Декрет об отделении церкви от 8 страница



                                                               “Ҡатындар”, 4:163.

 

  Нух пәйғәмбәрҙең өс улы була: Хам, Сам һәм Йәфәҫ. Туфандан һуң тыуған халыҡ шуларҙан таралған. Төрки ҡәбиләләр Йәфәҫтән таралған, тип һанала.

                       Ибраһим пәйғәмбәр

 

Ибраһим пәйғәмбәр Ҡөръәндең төп фигураларының береһе, буғай. Ул бала сағынан һәр төрлө һындарға, һүрәттәргә табынып йәшәүсе кешеләр араһында үҫә. Ҙурайғас та Алланың берлеген таный. Шуның өсөн дә кешеләр уны утҡа ташлайҙар. Әммә Аллаһы Тәғәлә утҡа уны яндырмаҫҡа ҡуша. Бына шулай Аллаһ ҡөҙрәте менән ул уттан имен-һау сыға, тере ҡала.

 

                                                        “Ҡөръән Кәрим” 21:69.

Ибраһим пәйғәмбәр, ата-бабалары кеүек үк, “Бабил” тип исемләнгән ерҙә торған, шунан һуң “Кәнған” тигән урынға күсенгән. Уның ике ҡатыны булған: Сара һәм Һәжәр. Һәжәр - йәш ҡатыны булған, унан бер ир бала донъяға килгән, балаға Исмәғил тип исем ҡушҡандар.

Сара, өлкән йәштә була ла, шулай уҡ бала табырға теләгән һәм көндә был турала Аллаһтан ялбарып һораған.

Бер ваҡыт Ибраһим пәйғәмбәргә уҙып барыусы бер-нисә мосафир (юлда йөрөүсе) килеп төшә. Пәйғәмбәр аш әҙерләтеп тегеләрҙе һыйларға булған, ләкин тегеләр ҡабып та ҡарамайҙар икән. Пәйғәмбәр ныҡ аптыраған. Шуға күрә мосафирҙәрҙең береһе серҙе асырға мәжбүр булған: “Беҙ - фәрештәләрбеҙ, шуға күрә ашамайбыҙ”, - тигән.

Шунан береһе былай тип өҫтәгән: “Саранан бер ир бала тыуасаҡ, һөйөнсө!” Сара ла, пәйғәмбәр ҙә, әлбиттә, был хәбәргә ышанмағандар. Үтеп барыусы һәр мосафирҙың һүҙенә нисек ышанып тораһың?

Ваҡыты еткәс ир бала тыуа һәм уға Исхаҡ тип исем ҡушалар.

Бер саҡ Ибраһим пәйғәмбәр төшөндә ошондай һүҙҙәр ишетә: “Аллаға тоғролоғоңдо күрһәтәм тиһәң - Исмәғилде ҡорбан ҡыл!” Ул риза булып был эште башҡарырға торғанда ғына тағы тауыш ишетелә: “Тоғролоғоңа инандыҡ, Исмәғилгә теймә!” Ул бойһона.

Исхаҡ ғәләйһиссәләм Кәнған ерендә, Исмәғил ғәләйһис-сәләм, ғәрәптәр еренә күсеп барып Мәккәлә урынлашҡандан һуң, пәйғәмбәрлек ҡылғандар, халыҡты тоғро юлға күндергәндәр.

Күп быуындар үткәс, Исмәғил нәҫеленән бер генә пәйғәмбәр - Мөхәммәт килә. Ә Исхаҡтан пәйғәмбәрлек улы Яҡупҡа күскән.

 

                     Яҡуп пәйғәмбәр һәм Йосоп

Яҡуп пәйғәмбәр ҙә атаһы кеүек Ҡәнғанда йәшәп, халыҡты тоғро юлға өндәгән, һындарҙың тик кеше ҡулы менән эшләнгән әйбер икәнен аңлатҡан. Уның ун ике улы булып, ун малайы бер әсәнән, икәүһе икенсе әсәнән Исраилдән булған. Төпсөк улы Йосопто, күндәмлеге, күркәм холоҡло булғанға күрә, атаһы бик ныҡ яратҡан. Был хәл Йосоптоң ағаларына оҡшамаған, улар иң бәләкәй булған был ҡустыларын гел генә ситнәткәндәр, ҡыйырһытҡандар. Бер ваҡыт Йосоп төш күрә, төшөндә ҡояш, ай һәм йондоҙҙар уға гүйә баш эйә. Был турала атаһына һөйләп бирә ул. Ҙур һәм билдәле кеше булырың, тип атаһы төштө ыңғайға юрай.

