Декрет об отделении церкви от 22 страница



Борондан күсә килгән риүәйәттәрҙең береһендә тәҡдиргә ҡарата бер ваҡиға бирелгән:

 

“Мөъминдәрҙең әмиреҒүмәр ибн Әл-Хаттабҡа бер ваҡыт урлашып йөрөгән бурҙы тотоп алып киләләр һәм һорайҙар:

- Был бур менән ни ҡылырға?

- Дини ҡанундарҙа, шәриғәттә нимә ҡаралған - шуны үтәгеҙ, - ти Әл-Хаттаб

- Унда ҡулын ҡырҡыу ҡаралған, - тип яуап бирәләр тегеләр.

- Шулай булғас - ҡулын ҡырҡығыҙ, - тигән мөъминдәр әмире.

Быны шетеп торған уғры ризаһыҙлыҡ белдерә:

- Ашыҡмай тор, мөъминдәр әмире, мин бит был эште Аллаһ тәҡдире менән эшләйем, - ти. - Урлашыу минең маңлайыма яҙып ҡуйылған, - тип өҫтәй.

- Шулай икән дә, - тип ризалаша быныһы, - ә беҙ һинең ҡулыңды ла Аллаһ тәҡдире менән киҫәбеҙ, - тип һүҙен бөтөрә Ғүмәр (19, 236-сы бит).

Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә үҙенә инанырға, бойһонорға бойора, иманһыҙлыҡты тыя. Әммә дөрөҫ юлды  һайлау-һайламау хаҡуғын бәндәләрҙең үҙ ихтиярына ҡуя. Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә:

 

“Ысынлап та, Беҙҙең аяттарыбыҙға иман килтермәгән кешеләрҙе утта яндырырбыҙ. Улар ғазапты татыһын өсөн тиреләре янған һайын, икенсе тире менән алмаштырырбыҙ.Ысынлап та Алла бөйөк һәм хикмәтле.

Иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Беҙ аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаларға индерербеҙ, улар унда мәңгегә ҡалыр. Улар өсөн унда саф ҡатындар, һәм Беҙ уларҙы еләҫ күләгәләргә индерербеҙ [урынлаштырырбыҙ]”, - тип иҫкәртә.

                     (“Ән-Нисә” (“Ҡатын-ҡыҙҙар”) сүрәһе, 56-57-се аяттар).

Кешегә Аллаһ тәҡдирҙең яҡшыһын да, яманын да яҙып ҡуйған. Әммә яҡшыны ла, яманды ла эшләүгә ҡамасауламай.

Бәндәләр араһында ҡайһы берәүҙәр бөгөнгө көндә, хәләл менән хәрәм араһында бер-ниндәй айырма күрмәйенсә, төрлө юлдар менән тырышып-тырмашып мал таба, бөтә булмышын тик байығыуға арнай, алдай, урлай. Шунан шатлыҡ таба. Әгәр ҙә намыҫ ҡушҡанса юл менән байый икән кем ҡаршы? Урлыҡ юлы менән миллиондарҙы йыйып байығандар ҙа бар бит беҙҙең арала. Улар ҡомһоҙҙар, бөтә уйы байлығын нисек һаҡларға тигәнгә ҡоролған, шуға күрә йоҡоһо ла уның тыныс түгел. Ҡомһоҙ булыуы сәбәпле дин, Ислам тәғлимәтен бөтөнләй онотоп, һәләкәткә барғанын үҙе аңламай.  Берәү ҙә ҡиәмәт ҡасан килерен Аллаһтан башҡа алдан белә алмай.

 

Ҡиәмәт сәғәтенең һуғасағын да Аллаһ үҙе генә белә, ямғырын да яуҙыра, әсә ҡарынында ни барын да Ул белә. Үҙе менән иртәгә нимә буласағын, ҡайҙа үлеп ҡаласағын кеше үҙе генә белмәй. Ысынлап та, Алла белә, хәбәрҙар!

                                                          (“Луҡман” сүрәһе, 34-се аят).

