Декрет об отделении церкви от 19 страница



Иң күп хәҙис туплап нәшер иткән дин белгесе (фәҡиһ) Әбү Ғабдулла Мөхәммәт бине Исмәғил әл-Бохари. Ул мәшһүр “Әл-жәмиғ әс-сахих” (“Ышаныслы йыйынтыҡ”) тигән китап нәшер итә.

Күпләп сыҡҡан хеҙмәттәр араһынан ғалимыбыҙ Ризаитдин бине Фәхретдиндең “Жәвамиғул кәлим шәрхе” иғтибарға лайыҡ. Бында ғалим Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 344 хәҙисенә аңлатма-шәрех бирә.

Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) хәҙистәренең бер бәләкәй генә өлөшөн урынлаштырып китәйек.

 

             Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәре.\

                                  - I -

1. Һеҙгә сәхәбәләрем менән бергә булыуҙы васыят итәм. Уларҙы алыштырырҙар, һуңынан ялған таралыр. Хатта, ант талап ителмәһә лә, ант килтереүгә, таныҡлыҡ һоралмаһа ла, шаһитлыҡҡа тиклем барып етерҙәр. Ҡатын-ҡыҙ менән яңғыҙ ҡала күрмәгеҙ, сөнки һеҙҙең арала шайтан өсөнсө булыр. Айырылыщыуҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки шайтан ялғыҙҙар менән бергә, күмәктәрҙән - алыҫ. Кем йәннәт ниғмәттәрен теләй, шул йәмәғәт менән бергә булыуҙы кәрәк тип һанай. Кем эшләгән изгелектәренә шатланып, яманлыҡтарына көйөнә - шул мөьмин* була.

2. Һеҙҙең арала кем - изге, кем яман? Шунан хәбәр бирәйемме? Кемдең насарлығы юҡ һәм унан яҡшылыҡ ҡына көтөлә, шул - изге, кемдән яҡшылыҡҡа өмөт юҡ һәм насарлыҡ ҡына көтөлә, шул яман кеше булыр.

3. Йәннәт әһелдәре кем, хәбәр бирәйемме? Зәғифтәрҙең дә зәғифе (бер ниндәй көсө булмаған) әгәр ул Аллаһы Тәғәләгә таянып ант итһә, уның эше, һис шикһеҙ үтәлер. Ут әһелдәре кем, әйтәйемме? Дошманлыҡтары ҡаты, үҙҙәре тәккәбер, таш бәғерле кешеләр.      

4. Тәнегеҙ өсөн ҡайһы ғибәҙәт еңел, әйтәйемме? Өндәшмәй тороу һәм күркәм холоҡ.

5. Ураҙа, намаҙ һәм саҙаҡанан өҫтөн тағы нимә бар, әйтәйемме? Ике шәхес араһында төҙөкләндереү, сөнки аралар бөйөклөгө бер бөйөк тау ул.

6. Көслөләрҙән дә көслө һеҙҙең арала кем, күрһәтәйемме? Асыу килгәндә үҙеңде тыйып ҡала алыусы.

7. Һуңынан ғәфү үтенергә тура киләсәк һәр эштән һаҡлан!

Төшөңдә лә күрмәгәнде күрҙем тип әйтеү ялғандың да ялғаны.

8. Был дин- ҡаҡшамаҫ дин, унда йомшаҡлыҡ менән мөғәмәлә итегеҙ.

9. Кеше күңеленә мал менән түгел, бәлки, көләс йөҙ һәм күркәм холҡоғоҙ менән инеп урынлашығыҙ.

10. Мин лә һеҙҙең кеүек кеше, күңелдә тыуған уйҙың хата булыуы ла, дөрөҫкә сығыуы ла мөмкин, әммә Аллаһы Тәғәләнең бойороғон һеҙгә еткерәм икән, Уға ҡарата мин бер ҡасан да ялған һүҙ һөйләмәм.

11. Өйөнә ҡунаҡ төшөрмәгән халыҡ - ниндәй насар халыҡ!

12. Иҫкергән кейемдәр иманлыҡ ғәләмәте.

13. Изгелек - күңелгә урынлашып, йәндең унда тынғылыҡ тапҡан нәмәһе, насарлыҡ - кәңәшселәр өгөтөнә ҡарамаҫтан, күңелгә урынлашып та, йәндең унда тынғылыҡ таба алмаған нимәһе.

14. Бәрәкәт - аттарҙың маңлай ялында.

15. Бәлә-ҡаза һүҙгә вәкәләтле (бәйле).

16. Паклыҡҡа ынтылығыҙ, сөнки ул иманға өндәй, имандың урыны - хужаһы менән берлектә йәннәттә.

17. Аллаһы Тәғәлә - хөрмәтле зат, хөрмәтте һөйә, күркәм холҡлоҡто һөйә, мәғәнәһеҙлекте яратмай.

18. Аллаһы Тәғәлә ошо динде боҙоҡ кешеләр менән булһа ла ҡеүәтләндерер.