Был ваҡиғалар Ҡөръән Кәримдең “Йософ” сүрәһендә тулыһынса сағыла.

                                                  “Ҡөръән Кәрим”,12: 4-102.  

 

Төштө һәм уны юрауҙы ишетеп ҡалған ағалары Йосопто үлтерергә булалар, был ҡара эште башҡарыу өсөн ҡырға алып сығалар. Бер ағаһынынң ҡаршы килеүе арҡаһында уны үлтереүгә барып етмәйҙәр, ә тәрән бер ҡоҙоҡҡа ташлап китәләр. Ҡайтҡас, аталарына: “Йосопто бүре ашаны”, - тип ялған хәбәр әйткәндәр. Атай кеше нишләһен, ҙур ҡайғыны йөкмәп йәшәй биргән.

Йосоп ҡоҙоҡҡа имгәнмәйенсә генә барып төшкән. Сығырлыҡ түгел икән бынан, бик тәрән булып сыҡҡан был соҡор.

Бер ваҡыт Мысырға* китеп барған үткенселәр туҡтап, һыу алыр өсөн ҡойоға силәк (күнәк) ташлағандар. Ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, һыу урынына силәккә йәбешеп бер егет килеп сыҡҡан. Үткенселәр тәүҙә аптырап ҡалғандар, шунан ҡыуанғандар, сөнки ул замандарҙа ата-инәһеҙҙәрҙе ҡол итеп һатыу ғәҙәте булған. Шулай итеп Йосопто Мысырға алып барып, бер вәзиргә һатып киткәндәр.

Йосоп хужаһына бик ярарға тырышҡан, уның бөтә эштәрен йүгереп йөрөп башҡарған, төштәрен дөрөҫ итеп юраған, ошо сәбәптәр арҡаында вәзир уны үҙенә ул итеп алырға самалап, егетте күҙ алдында тотоуҙы ҡатынына тапшырған. Ә йәш ҡатын уға ғашиҡ булып,  аҙғынлыҡҡа әйҙәй (Сүрә 12:23-25). Йосоп ризалыҡ бирмәй, шуға үсегеп йәш ҡатын уны зинданға ташлата.

Шулай ҙа бойоҡмай егет, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте бер булыр әле, тип сабыр итеп зинданда ята бирә.

Бер ваҡыт Мысыр батшаһы бер төш күргән. Төшөндә ете һимеҙ һыйырҙы, шунан уң ете арыҡ һыйырҙы йотҡан. Берәү ҙә төштө юрай алмай икән. Шул ваҡыт Йосоптоң хужаһы булған вәзир: “Миндә төш юраусы бар”, - тип әйтеп һала. Батша шунда уҡ зинданда ятҡан егетте алдыртып төшөн юратҡан. “Мысырҙа ете йыл рәттән туҡлыҡ булыр, шунан һуң ете йыл рәттән бик ҡаты аслыҡ булыр”, - тип юраған Йосоп. Батша егет һүҙҙәренә ышана, уны зиндандан сығартып, үҙенә вәзир итеп ҡуя. Йосоптоң кәңәше буйынса туҡ йылдарҙа ашлыҡ запасы әҙерләнгән, аслыҡ килгәс, тирә-яҡ интеккән ваҡытта, Мысыр мәмләкәте, йыйылған һаҡлыҡ арҡаһында, ете йыл буйына асыҡмай, имен-һау үткәреп ебәрә. Аслыҡ йылдарында, Мысырҙа ашлыҡ запасы күплеген ишетеп, тирә-яҡта йәшәүсе халыҡтар бында килеп аҙыҡ алып ҡайтыр булғандар. Аслыҡ дәүеренең бер йылында Йосоптоң атаһы улдарын эйәртеп, Мысыр батшалығына аҙыҡ алырға килгәндәр. Уны ҡоҙоҡҡа ташлаған ағалары затлы кейемдә йөрөгән вәзирҙең Йосоп булыуын һиҙмәгәндәр, ә Йосоп уларҙы шунда уҡ танып алған. Уларға ашлыҡ биреп, тағы килергә мөмкинлекте аңғарта, тик бер әсәнән булған Биниәмин ағаһын бергә эйәртеп килтерергә ҡуша.

