Декрет об отделении церкви от 17 страница



                        11. Дин нимәгә өйрәтә

Бик ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, динебеҙ тик яҡшылыҡҡа өйрәтә, яманлыҡтан ситтә йөрөргә ҡуша. Шул эстән нәфсеңде тыя белеү күркәм холоҡтарҙың береһе икәнен мосолмандарға һәм мосолман булмағандарға еткерә. Барына ҡәнәғәт булып хәйерселектә йәшәү рәүешен ғәрәптәр “зөһд”, рустар “аскетизм” тип атайҙар. Бындай йәшәү рәүешен рус монахтары һәм Һиндостан йогалары киң ҡулланған. Беҙҙең халыҡтарҙа дәрүиштәр булғанға шөкөр итеп йәшәгәндәр.

Донъя малы йыйыу эшендә артыҡ мауығып китмәгән Әҙәм балаһы эске донъяһын нығытыуға, рухи байлығын арттырыуға күберәк иғтибар бирә ала. Уртаса тормошта әҙәп менән йәшәй белеү - ул имандың үҙе, тип әйтер булған Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙ яҡындарына. Элегерәк Башҡортостан радиоһының “Иман” тапшырыуында сәхәбәләрҙең береһе Ияс бин Сәләбә иҫкә төшөргәне һөйләп үтелгәйне:

 

Бер ваҡыт беҙ пәйғәмбәребеҙ йоҡлап йөрөгән урынға күҙ һалдыҡ. Йоҡлағае ере бер септә. Септә эҙҙәре тәнендә лә ярылып ятҡанын күреп, беҙ: Эй, Аллаһ илсеһе! Урыныңдың яҡшырағы юҡмы, әллә теләмәнеңме?” - тинек.

- Минең менән фани донъя араһында ниндәй мөнәсәбәт булыуын беләһегеҙме? Мин бит унда ҡунаҡ ҡына булып килгәндә юл ситендә ағас күләгәһенә ятып ял итеп алған һәм уяныу менән тағы ла китеп барған мосафир кеүек кенәмен”, -ти пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.  

Ләкин барлыҡ кеше лә зөһд була алмай, бәлки, тормошта киң халыҡ массаларына уның кәрәге лә әллә ни түгелдер. Әммә сама белеү әҙәптең бер төрөлөр.

Дин өйрәтә: сама белмәү әҙәпһеҙлектең бер сағылышы, мал туҙҙырыу - исрафлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа һәм аҙғынлыҡҡа барыу юлы, ти.

Сама белмәүҙең дәирәһе киң генә, күп ваҡыт ул ябай күренгән нәмәләрҙән башлана. Ашау-эсеү ғәмәлендә лә сама кәрәк.

 “Кәртәләр” сүрәһендә былай тип әйтелә:

...Ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин исрафҡа бармағыҙ. Исрафҡа барғандарҙы Аллаһ һөймәй.”

                                        Әл-Әғрәф [ № 7] сүрәһе, 31-се аят.  

Кейем кейенеүҙә булһын, һүҙ һөйләүҙә булһын, маҡтауҙа йәки, етешһеҙлектәрҙе асып һалыуҙа булһын - сама кәрәк. Талашып киткән кешеңә лә ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйылыу һинең күркәм холоҡло икәнеңде күрһәтә. Башҡорт халҡының бер тәрән мәғәнәле бер әйтемендә: “Дуҫың менән ныҡ дуҫлашма - дошман булып китеүе бар, дошманың менән ныҡ дошманлашма - дуҫыңа әүерелеүе мөмкин”, тигән һүҙҙәр бар.

Күренеүенсә был әйтемдә лә һүҙ сама тураһында бара.

