Декрет об отделении церкви от 18 страница



                               (“Әл-Маидә” (Аш табыны) сүрәһе, 16-сы аят).

 

Дин тағы күркәм холоҡло булыуға өйрәтә.

Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ураған һайын әйтер булған: “Дин тәғлимәтендә өс нәмәне айыра белергә кәрәк: Аллаһы Тәғәләгә ҡарата һөйөү, үҙ ҡәрҙәштәреңә миһырбанлы, үҙеңә ҡарата талапсан була белеү, үҙ-үҙеңде генә һөйөп йөрөүҙән һаҡланыу. Бына ошо өс сифат күркәм холоҡтоң нигеҙе. “Мосолмандарҙың фәһем алырҙай, күркәм холоҡ менән айырылып торған юлбашсыһы бар: ул - Аллаһы Тәғәләнең илсеһе - Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғ.с.). Уның күркәм сифаттары:

- Етемдәргә, зәғифтәргә, йәбер-золом күреп йәшәгәндәргә ҡарата ул миһырбанлы, мәрхәмәтле, йомарт;   

- Кеселәргә ҡарата ул кеселекле, ололарҙы хөрмәт итә белә;

- Бәндәләр эргәһенә килгәндә сәләм биреп килә, сәләмәтлек теләй, игелеккә саҡыра, киткән ваҡытында именлек теләп китә;

- Йәбер-золом күрһәткәндәрҙе ғәфү итә, үҙен ташлап киткәндәр менән элемтәне өҙмәй;

- Бер нәмә бирергә теләмәгәндәргә ҡулында булғанды үҙе бирә;

- Мохтажлыҡҡа ҡалған ваҡыттарында ла бер кемгә лә көнләшеп ҡарамай, бары тик Аллаһы Тәғәләгә генә тәүәкәлләп, уны ғына ололап, зекер итә;

- Байып китһә күкрәк киреп йөрөмәй, киреһенсә фәҡирҙәргә теләктәшлек күрһәтә;

- Аллаһы Тәғәләне маҡтау-ололауҙар менән көндәрен башлай, кискә барып етә, көндәрен тамамлай;

- Гонаһтары булмаһа ла тәүбә итә, Аллаһтың ярлыҡауын үтенеп, доға ҡылмай тороп төндәрҙә йоҡоға талмай;

- Ул - тәҡүә, ғәҙел, үҙ өммәте, үҙ йәмғиәте, милләте өсөн файҙалы. Ул - именлек, игелек таратыусы.

Мосолмандарҙы әйҙәп барыусы етәксе - Аллаһ илсеһе бына шулай” (19, 286-287-се биттәр).

Динде яҡшы белгән боронғолар: “Йә-син”де мәрхүмдәр өсөн уҡығыҙ, - тип өйрәтә. Зыяратҡа барғанда “Фатиха”, “Ихлас”, “Әт-Тәкәәҫүр” сүрәләрен уҡыу шәфәғәтле булыр, тиҙәр.

Фәрит Сәлмән яҙыуынса, никах мәжлесендә ғәҙәттә “Әр-Рум” (Румиҙар) сүрәһенең 17-78-cе аяттарын уҡыу, өй йәки фатир ҡотлау мәжлесендә “Бәҡара” сүрәһенең 124-142-cе аяттарын, “Аятел-Көрси”не уҡыу тәҡдим ителә. Тағы “Бәҡара”ның 177-се, 284-286-сы аяттарын, “Әлү Ғимран” сүрәһенең 189-195-се аяттары уҡыла. 

Бәпес туйында “Ибраһим сүрәһенең 35-41-се, “Мәрйәм” сүрәһенең алдағы аяттарын уҡырға мөмкин.

Тимәк, динебеҙ гел яҡшылыҡҡа, мәрхәмәтлелеккә, тәртипкә өйрәтә, белем туплауға әйҙәй. Шулай булғас, уның нимәһе насар?

Быларҙан тыш, төрлө ауырыуҙан таҙартыу, кешене сәләмәтләндереү өсөн булған доғалар бихисап. Доғалар ярҙамында дауалау ысулдары һәм кәрәкле доғалары Абу Фида үҙ китабында ентекләберәк яҙған  (20). Шул уҡ ваҡытта медицина ярҙамын да инҡар итергә ярамай, сөнки уның мөмкинлектәре, бигерәк тә XXI быуатта, киңәйгәндән киңәйә барыуы бәхәсһеҙ.

Һөлөк һалыу - бик борорндан килгән дауалау ысулы, ул яман шештән ҡотолоу сараһы тип иҫәпләнә.

Халыҡта, шулай уҡ медицинала һөлөк өс мең йыл дауамында файҙаланыла. Элегерәк һәр өлкән кешенең тейерлек һөлөктәре була торғайны.

Боронғо Рим ғалиме оло Плиний (Плиний майор) раҫлауынса, ҡанды ағыҙыу ысулын кешеләр бегемоттарҙан өйрәнгән. Күп ашап атлай алмаҫлыҡ хәлгә ҡалған бегемот ҡыуаҡлыҡтың йәки ҡамыштың осло сәнскеләренә ышҡынып, ҡанын ағыҙа икән. Хәле яҡшырғас, ул ҡанаған ерен эзбизле тупраҡҡа аунап , ҡан ағыуын туҡтата икән.

