Декрет об отделении церкви от 23 страница



Башҡорт-татар йәшәгән ерҙәрҙә хәҙис йыйынтыҡтары төҙөлгәнме икән?

Эйе, төҙөлгән. 1905 йылда Ҡазанда “Мөнәббиһәт” (“Киҫәтеү”) китабы, 1906 йылда төрөк ғалимы Мөхәммәт Ғәриф бәктең “Мең дә бер хәҙис” йыйынтығы, шул уҡ йылда “Ҡырҡ хәҙис тәржемәһе” (авторы билдәһеҙ) баҫыла. Ғәбдрәшит Ибраһим (Санкт-Петербург), Мөхәммәтзариф Әмирхани, Ғәлимйән хәҙрәт Баруди, Ғабдрахман Кәбир кеүек билдәле дин әһелдәре төрлө баҫмаларҙа хәҙистәрҙең тәржемәләрен яҙып урынлаштыралар.                      

Бигерәк тә Ризаитдин бине Фәхретдиндең “Жәвәмиғул кәлим шәрхе” айырым иғтибарға лайыҡ. Был 552 битлек китапта Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең төрлө мәсьәләләргә бағышлаған 344 хәҙисен баҫтырырға ирешә ул, аңлатма-шәрехтәр бирә.

Шуларҙың ҡайһы берҙәрен, бигерәк тә ахлаҡи яҡҡа иғтибар иткәндәрен, күҙҙәребеҙ аша үткәрәйек. 

 

Хәҙис Шәриф: “Халыҡтар менән мөләйем мөғәмәлә булыу - хикмәттең башылыр”.

Шәрех: Сөнки мөләйемәт аша арала өлфәт булыр, ҡөлфәт* бөтөр. Имам Мөслим хәҙрәте Ғәйшәнән: “Мөләйемлелек, йомшаҡлыҡ, ниндәй генә нәмәлә булһа ла, эйәһен зиннәтләр вә ниндәй генә нәмәнән низах күтәрелһә лә - уға ҡәбәхәтлек килтерер” - мәғәнәһендә булған хәҙисте риүәйәт итәлер. Шуға күрә рифыҡтың* хикмәт башы булыуы үҙ-үҙенән мәғлүм.  

Ләкин был хөкөм, әүәл шуны ихтиза* иткән ваҡыттарҙа тура килеп, һәр ваҡыт вә һәр кем өсөн дөйөм булмаҫ. Бәғзе бер ваҡыттарҙа бәғзе бер кешеләр хаҡында бының зарарлы бер эш булыуы ла мөмкин.

Һәр хәлдә рифыҡ, ихсан*, мәрхәмәт һүҙҙәренең мәғәнәләрен яҡшы аңларға вә эстәлектәре менән ғәмәл ҡылырға тейешле.

Әҙәмдәрҙең һуңғы һулыштары яҡынлағанда вә Хаҡ Тәғәлә хозурына хисап бирер өсөн барғанда иң күп үкенгәне: “Ни өсөн тағы ла күберәк мәрхәмәтле булманым, ни өсөн кешеләргә мөсәмәхәне*күберәк бирмәнем вә ни өсөн рифыҡ вә мөләйемәтте ғәҙәт итмәнем”. - кеүек һүҙҙәрҙән ғибәрәт булыуы мөмкин.

 

Хәҙис Шәриф: “Нифаҡ* ғәләмәте өстөр: монафиҡ* кеше һүҙ һөйләһә, - ялғанлар, монафиҡ кеше вәғәҙә итһә, - вәғәҙәһендә тормаҫ, монафиҡ кеше үҙенә тапшырған аманатҡа хыянат ҡылыр”.

Шәрех: Ялған һөйләү - боҙоҡлоҡ икәне мәғлүм. Ялған һөйләргә кешеләр күберәк йәш ваҡыттарында ғәҙәтләнәләр ҙә, был ғәҙәт һуңынан тәбиғәт хөкөмөнә инә - кәрәк бер саҡта ла, кәрәкмәһә лә, мотлаҡ ялған һөйләй вә шунан ләззәт таба башлай... Рәсүлулланан: “Мөьмин кеше жәбен (ҡурҡаҡ) булырмы? - тип һорағандар. Рәсүлулла: “Булыр”, - тип яуап бирҙе. “Мөьмин кеше һаран буламы?” - тип һорағандар. Рәсүлулла: “Булыр”, - тип яуап бирҙе. “Мөьмин кеше ялған һөйләрме?” - тип һорағандар. “Юҡ”. - тип яуап бирҙе...

 

Хәҙис Шәриф: “Аллаһы Тәғәләгә иң һөйкөмһөҙө әҙәм - ҡысҡырышыу вә дәғүәләшеүгә ынтылыусы кешеләр”.

