Декрет об отделении церкви от 16 страница



Ни өсөн кәрәк һуң ул ураҙа?

Ураҙа - кешене әҙәпкә, түҙемлелеккә өйрәтә, тәрбиә бирә. Ураҙа ғибәҙәте, Рамаҙан айы тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа өйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә өйрәнеү мәктәбе.

Ошо мөбөрөк Рамаҙан шәриф айында Аллаһы Тәғәлә үҙенең рәхмәте менән бөтә кешелеккә яҡты һәм дөрөҫ юл күрһәтә торған изге Китабын - Ҡөръән Кәримде индерә башлай. Ҡөръән-Кәрим мосолмандарға былай тип ҡуша һәм өйрәтә:

 

“Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөръән индерелде һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Алла һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәмһанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй - моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ!      

                       (“Әл-Бәҡара” (Һыйыр)сүрәһе, 2: 185).

Ураҙа ғибәҙәтен тулыһынса үтәрлек көс табыу, сәләмә булыу - үҙе оло ҡыуаныс. Әммә ауырыу йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында бәндәлә ураҙа тотоу мөмкинлеге булмаҫҡа мөмкин. Ул ваҡытта ураҙа тотоу мөмкинлеге булмағандарҙы Аллаһ ярлыҡай, хафаға төшөрмәй, ти яңы ғына телгә алып киткән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә.

Дөйөм алғанда, ураҙа тәндәре сәләмәт кешеләргә йөкмәтелгән ғәмәл. Шуның өсөн хәлһеҙ йәки ауырыу икәнеңде белә тороп та ураҙа тоторға самалайһың икән, ул дөрөҫ булмай. Бындай ураҙаны Аллаһы Тәғәлә тыя.

Ҡөръән Кәримдә ураҙаға ҡағылған аяттар бихисап. Шуларҙың береһендә былай тип әйтелә:

 “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителә - моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусы булырһығыҙ .

                                     (“Әл-Бәҡара”(Һыйыр) сүрәһе,2: 183).

Ураҙа тотҡан ваҡытта етеш тормошта йәшәгән байҙарҙың күңеле йомшара, зәғиф кешеләргә ҡарата иғтибар һәм ярҙам барлыҡҡа килергә тейеш.

Ураҙа һәм ҡорбан ғәйеттәре ашап-эсеү күңел асыу, ҡунаҡҡа йөрөү менән айырылып тора. Был көндәрҙә ураҙа тотоу ҡәтғи тыйыла. Ә мәүлит көнө, Миғраж, Рәғәиб кисәләре иҫтәлекле көн (дата) булып торалар һәм байрам иҫәбенә инмәйҙәр.

Ғәйет намаҙының ваҡыты - ҡояш ҡалҡып, фоҡтан һөңгө бейеклеге ҡәҙәр күтәрелгән ваҡыттан алып өйлә ваҡытына тиклем тиерлек.

Ғәйет намаҙын Аллаһ рәсүле мәсеттән башҡа урында уҡыған. Байрам көнөнә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа килә, шуға күрә бар халыҡ мәсеткә һыймай. Ир-егеттәр өсөн Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса был намаҙ вәджиб, йәғни мотлаҡ.

Ғәйет намаҙы ике рәҡәғәттән тора. Имам “Аллаһу әкбәр” тип тәҡбир әйтеп намаҙҙы башлай. Шунан эстән истифтах (“Сүбхәнәкә”, “Аллаһүммә”) доғаһын уҡый. Унан һуң “Аллаһу әкбәр” тип әйтеп өс тапҡыр ҡулдарын күтәрә. Артабан ғәҙәттәге намаҙҙағыса истиғәҙә доғаһын һәм бисмилләне (“Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим, бисмилләһир-рәхмәнир-рахим”) эстән әйтеп, “Фатиха” сүрәһен уҡый. Бынан һуң тағы берәй сүрә ҡушлап уҡырға мөмкин һәм артабан беренсе рәҡәғәтен башҡа намаҙҙарҙағы кеүек тамалап ҡуя.

Икенсе рәҡәғәттә бисммилланы әйтеп, “Фатиха” сүрәһен һәм тағы берәй сүрә уҡып, “Аллаһу әкбәр” тип ҡулдарын өс тапҡыр күтәреп төшөрә имам. Дүртенсе тапҡыр ҡулдарҙы күтәрмәйенсә “Аллаһу әкбәр”ҙе әйткәс, рөҡөғҡа эйелә. Артабан башҡа ваҡыттағы намаҙҙар кеүек тамамлап ҡуя.