Фәлсәфәлә, ҡараш-ниәттәрҙә сама белеү - шулай уҡ һәйбәт холоҡ. Төрлө илдәрҙә терроризм, фанатизм, экстремизм баш ҡалҡытып, йәштәрҙең баштарын бутап, үҙ сафтарын киңәйтергә тырышып ятҡанда, сама белеү тик үҙеңә файҙа бирәсәк. Футбол фанаттары, сама белмәйенсә, “ауырып” икенсе клуб фанаттарының әпәй шүрлеген вата икән - бынан кемгә файҙа килә һуң? Тик үҙенә зыян ғына эшләй, сөнки ҡылған алама ғәмәле өсөн бер эләкмәһә - барыбер бер яуапҡа тарттырыласаҡ.

Игелекле бул, ата-әсәңде, башҡа яҡындарыңды хөрмәт ит, гел изгелек ҡыл - сауаплы булырһың, тип өйрәтә динебеҙ.

 

“...Ата-әсәләрегеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙгә, етемдәргә, мохтаждарға,һеҙҙең менән ҡәрҙәш булған йәки ҡәрҙәш булмаған күршеләрегеҙгә, үҙегеҙ менән бергә йәшәгән дуҫ-иштәрегеҙгә, юлда бергә йөрөгән юлдаштарығыҙға, үҙегеҙҙең ҡул аҫтындағыларға игелекле булығыҙ. Күкрәк кейереп, маҡтанып йөрөгәндәрҙе Аллаһ һөймәй.

 

                  “Ән-Нисә”(Ҡатын-ҡыҙҙар) сүрәһе, 36-сы аят.

Аллаһы Тәғәлә бөтә булған бәндәләрҙе һау-сәләмәт, иманлы итеп яралта. Зәғиф балаларҙың тыуыуына Аллаһҡа түгел, ә үҙеңә зарланырға кәрәктер, сөнки беҙ үҙебеҙ балабыҙ сәләмәт тыуһын өсөн барыһын да эшләмәйбеҙ, һаулыҡтарыбыҙҙы һаҡламайбыҙ, спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланабыҙ, тәмәке тартыуҙы ташламайбыҙ, эштәребеҙ ыңғай, уйҙарыбыҙ пак булһын өсөн етерлек тырышлыҡ һалмайбыҙ.

Беҙҙең фани донъяла, бигерәк тә хәҙерге ваҡытта, әҙәм балалары байлыҡтарына һәм сәләмәтлектәренә ҡарап, төрлө төркөмдәргә бүленә. Берәүҙәрҙең байлығы - баштан ашҡан, икенселәре - урта хәлле, өсөнсөләре - ярлы булып, ҙур мохтажлыҡта йәшәй. Әйтмәйенсә булмай: хәйерселәр ҙә бар беҙҙең арала, беҙ уларҙы “бомж” (без определенного места жительства) тип атайбыҙ. Уның ниндәй кеше булыуына ҡарамаҫтан, уларға ла хәйер биреп китеү - изгелек ғәмәленең бер төрө.

Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә шулай: берәүҙәр һау-сәләмәт, икенселәренең ауырыуҙан баштары сыҡмай. Ғәриптәр ҙә бихисап. Сәләмәт кешеләр ғәриптәрҙән ғибрәт алып, уларға ярҙам итеп йәшәргә тейештәр. Улар өҫтөндә бер-ниндәй ҙә фарыз ғәмәл юҡ. Бындай кешеләр былай ҙа Йәннәткә тура инәсәк.

Аллаһы Тәғәлә был тормошҡа кешеләрҙе һанар өсөн яралтҡан. Байлыҡ менән дә һанай, мохтажлыҡты ла күрһәтә, бәлә-ҡазаға ла юлығып ҡуяһың, ауырыу менән дә интегәһең.

Бай кеше, әгәр иманы булһа, үҙ байлығы өсөн шөкөрана ҡылып, мохтаж кешеләрҙе онотмай уларға ярҙам ҡулы һуҙып торорға тейеш. Шунһыҙ байлығы артыр урынға бүҫкәрәсәк һәм бер көн килеп, ул ҡомһоҙ бәндә, бер-ниһеҙ ҡалыуы ла мөмкин.