Шәрех: Кешеләргә көнсөллөк итеүселәр йәки үс алыу ниәте менән хакимдар хозурында йөрөүселәр, шул кешеләрҙең үҙҙәре менән бергә йөҙгә-йөҙ һүгешеүселәр , матбуғат аша тәшһир-яманат таратыусылар ошо хәҙис шәрифтә күрһәтелгән әҙәмдәр араһында булһа кәрәк, әр нәмәлә самалы вә уның үлсәүен үтеп китмәү яҡшы... Аҙ ғына нәмәнән асыу ҡабартып, бер-береңдән үс алыыуға инәләр, үҙ яҡындары зарарына тырышыу өсөн адвокаттар яллайҙар, мәхкәмәләрҙән (суд) мәхкәмәләргә йөрөп, ваҡыт вә байлыҡ сарыф итәләр, һөтттөң ҡаймағын башҡаларға ашатып бөтөргәндән һуң, теләр-теләмәҫ дәғүәләрҙе туҡтатып, үҙ араларында килешәләр. Ләкин был ваҡытта инде, үҙҙәре хужа булыу ниәте менән йөрөгән өлөштәренең күбеһе тәләф булып бөткән, файҙаһы ситтәргә киткән булалыр.

 

Хәҙис шәриф: “Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенән ҡурҡ! Иң кескәй генә бер изгелекте лә хәҡир (хурлыҡлы) һанама вә иғтибарһыҙ ҡалдырма. Хатта һыу алырға килеүсенең күнәгенә ҡойо йәки шишмәнән һыу алып һалыуың да үҙенә күрә бер изгелектер. Тәккәбер вә һауалы булыуҙан бик һаҡлан. Аллаһы Тәғәлә тәккәберлекте һөймәйҙер. Әгәр ҙә бер кеше һиндә булған бер ғәйепте белеү сәбәпле шуның менән һине һүкһә вә мәсхәрә итһә, һин уны үҙең белгән ғәйептәр менән уны һүкмә, мәсхәрә итмә, һиңә һауап вә гонаһ яҙылыр. Һис кемде һүгеүсе булма!”   

               

Шәрех: Яуызлыҡ вә изгелекте иғтибарһыҙ ҡалдырыу, хисапҡа алмау, әлбиттә, яҡшы эш түгел... Изгелек вә яуызлыҡ, кәрәк ҙур вә кәрәк бәләкәй күренһен - барыбер. Йылғаға йәки ҡойоға һыу алырға килеүсенең күнәгенә, ҡомғанына һыу алып һалыу нин тиклем еңел вә зәхмәтһеҙ эштәрҙән булһа ла, өлфт вә мөхәббәт сәбәп булғанлыҡтан, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте шуны изгелек дәфтәренә яҙасаҡтыр...    

 Кеше һүгеү вә халыҡ менән булышыу әхлаҡһыҙ әҙәәмдәр эшелер. Бындай эш менән, әлбиттә, шөғөлләнмә, ваҡыт сарыф итмә, үҙ ҡиммәтеңде төшөрмә!

 

Хәҙис шәриф: Аллаһы Тәғәлә хәрәм иткән нәмәләрҙән һаҡлан - ғәбиттәрҙән булырһың; Аллаһы Тәғәлә үҙеңә биргән нәмәләргә риза бул - бай әҙәәмдәрҙән хисап ителерһең; күршеңә гүзәл мөғәмәлә ит - мөьмин булырһың; үҙең өсөн һөйөклө нәмәләрҙе башҡалар өсөн дә һөй - мосолман булырһың; күп көлөргә ғәҙәт итмә, күп көдөү сәбәпле күңел үләлер”.

Шәрех: Көллө ҡағиҙәләрҙең береһе Рәсүдулла хәҙрәттәренең “Үҙең өсөн һөйгән нәмәләрҙе башҡалар өсөн дә һөй!” - тигән һүҙелер. Был һүҙҙеңң киреһе: “Үҙең өсөн һөймәгән нәмәләрҙе башҡалар өсөн дә һөймә!” - тигән булыр...

Хәҙис шәриф әҙәм балаларын үҙ-үҙҙәренә мөршид була белеү ысулына өйрәтәлер. Был хәҙистә зикер (иҫтәлек) ителгән ҡағиҙәләрҙе күңелдәренә беркетеп тә, үҙҙәренең һәр эштәрен шуларға үлсәп торһалар, инсафлар иң яҡшы мөридтәрҙән дә яҡшыраҡ мөрид, иң шөһрәтле мөршиттәрҙән дә файҙалыраҡ мөршит булырҙар.   

          

Хәҙис шәриф: “Бер ҡәүемдең хөрмәтле әҙәме һеҙҙе зыярат* ҡылыр өсөн килһә,һеҙ уға хөрмәт күрһәтегеҙ!”

Шәрех: Асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу, сөбхәт (һөйләшеү) итеү хазинала бар булған менән ҡунаҡ итеү кеүек нәмәләрҙең һәр береһе үҙ дәрәжәһендә хөрмәт итеүҙер...