Һөлөк менән дауаланырға ынтылған кешегә шуны белергә кәрәк: һөлөктәр ауырлығы 1-ҙән алып 5 грамға тиклем тәшкил итергә тейеш. Улар бүлмә температураһында таҙа һыу ҡойолған иркен һауытта тотолорға тейеш. Һыу көн аша алмаштырыла. Бер юлы 4-тән алып 12-гә тиклем һөлөк һалына, шунан артыҡ булһа - хәүефле.

Һөлөк менән дауаланыу ысулы “Целебная фауна” (Мәскәү, “Наука”, 1989) исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан китапта бик ентекле яҙылған.

Дауаланыуҙың тағы бер ысулы - үләндәр ярҙамында һаулығыңды нығытыу. Аллаһы Тәғәлә үләндәргә лә шифалы сифаттар биргән, ти Ҡөръән Кәрим. Дине һәм иманы булмаған кеше генә быға иғтибар итмәй.

Дауаланһаң - ғүмерең оҙоная, һыҙлауҙар баҫыла, ләкин үлемдән ҡотолоп булмай.

Ҡөръән Кәримдә әйтелгән:

 

 “Һәр йән эйәһе үлемде татый, һәм ҡиәмәт көнөндә әжерҙәрегеҙ һеҙгә теүәл бирелер. Берәү уттан алыҫлаштырылып, ожмахҡа индерелһә, ул кеше уңышҡа ирешер...           

                                      (“Әл-Ғимран”сүрәһе, 185- c е аят).

  Һәр бер бәндә үҙ ғүмерен йәшәп уҙғарғас, йәне тәненән айырыла һәм ул Бәрзәхкә күсә. Бәрзәх - ул ике донъя араһындағы коридор, ҡыуышлыҡ, торба, йәндең ваҡытлыса туҡталыу урыны.

Тәндән айырылған йән яңғыҙаҡ хәленә ҡалғас та ҡапыл ғына күнегеп китә алмай аҙапланыр. Ике арала ҡаңғырып йөрөгән йәнде йыуатыу, тынысландырыу өсөн Ҡөръән аяттары уҡыу, саҙаҡалар биреү сауаплы ғәмәл була, тип өйрәтә динебеҙ.

Мәрхүмде ер ҡуйынына тапшырып өс көн үткәс, Аллаһы Тәғәлә рөхсәте менән ул тәне ятҡан ҡәбергә килер, уның менән нимә булғанын аңлар. Унан һуң ете көн үткәс, тағы килер. Күккә ашыр, ҡырҡ көн үткәс, тағы ла төшөр һәм кемдәрҙер уны иҫләүен күреп рухы шат булыр. Унан һуң бер аҙ тынысланып күккә ашыр һәм бер йыл үткәс кенә яңынан килеп китер. Кемдәрҙең ни эшләгәндәрен: ғибәҙәттәме-юҡмы, дөрөҫ йәшәйме-юҡмы - бына шуларҙы күрер килгән йән.

“Ғибәҙәттә булһалар, Ҡөръән уҡып ҡына торһалар - һөйөнөр, уҡымаһалар - ҡайғырыр. Унан инде күк ҡатына ҡабат күтәрелеп, Ҡиәмәт көнөнә тиклем бөтә рух-йәндәр менән шунда тороп ҡалыр” (19, 252-253-се биттәр).

                       

         

                     12. Ислам һәм тормош

Ислам дине буйынса бәндәләрҙең үҙ тормошонда ҡулланыла торған ғәмәлдәре һигеҙ төрлө: фарыз, үәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мөбах, харам, мәкрүһ, мөстәкрәһ.

 

                                Фарыз ғәмәле

Фарыз ғәмәлен ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гөнаһҡа бата.Фарыз ғәмәлдәре:

- Ислам диненең хаҡлығына ышаныу;

- Һәр көн биш тапҡыр намаҙ уҡып тороу;

- Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу;

- Һәр йыл һайын малдың зәкәтен биреп барыу;

- Байлығы етерлек булған кешенең Мәккәи-Мөкәрәмәгә барып хаж ҡылып ҡайтыуы.

 

                          Үәжиб ғәмәле

Был ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмағаны гонаһлы булыр. Үәжиб ғәмәлдәре:

- Витр намаҙын уҡыу;

- Ғәйет намаҙҙарын уҡыу;

- Фытыр саҙаҡаһын биреү;

- Ҡорбан салыу.

 

                        Сөннәт ғәмәле

 

Был ғәмәлде ҡылғандар сауаплы булыр, әммә үтәмәгән кеше гонаһлы булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең шәыфәғәтенә лайыҡ булмаҫ.Сөннәт ғәмәлдәре:

- Бөтә яҡшыға тартҡан ғәмәлдәрҙе “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим” менән башлау;

- Ҡөръәнде уҡыр алдынан “Әғүҙе” әйтеү;

- Сөскөргән саҡта “Әлхәмдүлилләһ” тип әйтеү;

- Иманлы кешеләргә сәләм биреү, асыҡ йөҙ күрһәтеү.