Һүҙ йомғағы шул: Беҙ күп милләтле халыҡтар, төрлө дин тотҡан кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә - берәү, тик инаныуҙарыбыҙ ғына төрлө-төрлө. Төрлө халыҡтың төрлө яман ынтылыштары ла булыуы ғәжәп түгел. Арабыҙҙа бөгөн фашистар ҙа, фанатиктар ҙа, ваххабистарҙа, монафиҡтар ҙа бар. Уларҙы күрә белеү, ҡаршы көрәшә белеү ҙә кәрәк.

Шуны иҫтә тотһаҡ ине: донъялар тыныслығы, илдең именлеге, кешеләр һәм халыҡтар дуҫлығы, татыулыҡ менән ғүмер итеүҙәр һәр ваҡыт бәхеткә ҡарай юл яра. Сәләмәт һәм һау, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер һөнәр эйәһе булыуың әллә ниндәй байлыҡтарҙан да артыҡ ҙур байлыҡ һәм бәхет түгелме ни? Ата-ағзаларыңдың эшләп тороуы, күҙеңдең күреүе, ҡолағыңдың ишетеүе, тәнеңдең һыҙлауһыҙ йөрөүе үҙе үк бәхет түгелме ни? Кешегә ошо бәхетен тотороҡло итеү өсөн тик иманлы булыу ғына кәрәк, ул ваҡытта күңелең бәхетте тәрәнерәк кисерәсәк.                  

                  

                 13. Шәриғәт ҡанундары

“Шәриғәт” һүҙен “дөрөҫ юл” йәки “тура юлға төшөрөү” тип тәржемә итергә була. Шәриғәт - мосолмандарҙың тормош һәм йәшәү ҡағиҙәләре буйынса яҙылған ҡанундар йыйынтығы. Шәриғәт ҡанундарының беренсе сығанағы - Ҡөръән Кәрим.

Шәриғәт үҙ эсенә хоҡуҡи нормаларҙы (фикх) һәм әҙәп, әхлаҡ, тәртип ҡағиҙәләрен үҙ эсенә ала.

Шәриғәт бер юлы ғына килеп сыҡҡан ҡанундар йыйынтығы түгел, ул күп йылдар дауамында өҫтәлеп, тулыландырып барылған. Мөхәммәт пәйғәмбәр тере сағында ул үҙе ҡанундар сығарыусы ла, ҡазый* ҙа булған. Пәйғәмбәрҙең әйткәндәре әхлаҡи ҡанундар булып керетелә барған. “ Шуларҙың күп кенә өлөшө “Ҡөръән Кәрим”гә инеп ҡалған.

 

Һәм шулай уҡ Беҙ уны (әхлаҡи тәртиптәрҙе) ғәрәп хөкөмө (судебник) итеп индерҙек. Һиңә белем килгәндән һуң, әгәр һин уларҙың (ҡаршы сыҡҡандарҙың) хыялдарына эйәрһәң, һиңә Алланан яҡлаусы ла, ярҙамсы ла булмаҫ!

                            “Әр-Рәғд”(Күк күкрәү) сүрәһе, 37-се аят.

 

 Ләкин бер кеше генә бөтөн донъяның хәл-ваҡиғаларына, боҙоҡлоҡтарына яуап биргән ҡанундарҙы яҙып сығара алмай бит инде. Бындай аҡ таптар Мөхәммәт пәйғәмбәр баҡыйлыҡҡа күскәс тә һиҙелә башлай. Шуға күрә берәй эште ҡарағанда пәйғәмбәр был осраҡта нишләр ине, ҡайһылай ҡарар сығарыр ине, тигән һорауҙы ҡуйыр булғандар. Бына ошоларҙан сығып пәйғәмбәребеҙҙең әйткәндәрен, эшләгән ғәмәлдәрен иҫкә төшөрөп, VIII-IX быуаттарҙан алып хәҙистәр йыйынтығы - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо, дини ғәмәлдәре, сәхәбәләре  тураһындағы хикәйәттәр яҙа башлағандар. Хәҙистәр йыйынтығы - “сөннәттәр” тип атала. Сөннәтле булыу Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә эйәреүсе кеше булыуҙы аңлата. Был һүҙҙең башҡа мәғәнәләре лә бар.