Икенсе осрашҡанда Йосоп ағаларына үҙенең кем икәнен аса, шаҡ ҡатҡан ағалары үҙҙәренең ҡәбәхәт эштәренә ғәфү итеүҙе һорап ялбаралар, үс алмауын үтенәләр. Вәзир уларҙы ғәфү итә һәм ата-әсәһен бында, Мысырға, килтерергә ҡуша тегеләргә.

Бына ошо ваҡиғаларҙан һуң Яҡуп пәйғәмбәр ҡатыны һәм бөтә балалары менән Мысырға күсеп килгән. Йосоп уларҙы ҙур ихтирам менән ҡаршы алып урынлаштыра. Был ваҡиға Ҡөръәндә ошондай һүҙҙәр менән сағылыш тапҡан:

 

“Ул ата-әсәһен тәхеткә күтәрҙе һәм улар уның алдында сәждә ҡылып йөҙ түбән йығылдылар, һәм ул әйтте: “Эй, атай! Ошо элек күргән төшөмдөң юрауылыр, Раббым ул төштө хаҡ ҡылды һәм, мине зиндандан сығарҙы һәм шайтан минең һәм туғандарым араһында дошманлыҡ ҡылғандан һуң һеҙҙе сүллектән килтереп, миңә яҡшылыҡ ҡылды. Ысынлап та, Ул белә, хикмәтле!

                                                    “Йософ”сүрәһе, 12:100.

         

Яҡуп пәйғәмбәр ғүмер ахырына тиклем Мысырҙа йәшәгән. Уның икенсе ҡатыны Исраилдән таралған балаларға “бәни Исраил” тиҙәр. Беҙҙеңсә Исраил балалары тигән һүҙ була.

Яҡуп пәйғәмбәрҙән һуң Аллаһы Тәғәлә Йосопҡа, киң аҡыллы булған өсөн, пәйғәмбәрлекте тапшырған.

Ошо ваҡиғаларҙы сағылдырған, шиғри юлдар менән яҙылған “Ҡисса-и Йософ” китабын Ҡол Ғәли атлы ырыуҙашыбыҙ яҙып ҡалдыра һәм был бынан ете быуат элек йәшәгән боронғо ҡәрҙәшебеҙҙең әҫәре дөйөм төрки халыҡтарының ҡомартҡыһы булып әйләнә. Был үлемһеҙ әҫәр башҡорт теленә лә тәржемә ителеүе халҡыбыҙ өсөн шатлыҡлы бер ваҡиға булды. (9).

                      

                       Муса пәйғәмбәр

 