 Ҡомһоҙлоҡ һәм йомартсылыҡ буйынса Ән-Нәүәүи яҙған “Изгеләр баҡсаһы”нан бер хикәйәтте яҙып үтәйек. Был сәхифәне Сәләх Суҡбаев та үҙенең китабында сағылдырған.            

Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәлә бәни Исраил ҡәүеменән булған өс кешене: махау (проказа) ауырыуына тарығанды, башы таҙға әйләнгәнде, тома һуҡырҙы һанап ҡарарға була. Үҙенең фәрештәһен ул тәүҙә махау ауырыуынан интеккән бәндәгә ебәрә.

- Был донъяла барыһынан да алда һин нимәне теләр инең, - тип һорай кеше сүрәтенә инеп ауырыу эргәһенә килгән фәрештә.

- Тәнемдең, тиремдең таҙа, йәрәхәттәрҙән азат булыуын теләр инем. Кешеләрҙе ерәндереп йөрөгөм бик тә килмәй. Үҙем дә һыҙланыуҙарҙан ифрат интегәм.

Фәрештә ҡулы менән уны һыйпап алыуы була, ауырыуҙары юҡҡа сыға теге кешенең, тәне элеккесә таҙарып ҡала.

- Ә һиңә ниндәй мал төрө оҡшай, - тип һорай фәрештә.

- Дөйә малы, - тип яуап бирә был кеше.

- Бәрәкәте менән булһын, - тип фәрештә уға бер быуаҙ дөйә бүләк итеп китә һәм башын таҙ ауырыуы ҡаплаған кеше эргәһенә килә.

- Һинең иң элгәре, бөтә нәмәнән дә артыҡ күреп йөрөгән ҙур теләгең нимә? - тип һорай фәрештә.

- Ауырыуымдан ҡотолоп, сәсемдең яңынан үҫеп китеүен теләр инем, - ти таҙ баш.

Уны ла ҡулы менән бер һыйпап ала фәрештә, шунда уҡ ауырыуы бөтөп, сәстәре үҫеп сыға тегенең.

Ниндәй мал оҡшауы менән ҡыҙыҡһына фәрештә.

- Һыйырҙар, - ти кеше.

Уға ла фәрештә бер быуаҙ һыйыр тоттороп китә.

- Мин биргән малыңа Аллаһ бәрәкәт бирһен, - ти фәрештә һәм һуҡыр эргәһенә килә.

- Был донъяла һинең иң ҙур теләгең ниндәй, - тип һорай изге йән эйәһе.

- Һуҡырҙың теләге - ике күҙ инде, ти кеше, - Аллаһтан минең күҙҙәремде яҡтыртыуын теләр инем, Кешеләрҙе, ошо яҡты донъяны, ҡояшты, айҙы, тирә-яҡ тәбиғәтте, бөтә йән эйәләрен күрә алһам ине! Ул ваҡытта минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ ине, - ти кеше.

Фәрештә уға шунда уҡ күреү һәләтен ҡайтара һәм тағы һорай:

- Ә малдарҙың ниндәйерәге һиңә оҡшай?

- Һарыҡтар, - ти кеше.

Уға ла бер быуаҙ һарыҡ ҡалдыра Аллаһтың ярҙамсыһы.

Был осрашыуҙарҙан һуң байтаҡ ваҡыттар үтә. Үткән ваҡыт арауығында дөйә, һыйыр һәм һарыҡ күп итеп үрсем бирә. Тауҙар, тарлауыҡтар һәм үҙәндәр мал менән тула. Малдар ишәйеү арҡаһында кешеләр иркенерәк йәшәй башлайҙар. Фәрештә баяғы өсәүгә тағы килә. Тәүҙә махау ауырыуы менән интеккәнгә килә һәм әйтә:

- Ярҙам ит, зинһар! Мин фәҡир бер мосафирмын, юлда йөрөгәндә бөтә нәмәм дә юҡҡа сыҡты. Бөгөн һинән башҡа ярҙам көтөрҙәй бер кемем дә юҡ. Аллаһ ризалығы өсөн тип ялбарып һорайым: бер дөйәңде бир! Уның ярҙамында мин башлаған сәфәремде уңышлы тамамлай алыр инем, - ти.