Мәскәүҙә тороусы мосолмандар төрлө тарафтан килгән мосолмандарҙы, ғөмүмән, ҡарындаш ҡәбиләләрҙе вә дуҫтарын ҡабул итеп торһалар, вә һәр береһен ике-өс көн ҡунаҡ итеп, һыйлап ебәреүҙе ғәҙәт итһәләр, үҙ кәсептәрен ҡылырға ваҡыттары булмаҫ, мәсрафлары (сығымдары) өсөн дә Ротшилд байлығы етмәҫ...  

                    14. Дин һәм заман

“Дин - халыҡ өсөн ағыу (әфиун)”, - тигән Карл Маркстың һүҙҙәрен белмәгән, ишетмәгән кеше юҡтыр, күрәһең.  Дин томаналыҡҡа тарта, тип аңларға кәрәк был һүҙҙәрҙе. Шулаймы икән? Күрәһең, юҡтыр, әгәр ул ағыу булһа, бөгөнгө көндә дин, дини конфессиялар юҡҡа сығып бөтөрҙәр ине. Шул уҡ ваҡытта диндең ҡол биләүселәр тарафынан үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланыуҙарын инҡар итеп булмай.

Октябрь революцияһынан алдағы ваҡытта Рәсәй империяһында мосолман динен ҡыҫыу сәйәсәте даими барған. Беренсе ысулы - көсләп суҡындырыу булған. Был осраҡта ҡурҡытыу, туҡмау, булмаһа налогҡа ташламалар менән ҡыҙыҡһындырыу ҡулланылған. Ләкин көсләп суҡындырыу сәйәсәте башҡорттарҙа, татар халҡын суҡындырған кеүек киңлектә, килеп сыҡмаған, сөнки риза булыусылар бик аҙ табылған. Язалауҙар, үлтереүҙәр бер файҙа ла бирмәгән. Ризыҡҡа алданып риза булыусылар, бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла, тора-бирә улар мосолманлыҡҡа кире ҡайтҡан, сөнки халыҡ суҡындыырлған башҡортҡа арты менән борола торған булған. Был өлкәләге талаш-тартыш һөҙөмтәһендә халҡыбыҙ ихтилалға күтәрелер булған.

Икенсе ысул: ихтилалдар ваҡытында ҡоллоҡҡа алып Рәсәй байҙарының ғаиләһендә тәрбиәләп христианлыҡҡа күсереү йәки ярлы, етем йәшәгәндәрҙе Рәсәй үҙәгенә ебәреп тәрбиәләү. 

Октябрь революцияһынан һуң да дини донъяның бер-ни тиклем тарайыуы күҙәтелә, ләкин Ислам тәғлимәттәре ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙә һаҡланыуын дауам итә.

Марксизм динде инҡар итә, ул кеше тормошона кире йоғонто яһай, тип һанай. Һәр диндең Урта быуаттарҙағы халыҡтарҙың ҡырағайлығы осоронда диндәрҙең прогрессив роль үтәүен фәлсәфәселәр нишләптер онотоп ҡуялар.

Әгәр февраль һәм Октябрь революцияһынан һуң граждандар һуғышы башланмаһа, әгәр ҙә дин әһелдәре аҡ гвардия яғын һайламаһа, бәлки, яңы власть дингә ҡарата йомшағыраҡ мөғәмәлә итер ине. Тик илдең дә яҙмышы, күрәһең, Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанса баралыр. Әгәр Рәсәй халҡы ныҡ бөлгөнлөккә төшмәһә, милли һәм социаль-ижтимағи азатлыҡтар киңерәк булһа, Рәсәйҙә Февраль түңкәрелеше лә, Октябрь түңкәрелеше лә булмаҫ ине. Ул ваҡытта большевиктар тик оппозицион фирҡә булып дәүләт Думаһында урын алыр ине. Ләкин улай килеп сыҡманы, Рәсәй халҡы революцияға күтәрелеп сығып, батшалыҡтағы тәртиптәрҙе инҡар итте.  

Совет власы осорондағы дин торошон ҡыҫҡаса ғына ҡарап үтәйек.

 

                 Совет власы һәм дин

Совет власы осоронда дин тәғлимәтенең халыҡ араһында таралыуы күпкә ҡыҫҡара төштө. Күптәр бындай хәлде хөкүмәт дин тотоуға ҡаршы булды, шул турала декрет сығарҙы, тип уйлай һәм аңлата. Был ысынбарлыҡҡа тап килеп бөтмәй. Ысынлап та В. И. Ленин етәкселегендәге Халыҡ Комиссарҙары Советы хөкүмәте сиркәү һәм дин тураһында 1918 йылдың 23 ғинуарында декрет (закон) ҡабул итә, ләкин быында динде тыйыу тураһында һүҙ бармай.Уның йөкмәткеһен рус телендә, үҙгәрешһеҙ бирәйек:

Декрет об отделении церкви от


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 138; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!