19. Аллаһы Тәғәлә ғәҙел ҡазыйҙар менән бергә. Әгәр улар көсләү ҡулланалар икән,Аллаһы Тәғәлә уларҙан ваз кисә, уларҙың юлдашы шайтан булыр.

20. Бурыстарын түләгәнсе, Аллаһы Тәғәлә әжәткә алып тороусылар менән бергә, бурысын түләмәһәләр, уларға Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте булыр.

 21. Өйгә инергә өс тапҡыр рөхсәт һора. Рөхсәт икән - ин, юҡ икән - боролоп кит.

22. Ислам күҙ алдында, иман - күңел түрендә.

23. Аманат ризыҡты, хыянат фәҡмрлекте үҙенә тарта.

24. Именлек менән һаулыҡ - икеһе лә бер ниғмәт, күптәр шунан мәхрүм.

25. Сабырлыҡ - Аллаһтан, ашығыу - шайтандан.

26. Иман менән ғәмәл - береһе икенсеһенә тиң, бер-береһенә юлдаш булмай тороп, төҙөк хәлдә тора алмайҙар.

27. Кем зәкәт бирә. Ҡунаҡ саҡыра, бәлә-ҡазаға тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙа, шул һаранлыҡтан ҡотола.

28. Ашағансы һәм ашағкас та ҡулдарҙы йыуыу - ризыҡҡа бәрәкәт.

29. Иң яман ризыҡ туй ашын байҙарға ғына ашатып, ярлы-меҫкендәрҙе шунан тыйыу.

30. Кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ, үаллаһи, тип әйтәм, мөьмин мөьминде һис ҡыйырһытмаҫ, юҡһа Ҡиәмәт көнө Аллаһы Тәғәлә унан үс аласаҡ.

31. Ихсанлыҡ ул - һине Аллаһы Тәғәлә күреп торғандай ғибәҙәт итеүегеҙ. Уны күрмәһәң дә, Ул һине күреп тора.

                               - II -

1. Мөьмин мөьмингә ныҡ диуар булыуы фарыз, улар бер-береһен һәр саҡ яҡлашып йәшәргә тейеш.

2. Кем дә кем минең артымдан эйәрә - шул Аллаһ артынан эйәрә. Ә кем дә кем минең юлдан сыға, ул Аллаһҡа ҡаршы барыусы.

3. Ҡайҙа булһаң да Аллаһтан ҡурҡ. Яманлыҡтың тамырын ҡоротоу өсөн  яманлыҡҡа ҡаршы яҡшылыҡ ҡыл.

4. Күңел күҙ күрмәһә, маңлай күҙе күрмәҫ, һуҡыр булыр.

5. Кешене еңгән көслө түгел, нәфсеһен, асыуын тыйған көслө.

 6. Аллаһы Тәғәлә һинең тышҡы матурлығыңа, байлығыңа ҡарамай, күңелеңдең ниәтенә иғтибарын һала.

 7. Аллаһы Тәғәләгә тәҡүә булыуҙы һиңә васыят иттем, сөнки бөтөн эштең башы тәҡүәлек.

 8. Ҡөръән уҡыу һәм Аллаһы Тәғәләне зикер итеүҙе һиңә васыят иттем, сөнки ул һинең өсөн күктә - зикер, ерҙә - нур.        

 9. Күп көлөүҙән һаҡлан, сөнки ул күңелде үлтерә, йөҙҙөң нурын ала.

10. Һиңә жин өсөн көрәшеү кәрәк, сөнки ул өммәтемдең раһбәниәте.

11. Меҫкен ярлыларҙы һөй һәм улар менән бергә ултыр. Иғтибарҙы үҙеңдән өҫтәгеләргә түгел, бәлки, түбәндәгеләргә йүнәлт, сөнки Аллаһы Тәғәлә һиңә биргән ниғмәттәренең ҡәҙерен белеүҙе аңлауҙа иң яҡшы ысул шул булыр.

12. Һиңә килеп йөрөүҙән туҡталһалар ҙа туғандарыңа үҙең бар. Һинән йөҙ сөйөр булһалар ҙа туғандарыңа үҙең бар. Һинән йөҙ сөйөр булһалар ҙа һәр саҡ дөрөҫлөктө әйт. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәгәндә һиңә шелтә ҡылыусыларҙан ҡурҡма. Үҙеңә генә мәғлүм эштәреңде кешеләргә белдереүҙән тыйыл һәм һин генә эшләй торғанды башҡалар ҙа эшләгәндә асыуланма.

13. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең ҡиәфәттәрегеҙгә һәм йөҙҙәрегеҙгә лә түгел, бәлки, күңелегеҙгә һәм ғәмәлдәрегеҙгә иғтибар итә.

14. Аллаһы Тәғәлә һәр йөҙ йыл башында диндәрен яңыртыу өсөн ошо өммәткә бер кеше ебәрер.

15. Дин ҡәрҙәштәренә сырай һытып ҡараусыларға Аллаһы Тәғәлә асыулы булыр.

 16. Аллаһы Тәғәлә үтә фәхешлек эшләүселәргә асыуланыр.