Намаҙ уҡый белмәһәң дә байрам һәм йома намаҙҙарынан мәхрүм ҡалырға ярамай, киреһенсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы күберәк эйәртеп барыу матур ғәмәл. Бында, билдәле булыуынса, имам ғына уҡый, ҡалғандары тыңлай һәм имам нимә эшләһә, шуны ҡабатлайҙар.

Ҡөръәндә әйтелгән:

 

“Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар - һеҙгә кейем, һеҙ - уларға кейем. Алла һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфү итте... Таңда һеҙҙең алдығыҙҙааҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә хәтлем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттә булған уаҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлвғ ҡылмағыҙ. Бына шулай Алланың сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Алла әҙәмдәргә үҙенең аяттарын - моғайын, улар Алланан ҡурҡыусы булырҙар!

                                                               

                                                            “Әл-Бәҡара”, 2:187.

                                 Зәҡәт

 

Зәҡәт- өсөнсө ғибәҙәт. Зәҡәт биреү йылына бер тапҡыр була һәм ул бай йәки күп маллы хәлле кешегә беренсе сиратта ҡағыла. Ятыр аҡса, мал мөлкәтенән ҡырҡтан бер өлөшө зәҡәт итеп бирелә. Иген үә емештең ундан бер өлөшөн тапшырыу “Ғөшөр” тип атала һәм бындай аҙыҡ-түлеге бар кеше, ярлы булһа ла ғөшөр бирергә бурыслы.  Йыйылған аҡса-мөлкәт мәсет, мәҙрәсә һәм ярлы үә меҫкендәргә бүленә. Зәҡәт бирмәгән бай һәм һаран кеше Аллаһы Тәғәлә ярҙамына, ризалығына иҫәп тота алмай. Ундай әҙәм балаһының халыҡ араһында абруйы булмай, ҡәҙерһеҙ кешегә әйләнә, мал-мөлкәтенең бәрәкәте булмай.

Мөхәммәт Ибн Джамил Зину үҙенең китабында, дин нормаларынан сығып, зәкәт тапшырыу тәртибен түбәндәгесә билдәләй:

 

1. Алтын-көмөштән:

-  һәр 100 грамдан 2,5 грамм тапшырыла;

- ҡағыҙ аҡсаның 2,5%-тын биреү ҡаралған.

Алтын-көмөштән алынған зәҡәт аҡса менән дә тапшырылыу хуплана.

 

2. Игендән һәм йәшелсә емештән:

- уңыштың ундан бер өлөшө түләнә;

- әгәр һыу ҡойоу түләүле булһа - егерменән бер өлөшө

бирелә.

     

3. Һарыҡ малы тотоусылар өсөн:

- 40-120 һарыҡтан - бер баш һарыҡ;

- 121-200 баш һарыҡтан - ике баш һарыҡ;

- 300 -399 баш һарыҡтан - өс баш;

- 400-499 баш һарыҡтан - дүрт баш түләнә.

 

4. Һыйыр мал тотоусыларҙан:

- 30-39 баш малдан - бер йәшлек бер башмаҡ;

- 40-59 баш һыйырҙан - бер баш ике йәшлек тана;

- 60 баштан - ике берәр йәшлек башмаҡ.

 

5. Дөйә малын тотоусылар өсөн:

- 5-9 баш дөйәнән - бер һарыҡ;

- 10-14 баш дөйәнән - ике һарыҡ;

- 15-19 баш дөйәнән - өс һарыҡ;

- 20-24 баш дөйәнән - дүрт һарыҡ;

- 25-35 баш дөйәнән - бер йәшлек бер баш дөйә;

- 36-45 баштан - ике йәшлек бер дөйә;

- 46-60 баштан - өс йәшлек бер дөйә;

- 61-75 баштан - дүрт йәшлек бер дөйә;

- 76-90 баштан - ике баш ике йәшлек дөйә малы түләнеүе ҡаралған. (21, 91-93-сө биттәр.)

Йыйылған зәҡәт, билдәле, ярлы кешегә, хәйерсегә, ауырыуға, хәлһеҙҙәргә бирелә. Ләкин зәкәт бирмәй торған әҙәмдәр бар. Зәкәткә тип йыйылған мөлкәт өлөшө байҙарға, мосолман булмағандарға, намаҙ уҡымағандарға бирелмәй. Зәҡәт биргән әҙәмдәргә, бигерәк тә таратыу менән шөғөлләнгән кешеләргә бына шуларҙы иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

 

Хаж

Хажға барыу - дүртенсе ғибәҙәт. Был ғәмәл һәр кемгә фарыз түгел, тик бай һәм сәләмәт кешеләргә генә фарыз. Юлға сығып та ниндәйҙер етди сәбәп менән (аҡса юҡлығы, ауырыу хәлдә булыу, самолет йәки башҡа транспорт сараларына ҡабул итмәү, сиктән аша үткәрмәү һ.б.) хажға барып етә алмай икән, ул мосолмандың гонаһы булмай, булһа ла Алла тарафынан кисерелә.