- Бирә алмайым, үҙемдең дә бурыстарым бик күп әле, - тип кеше ярҙамдан баш тарта.

- Туҡта, туҡта! Мин һине беләм бит! Һин теге махау менән ауырып йөрөп, Аллаһ ярҙамында һауығып һәм байығып киткән кеше түгелме һуң? - тип һорау ҡуя фәрештә.

- Юҡ, - ти кеше, - бөтә байлығымды мин ата-бабамдан мираҫ итеп алдым.

- Алдашмайһыңмы?

- Юҡ, алдамайым.  

- Әгәр ялғанлаған булһаң, Аллаһ һине элекке хәлеңә ҡайтарһын, - ти ҙә фәрештә артабан китә. Теге элекке хәленә ҡайтып, түгелеп илап ҡала.

Таҙ менән ауырып алған кешегә лә шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай, ярҙам һорай. Тегеһе ярҙам итеүҙән баш тарта.

- Булғанына шөкөр итеп ярҙам ҡылырға ла уйың булмағас - элекке хәлеңә ҡайт! - тип фәрештә һуҡырлыҡтан интеккән һәм һауыҡҡан кеше эргәһенә ашыға.

- Мин фәҡир мосафирмын. Юлда йөрөгәндә бар әйберем юҡҡа сыҡты. Аллаһы Тәғәлә менән һинән башҡа ярҙам көтөрҙәй бер кешем дә юҡ. Һиңә күрер күҙ биргән Аллаһ хаҡына тип һорайым: бер һарыҡ булһа ла биреп ебәр! - ти. - Ул минең сәфәремде уңышлы тамамлап ҡуйырға мөмкинлек бирер ине.

- Ысынлап та мин һуҡыр инем, Аллаһы Тәғәлә миңә күрер күҙҙәр бирҙе, байлыҡ бирҙе. Һарыҡтарҙы күпме теләһәң, шуныңса ал, күпме ҡалдыраһың, шуныһы ҡалыр. Аллаһ хаҡына тип нимә алһаң да ҡаршылығым юҡ, - тип яуаплай ҡасандыр һуҡырлыҡтан интеккән кеше.

- Бөтә мөлкәтең үҙеңә ҡалһын, был һине һынау ғына ине, Аллаһ һинән риза, ләкин һинең теге таныштарыңдан риза булманы, шуға күрә улар элекке хәленә ҡайтып йәшәп яталар. Ә һин Аллаһ ебәәргән китабында яҙылғандарҙы үтәп, уның ризалығын алдың - тип әйтеп, фәрештә үҙ юлына китә. (9, 281-284-се биттәр)                    

Был тәңгәлдә яҙып үткән ваҡиға барышы рус яҙыусыһы А.С. Пушкиндың “Алтын балыҡ тураһындағы әкиәт”е менән ауаздаш. Был әкиәттә сама белмәгән ҡарсыҡ, байыуҙың сигенә еткәндән һуң, уға байлыҡ биргән алтын балыҡты үҙенә ҡол итеп тоторға уйлай, шуға күрә балыҡ уны элекке ярлы йәшәгән хәленә ҡайтара. 

 

Ҡөръән Кәримдә Аллаһ ризалығын алғандар тураһында былай тип яҙылған:

 

“Асыҡ яҙылған китабы менән Алла Үҙенең ризалығы артынан эйәргән кешеләрҙе тыныслыҡ юлдарына илтә. Үҙ рөхсәте менән ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығара һәм тура юлға күндерә”.             


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 142; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!