. Киске ваҡыт менән ант итәм.

2. Ысынлап та кеше зыян күреү хәлендә,

3. Иман килтереп, изге эштәр ҡылып, бер-береһен хәҡиҡәтҡә

өйрәтеүселәр һәм бер-береһен сабырлыҡҡа өндәүселәрҙән

башҡа.

 

 Ҡөръәндә икенсе сүрә - “Бәҡара” (Һыйыр) сүрәһе. Ул 286 аяттан тороп, иң ҙур сүрәләрҙең береһе булып һанала. Дөйөм алғанда бында иман килтергән һәм иман килтермәгән кешеләр тураһында, рамаҙан айында Ҡөръән Кәрим индерелеүе тураһында бәйән ителә:

 

 “Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөръән индерелде, һәм бына һеҙҙән кем ошо айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем ваҡыт тотор”, - тип әйтелә сүрәләрҙең береһендә.

                                                             “Әл-Бәҡара”, 2: 185

“Бәҡара” сүрәһенең бер аяты “Аят әл-Көрси” исеме менән йөрөй. бына шуны урынлаштырып китәйек.                         

                              Аят әл-Көрси

                       (Бәҡара сүрәһенең 255-се аяты.)

Аят «Аль-Курси»
(Великий Трон)

 

                     Транскрипцияһы:

Аллаһу ләә иләәһә һүәл-хәййүл-ҡайүүмү лә тәхүҙүһү синнәтүү үәлә нәүм лә һүммә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-ард, мәң ҙәлләҙии йәшфәғү ғиндәһү илләә бииҙниһ, йәғләмү мә бәйнә әйдииһим үә мәә хәльфәәһум үә ләә йүхитүүнә бишәй-им миң ғилмиһи илләә бимәә шә-ә үәсиға күрсийүһүс-сәмәәүәәти үәл-ард үә ләә йә үүдүһү хифҙиһүмә үә һүүәл-ғәлиййүл ғазыим. 

                      Башҡортсаһы:

 

Алла, Унан тере һәм мәңге булғандан башҡа - илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр - Уныҡы. Уның алдында, Үҙ рөхсәтенән башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡәҙәр булғандарҙы ла һәм уларҙан һуң булғандарын да белә, ә улар, Уның теләгенән тыш, Уның белеменән бер ни аңлай алмай. Уның тәхете күктәрҙе һәм Ерҙе биләй, һәм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел, - Ул бөйөк, олуғ!

 

                         Фил сүрәһе (№ 105)


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 139; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!