 17. Ҡайғыға төшкәндәргә ярҙам итеүҙе Аллаһы Тәғәлә һөйә.

18. Аллаһы Тәғәлә һәр эштә йомшаҡ мөғәмәлә итеүсене һөйә.

19. Аллаһы Тәғәлә сөскөрөүҙе һөйә, әммә ауыҙ асып иҫнәүҙе яратмай. Был саҡта ауыҙҙы ҡапларға кәрәк.

20. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ихлас күңелле булыуҙарын һөйөр.

21. Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә төрлө-төрлө вазифалар тапшыра. Уларға илтифат итмәй ҡала күрмәгеҙ; ғәмәлдәрҙә айырым-айырым сиктәр ҡуйған, ул сиктәрҙе үтеп һәм боҙоп йөрөй күрмәгеҙ; ҡайһы бер нәмәләрҙән Ул һеҙҙе тыя - тыйғандарынан тыйыла белегеҙ;онотоп түгел, ә һеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булыу сәбәпле ҡайһы бер нәмәләр хаҡында өндәшмәй ҡала - улар тураһында төпсөнөп йөрөмәгеҙ.

Хәҙистәрҙә яҙылған пәйғәмбәрҙәрҙең йәшәү рәүештәре, дини тәртиптәр, ғәмәлдәр ҡәҙимге  беҙҙең тормошта ла сағылып, бәндәләрҙең йәшәйешенә инеп, электән килгән йола, ғөрөф-ғәҙәт формаһы алып ҡулланыла башланғандар. Төп мәғәнәһе - тәртипкә өйрәтеү, ыңғайлыҡҡа йүнәлеш биреү. Шулар эсендә балаға исем ҡушыу, никах, йыназа тәртиптәренә ҡағылғандары бар. Ул тәртиптәрҙе, ҡанундарҙы белеү һәр мосолманға фарыздыр.    

Тимәк, мосолман дине - тәртипкә саҡырыу дине, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ингән дин. Дин - беҙҙең ҡаныбыҙҙа тыумаҫ элек яралған, сөнки ата-бабаларыбыҙ ҡанында ла Ислам дине булған.                      

              

                       Балаға исем ҡушыу

Бала тыуыуҙы ишеткәс тә ошо доғаны уҡырға кәрәк:

Аллаһүммә -жғәлһү бәрран үә әнбитһү фил-ислами нәбәтән хәсәнән үә-жғәлһү мәстүдән фид-дунйә үә-әһирәһ.

Йөкмәткеһе: Эй, Раббым,был баланы изге ит. Уны күркәм һәм гүзәл итеү менән Ислам динендә үҫтерсе, һәм уны донъя үә әхирәттә бәхетле-сәғәҙәтле ҡыл.

Бер-ике аҙна тирәһе үткәс, балаға ғүмер буйы юлдаш буласаҡ исем ҡушыу тантанаһын үткәреү - ата-әсәнең бурысы. Исем, әлбиттә, үҙебеҙҙең мөбәрәк милли исемдәрҙән булһа бик яҡшы. Әгәр ғаилә төрлө милләт кешеләренән торһа һәм кемдер мосолман исеменә ҡаршы килһә, исемдең тағы бер вариантын ҡолағына ҡысҡырырға була. Мәҫәлән: Мария - Мәрйәм, Алекс - Әликәс, Валентин - Вәлиулла, Марфа - Мәрфуға, Дмитрий - Дим, Иван - Илхан, Роман - Рамил һәм башҡалар. Ул ваҡытта ҡолағына ҡысҡырғаны - ысын исеме, тегеһе ҡушаматы булып ҡаласаҡ.

Тантана үткәреү тәртибе: баланы йыуындырып, таҙа кейем кейҙереп яҫтыҡ өҫтөнә һалабыҙ, аяҡтарын ҡибла тарафына йүнәлтәбеҙ. Исем ҡушыусы, һис шикһеҙ, тәһәрәтле булырға тейеш. Аллаһы Тәғәләгә хәмед-санә әйтеп, пәйғәмбәребеҙгә ун мәртәбә салауат уҡыйбыҙ:

 

Субханәкә Аллаһүммә үә бихәмбикә үә тәбарәкә-смүкә үә тәғәлә жәддүкә үә лә иләһә ғәйруҡ.

                     Башҡортсаһы:

Һиңә дан булһын, әй, Аллаһ, һәм маҡтау һиңә! Һинең исемең мөбәрәк һәм юғары, һин - бөйөк, һинән башҡа илаһ юҡ.

 

                    Артабан уҡыла:

 

Аллаһүмә салли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә али Мөхәммәд. Ҡәма саләйтә ғәлә Ибриһимә үә ғәлә али Ибраһимә, иннәкә хәмидум-мәжид. Аллаһүммә бариҡ ғәлә Мөхәммәдинүә ғәлә али Мөхәммәд. Ҡәма барәктә ҡәлә Ибраһимә үә ғәлә али Ибраһимә иннәкә хәмидум-мәжид.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 140; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!