Йосоп пәйғәмбәр заманында Исраил балалары Мысырҙа рәхәт донъя көткәндәр, бындағы төп халыҡ та уларға, йәғни вәзир һәм пәйғәмбәр туғандарына булғанға күрәлер, яҡшы ҡараған. Тик былар бик үрсеп киткәндәр. Мысыр фирғәүендәре* быларҙың тоҡомоноң көсәйеп китеүенән ҡурҡып, нәҫелдәрен кәметеү өсөн ауыр эштәргә ҡушырға тырышҡандар, ҡыйырһытҡандар. Бындай юл менән дә үрсеү туҡтамағас, фирғәүендәрҙең береһе бәни Исраилдәрҙән тыуған ир балаларҙы үлтереп торорға бойора. Тап ошо ваҡытта Исраил тоҡомонан булған Ғимран исемле бер кешенең ир балаһы тыуа, былар уны йәшереп тоталар. Сираттағы тикшереүҙә тотолмаҫ өсөн Ғимран баланы һыуға ағыҙып ебәрмәксе була. Һыу инмәҫтәй һәм түңкәрелмәҫтәй йәшник эшләй ҙә баланы шунда һалған да Нил йылғаһына төшөп ағыҙып ебәргән: “Бәлки, берәй шәфҡәтле кешегә осрар”, - тип уйлап Раббыһынан был турала ялбарып һораған. Тап ошо ваҡытта Фирғәүендең ҡатыны Асия хеҙмәтсе ҡыҙҙары менән бергәләп Нил буйына төшкән булған. Улар яр буйлап тыныс ҡына ағып килеүсе йәшникте күреп ҡалғандар һәм һыуҙан сығарып асып ҡараһалар - ни күҙҙәре менән күрһендәр, бер ир бала ята. Асия баланы алып ҡайтҡан һәм уны көтөп үҫтерегә булған, ире ҡаршы килмәгән. Балаға Муса тип исем ҡушҡандар ҙа һөт әсәһен эҙләй башлағандар, был хәбәрҙе ишеткән Мусаның үҙе әсәһе үҙе үк килеп етеп, баланы имеҙеп тәрбиәләп алып киткән. Мусаны тәрбиәләү, фирғәүен балаһы булғас, бик юғары кимәлдә алып барылған. Әсәе яйлап-яйлап уға уның кем икәнен төшөндөрә торған булған. Бына шулай итеп, Муса Фирғәүен һарайында тәрбиә алып егет ҡорона тулған.

Бер көндө ул урамда ике кеше һуғышҡанын күреп ҡалған ул. Әйткәндәй, Исламға арналған китаптарҙа был күренеш Мысыр кешеһенең йәһүд кешеһен туҡмауы менән аңлатыла (10: 102). 

Муса һуғышҡандарҙың араһына кереп, асыу менән мысырлыға берҙе ҡундырып алған, ләкин шул арала эш боҙолған:  тегенеһе шунда уҡ йән биргән. Муса был яңылыш эшкә бик үкенгән, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнән ҡат-ҡат ярлыҡау һораған. Шулай ҙа бында артабан ҡалырға намыҫы ҡушмаған, оҙаҡ уйлап тормаған бер көнө тотҡанда ипләп кенә был яҡтан һыҙған.

Көндәр, айҙар буйы бара торғас, Ғәрәбстан сигенә барып еткән. Унда бер ҡоҙоҡта халыҡ йыйылып малдарын һуғара икән. Шунда ул ике йәш кенә ҡыҙға малын һуғарышырға ярҙам итә лә һыу эсеп алғандан һуң күләгәгә ял итергә ултыра. Шул ваҡыт баяғы ҡыҙҙар килеп, “атайыбыҙ һеҙҙе өйөбөҙгә саҡыра”, - тип эйәртеп алып киткәндәр. Был ҡыҙҙар Шөғәйеп исемле пәйғәмбәрҙең ҡыҙҙары булып сыҡҡан. Бында ашап-эсеп алғандан һуң Шөғәйеп пәйғәмбәр былай ти: “Мосафир! Тәҡдимем бар: миңә һигеҙ йыл буйына хеҙмәт итергә ризалашһаң - кейәү итермен. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыныһын булһа ла алырһың”. Муса был шартты ҡабул иткән һәм Шөғәйеп пәйғәмбәрҙең кесе ҡыҙын алып, уларҙың ғаилә ағзаһы булып киткән. Уҡымышлы булғаны өсөн хәҙрәт дәрәжәһен алған. Бындағы тыныс һәм мул тормош уға ла оҡшай, ләкин хәҙрәт Мусаның күңеле гел Мысырҙа булған. Шуға күрә ҡатынын алып, нәҫелдәрен, ата-әсәһен күрергә тип бер көнө тотҡан да юлға сыҡҡан. Тур исемле тауға яҡынлашыпбарғанда бер ут күреп ҡала. Шунан ул ҡатынына: “Һин ошонда тороп тор, мин ут эргәһенә барып әйләнәйем, юлды һорашайым”, - тип таяғын тотоп утҡа яҡынлашҡан. Шул ваҡыт ул көслө, гөрләп торған  тауыш ишеткән: “Мин һинең Раббың. Мин һине пәйғәмбәр ҡылдым. Мысырға барып фирғәүен үә Мысыр халҡын тоғро юлға өндә. Бәни Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ һәм айырым ергә урынлаштыр”.     


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 126; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!