Мосолмандар дәүеренән алда ғәрәптәр электән килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянғандар. Сөннәттең өс сығанағы бар: “Ҡөръән Кәрим”, хәҙистәр йыйынтығы һәм ғәрәп халҡының элек-электән күсә килгән ғөрөф-ғәҙәттәре.

Шәриғәтҡә, Ҡөръән”гә “ҡанға - ҡан” ҡағиҙәһе буйынса ҡон ҡайтарыу ҙа индерелгән. Хәҙерге ваҡытта был ҡағиҙә ғәмәлдә ҡулланылмай. Ул ҡаралған икән, тимәк, ата-олаталарҙан күсеп килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙең шул ваҡытта ҡанундарҙа сағылыш табыуына тағы бер дәлил.

Ҡөръәндә әйтелгән:

 

Эй һеҙ иман килтергән кешеләр! Һеҙгә кеше үлтергән өсөн ҡон ҡайтарыу бойоролдо: ирекле кеше өсөн - ирекле, ҡол өсөн ҡол, һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн - ҡатын ҡыҙ. Әгәр берәүгә ҡәрҙәше тарафынан нимәлер ғәфү ителһә, ул уаҡытта ғөрөф-ғәҙәт буйынса хәл ителә һәм был түләү хәйерле була. Был - һеҙҙең Раббығыҙҙан һеҙгә еңеллек һәм шәфҡәт. Әгәр ҙә кем дә булһа ошонан һуң дошманлыҡ ҡылһа, уға әрнеткес ғазап буласаҡ.

                                                     “Әл-Бәҡара”, 2: 178.

“Алла юлында һеҙҙең менән һуғышҡандар менән һуғышығыҙ, әммә сиктән уҙмағыҙ, Аллаһ сиктән уҙғандарҙы яратмай!

Һәм уларҙы ҡайҙа осратһағыҙ - шунда үлтерегеҙ, һеҙҙе ҡайҙан ҡыуһалар, һеҙ ҙә уларҙы шунан ҡыуығыҙ: фетнә-һынау үлтереүҙән дә насарыраҡ бит! Үҙҙәре “Харам” мәсете тирәһендә һуғыша башламай тороп, һеҙ улар менән һуғышмағыҙ. Әгәр улар һуғышһа, ул ваҡытта уларҙы үлтерегеҙ: бына шулай кафырҙарға яза.

                             “ Әл-Бәҡара”, 2: 190-191.

“Ҡөръән Кәрим”дең сүрә-аяьттарында уғрылыҡ менән шөғөлләнеүсе бурҙарға ҡарата ла язалар ҡаралған:

 

“Уғры ирҙең һәм уғры ҡатындың ҡулдарын ҡырҡығыҙ, ҡылған эштәренә яза һәм Алланан ғибрәт булһын өсөн. Алла бөйөк, хикмәтле.

Әгәр берәй кеше золом ҡылып, һуңынан тәүбәгә килһә һәм төҙәтһә, әлбиттә, Алла уның тәүбәһен ҡабул итер, ысынлап та Алла кисереүсе, рәхимле”

                                     “Әл-Мәидә” (Аш табыны), 5: 38-39.

“Ән-нур” сүрәһенең башында уйнаш иткәндәргә ҡарата яза ҡулланыу ҡаралған:

 Зина ҡылған ҡатындың һәм зина ҡылған ирҙең һәр береһенә йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ, әгәр һеҙ Аллаға һәм әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алланың динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Һәм уларҙы яза ҡылған ваҡытта иман килтергән кешеләрҙән бер төркөм шунда ҡарап торһон.

                                                         “Ән-Нур” сүрәһе, 24: 2.