 

                            Мөстәхәб ғәмәле

Быныһы шундай ғәмәлдер, уны ҡылған кеше сауаплы булыр, әммә ҡылмаһа - гонаһлы булмаҫ, ҡиәмәт көнөндә лә шелтә алмаҫ. Мөстәхәб ғәмәлдәр:

- Нәфел намаҙҙары уҡыу;

- Нәфел ураҙалар тотоу;

- Нәфел саҙаҡалар биреү;

- Буш ваҡыттарҙа Ҡөръән уҡыу.

                                  Мөбах ғәмәле

Уны үтәгән кеше лә , үтәмәгәне лә сауаплы ла , гонаһлы ла булмаҫ. Мөбах ғәмәлдәр:

- Хәләл ризыҡты туйғансы, ныҡ итеп ашау-эсеү;

- Эшһеҙ ултырыу;

- Буштан-буш баҫып тороу;

- Зарарһыҙ булһа ла күп һүҙ һөйләү.

 

                                 Харам

Харам - шундай ғәмәл: уны ҡылған кеше ҙур гонаһлы булыр, харамды хәләл тип тартышҡан кеше үҙе үк кафыр булыр. Харамдан һаҡланған әҙәм балаһы сауаплы булыр. Харам ғәмәлдәр:

- Йән эйәһен үлтереү;

- кешене, хайуанды, башҡа йән эйәһен йәберләү;

- Ғәйбәт һөйләү, ғәйбәтте таратыу;

- Уғрылыҡ ҡылыу;

- Иҫерткес эсемлектәр эсеү;

- Отош уйындары уйнау;

- Дингә ҡаршы сығыу.

 

                                Мәкрүһ

Мәкрүһ - шундай ғәмәлдер: уны ҡылған кеше гонаһлы була, ҡылмағаны сауаплы була. Мәкрүһ ғәмәлдәр:

- Һүгенеү;

- Әҙәпһеҙ йырҙар йырлау;

- Әҙәпһеҙ ҡыланыу;

- Сама белмәү, саманан тыш күп ашау, күп эсеү, күп йоҡлау.

                             Мөстәкрәһ

Быныһы шундай ғәмәлдер: уны ҡылған кеше Аллаһ алдында гонаһлы булмай, ләкин йәмғиәтебеҙҙең әҙәпһеҙ кешеһе була.

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр:

- Баҙарҙа, урам буйында аяғөҫтө ашау;

- Ауыҙҙы ҡапламайынса иҫнәү;

- Тауышланып кикереү;

- Һағыҙ сәйнәү.

 

Бөтә был ғәмәлдәр тураһындағы һүҙҙәр, ваҡиғалар “Ҡөръән Кәрим”дә һәм хәҙистәрҙә йыш ҡабатланып килә.

 

                                 Хәҙистәр

Ғәрәп телендә ҡулланған “хәҙис” һүҙе беҙҙеңсә “хәбәр” йәки “риүәйәт” тигәнде аңлата.

Ислам тәғлимәтендә һәм фәлсәфәһендә Ҡөръән Кәрим иң беренсе һәм төп сығанаҡ булып торһа, хәҙистәр икенсе урындағы сығанаҡ ролен үтәйҙәр. Ҡөръән Кәрим мосолмандар йәмғиәтенең хоҡуҡи һәм әхләҡи тәртиптәрен һыйҙырып бөтә алмауы арҡаһында VII быуаттың аҙағы - VIII быуаттың башында хәҙистәр барлыҡҡа килә.

Хәҙис, ғәҙәттә, ике өлөштән тора: беренсеһе - иснад, йәки терәк өлөшө һәм мәтен - текст өлөшө. Иснад өлөшөндә хәҙистең кемдәр аша еткерелеүе бәйән ителә, ә мәтен өлөшөндә иһә төп эстәлек бирелә. Хәҙистәрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәр эйәрсендәре һаҡлаған һәм килер быуындарға еткергән. Сәхәбәләр шәкерттәренә һөйләгән, шәкерттәр аша мөхәҙистәргә (ғалимдар) барып еткән. Һуңғылары телдән-телгә күсә килгән хәҙистәрҙе ҡағыҙға теркәп, бер системаға һалырға тырышҡандар. Шулай тиеп, хәҙистәр яҙылған йыйынтыҡтар барлыҡҡа килгән. Дин ғалимдәре хәҙистәрҙе ышаныслымы- юҡмы, тигән күҙлек аша үткәреп өйрәнәләр. Бына ошо арҡала “Мөсәннәф” исеме аҫтында һайланма йыйынтыҡ-белешмә донъя күрә һәм ул мосолмандар араһында иң танылғаны. Донъя күләмендә алты дин белгесенең сығарған йыйынтыҡтары “Әл-көтүб әс-ситтә” (“Алты китап”) исеме аҫтында шәреҡ донъяһына киң билдәле.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 212; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!