Ҡөръән Кәримдә былай тип әйтелгән:

 

“Хажды һәм ғөмрәне Алла өсөн тамам итегеҙ. Әгәр ҡыйын хәлдә булһағыҙ,ҡорбан хайуандарынан еңел булғанын салығыҙ, ҡорбан үҙенең урынына еткәнсе башығыҙҙы ҡырмағыҙ. Әгәр берәү ауырыу булһа йәки уның башында рәнйеү булһа, уның фидйәһе - ураҙа менән, йәки саҙаҡа менән, йәки ҡорбан менән. Ә һеҙ именлектә булып, хажға ҡәҙәр ғөмрә менән файҙаланған булһағыҙ, фидйә - ҡорбан хайуандарынан еңел булғаны. Берәү быны тапмаһа хаж уаҡытында өс көн ураҙа тотор әм кире ҡайтҡандан һуң - ете көн. Бына был тулы ун көн була...

                                     

                                 “Әл-Бәҡара”[№2] сүрәһе, 196-сы аят.

  

Х а ж - ул Мәккә ҡалаһына барып, “Ҡәғбәтуллаһ”ты зыярат итеп ҡайтыу, сөнки был Ибраһим үә Исмәғил пәйғәмбәрҙәр тарафынан һалынып, ғибәҙәт ҡылған, Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләренең изге урыны һаналған, бөтә ер йөҙөнә билдәле булған мөбәрәк бер ғибәҙәтхана. Унда барып ҡайтҡан кешене “хажи” тиҙәр.

Ҡөръән Кәримдә хаж ҡылыу тураһында ошондай һүҙҙәр яҙылған:

 

Ысынлап та кешеләр өсөн һалынған Мәккәләге беренсе өй - мөбәрәк һәм ғәләмдәргә юл күрһәтеүсе!

Унда кешеләргә асыҡ аяттар - Ибраһим урыны, һәм унда ингән кеше имен булды. Ә Алла ҡаршыһында кешеләргә өйгә хаж ҡылыу йөкмәтелгән, юлға көсө еткәндәргә. Әммә әгәр берәү кафыр булһа...(яҡын йөрөмәһен, тип кенә өҫтәп булалыр. Б.Х.) Ысынлап та Алла бай, ғәләмдәрҙән юғары.

                    “Әлү-Ғимран”[№3] сүрәһе, 96-97-се аяттар.

Хаҡ ғибәҙәте Зөлхизә айының икенсе аҙнаында башланып, бер-нисә көнгә һуҙыла. Шул ваҡыттарҙа төрлө тарафтарҙан бигерәк күп кеше йыйыла унда. Хаж ҡылғандарҙың башы яланғас булып, ап-аҡ кейемгә төрөнәләр, аяҡтарына һай һәм еңел башмаҡтар кейәләр. Ғәрәфә көнөндә (Зөлхизәнең туғыҙы көнө) Ғәрәфәт тау итәгенә туҡталып доға ҡылалар, ундағы “Хәжәрүл-әсүәд” тигән мөбәрәк ҡара ташты үбәләр, ете мәртәбә Ҡәғбәтулланы әйләнеп сығалар. Зөлхизәнең унынсы көнөндә хажиҙәр фарыз тауаф ҡылалар. Ошо көндө бара алмағандар ғәйет намаҙы уҡып, ҡорбан сала. Ҡәғбәбуллала ла ҡорбан салып, итен һәм тиреһен фәҡирҙәргә өләшәләр. Ҡорбан өсөн көн дә көтөү-көтөү һарыҡ малы килтереп торалар, шуны һатып алаһың.

Ҡөръән Кәримдәге Аллаһтың һүҙҙәре:

 

Хаж билдәле айҙарҙа ғына. Берәү шул айҙарҙа хаж ҡылырға өҫтөнә йөкләмә алһа, хаж уаҡытында ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылыу ҙа, боҙоҡлоҡ та һәм ҡысҡырышыу ҙа ярамай. Ә изгелектән нәмә эшләгәнегеҙҙе Алла белә. Хәстәрлек күрегеҙ, хәстәрлектең иң яҡшыһы - тәҡеүә, һәм Минән ҡурҡығыҙ, эй һеҙ аҡыллы булғандар!

                                     “Әл-Бәҡара (№2) сүрәһе, 197-се аят.                                       


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 157; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!