Ҡайһы бер енәйәт эштәренә ҡарата, атап әйткәндә: алдан әҙерләнеп һәм планлаштырып кеше үлтергән, Исламдан ситләшкән һәм талау ғәмәле өсөн үлем язаһын тарттырыу ҡаралған. Был яза төрлө юлдар аша үтәлгән: башын өҙөү, дүрткә бүлеү, таш менән үлтергәнсә туҡмау йәки тере көйө ергә күмеү. Бындай яза төрҙәре урта быуаттағы бихисап илдәренә хас. Әүәле төрмәлә ултыртыу бик һирәк ҡулланылған. Бәлки, күсмә халыҡҡа енәйәтсене ҡыуышта тотоу һәм күсереп алып йөрөү ҡамасаулыҡ тыуҙырғандыр. Нисек кенә булмаһын ул ваҡыттарҙа төрмәгә ултыртыу ҡалаларҙа ултыраҡ тормошта йәшәүселәр өсөн генә хас.

Штраф (вира) системаһын ҡулланыу шәриғәттә шулай уҡ киң ҡулланылған.

Шәриғәт ҡанундарының икенсе сығанағы - хәҙистәр. 

Хәҙистәр тураһында бынан алда яҙып үткәйнек инде. Шулай ҙа тағы ла иҫкә төшөрөп үтәйек.

Хәҙис - беҙҙеңсә риүәйәт, хәбәр тигән мәғәнәне бирә. Ҡөръән Кәримдәр ҡала килә икенсе изге сығанаҡ булараҡ, улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошон, эшмәкәрлеген яҡтыртыусы риүәйәттәрҙән тора. Ҡөръән Кәрим үҙ эсенә бөтә хоҡуҡи һәм әхләҡи мәсьәләләрҙе үҙ эсенә һыйҙыра алмағанлыҡтан VII быуат аҙағы - VIII быуат башында хәҙистәр барлыҡҡа килгән.

Шуны әйтергә кәрәк: традицион хәҙистәр ике өлөштөн тора. Беренсеһе - иснад (терәк), икенсеһе - мәтен (текст) өлөшө.

Иснад өлөшөндә кем аша хәҙистең еткерелеүе бәйән ителә, ә мәтендә төп эстәлек бирелә. Хәҙистәрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәргә эйәреүче сәхәбәләр, ансарҙар, тәбиғиндәр, тәбғи тәбиғиндәр һаҡлаған һәм артабанғы быуындарға еткергән. Тәүҙә хәҙистәр телдән генә таралыр булған, һуңыраҡ ҡағыҙға теркәлә башлаған һәм билдәле бер системаға һалынып, йыйынтыҡтарҙа урын алған. Был тәңгәлдә “Мөссәнәф” (“Һайланмалар”) йыйынтығы мосолмандар арарһында иң танылғаны. Тағы ла фаҡиһтар (хоҡуҡ белгестәре) йыйынтыҡтар баҫтырып сығарыуға өлгәшәләр. Фаҡиһтар араһынан Әл-Бохари, Мөслим ән-Нишапури, Ибне Мажаһ, Әбү Дауд Сиәистани, Мөхәмәт әт-Тирмизи, ән-Ниссаи тарафынан төҙөлгән йыйынтыҡтар киң таралған. Уларҙың йыйынтыҡтары “Әл көтүб әс-ситтә” (“Алты китап”) исеме менән йөрөй. Шуларҙың иң мәшһүре “Әл-жәмиғ ис-сәхих” (“Ышаныслы йыйынтыҡ”) исеме менән йөрөй. “Ышаныслы йыйынтыҡты төҙөүсе “Әбү Ғабдулла бине Исмәғил әл-Бохари үҙ ғүмерендә 600 мең самаһы хәҙис туплаған, шуларҙың 7 меңдән ашыуын йыйынтыҡҡа индергән. Был йыйынтыҡ ҡабат-ҡабат баҫылған.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 134; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!